Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәштәр, иманығыҙҙы нығытығыҙ!

Йәштәр, иманығыҙҙы нығытығыҙ!

«Иман — ул... күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау» (ЕВР. 11:1).

ЙЫРҘАР: 41, 11

1, 2. Бөгөн йәштәр ниндәй баҫымға дусар була, һәм был баҫымға ҡаршы торорға нимә ярҙам итә ала?

БӨЙӨК БРИТАНИЯЛА йәшәгән бер йәш апай-ҡәрҙәшкә синыфташы былай тигән: «Үҙең шундай аҡыллыһың, ә үҙең Аллаға ышанаһың». Ә Германиянан бер ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Уҡытыусыларым донъяның барлыҡҡа килтерелеүе хаҡында Изге Яҙмала яҙылған хәбәрҙе риүәйәт тип иҫәпләй. Улар өсөн уҡыусыларҙың эволюцияға ышаныуы — ғәҙәти хәл». Франциянан бер йәш апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мәктәптә уҡытыусылар, берәй уҡыусының хәҙерге ваҡытта Изге Яҙмаға ышаныуы хаҡында ишетһә, аптырап китәләр».

2 Йәһүәнең күп кенә йәш хеҙмәтселәре һәм уның хаҡында яңы ғына белем ала башлаған кешеләр әйтеүенсә, башҡалар уларҙы Барлыҡҡа килтереүсегә ышаныу урынына донъяла киң таралған ҡараштарҙы үҙләштерергә, мәҫәлән, эволюцияға ышанырға өндәй. Һин дә шундай баҫымға дусар булһаң, иманды нығытырға һәм уны ныҡ килеш һаҡларға ярҙам иткән билдәле бер аҙымдар яһай алаһың. Шул аҙымдарҙың береһе — Алла биргән фекерләү һәләтен ҡулланыу. Был һәләт һине иманды емерә алған донъя фәлсәфәләренән «яҡлап торор». (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10—12-не уҡығыҙ *.)

3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Ысын иман Алла тураһындағы теүәл белемгә нигеҙләнә (1 Тим. 2:4). Шуға күрә Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы өҫтән-мөҫтән генә уҡып сығыу урынына, фекерләү һәләтеңде ҡулланып, уҡығандарыңды «аңла[рға]» тырыш (Матф. 13:23). Шулай эшләп, һин Барлыҡҡа килтереүсегә иманыңды һәм Изге Яҙмаға ышанысыңды нығытҡан күп дәлилдәр табырһың (Евр. 11:1).

ИМАНДЫ НИСЕК НЫҒЫТЫРҒА

4. Ни өсөн эволюция яҡлы кешегә лә, Алланың барлығына ышанған кешегә лә иман кәрәк? Һығымталар яһар алдынан беҙ нимә эшләргә тейеш?

4 Ҡайһы берәүҙәр эволюцияға ышаныуын былай тип аңлата: «Эволюция — фәнни мәғлүмәттәргә, ә Аллаға ышаныу тик иманға ғына нигеҙләнгән». Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: һүҙ эволюция хаҡында барһа ла, Алла хаҡында барһа ла, һәр хәлдә иман кәрәк. Ни өсөн? Сөнки беребеҙ ҙә Алланы ла, донъяның яралыуын да күрмәгән (Яхъя 1:18). Һәм бер кеше лә, хатта бер ғалим да тормоштоң бер төрө икенсе төргә әйләнеүен, мәҫәлән, маймылдың кешегә әйләнеүен күрмәгән (Әйүп 38:1, 4). Шуға күрә һәр беребеҙ факттарҙы тикшерергә һәм, фекерләү һәләтен ҡулланып, дөрөҫ һығымталар яһарға тейеш. Илсе Павел былай тип яҙған: «Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап [Алланың] күренмәгән сифаттары — мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы — Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла. Шулай булғас, кешеләрҙе ғәфү итергә сәбәп юҡ» (Рим. 1:20).

Башҡаларға ҡараштарыңды аңлатыр өсөн туған телеңдә булған ҡоралдарҙы ҡуллан (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Беҙгә тәрән уйланырға ярҙам итер өсөн, Алланың ойошмаһы ниндәй тикшереү ҡоралдары сығара?

