Ата-әсәләр, балаларығыҙға көслө иман үҫтерергә ярҙам итегеҙ
«Егеттәр һәм ҡыҙҙар... Йәһүәнең исемен маҡтаһындар» (ЗӘБ. 148:12, 13).
ЙЫРҘАР: 41, 48
1, 2. а) Ата-әсәләр ниндәй ҡатмарлы мәсьәлә менән осраша, һәм улар уны нисек хәл итә ала? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
ФРАНЦИЯЛА йәшәгән бер пар былай ти: «Беҙ Йәһүәгә ышанғанға ғына балаларыбыҙ ҙа уға ышаныр тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Иман мираҫ булып күсмәй. Балалар уны әкренләп үҫтерә». Австралиянан бер ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Балаңа иман үҫтерергә ярҙам итеү — моғайын, тормошта осрай алған иң ҡатмарлы мәсьәләлер. Бының өсөн бар мөмкинлектәрҙән дә файҙаланырға кәрәк. Ҡайһы саҡта бала һорау бирә, һин яуап ҡайтараһың, һәм ул барыһын аңлаған кеүек тойола. Әммә ваҡыт уҙыу менән ул шул уҡ һорауҙы яңынан бирә! Бөгөн һеҙҙең яуап уға аңлашылды, ә иртәгә был яуап уның ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндермәҫкә мөмкин. Ҡайһы бер һорауҙарға ҡат-ҡат ҡайтырға тура килер».
2 Ваҡыт-ваҡыт балаларығыҙҙы өйрәтеү һәм уларға иман үҫтерергә ярҙам итеү хәлегеҙҙән килмәгән кеүек тойоламы? Эйе, был мәсьәләне үҙ көсөбөҙ менән генә хәл итеп булмай (Ирем. 10:23). Әммә Алланың кәңәштәре буйынса эш итһәк, беҙ уңышҡа өлгәшә алырбыҙ. Әйҙәгеҙ, балаға иман үҫтерергә ярҙам итер өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ. Бының өсөн: 1) баланы яҡшы белергә, 2) уны яратыу менән өйрәтергә, 3) миҫалдарҙы оҫта ҡулланырға, 4) түҙемле булырға һәм доға ҡылырға кәрәк.
БАЛАҒЫҘҘЫ ЯҠШЫ БЕЛЕГЕҘ
3. Балаларын өйрәткәндә, ата-әсәләр Ғайса Мәсихтән нисек үрнәк ала алалар?
3 Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренән нимәгә ышанғандары хаҡында һорарға ҡурҡмаған (Матф. 16:13—15). Унан үрнәк алығыҙ. Дуҫлыҡ мөхите булдырып, балағыҙҙы үҙ хистәре менән бүлешергә дәртләндерегеҙ. Әгәр баланың ниндәйҙер шиктәре тыуһа, уның менән был хаҡта һөйләшеп алырға була. Австралиянан 15 йәшлек ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙа: «Атай йыш ҡына минең менән иманым хаҡында һөйләшә һәм миңә уйланырға ярҙам итә. Ул миңә бындай һорауҙар бирә: Изге Яҙмала был турала нимә әйтелә? Һин быға ышанаһыңмы? Ни өсөн һин быға ышанаһың? Атайым, уның йә әсәйҙең һүҙҙәрен ҡабатламайынса, үҙ һүҙҙәрем менән яуап биреүемде теләй. Үҫә барған һайын мин ентекләберәк яуап бирергә тейешмен».
4. Ни өсөн баланың һорауҙарына етди ҡарау мөһим? Миҫал килтерегеҙ.
