Донъялағы проблемалар нисек хәл ителәсәк?
Донъялағы проблемалар нисек хәл ителәсәк?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР УЙЛАУЫНСА, донъялағы проблемаларҙы Алла хәл итәсәк; башҡалар иһә быны кеше хөкүмәттәре башҡарасаҡ тип һанай. Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
«Күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ... Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы [кеше батшалыҡтарын] емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ» (Данил 2:44). Шулай итеп, донъялағы проблемаларҙы Алла Батшалығы хәл итәсәк.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?
Алла Батшалығы күктән идара итә (Матфей 10:7; Лука 10:9).
Күктә һәм ерҙә ихтыярын үтәр өсөн, Алла үҙенең Батшалығын ҡуллана (Матфей 6:10).
Алла Батшалығы ҡасан киләсәк?
ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?
Бер кем дә белмәй
Тиҙҙән
Бер ҡасан да килмәйәсәк
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
«Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (Матфей 24:14). Һөйөнөслө хәбәр тейешле дәрәжәлә вәғәзләнгәс, Батшалыҡ был яуыз донъя төҙөлөшөн юҡ итәсәк.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?
Алла Батшалығы ҡасан киләсәген бер кем дә теүәл белмәй (Матфей 24:36).
Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр Батшалыҡтың тиҙҙән киләсәген күрһәтә (Матфей 24:3, 7, 12).