5 «Аңлау» тәү ҡарашта күренмәгән нәмәне күреүҙе үҙ эсенә ала (Евр. 11:3). Тимәк, аңлаусан кешеләр күреп, ишетеүҙән тыш, шулай уҡ тәрән уйлана. Беҙҙең хаҡта ҡайғыртып, Йәһүәнең ойошмаһы беҙгә тикшереүҙәр үткәреү өсөн күп ҡоралдар бирә. Улар ярҙамында беҙ Алланы иман күҙҙәре менән күрә алабыҙ (Евр. 11:27). Мәҫәлән, беҙҙә «Алланың иҫ киткес ижади эштәре уға дан килтерә» тигән фильм (урыҫ), «Ҡайғыртыусан Барлыҡҡа килтереүсе бармы?» тигән китап (урыҫ) һәм «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» тигән брошюра (урыҫ) бар. Шулай уҡ журналдарыбыҙҙа ла уйланыу өсөн яҡшы материал табып була. Унда йыш ҡына ни өсөн Аллаға ышана башлағаны хаҡында һөйләгән ғалимдарҙан һәм башҡа кешеләрҙән алынған интервьюлар баҫтырыла. «Ижади эштәр» тигән рубрикала (тат.) тәбиғәттә булған бар нәмәнең төптән уйланып эшләнгәнен күрһәткән миҫалдар килтерелә. Йыш ҡына ғалимдар, тәбиғәт мөғжизәләрен күҙәтеп, уларға оҡшаш яңы нәмәләр яһарға тырыша.

6. Беҙ ҡулланған ҡоралдар ни тиклем файҙалы, һәм улар һиңә нисек ярҙам итте?

6 АҠШ-та йәшәгән 19 йәшлек бер ағай-ҡәрҙәш донъя яралыуы тураһындағы ике брошюра хаҡында былай тигән: «Улар миңә шул тиклем оҡшаны! Мин хатта уларҙы бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым». Франциянан бер апай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «„Ижади эштәр“ тигән рубрика мине һәр ваҡыт ғәжәпләндерә! Ул шуны күрһәтә: хатта иң маһир инженерҙар ҙа тәбиғәттәге ҡатмарлы механизмдарҙың копияларын ғына яһай ала, әммә шундай уҡ камиллыҡҡа һис тә өлгәшә алмай». Ә Көньяҡ Африкала йәшәгән 15 йәшлек ҡыҙҙың ата-әсәһе: «Яңы брошюраларҙы алыу менән ҡыҙыбыҙ иң тәүҙә интервьюларҙы уҡып сыға», — тип бүлеште. Ә һин бында иҫкә алынған ҡоралдарҙың барыһын да ҡулланаһыңмы? Улар ярҙамында иманың ныҡлы тамыр йәйгән ағас кеүек булып китер. Ундай иманды ялған тәғлимәттәрҙең елдәре емерә алмаясаҡ (Ирем. 17:5—8).

ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫСТЫ НИСЕК НЫҒЫТЫРҒА

7. Ни өсөн Алла һинең яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыу һәләтен ҡулланыуыңды теләй?

7 Изге Яҙма тураһында һорауҙар биреүҙә берәй насарлыҡ бармы? Әлбиттә, юҡ! Йәһүә һинең, «яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыры[у]» һәләтен ҡулланып, һорауҙарыңа яуап табыуыңды теләй. Ул һинең башҡалар ышанғанға ғына ышаныуыңды теләмәй. Шуға күрә, фекерләү һәләтеңде ҡулланып, теүәл белем ал. Ундай белем ысын имандың ныҡлы нигеҙе булып китә ала. (Еврейҙарға 5:14; 1 Тимофейға 2:4-те уҡығыҙ.) Белем алыуҙың бер ысулы — үҙеңде ҡыҙыҡһындырған темаларҙы тикшереү.

8, 9. а) Ҡайһы берәүҙәргә ниндәй темаларҙы тикшереү оҡшай? б) Ҡайһы берәүҙәргә уҡығандары хаҡында уйланыу ниндәй файҙа килтергән?