4 Балағыҙ ниндәйҙер тәғлимәттә шикләнһә, ҡыҙып китмәгеҙ һәм шунда уҡ хәҡиҡәтте яҡларға тотонмағыҙ. Түҙемлек менән уға уйланырға ярҙам итегеҙ. «Балағыҙҙың һорауҙарына етди ҡарағыҙ, — ти бер атай кеше. — Уларға юҡ-барға ҡарағандай ҡарап, ҡул һелтәп ҡуймағыҙ. Шулай уҡ ҡайһы бер темаларға һөйләшеү уңайһыҙ булғанға ғына уларҙан ҡасмағыҙ». Бындай осраҡтарға башҡаса ҡарау яҡшы булыр ине: һорауҙар бирә икән, тимәк, бала битараф түгел һәм мөһим нәмәләргә төшөнөргә теләй. Ғайса 12 генә йәшендә бик етди һорауҙар биргән. (Лука 2:46-ны уҡығыҙ.) Даниянан 15 йәшлек үҫмер егет былай тип иҫенә төшөрә: «Динебеҙҙең хаҡ булыуына шигемде белдергәс, ата-әсәйем, минең өсөн борсолһа ла, һүҙҙәремде тыныс ҡабул итте. Улар бөтә һорауҙарыма Изге Яҙма нигеҙендә яуап бирҙе».
5. Ата-әсәләр балаларының иманына тейешле нәмәгә ҡараған кеүек ҡарамағандарын нисек күрһәтә алалар?
5 Балағыҙҙың уй-фекерҙәрен, хис-тойғоларын һәм борсолоуҙарын яҡшы белегеҙ. Беҙҙең менән йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәзгә йөрөй икән, тимәк, уның иманы бар, тип уйларға ашыҡмағыҙ. Көндәлек эштәр менән шөғөлләнгәндә рухи темаларға һөйләшегеҙ. Уның менән бергә һәм уның өсөн доға ҡылығыҙ. Балағыҙҙың иман һынауҙары хаҡында белергә тырышығыҙ һәм уға был һынауҙарҙа ныҡ булып ҡалырға ярҙам итегеҙ.
ЯРАТЫУ МЕНӘН ӨЙРӘТЕГЕҘ
6. Ата-әсәләр хәҡиҡәтте үҙ күңеленә һеңдерһә, был уларға балаларын өйрәтеүҙә нисек ярҙам итә?
6 Ғайса тыңлаусыларының йөрәгенә үтеп инерлек итеп һөйләгән, сөнки Йәһүәне, уның Һүҙен һәм кешеләрҙе яратҡан (Лука 24:32; Яхъя 7:46). Шундай яратыу күрһәтеп, ата-әсәләр балаларының күңеленә тьәҫир итә алыр. (Ҡанун 6:5—8 *; Лука 6:45-те уҡығыҙ.) Шуға күрә, ата-әсәләр, Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы тырышып өйрәнегеҙ. Алланың ижади эштәре тураһында күберәк белегеҙ һәм улар хаҡында баҫмаларыбыҙҙан уҡығыҙ (Матф. 6:26, 28). Шулай итеп һеҙ ҡараштарығыҙҙы киңәйтерһегеҙ, Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғоһон тәрәнәйтерһегеҙ һәм балаларығыҙҙы оҫтараҡ өйрәтә алырһығыҙ (Лука 6:40).
7, 8. Йөрәктәре хәҡиҡәт менән тулған ата-әсәләр нимә эшләргә теләр? Миҫалдар килтерегеҙ.
