Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ҺЕҘ ҠАЙҘАН ЙЫУАНЫС ТАБА АЛАһЫҒЫҘ?

Беҙ барыбыҙ ҙа йыуатыуға мохтаж

Беҙ барыбыҙ ҙа йыуатыуға мохтаж

Бәләкәй саҡта ҡолағанығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Бәлки, ҡулығыҙ яраланған йә тубығығыҙ һыҙҙырылғандыр. Әсәйегеҙҙең һеҙҙе нисек йыуатҡаны хәтерегеҙҙәме? Бәлки, ул, яраны таҙартып, уны бинт менән бәйләгәндер. Һеҙ иланығыҙ, әммә уның йомшаҡ һүҙҙәре һәм йылы ҡосағы һеҙҙе тынысландырҙы. Шул саҡта һеҙ йыуатыуҙың нимә икәнен аңланығыҙ.

Әммә беҙ үҫкән һайын тормошобоҙ ҙа ҡатмарланғандан-ҡатмарлана. Ауырлыҡтар — етдирәк, ә йыуатыу табыуы ауырыраҡ була бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло кешеләрҙең ауырлыҡтарын бинт һәм әсәйҙең ҡосағы ғына хәл итә алмай. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

  • Һеҙҙе эштән бушатҡандары булдымы? Хулиан, эшһеҙ ҡалғас, күңел тыныслығын юғалтҡан. «Ғаиләмде нисек ҡарармын? — тип ҡайғырған ул. — Нисәмә йылдар был кампанияла эшләнем, ә хәҙер минең уларға бер кәрәгем юҡ!»

  • Бәлки, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән айырылышыу арҡаһында төшөнкөлөккә бирелгәнһегеҙҙер. «Йыл ярым элек ирем ҡапыл мине ташлап киткәс, тәрән өмөтһөҙлөккә бирелдем, йөрәгем селпәрәмә килде, — тип иҫенә төшөрә Ракель. — Йөрәгем генә түгел, хатта тәнем дә һыҙланы. Был мине ҡурҡыта ине».

  • Йә һеҙ ҡаты сир менән сирләйһегеҙҙер, һәм һауығыуға өмөтөгөҙ һүрелеп баралыр. Ҡайһы берҙә ырыу башлығы Әйүп кеүек: «Тормошомдо нәфрәт итәм, бүтән йәшәгем килмәй», — тип уйлаған саҡтарығыҙ ҙа булалыр (Әйүп 7:16). Бәлки, һеҙгә 80 йәшлек Луистың хистәре таныштыр. Ул былай ти: «Ҡайһы ваҡыт мин тик үлем генә көтөп ултырам».

  • Йәки һеҙ ғәзиз кешегеҙҙе юғалтыу сәбәпле йыуатыуға бик мохтажһығыҙҙыр. «Улым авиаһәләкәттә фажиғәле рәүештә һәләк булғас, мин быға ышана алманым, — тип иҫенә төшөрә Роберт. — Унан һуң мин тәрән әрнеү кисерҙем — Изге Яҙмала әйтелгәнсә, күңел аша ҡылыс үткәндәй булды» (Лука 2:35).

Роберт, Луис, Ракель һәм Хулиан хатта шундай ауыр шарттарҙа ла йыуаныс тапҡан. Улар Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алланың ысын йыуаныс бирә алыуын аңлаған. Алла нисек йыуата? Ә һеҙҙе ул йыуата аламы?