Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Ҡулдарығыҙ һалынып төшмәһен»

«Ҡулдарығыҙ һалынып төшмәһен»

«Ҡулдарың һалынып төшмәһен» (САФ. 3:16).

ЙЫРҘАР: 54, 32

1, 2. а) Бөгөн күптәр ниндәй ауырлыҡтар менән осраша, һәм был ауырлыҡтар нимәгә килтерергә мөмкин? б) Ишағыя 41:10, 13-тә ниндәй ышандырыу бар?

ӨЛКӘН вазифаларын үтәгән ҡәрҙәш менән никахта торған һәм пионер булып хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Рухи эштәр тәртибе буйынса йәшәһәм дә, мин күп йылдар борсолоу менән көрәшәм. Был мине йоҡонан яҙҙыра, һаулығымды ҡаҡшата һәм башҡалар менән мөғәмәлә итеүемә тәьҫир итә. Ҡайһы ваҡыт, бирешеп китеп, барыһынан йәшенгем килә».

2 Һеҙгә был апай-ҡәрҙәштең хистәре танышмы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шайтандың яуыз донъяһы кешегә ғәйәт ҙур баҫым яһай, был, үҙ сиратында, уны борсолдороп төшөнкөлөккә этәрә. Ундай хистәрҙе карапты алға ебәрмәгән якорь менән сағыштырып була (Ғиб. һүҙ. 12:25). Улар нимә арҡаһында тыуырға мөмкин? Бәлки, һеҙ ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанға, ҡаты сир менән көрәшкәнгә, бөгөнгө ауыр иҡтисади шарттарҙа ғаиләгеҙҙе тәьмин итергә тырышҡанға йәки эҙәрләүҙәргә дусар булғанға борсолаһығыҙҙыр. Һөҙөмтәлә стресс һеҙҙе хәлһеҙләндерергә мөмкин, ул хатта шатлығығыҙҙы урлай ала. Әммә Алла беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәненә һис тә шикләнмәҫкә була. (Ишағыя 41:10, 13-тө уҡығыҙ *.)

3, 4. а) «Ҡулдар» тигән һүҙ Изге Яҙмала нисек ҡулланыла? б) Нимә арҡаһында ҡулдар һалынып төшөргә мөмкин?

3 Изге Яҙмала, берәйһенең төрлө сифаттарын йә эштәрен һүрәтләр өсөн, йыш ҡына кеше тәненең ағзалары ҡулланыла. Миҫал өсөн, ҡул йөҙләгән ҡат иҫкә алына. Берәйһенең ҡулын нығытыу уны дәртләндереү, эшкә рухландырыу һәм уға көс өҫтәүҙе аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, 1 Самуил 23:16-ла «нығытыу» тип тәржемә ителгән һүҙ төп нөсхә яҙылған телдә «ҡулдарҙы нығытыу» тигән һүҙҙәр менән тапшырылған. Был һүҙбәйләнеш ыңғай ҡарашлы булыуҙы һәм киләсәккә өмөт менән ҡарауҙы ла үҙ эсенә ала.

4 Изге Яҙмала төшөнкөлөккә бирелгән һәм өмөтөн юғалтҡан кеше ҡайһы саҡта ҡулдары һалынып төшкән кеше итеп тасуирлана (2 Йыл. 15:7; Евр. 12:12). Ундай кеше еңел генә бирешергә мөмкин. Физик, эмоциональ йә хатта рухи яҡтан йонсотҡан шарттарға эләкһәгеҙ, ҡайҙан көс табырға? Ныҡ булып ҡалырға һәм шатлыҡты юғалтмаҫҡа һеҙҙе нимә дәртләндерә ала?

«ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠУЛЫ ҠОТҠАРЫР ӨСӨН ҠЫҪҠА ТҮГЕЛ»

5. а) Ауырлыҡтарға юлыҡҡанда, ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙҙе нисек тоябыҙ, әммә беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк? б) Беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

5 Сафуния 3:16, 17-не уҡығыҙ *. Ҡурҡыуға һәм төшөнкөлөккә бирелеү, йәғни ҡулдарыбыҙға һалынып төшөргә юл ҡуйыу урынына, беҙ ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүәнең бөтә мәшәҡәттәрҙе үҙенә йөкмәтергә саҡырыуына ҡолаҡ һалырға тейеш (1 Пет. 5:7). Алла израилдәргә, көслө ҡулым тоғро хеҙмәтселәремде ҡотҡарыр өсөн ҡыҫҡа түгел, тигән. Беҙгә был һүҙҙәрҙе күңелебеҙгә һалып ҡуйырға кәрәк (Ишағ. 59:1). Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан өс миҫал ҡарайыҡ. Был миҫалдар шуны күрһәтә: Йәһүә, хеҙмәтселәре бик ҙур булып күренгән ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан ихтыярын үтәй алһындар өсөн, уларға көс бирергә теләй һәм быны эшләй ала. Ошо миҫалдар беҙҙе нисек нығыта алыуына иғтибар итәйек.

6, 7. Израилдәрҙең амалектарҙы еңеүенән ниндәй мөһим һабаҡтар алып була?

6 Мысырҙан мөғжизәле рәүештә ҡотҡарылғандан һуң күп тә үтмәҫтән, израилдәр амалектарҙың һөжүменә дусар булған. Мусаның күрһәтмәләре буйынса эш итеп, ҡыйыу Ешуа израилдәрҙе яуға алып киткән. Шул арала Муса, Һарун һәм Хур, һуғышты күҙәтер өсөн, яҡындағы ҡалҡыулыҡҡа менеп баҫҡан. Был өс ир һуғыштан ҡурҡып ҡасҡанмы? Һис тә юҡ!

7 Муса бер планды ғәмәлгә ашыра башлаған, һуңыраҡ был план уңышлы булып сыҡҡан. Ул ҡулдарын һәм хаҡ Алла алырға ҡушҡан таяҡты күккә табан күтәргән килеш торған. Муса ҡулдарын күтәреп торғанда, Йәһүә израилдәргә амалектарҙы еңер өсөн көс биргән. Әммә Муса талған ҡулдарын төшөрөү менән амалектар еңә башлаған. Шуның өсөн «Һарун менән Хур бер таш алып килгәндәр, һәм [Муса] ташҡа ултырған. Шунда улар икеһе ике яҡтан Мусаның ҡулдарын тотоп торған, һәм уның ҡулдары ҡояш байығансы күтәрелгән килеш ҡалған». Шулай итеп, Алланың ҡеүәтле ҡулы ярҙамында израилдәр һуғышта еңгән (Сығ. 17:8—13).

8. а) Хәбәштәр Йәһүҙәгә янағанда, Аса нимә эшләгән? б) Беҙ Асаның Аллаға таяныуынан ниндәй үрнәк ала алабыҙ?

8 Йәһүә шулай уҡ Аса батша көндәрендә лә «ҡулы ҡотҡарыр өсөн ҡыҫҡа түгел» икәнен күрһәткән. Изге Яҙмала күп һуғыштар иҫкә алына. Уларҙың береһендә хәбәш Зирәх йыйған ғәскәр ҡатнашҡан, ул Изге Яҙмала тасуирланған ғәскәрҙәрҙең иң ҙуры булған. Уның ғәскәре 1 000 000 сыныҡҡан һуғышсынан торған. Улар Асаның һуғышсыларынан ике тапҡырға күберәк булған. Асаның ни тиклем еңел генә борсолоуға һәм ҡурҡыуға бата алыуын, ҡулдарының һалынып төшөүен күҙ алдына килтереп була. Ләкин Аса шунда уҡ ярҙам һорап Йәһүәгә мөрәжәғәт иткән. Хәрби кеше күҙлегенән ҡарағанда, хәбәштәрҙе еңеү мөмкин түгел кеүек тойолған, әммә «Аллаға барыһы ла мөмкин» (Матф. 19:26). Алла, үҙенең бөйөк ҡөҙрәтен күрһәтеп, «хәбәштәрҙе Аса... алдында тар-мар иткән», сөнки «Асаның йөрәге ғүмере буйы тулыһынса Йәһүәгә тоғро» булған (2 Йыл. 14:8—13; 1 Бат. 15:14).