7 Һеҙҙең йөрәгегеҙ хәҡиҡәт менән тулһа, һеҙ уның хаҡында ғаиләгеҙ менән һөйләшергә теләрһегеҙ. Быны йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнгәндә йә ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәргәндә генә түгел, ә башҡа ваҡытта ла эшләргә тырышығыҙ. Баланы рухи темаларға һөйләшергә мәжбүр итергә кәрәкмәй, ундай һөйләшеүҙәр ғәҙәти һәм иркен мөхиттә алып барылырға тейеш. Ҡушма Штаттарҙа
йәшәгән бер пар, тәбиғәттең матурлығына һоҡланғанда һәм төрлө тәмлекәстәр ашағанда, балалары менән Йәһүә тураһында уйлана. «Беҙ Йәһүәнең бар бүләктәрендә сағылған яратыуы һәм ҡайғыртыуы тураһында балаларҙың иҫенә төшөрөп торабыҙ», — тип бүлешә улар. Ә Көньяҡ Африка Республикаһынан бер пар, ике ҡыҙы менән баҡсала эшләгәндә, тәбиғәттең төрлө мөғжизәләренә, мәҫәлән, орлоҡтоң шытып үҫемлеккә әйләнеүенә иғтибар итә. «Беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙа тормошҡа тәрән хөрмәт һәм тере организмдарҙың ғәжәп ҡатмарлылығына ҡарата ысын һоҡланыу уятырға тырышабыҙ», — ти улар.8 Австралиянан бер атай кеше, 10 йәшлек улының Алланың барлығына һәм уның донъяны барлыҡҡа килтергәненә иманын нығытыр өсөн, уны музейға алып барған. «Экспонаттар араһында беҙ аммониттар һәм трилобиттар тип аталған боронғо диңгеҙ йән эйәләрен күрҙек, — тип һөйләй ағай-ҡәрҙәш. — Юҡҡа сыҡҡан был организмдарҙың хас әлеге тере йән эйәләре кеүек үк матур, ҡатмарлы һәм бер бөтөн булыуҙары беҙҙе таң ҡалдырҙы. Томоштоң ябай формалары ҡатмарлыраҡҡа әйләнгән икән, улайһа ни өсөн теге боронғо йән эйәләренең төҙөлөшө шул тиклем ҡатмарлы? Был фекер миңә көслө тәьҫир яһаны, һәм мин уны улым менән уртаҡлаштым».
МИҪАЛДАРҘЫ ОҪТА ҠУЛЛАНЫҒЫҘ
9. Ни өсөн миҫалдар көслө тәьҫир яһай, һәм бер ғаиләлә булған осраҡ быны нисек раҫлай?
9 Ғайса Мәсих йыш ҡына уйландырырлыҡ, йөрәккә үтеп инерлек һәм иҫтә ҡалырлыҡ миҫалдар ҡулланған (Матф. 13:34, 35). Балалар нимәнелер күҙ алдына килтереүгә бик әүәҫ. Шуға күрә, ата-әсәләр, миҫалдарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ ҡулланығыҙ. Япониянан бер әсәй кеше шулай эшләгән дә. Улдарына 8 һәм 10 йәш булғанда, ул уларға ер атмосфераһы һәм Йәһүәнең уны ниндәй яратыу менән барлыҡҡа килтергәне тураһында һөйләргә булған. Ул улдарына һөт, шәкәр һәм кофе биргән дә һәр береһенә уға бер сынаяҡ кофе әҙерләргә ҡушҡан. «Улар был йөкләмәне ҙур яуаплылыҡ менән үтәне, — ти апай-ҡәрҙәш. — Уларҙан ни өсөн шундай хәстәрлек күрһәтеүҙәре хаҡында һорағас, тап һиңә оҡшағанса яһарға теләйбеҙ, тине улар. Шул саҡта мин Алланың беҙгә рәхәт булһын өсөн, атмосфералағы газдарҙы ҡатыштырғанда, шундай уҡ хәстәрлек күрһәткәненә иғтибар иттем». Был миҫал малайҙарҙың йәшенә тура килгән һәм уларға күҙ алдына килтереү һәләтен ҡулланырға ярҙам иткән. Ҡоро теория менән генә быға өлгәшеп булмай. Шик тә юҡ, был һабаҡ малайҙарҙың хәтерендә оҙаҡҡа уйылып ҡалған!
10, 11. а) Баланың иманын нығытыр өсөн ниндәй миҫал ҡулланып була? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Һеҙҙеңсә, ниндәй миҫалдар йөрәккә тәьҫир итергә мөмкин?