8 Ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерә йә Изге Яҙманың тарихи, археологик һәм фәнни яҡтарҙан ни тиклем теүәл икәнен күрһәткән факттар эҙләй. Бер ғәжәп пәйғәмбәрлек Башланмыш 3:15-тә яҙылған. Был шиғырҙа беренсе тапҡыр Изге Яҙманың төп темаһы — Батшалыҡ ярҙамында Алланың хакимлығын аҡлау һәм уның исемен изгеләндереү тураһында әйтелә. Бер генә шиғырҙа образлы тел менән Йәһүәнең Эден баҡсаһындағы фетнәнән башланған ғазаптарҙы нисек бөтөрәсәге аңлатыла. Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлекте нисек тикшерергә була? Мәҫәлән, ваҡыт шкалаһын һыҙырға мөмкин. Шул шкалала Алла нисек был пәйғәмбәрлектең нескәлектәрен асыҡлай барғанын күрһәткән һәм уның мотлаҡ үтәләсәген иҫбатлаған төп шиғырҙарҙы яҙып ҡуйырға була. Был шиғырҙарҙың бер дөйөм күренеш булдырыуын күргәс, һин пәйғәмбәрҙәрҙең һәм Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең «Изге Рухтан рухланып һөйлә[гәненә]» инанырһың (2 Пет. 1:21).

9 Германияла йәшәгән бер ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Изге Яҙманы яҙыуҙа 40 самаһы ир-ат ҡатнашҡан. Улар төрлө ваҡытта йәшәгән һәм бер-береһе менән таныш булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, Батшалыҡ темаһы бөтә Изге Яҙма буйынса ҡыҙыл еп булып үтә». Австралиянан бер апай-ҡәрҙәшкә 2013 йылдың 15 декабрендә сығарылған «Күҙәтеү манараһы»нда Ҡотҡарылыу байрамының мәғәнәһен асыҡлаған мәҡәлә тәьҫир иткән. Был үҙенсәлекле байрам Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлек һәм Мәсихтең килеүе менән тығыҙ бәйле. «Был мәҡәлә күҙемде асып ебәргәндәй булды: мин Йәһүәнең ни тиклем бөйөк Алла икәнен аңланым, — тип яҙа апай-ҡәрҙәш. — Израилдәр өсөн тәғәйенләнгән Ҡотҡарылыу байрамының Ғайса Мәсих менән буласаҡ ваҡиғаларға прообраз булырлыҡ итеп ойошторолғанын белгәс, иҫем китте. Мәҡәләне уҡыған саҡта мин, туҡтап-туҡтап, пәйғәмбәри мәғәнәгә эйә булған был ғәжәп киске аш тураһында уйландым». Ни өсөн апай-ҡәрҙәш шундай хистәр кисергән? Сөнки ул, уҡығандарының мәғәнәһенә төшөнөр өсөн, улар хаҡында тәрән уйланған. Был уға иманын нығытырға һәм Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам иткән (Матф. 13:23).

10. Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡандарҙың намыҫлылығы беҙҙең был китапҡа ышанысыбыҙҙы нисек нығыта?

10 Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең ҡыйыулығы һәм намыҫлылығы хаҡында уйланыу шулай уҡ иманды нығыта ала. Боронғо яҙыусылар йыш ҡына батшаларының данлы эштәрен арттырып күрһәтергә тырышҡан һәм үҙ халҡын кәрәгенән артыҡ маҡтаған. Әммә Йәһүәнең пәйғәмбәрҙәре һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләгән. Улар ватандаштарының һәм хатта батшаларының ғәйеп эштәре хаҡында асыҡтан-асыҡ яҙған (2 Йыл. 16:9, 10; 24:18—22). Бынан тыш, улар үҙенең һәм Алланың башҡа хеҙмәтселәренең хаталарын йәшермәгән (2 Сам. 12:1—14; Марк 14:50). «Ундай намыҫлылыҡ бик һирәк осрай, — ти Британиянан бер йәш апай-ҡәрҙәш. — Был беҙҙең Изге Яҙма ысындан да Йәһүә тарафынан рухландырылған китап икәненә ышанысыбыҙҙы нығыта».

11. Йәштәр Изге Яҙмалағы принциптарҙың ҡәҙерен нисек белә ала?

11 Күптәр, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәй башлағас, уның Алла тарафынан рухландырылғанына инанған. (Зәбур 19:7—11-ҙе уҡығыҙ *.) Япониянан бер йәш апай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Изге Яҙма буйынса йәшәү ғаиләбеҙҙе бик бәхетле итте. Хәҙер беҙҙең өйҙә тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм яратыу хөкөм һөрә». Изге Яҙмалағы принциптар күп кешене ҡоллоҡта тотҡан ялған йолаларҙан һәм хөрәфәттәрҙән һаҡлай (Зәб. 115:3—8). Алланың барлығын инҡар иткән фәлсәфәләр кешеләрҙең тормошона нисек тәьҫир итә? Эволюция теорияһы, тәбиғәтте илаһилаштырып, Йәһүәлә генә булған көстө тәбиғәттеке тип һанай. Алланың барлығына ышанмаған кешеләр, киләсәк тулыһынса беҙҙең ҡулда, тип раҫлай. Әммә улар донъя хәлен яҡшырта алмай һәм кешеләргә ысын өмөт бирмәй (Зәб. 146:3, 4).