9. а) Ниндәй хәл Ниҡәмиҙе Иерусалим стеналарын торғоҙоуҙан туҡтата алмаған? б) Алла Ниҡәмиҙең доғаһына нисек яуап биргән?

9 Ниҡәми Иерусалимға барғас, уның үҙен нисек хис иткәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Ҡала бер нисек тә яҡланмаған тиерлек, йәһүдтәр тәрән төшөнкөлөккә бирелгән. Дошмандарының янауҙары арҡаһында йәһүдтәрҙең ҡулдары һалынып төшкән, һәм улар Иерусалим стеналарын торғоҙоуҙан туҡтаған. Ә Ниҡәми был ауыр шарттарҙа төшөнкөлөккә бирелгәнме? Юҡ! Муса, Аса һәм Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре кеүек, Ниҡәми ҙә доға ҡылып Йәһүәгә таяныуҙы ғәҙәтенә индергән. Әлеге ауыр хәлдә лә ул шулай уҡ эш итә. Йәһүдтәргә был хәл йырып сыҡҡыһыҙ булып күренһә лә, Йәһүә Ниҡәмиҙең эскерһеҙ ялбарыуына яуап бирә. Алла үҙенең «бөйөк ҡөҙрәте» һәм «ҡеүәтле ҡулы» менән йәһүдтәрҙең һалынып төшкән ҡулдарын нығыта. (Ниҡәми 1:10 *; 2:17—20 *; 6:9-ҙы * уҡығыҙ.) Һеҙ Йәһүәнең «бөйөк ҡөҙрәте» һәм «ҡеүәтле ҡулы» менән үҙенең бөгөнгө хеҙмәтселәрен нығыта алыуына ышанаһығыҙмы?

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕҢ ҠУЛДАРЫҒЫҘҘЫ НЫҒЫТАСАҠ

10, 11. а) Шайтан нисек ҡулдарыбыҙҙы хәлһеҙләндерергә тырыша? б) Нимә ярҙамында Йәһүә беҙҙе нығыта? в) Һеҙ теократик уҡытыуҙан ниндәй файҙа алаһығыҙ?

10 Мәсихселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатырға тырышҡанда, Иблис үҙ ҡулдарына хәлһеҙләнергә рөхсәт итмәйәсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була. Ул хөкүмәттең һәм дин әһелдәренең янауҙарын, улар таратҡан ялған һүҙҙәрҙе, шулай уҡ мөртәттәрҙе ҡуллана. Ниндәй маҡсат менән? Ул, Батшалыҡ хәбәрен вәғәзләүҙе туҡтатыр өсөн, ҡулдарыбыҙҙы хәлһеҙләндерергә теләй. Әммә Йәһүә үҙенең изге рухы ярҙамында беҙҙе нығытырға теләй һәм быны эшләй ала ла (1 Йыл. 29:12). Шайтан һәм уның яуыз донъяһы беҙгә яуҙырған ауырлыҡтарға бирешмәҫ өсөн, изге рух ярҙамын ҡабул итеү үтә мөһим (Зәб. 18:39; 1 Кор. 10:13). Унан тыш, беҙ изге рух тәьҫире аҫтында яҙылған Алла Һүҙе өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ ай һайын бирелгән рухи аҙыҡ — Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмалар тураһында уйлап ҡарағыҙ. Зәкәриә 8:9, 13-тәге (уҡығыҙ *) һүҙҙәр Иерусалим стеналары торғоҙолған саҡта әйтелгән булған, һәм был һүҙҙәр беҙгә лә ҡағыла.

11 Беҙ шулай уҡ, Алла тарафынан ойошторолған йыйылыш осрашыуҙарында, конгрестарҙа һәм теократик мәктәптәрҙә өйрәнеп, көс алабыҙ. Ундай уҡытыу беҙгә дөрөҫ ниәттәр һаҡларға, рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм Йәһүәнең ойошмаһында күп йөкләмәләр үтәргә ярҙам итә (Зәб. 119:32). Һеҙ ошо уҡытыуҙан көс алыр өсөн тырышлыҡ һалаһығыҙмы?