10 Баланың иманын нығытыр өсөн, һеҙ хатта берәй аш-һыу рецебын ҡуллана алаһығыҙ. Нисек итеп? Бәлеш йә ҡоймаҡ бешергәндән һуң, рецептың нимә өсөн кәрәклеген аңлатырға була. Шунан, балаға берәй емеш, мәҫәлән, алма биреп, былай тип һорарға мөмкин: «Алманың да рецепт буйынса яһалғанын белә инеңме?»
Унан һуң, алманы уртаға киҫеп, орлоғона иғтибар итегеҙ. Алманың рецебы уның орлоғонда рецептар китабында яҙылған һүҙҙәргә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ телдә яҙылғанын аңлатығыҙ. Балаға бындай һорау биреп була: «Бәлештең рецебын кемдер уйлап сығарған икән, ул саҡта алманың күпкә ҡатмарлыраҡ рецебын кем уйлап сығарған?» Өлкәнерәк балаға алманың, шул иҫәптән ул үҫкән алмағастың рецебы ДНК-ла яҙылған мәғлүмәттең өлөшө икәнен аңлатырға мөмкин. Шулай уҡ һеҙ балағыҙ менән «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» тигән брошюраның (урыҫ) 10—20-се биттәрендә килтерелгән миҫалдарҙы һәм рәсемдәрҙе ҡарап сыға алаһығыҙ.11 Күп кенә ата-әсәләргә балалары менән «Ижади эштәр» тигән рубрика аҫтында сыҡҡан мәҡәләләр нигеҙендә әңгәмә алып барыу оҡшай. Әгәр балалар бәләкәй булһа, был мәғлүмәтте ябай тел менән аңлатып бирергә була. Мәҫәлән, Даниянан бер пар самолетты ҡош менән сағыштырған. Улар балалары менән былай тип фекер йөрөткән: «Самолет ҡошҡа оҡшаған. Әммә самолет, йомортҡа баҫып, бәләкәй генә самолет балалары сығара аламы? Ҡоштарға осоп күтәрелеү өсөн махсус юл кәрәкме? Ә самолеттың геүләүен ҡоштоң һайрауы менән сағыштырып буламы ни? Тимәк, кем аҡыллыраҡ: самолетты уйлап сығарыусымы әллә ҡоштарҙы Барлыҡҡа килтереүсеме?» Шундай фекер алышыуҙар һәм яҡшы уйланылған һорауҙар балаға, фекерләү һәләтен үҫтереп, Аллаға иманын нығытырға ярҙам итә ала (Ғиб. һүҙ. 2:10—12).
12. Миҫалдар баланың Изге Яҙмаға ышанысын нығытырға нисек ярҙам итә ала?
12 Яҡшы миҫалдар шулай уҡ баланың Изге Яҙмаға ышанысын нығыта ала. Мәҫәлән, Әйүп 26:7-не (уҡығыҙ *) ҡарап сығайыҡ. Был шиғырҙағы һүҙҙәрҙең Алла тарафынан рухландырылғанын нисек күрһәтеп була? Әлбиттә, ҡоро факттар ғына килтерергә мөмкин. Әммә ниңә күҙ алдына килтереү һәләтен ҡулланмаҫҡа? Балағыҙға Әйүп йәшәгән ваҡытта телескоптар ҙа, космик караптар ҙа булмағанын аңлатығыҙ. Бала Ер шары кеүек ифрат ҙур объекттың бер нәмәгә лә эленмәй тороуына ышаныу ни тиклем ауыр икәнлеген күрһәтһен. Бының өсөн балағыҙҙан, туп йә таш ҡулланып, ауыр нәмә һауала үҙенән-үҙе эленеп тора алмай икәнен күрһәтеүен һорағыҙ. Был һабаҡ ярҙамында бала шуға төшөнөр: кешеләр ҡайһы бер факттарҙы иҫбатлағансы, Йәһүә уларҙы күпкә алдараҡ Изге Яҙмаға инде яҙҙырған булған (Ниҡ. 9:6).
ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПРИНЦИПТАРҘЫҢ ФАЙҘАҺЫН КҮРҺӘТЕГЕҘ
13, 14. Ата-әсәләр балаларына Изге Яҙмалағы принциптарҙың файҙаһын нисек аңлата ала?
13 Ата-әсәләргә Изге Яҙмалағы принциптарҙың файҙаһын балаларына күрһәтеү үтә мөһим. (Зәбур 1:1—3-тө уҡығыҙ *.) Быны төрлө ысулдар менән эшләп була. Мәҫәлән, балағыҙ алыҫтағы утрауға күсеп китергә йыйыныуын күҙ алдына килтерһен. Күсер алдынан уға үҙе менән йәшәйәсәк кешеләрҙе һайларға кәрәк. Баланан былай тип һорағыҙ: «Утрауҙа тыныс һәм татыу йәшәр өсөн төркөмдәге һәр кеше ниндәй сифаттар сағылдырырға тейеш?» Шулай уҡ бала менән Галаттарға 5:19—23-тәге аҡыллы һүҙҙәр хаҡында уйланып була.
14 Бындай фекер алышыу уға ике мөһим һабаҡ үҙләштерергә ярҙам итер. Беренсенән, Алланың нормалары татыулыҡ һәм берҙәмлеккә булышлыҡ итә. Икенсенән, Йәһүә, бөгөн өйрәтеп, беҙҙе яңы донъяла йәшәүгә әҙерләй (Ишағ. 54:13; Яхъя 17:3). Бала был һабаҡтарҙы яҡшыраҡ аңлаһын өсөн, баҫмаларыбыҙҙа килтерелгән
ҡайһы бер биографияларҙы ҡарап сығырға мөмкин. Уларҙы «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубрикала табып була. Йә йыйылышығыҙҙа Йәһүәне шатландырыр өсөн тормошон тамырынан үҙгәрткән ҡәрҙәштәр булһа, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырығыҙ һәм үҙҙәре хаҡында һөйләүҙәрен һорағыҙ. Ундай миҫалдар Изге Яҙмалағы принциптарҙың ниндәй файҙа килтергәнен күрергә ярҙам итә (Евр. 4:12).15. Балаларҙы өйрәткәндә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
15 Шуны иҫтә тотоғоҙ: балаларҙы өйрәткәндә тапалған юлдан барырға ярамай. Күҙ алдына килтереү һәләтен ҡулланырға тырышығыҙ. Баланы, йәшенә ҡарап, уйланырға дәртләндерегеҙ. Өйрәтеүегеҙ мауыҡтырғыс булһын һәм иманды нығытһын. Бер атай кеше былай тип кәңәш итә: «Инде таныш булған темаларҙы аңлатыр өсөн яңы ысулдар эҙләүҙән туҡтамағыҙ».
ИМАН, ТҮҘЕМЛЕК ҺӘМ ДОҒА ҠЫЛЫУ
16. Ни өсөн балаларҙы өйрәткәндә түҙемле булыу мөһим? Миҫал килтерегеҙ.
16 Көслө иман үҫтерер өсөн Алланың рухы кәрәк (Гал. 5:22, 23). Тура мәғәнәләге емеш кеүек, иман да әкренләп үҫә. Шуға күрә балаларҙы өйрәткәндә түҙемле һәм ныҡышмал булырға тырышығыҙ. «Беҙ ҡатыным менән балаларға күп иғтибар бүлә инек, — ти Японияла йәшәгән ике балалы ағай-ҡәрҙәш. — Балаларыбыҙҙың бәләкәй саҡтарынан алып мин улар менән, йыйылыш осрашыуҙары үткән көндәрҙән тыш, көн һайын 15 минут өйрәнеү үткәрҙем. 15 минут беҙҙең өсөн дә, улар өсөн дә әллә ни ауыр түгел ине». Ә бына нимә тип яҙған бер район күҙәтеүсеһе: «Йәш үҫмер сағымда минең күп кенә һорауҙарым һәм шиктәрем булғайны, әммә мин улар тураһында бер кемгә лә әйтмәй инем. Ваҡыт уҙыу менән мин йыйылыш осрашыуҙарында, шулай уҡ ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу һәм шәхси өйрәнеү үткәргәндә һорауҙарымдың күбеһенә яуаптар алдым. Бына шуның өсөн дә ата-әсәләргә балаларын өҙлөкһөҙ рәүештә өйрәтергә кәрәк».