БАШҠАЛАР МЕНӘН НИСЕК ӘҢГӘМӘ ҠОРОРҒА

12, 13. Синыфташтар уҡытыусылар һәм башҡа кешеләр менән Изге Яҙма һәм донъя яралыуы хаҡында һөйләшкәндә нисек уңышҡа өлгәшергә?

12 Башҡалар менән Изге Яҙма һәм донъя яралыуы хаҡында һөйләшкәндә нисек уңышҡа өлгәшергә? Беренсенән, кешенең нимәгә ышаныуын беләм, тип ашығыс һығымта яһарға ашыҡма. Ҡайһы берәүҙәр эволюцияға ла, Аллаға ла ышана. Уларҙың уйлауынса, Алла тормоштоң төрлө төрҙәрен барлыҡҡа килтерер өсөн эволюцияны ҡулланған. Башҡалар, әгәр эволюция факттарға нигеҙләнгән булмаһа, уны мәктәптәрҙә уҡытмаҫтар ине, тип әйтә. Ә ҡайһы берәүҙәр, дингә ышанысын юғалтҡанға, Аллаға ышанмай башлаған. Шуға күрә, берәйһе менән һөйләшкәндә тормош яралыуы хаҡында һүҙ сыҡһа, тәүҙә уның ҡарашын белеү аҡыллы булыр ине. Кешенең нимәгә ышаныуын асыҡла. Үҙеңде ипле тотоп, кешене иғтибар менән тыңлаһаң, моғайын, ул да һине тыңларға теләр (Тит. 3:2).

13 Әгәр кеше һинең ҡараштарыңды шик аҫтына ҡуйһа, һин ипле генә уға үҙенең һүҙҙәрен иҫбатларға тәҡдим итә алаһың. Мәҫәлән, унан тормош үҙенән-үҙе нисек барлыҡҡа килә алғанын аңлатып биреүен һорап була. Тереклектең тәүге төрө юҡҡа сыҡмаһын өсөн, ул үҙенең копияларын яһарға — үрсергә һәләтле булырға тейеш булған. Химия профессоры әйтеүенсә, бының өсөн кәм тигәндә бындай дүрт шарт үтәлергә тейеш: 1) һаҡлап тороусы мембрана, 2) энергия алыу һәм булдырыу һәләте, 3) генетик мәғлүмәт (ДНК) һәм 4) был мәғлүмәттең копияларын яһау һәләте. Ул былай тип өҫтәй: «Хатта тормоштоң иң ябай төрө лә үҙенең ҡатмарлылығы менән таң ҡалдыра».

14. Һиңә эволюция йә донъяның барлыҡҡа килтерелеүе тураһында әңгәмә алып барыу ауыр булһа, ни эшләргә?

14 Әгәр һиңә эволюция йә донъяның барлыҡҡа килтерелеүе тураһында әңгәмә алып барыу ауыр булһа, һин һөйләшеүҙе Павел килтергән ябай дәлилгә нигеҙләй алаһың. Ул былай тип яҙған: «Һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе — Алла» (Евр. 3:4). Быға ҡаршы нимәлер әйтеү ауыр, сөнки һәр ҡатмарлы ҡоролманың төҙөүсеһе бар. Шулай уҡ был теманы асыҡлаған баҫманы ҡулланып була. Бер апай-ҡәрҙәш эволюцияға ышанған егеткә донъя яралыуы тураһындағы ике брошюраны тәҡдим иткән. Бер аҙна тирәһе үткәс, шул егет: «Хәҙер мин Аллаға ышанам», — тигән. Уның менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағандар, һәм әлеге ваҡытта ул беҙҙең ағай-ҡәрҙәшебеҙ.

15, 16. Төрлө кешеләр менән Изге Яҙма тураһында нисек әңгәмә ҡороп була, һәм ниндәй маҡсатты иҫтә тоторға кәрәк?

15 Изге Яҙманың дөрөҫлөгөнә шикләнгән кешеләр менән һөйләшкәндә лә шундай уҡ алымдар ҡулланып була. Кешенең нимәгә ышаныуын һәм ниндәй темалар менән ҡыҙыҡһыныуын бел (Ғиб. һүҙ. 18:13). Мәҫәлән, фән менән ҡыҙыҡһыныусыға Изге Яҙманың фәнни яҡтан дөрөҫ булыуын иҫбатлаған миҫалдар килтерергә мөмкин. Башҡаларға иһә Изге Яҙманың тарихи яҡтан дөрөҫ булыуы һәм ундағы пәйғәмбәрлектәрҙең теүәл үтәлеүе ҡыҙыҡ булыр. Йәки Изге Яҙмалағы файҙалы принциптарға, мәҫәлән, Тауҙағы вәғәздә әйтелгән кәңәштәргә иғтибар итеп була.

16 Шуны иҫтә тот: маҡсатың — бәхәстә еңеү түгел, ә кешенең күңеленә үтеп инерлек итеп һөйләү. Шуға күрә әңгәмәсеңде иғтибар менән тыңла. Урынлы һорауҙар бир һәм бөтә кешеләр, айырыуса үҙеңдән олораҡтар менән ипле һәм ихтирамлы бул. Шул саҡта, моғайын, улар ҙа һинең ҡарштарыңды хөрмәт итер. Улар шулай уҡ ҡараштарың — төплө уйланыуҙар емеше икәнен күрер. Ундай төплөлөк йәштәр араһында бик һирәк осрай. Әлбиттә, һин бәхәсләшергә йә иманыңдан көлөргә теләүселәр менән һөйләшергә бурыслы түгелһең (Ғиб. һүҙ. 26:4).

ХӘҠИҠӘТКӘ НИСЕК ИНАНЫРҒА?

17, 18. а) Һин хәҡиҡәткә нисек инана алаһың? б) Киләһе мәҡәләлә нимә тураһында һүҙ барасаҡ?

17 Иман көслө булһын өсөн Изге Яҙманан төп белемдәр генә алыу әҙ. Шунлыҡтан Алла Һүҙен өйрәнгәндә йәшерелгән хазина эҙләгәндәй тәрән итеп ҡаҙы (Ғиб. һүҙ. 2:3—6). Туған телеңдә булған бөтә ҡоралдарҙы, мәҫәлән, «Күҙәтеү манараһының электрон китапханаһы»н, «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы»н йә «Йәһүә Шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә»не ҡулланырға тырыш. Шулай уҡ Изге Яҙманы башынан алып аҙағына тиклем уҡып сығырға маҡсат ҡуй. Быны бер йыл эсендә эшләп ҡара. Алла Һүҙен уҡыу — иманды нығытыр өсөн иң яҡшы ысулдарҙың береһе. Бер район күҙәтеүсеһе, йәш сағын иҫкә төшөрөп, былай ти: «Мине Изге Яҙманың Алла Һүҙе булыуына инандырған аҙымдарҙың береһе — уны тулыһынса уҡып сығыу. Мин, ниһайәт, бала сағымдан уҡ белгән хикәйәләрҙең асылына төшөндөм. Был рухи үҫешемдә төп роль уйнаны».

18 Ата-әсәләр, балаларығыҙҙың рухи үҫеше күбеһенсә һеҙҙән тора. Һеҙ уларға көслө иман үҫтерергә нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Был хаҡта һүҙ киләһе мәҡәләлә барасаҡ.

^ 2 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10—12: «Зирәклек йөрәгеңә кереп урынлашҡас, белем йән рәхәте булып киткәс, аң һине һаҡлап, үткер аҡыл һине яҡлап торор. Улар һине яман юлдан, аҙғын һүҙҙәр һөйләүсе кешенән ҡотҡарып торор».

^ 11 абз. Зәбур 19:7—11: «Йәһүәнең ҡануны камил — көс бирә. Йәһүәнең иҫкә төшөрөүҙәре ышаныслы — тәжрибәһеҙҙе зирәк итә. Йәһүәнең бойороҡтары ғәҙел — йөрәкте шатландыра. Йәһүәнең әмере саф — күҙҙәрҙе яҡтырта. Йәһүәгә ҡарата тәрән хөрмәт — изге, мәңгегә ҡала. Йәһүәнең хөкөмдәре хаҡ, барыһы ла ғәҙел. Улар алтындан, күп-күп саф алтындан да ҡиммәтерәк; балдан, кәрәҙҙән тамған балдан да татлыраҡ. Улар һинең хеҙмәтсеңде киҫәтә, улар буйынса йәшәү — оло әжер».