12. Рухи яҡтан ныҡ булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

12 Йәһүә израилдәргә амалектарҙы һәм хәбәштәрҙе еңергә, ә Ниҡәмигә һәм уның яҡташтарына торғоҙоу эштәрен тамамларға ярҙам иткән. Шуның шикелле, Алла беҙгә лә ҡаршылыҡтарға, кешеләрҙең вайымһыҙлығына һәм борсолоуҙарыбыҙға ҡарамаҫтан ныҡ булып ҡалырға һәм вәғәз эшен алып барырға көс бирәсәк (1 Пет. 5:10). Беҙ Йәһүәнең үҙебеҙ хаҡына мөғжизәләр ҡылыуын көтмәйбеҙ. Бының урынына беҙ, үҙебеҙҙең яҡтан көсөбөҙҙән килгәнде эшләп, Алла Һүҙен көн дә уҡырға, йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнергә һәм уларға аҙна һайын йөрөргә, шәхси өйрәнеү һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәреп аҡылыбыҙҙы һәм йөрәгебеҙҙе туҡландырырға, шулай уҡ һәр ваҡыт доға ҡылып Йәһүәгә таянырға тейеш. Йәһүә үҙ халҡын нығытыр һәм дәртләндерер өсөн саралар күрә. Әйҙәгеҙ, шәхси ынтылыштарға йә эштәргә беҙгә шул сараларҙан файҙа алырға ҡамасауларға рөхсәт итмәйек. Өҫтәрәк иҫкә алынған рухи эштәрҙең береһендә һүлпәнәйеүегеҙҙе һиҙеп ҡалһағыҙ, Алланан ярҙам һорағыҙ. Шул саҡта Алла рухының, һеҙҙә эш итеп, теләк уятыуын һәм көс биреүен күрерһегеҙ (Флп. 2:13, ЯДТ). Ә башҡаларҙың ҡулдарын нығытыр өсөн нимә эшләп була?

ҺАЛЫНЫП ТӨШКӘН ҠУЛДАРҘЫ НЫҒЫТЫҒЫҘ

13, 14. а) Бер ағай-ҡәрҙәш, ҡатыны үлгәндән һуң, ҡайҙан көс алған? б) Беҙ башҡаларҙы нисек нығыта алабыҙ?

13 Йәһүә беҙгә ҡайғыртыусан халыҡ-ара ҡәрҙәшлек биргән. Был ҡәрҙәшлек беҙҙең өсөн рухландырыу сығанағы булып тора. Илсе Павел былай тип яҙған: «Хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм быуынһыҙланған тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ һәм... тура юлдан йөрөгөҙ» (Евр. 12:12, 13). Беренсе быуатта күп мәсихселәрҙе имандаштары рухи яҡтан нығытҡан. Бөгөн дә беҙҙе имандаштар нығыта. Бер ағай-ҡәрҙәш, ҡатыны үлгәндән һуң һәм башҡа фажиғәле ваҡиғалар кисергәндән һуң, былай тигән: «Мин шуны белдем: беҙ һынауҙарҙың төрөн, ваҡытын һәм йышлығын һайлай алмайбыҙ. Доға һәм шәхси өйрәнеү минең өсөн башымды һыу өҫтөндә тоторға ярҙам иткән ҡотҡарғыс жилет кеүек булды. Ә ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы мине шул тиклем йыуатты! Мин ауыр хәлгә эләккәнсе үк Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә кәрәклеген аңланым».

Йыйылышта һәр кеше башҡаларҙы рухландыра ала (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14 Һарун менән Хур һуғыш дауамында тура мәғәнәлә Мусаның ҡулдарын тотоп торған. Беҙҙең хаҡта әйткәндә, башҡаларҙы нығытыр өсөн йә уларға ғәмәли ярҙам күрһәтер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә кәрәк. Кем ярҙамға мохтаж? Оло йәштә була торған ауырлыҡтар йә ауырыу менән көрәшкән, ғаиләһендә ҡаршылыҡтар менән осрашҡан, үҙҙәрен яңғыҙ итеп тойған йә ғәзиз кешеһен юғалтҡан ҡәрҙәштәргә ярҙам итеп була. Беҙ шулай уҡ йәш мәсихселәрҙе нығыта алабыҙ, сөнки йәштәштәре уларҙы насар эштәргә ҡоторта йәки юғары белем алып, байығып йә карьера яһап был донъяла «уңышҡа» ирешергә өндәй (1 Фес. 3:1—3; 5:11, 14). Батшалыҡ залында, вәғәздә, бергә ашағанда йә телефондан һөйләшкәндә башҡаларға эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтер өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ.

15. Рухландырғыс һүҙҙәр ҡәрҙәштәргә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

15 Асаның таң ҡалдырғыс еңеүенән һуң Азарыя пәйғәмбәр уны һәм халыҡты бындай һүҙҙәр менән рухландырған: «Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ, рухығыҙ төшмәһен, сөнки әжерегеҙ эшегеҙгә ҡарап бирелер» (2 Йыл. 15:7). Был һүҙҙәр Асаны хаҡ ғибәҙәтте торғоҙор өсөн ҙур үҙгәрештәр яһарға дәртләндергән. Шуның шикелле, һеҙҙең рухландырғыс һүҙҙәрегеҙ башҡаларға көслө йоғонто яһарға һәм Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә дәртләндерергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 15:23). Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарында рухландырғыс яуаптар биреүегеҙ башҡаларға бик ныҡ тәьҫир итә алыуын онотмағыҙ.

16. Өлкәндәр, Ниҡәмиҙән өлгө алып, йыйылыштағыларҙың ҡулдарын нисек нығыта ала? Ҡәрҙәштәрҙең һеҙгә нисек ярҙам иткәндәре хаҡында һөйләп бирегеҙ.

16 Йәһүә Ниҡәмиҙең һәм уның яҡташтарының ҡулдарын нығытҡан, һәм улар Иерусалим стеналарын 52 көн эсендә торғоҙған! (Ниҡ. 2:18; 6:15, 16) Ниҡәми эште күҙәтеп кенә йөрөмәгән, ул стеналарҙы торғоҙоуҙа үҙе лә ҡатнашҡан (Ниҡ. 5:16). Бөгөн күп өлкәндәр, Ниҡәмиҙән өлгө алып, теократик төҙөү проекттарында йәки урындағы Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша. Вәғәзселәр менән бергә хеҙмәттә ҡатнашып һәм, көтөүсе булараҡ, уларға килеп китеүҙәр яһап, өлкәндәр төшөнкөлөккә бирелгәндәрҙең ҡулдарын нығыта. (Ишағыя 35:3, 4-те уҡығыҙ *.)

«ҠУЛДАРЫҒЫҘ ҺАЛЫНЫП ТӨШМӘҺЕН»

17, 18. Проблемалар менән осрашҡанда йә борсолоуға бирелгәндә нимәлә шикләнмәҫкә була?

17 Ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп хеҙмәт итеү беҙҙе берләштерә. Был шулай уҡ арабыҙҙа ныҡлы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен булдыра һәм Алла Батшалығы идараһы аҫтында буласаҡ фатихаларға иманыбыҙҙы нығыта. Башҡаларҙың ҡулдарын нығытҡанда, беҙ уларға ауыр шарттар менән көрәшергә һәм киләсәккә өмөт менән ҡарарға ярҙам итәбеҙ. Унан тыш, башҡаларҙы нығытыу беҙгә иғтибарҙы рухи нәмәләргә тупларға һәм Алла беҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйған фатихаларҙы йәнле, асыҡ итеп күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Эйе, башҡаларҙы нығытып беҙ үҙ ҡулдарыбыҙҙы ла нығытабыҙ.

18 Йәһүәнең боронғо заманда үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен төрлө осраҡтарҙа яҡлап һәм нығытып торғаны тураһында уйланыу беҙҙең уға ышанысыбыҙҙы һәм иманыбыҙҙы нығыта. Шуға күрә проблемалар менән осрашҡанда «ҡулдарығыҙ һалынып төшмәһен»! Һәр ваҡыт Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. Уның ҡеүәтле ҡулы, һеҙҙе нығытып, Батшалыҡ фатихалары яуҙырһын! (Зәб. 73:23, 24)

^ 2 абз. Ишағыя 41:10, 13: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен. Һине ғәҙеллегем буйынса уң ҡулым менән тотоп торормон. Сөнки мин, Аллаң Йәһүә, һине уң ҡулыңдан тотоп торам, һиңә: „Ҡурҡма. Мин һиңә ярҙам итермен“, — тим».

^ 5 абз. Сафуния 3:16, 17: «Ул көндө Иерусалимға былай тип әйтерҙәр: „Ҡурҡма, эй Сион. Ҡулдарың һалынып төшмәһен. Аллаң Йәһүә һинең араңда. Ул ҡеүәтле, ул ҡотҡарыр. Ул һиңә ҡарап ҙур шатлыҡ менән һөйөнөр. Һиңә мөхәббәт күрһәткәндә, ул тыныслыҡ кисерер. Һиңә ҡарап шатлыҡтан ҡысҡырыр һәм ҡыуаныр“».

^ 9 абз. Ниҡәми 1:10: «Улар һинең хеҙмәтселәрең һәм һинең халҡың, һин уларҙы бөйөк ҡөҙрәтең һәм ҡеүәтле ҡулың менән йолоп алдың».

^ 9 абз. Ниҡәми 2:17—20: «Ахыр сиктә мин уларға былай тинем: „Һеҙ аяныс хәлебеҙҙе күреп тораһығыҙ. Иерусалим емерек, ҡапҡалары янған. Ошо хурлыҡта башҡа йәшәмәҫ өсөн, әйҙәгеҙ, Иерусалим стеналарын яңынан торғоҙайыҡ“. Шунан мин уларға Алланың үҙемә нисек ярҙам иткәнен һәм батшаның үҙемә әйткән һүҙҙәрен һөйләп бирҙем. Улар быға: „Торайыҡ һәм төҙөйөк!“ — тип, бер-береһен был яҡшы эшкә дәртләндерҙе. Харунлы Санбалат, аммонлы түрә Табия һәм ғәрәп Гишәм был турала ишеткәс, мыҫҡыллап көлдөләр һәм беҙҙе түбәнһетеп: „Һеҙ ни эшләйһегеҙ? Батшаға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙме?“ — тип әйтә башланылар. Ләкин мин бындай яуап ҡайтарҙым: „Күктәр Аллаһы үҙе беҙҙе уңышлы итер, һәм беҙ, уның хеҙмәтселәре, торорбоҙ ҙа төҙөрбөҙ. Ә һеҙҙең Иерусалимда өлөшөгөҙ ҙә, хоҡуҡығыҙ ҙа, үҙегеҙ тураһында иҫкә төшөрөрлөк бер нәмәгеҙ ҙә юҡ“».

^ 9 абз. Ниҡәми 6:9: «Уларҙың барыһы беҙҙе ҡурҡытырға тырышып: „Был эште башҡарып уларҙың ҡулдары хәлһеҙләнер, һәм ул тамамланмаясаҡ“, — ти ине. Хәҙер мин, ҡулдарымды нығытыуыңды һорап, доға ҡылам».

^ 10 абз. Зәкәриә 8:9, 13: «Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә былай ти: „Пәйғәмбәрҙәр ауыҙынан ошо һүҙҙәрҙе ишетеп тороусылар, ҡулдарығыҙҙы нығытығыҙ. Һеҙ шундай уҡ һүҙҙәрҙе Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүәнең йортон торғоҙоу өсөн нигеҙ һалынған көндө лә ишеткән инегеҙ“... „Йәһүҙә йорто, Израиль йорто! Һеҙ бар халыҡтар алдында ҡәһәргә әйләнгән инегеҙ, әммә хәҙер мин һеҙҙе ҡотҡарасаҡмын, һәм һеҙ фатихаға әйләнәсәкһегеҙ. Ҡурҡмағыҙ! Ҡулдарығыҙҙы нығытығыҙ“».

^ 16 абз. Ишағыя 35:3, 4: «Көсһөҙ ҡулдарығыҙҙы нығытығыҙ, ҡалтыраған тубыҡтарығыҙҙы ныҡ итегеҙ. Йөрәктәре борсоулы булған кешеләргә былай тиегеҙ: „Көслө булығыҙ. Ҡурҡмағыҙ. Бына, Аллағыҙ үс алырға, яза бирергә килер. Алла килеп һеҙҙе ҡотҡарыр“».