17. Ни өсөн ата-әсәләр күрһәткән яҡшы өлгө бик мөһим? Бер пар нисек балаларына яҡшы өлгө күрһәтә?
17 Әлбиттә, һеҙ күрһәткән иман өлгөһө үтә мөһим. Аллаға таянып эш итеүегеҙ, һис шикһеҙ, балаларға ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Шуның өсөн, ата-әсәләр, иманығыҙҙы артабан да нығытығыҙ. Балаларығыҙ һеҙҙең өсөн Йәһүә реаль икәнен күрһен. Бермуд утрауҙарынан бер пар, ауырлыҡтарға юлыҡҡанда, балалары менән зирәклек һорап Йәһүәгә доға ҡыла һәм балаларҙың үҙҙәрен доға ҡылырға өндәй. Улар былай тип бүлешә: «Беҙ өлкән ҡыҙыбыҙға: „Йәһүәгә тулыһынса таян, Батшалыҡ эше менән мәшғүл бул һәм артыҡ борсолма“, — тибеҙ. Ауыр хәлдең нимә менән бөткәнен күргәндә, ул Йәһүәнең беҙгә ярҙам итеүенә бер ҙә шикләнмәй. Шундай осраҡтар ҡыҙыбыҙҙың Аллаға иманын һәм Изге Яҙмаға ышанысын ни тиклем нығытҡанын күреү таң ҡалдыра!»
18. Ата-әсәләр нимәне аңларға тейеш?
18 Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: балалар үҙҙәре иман үҫтерергә тейеш. Ата-әсәләр орлоҡ сәсә һәм һыу һибә, әммә үҫтерә Алла (1 Кор. 3:6). Шуға күрә изге рух һорап доға ҡылығыҙ, ғәзиз балаларығыҙҙы өйрәтер өсөн тырышлыҡ һалығыҙ, һәм Йәһүә һеҙҙе мул итеп фатихалар (Ефес. 6:4).
^ 6 абз. Ҡанун 6:5—8: «Аллаң Йәһүәне бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә көсөң менән ярат. Мин бөгөн һиңә үтәргә ҡушҡан был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш, һәм һин уларҙы балаларыңдың күңеленә һеңдерергә һәм улар тураһында өйөңдә ултырғанда, юлда барғанда, ятҡанда һәм торғанда һөйләргә тейеш. Ошо һүҙҙәрҙе ҡулыңа иҫкә төшөрөүҙәрҙе бәйләгәндәй бәйлә, һәм улар маңлайыңда таҫма һымаҡ булырға тейеш».
^ 12 абз. Әйүп 26:7: «Ул төньяҡ күк йөҙөн буш киңлек өҫтөнән йәйгән, һәм ерҙе бушлыҡҡа элеп ҡуйған».
^ 13 абз. Зәбур 1:1—3: «Яуыздарҙың кәңәшен тотмаған, гонаһ ҡылыусылар юлына баҫмаған һәм мыҫҡыллап көлөүселәр менән ултырмаған кеше бәхетле. Ул, Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек табып, көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана. Ул ағым һыуҙар буйында ултыртылған, үҙ ваҡытында емешен биргән, япраҡтары шиңмәгән ағас кеүек булыр. Ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер».