Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

39-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Бихисап күп халыҡ» кем улар?

«Бихисап күп халыҡ» кем улар?

«Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. ...Был кешеләр... тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине» (АСЫЛ. 7:9).

60-СЫ ЙЫР Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Беҙҙең эраның беренсе быуатының аҙағында Яхъя ниндәй хәлдә булған?

БЕҘҘЕҢ эраның яҡынса 95 йылында илсе Яхъя аяныс хәлдә булған. Инде оло йәшкә еткән был илсе Патмос утрауында тотҡонда ултырған. Ул, күрәһең, иҫән ҡалған һуңғы илсе булған (Асыл. 1:9). Ул ҡаршы килеүселәрҙең йыйылыштарҙы юлдан яҙҙырыуын һәм мәсихселәр араһында бүленештәр тыуҙырыуын белгән. Мәсихселәр диненең бәләкәй генә ялҡыны бына-бына һүнер кеүек тойола алған (Йәһ. 4; Асыл. 2:15, 20; 3:1, 17).

Илсе Яхъя аҡ кейем кейгән һәм ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотҡан «бихисап күп халыҡты» күргән. (2-се абзацты ҡарағыҙ.)

2. Асылыш 7:9—14 буйынса, Яхъяға ниндәй ғәжәп пәйғәмбәри күренеш бирелгән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

2 Был ауыр шарттарҙа Яхъя ғәжәп пәйғәмбәри күренеш ала. Күренештә фәрештәләргә, «Алла ҡолдарының маңлайҙарына» аҙаҡҡы мисәт һуғылғанға тиклем, ҙур афәттең һәләкәтле елдәрен тотоп торорға бойороҡ бирелә (Асыл. 7:1—3). Маңлайҙарына мисәт һуғылған хеҙмәтселәр — күктә Ғайса менән идара итергә тейеш 144 000 кеше (Лука 12:32; Асыл. 7:4). Унан һуң Яхъя бүтән ҙур төркөмдө телгә ала: «Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр... тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине». (Асылыш 7:9—14-те уҡығыҙ.) Киләсәктә шул тиклем күп кеше хаҡ Аллаға ғибәҙәт ҡыласағы тураһында белгәс, Яхъя, моғайын, бик шатланғандыр!

3. а) Ни өсөн Яхъяға бирелгән күренеш иманыбыҙҙы нығыта? б) Был мәҡәләнән беҙ нимә белербеҙ?

3 Һис шикһеҙ, был күренеш Яхъяның иманын бик нығытҡан. Ә беҙҙең иманыбыҙҙы ул тағы ла нығытырға тейеш, сөнки беҙ был күренеш үтәлгән ваҡытта йәшәйбеҙ! Беҙ ҙур афәттә иҫән ҡалырға һәм ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән миллионлаған кешенең йыйылыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. 80 йыл самаһы элек Йәһүә «бихисап күп халыҡтың» кемде символлаштырғанын асҡан. Был мәҡәләнән беҙ Йәһүәнең быны нисек эшләгәнен белербеҙ. Шулай уҡ «бихисап күп халыҡҡа» ҡағылған ике яҡҡа иғтибар итербеҙ: 1) уның күләменә һәм 2) төрлөлөгөнә. Был фекерҙәр ошо төркөмдөң өлөшө булырға өмөтләнгән бөтә кешеләрҙең иманын нығытыр.

«БИХИСАП КҮП ХАЛЫҠ» ҠАЙҘА ЙӘШӘЙӘСӘК?

4. Христиан дине Изге Яҙманың ниндәй тәғлимәтен аңламай, һәм Изге Яҙманы тикшереүселәр уларҙан нимә менән айырылып торған?

4 Изге Яҙма, Аллаға тыңлаусан кешеләр ерҙә мәңге йәшәйәсәк, тип өйрәтә. Әммә христиан дине, дөйөм алғанда, был тәғлимәткә өйрәтмәй (2 Кор. 4:3, 4). Бөгөн христиан сиркәүҙәренең күбеһе, үлгәндән һуң бөтә яҡшы кешеләр күккә бара, тип өйрәтә. Ләкин Изге Яҙманы тикшереүселәр * башҡа ҡарашта торған. XIX быуаттың аҙағында «Күҙәтеү манараһы» журналын баҫтыра башлағанда уҡ, улар Алланың ерҙәге ожмахты торғоҙасағын һәм миллионлаған тыңлаусан кешенең күктә түгел, ә бында, ерҙә йәшәйәсәген аңлаған. Әммә был тыңлаусан кешеләрҙең кем икәнен аңлар өсөн, уларға ваҡыт кәрәк булған (Матф. 6:10).

5. 144 000 тураһында әйткәндә, Изге Яҙманы тикшереүселәр нимәне аңлаған?

5 Изге Яҙманы тикшереүселәр шулай уҡ ҡайһы бер кешеләрҙең күктә Ғайса менән идара итер өсөн «ерҙән һатып алынғанын» аңлаған (Асыл. 14:3, ЯДТ). Был төркөм ерҙә Аллаға ашҡынып хеҙмәт иткән 144 000 мәсихсенән торорға тейеш. Ә «бихисап күп халыҡ» тураһында нимә әйтеп була?

6. Изге Яҙманы тикшереүселәр «бихисап күп халыҡҡа» ҡарата ниндәй ҡарашта торған?

6 Күренештә Яхъя «бихисап күп халыҡтың» «тәхет һәм Бәрәс алдында» баҫып тороуын күргән (Асыл. 7:9). Был һүҙҙәр нигеҙендә Изге Яҙманы тикшереүселәр шундай һығымтаға килгән: «бихисап күп халыҡ», 144 000 кеүек, күккә күтәреләсәк. Улайһа, улар уйлауынса, был ике төркөм араһында ниндәй айырма булған? Улар, «бихисап күп халыҡ» һанына ерҙә йәшәгән саҡтарында Аллаға тулыһынса тыңлаусан булмаған мәсихселәр керә, тип һанаған. Был мәсихселәр араһында сағыштырмаса саф тормош алып барған, әммә христиан диненең берәй сиркәүендә ҡалған кешеләр була алған. Изге Яҙманы тикшереүселәр уйлауынса, был кешеләр ниндәйҙер дәрәжәлә Алланы яратҡан, әммә Ғайса менән идара итер өсөн был етерлек булмаған. Яратыуҙары ул тиклем көслө булмағанға, улар тәхеттәрҙә ултырырға түгел, ә тәхет алдында торорға тейеш булған.

7. Изге Яҙманы тикшереүселәр иҫәпләүенсә, Меңйыллыҡ идара ваҡытында ерҙә кем йәшәргә тейеш булған? Һәм улар боронғо ваҡытта йәшәгән тоғро ирҙәрҙең киләсәге тураһында нимә уйлаған?

7 Улайһа, ерҙә кем йәшәргә тейеш булған? Изге Яҙманы тикшереүселәр иҫәпләүенсә, 144 000 һәм «бихисап күп халыҡ» күктә йыйылғас, башҡа миллионлаған кешегә ерҙә йәшәргә һәм Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы килтергән фатихаларға кинәнергә мөмкинлек бирелер. Был кешеләр, Мәсихтең идараһы башланғанға тиклем, Йәһүәгә хеҙмәт итмәҫ, ә Меңйыллыҡ идара ваҡытында Алла ҡанундарына өйрәнер. Шунан Йәһүәнең нормаларын ҡабул иткән кешеләр ерҙә мәңгелек тормош алыр, ә Аллаға ҡаршы сығыусылар юҡ ителер. Изге Яҙманы тикшереүселәр шулай уҡ былай тип фараз иткән: ул ваҡытта ерҙә «кенәздәр» булып хеҙмәт иткән ҡайһы бер ир-аттар Меңйыллыҡ идараның аҙағында нисектер күктәге тормошҡа эйә булыр (Зәб. 45:16). Улар араһында Мәсихкә тиклем үлгән тоғро ирҙәр ҙә булыр.

8. Изге Яҙманы тикшереүселәр ниндәй өс төркөмдөң барлығына ышанған?

8 Шулай итеп, Изге Яҙманы тикшереүселәр уйлауынса, өс төркөм булған: 1) Ғайса менән күктә идара итергә тейеш 144 000; 2) ул тиклем ашҡыныу сағылдырмаған һәм күктә «тәхет һәм Бәрәс алдында» баҫып торорға тейеш булған бихисап күп халыҡ; 3) Меңйыллыҡ идара ваҡытында ерҙә Йәһүәнең ҡанундарына өйрәнәсәк миллионлаған кеше *. Әммә Йәһүә үҙе билдәләгән ваҡытта был һорауға асыҡлыҡ индерә башлаған (Ғиб. һүҙ. 4:18).

ХӘҠИҠӘТ ЯҠТЫҺЫ САҒЫУЫРАҠ БАЛҠЫЙ

1935 йылда үткән конгреста ерҙә йәшәргә өмөтләнгән бик күп кеше һыуға сумдырылған (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

9. а) Бихисап күп халыҡ нисек ерҙә «тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып тора» ала? б) Ни өсөн Асылыш 7:9-ҙағы һүҙҙәрҙе шулай аңлау логикаға тура килә?

9 1935 йылда Йәһүә шаһиттары Яхъя күренешендәге бихисап күп халыҡҡа кемдәр ингәненә төшөнгән. Улар шуны аңлаған: «тәхет һәм Бәрәс алдында» баҫып торор өсөн, бихисап күп халыҡҡа күктә булырға кәрәкмәй. Ерҙә йәшәһәләр ҙә, улар символик мәғәнәлә тәхет алдында тора ала. Нисек итеп? Йәһүәнең хакимлығын танып һәм уға буйһоноп (Ишағ. 66:1). Улар Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итә һәм шулай итеп «Бәрәс алдында» тора. Шуның шикелле, Матфей 25:31, 32-лә иҫкә алынған «барлыҡ халыҡтар», шул иҫәптән яуыздар ҙа Ғайсаның шөһрәтле тәхете «ҡаршыһына» йыйыласаҡ. Әлбиттә, бөтә был халыҡтар күктә түгел, ә ерҙә буласаҡ. Был аңлау логикаға тура килә. Бына ни өсөн Изге Яҙмала, бихисап күп халыҡ күккә күтәреләсәк, тип яҙылмаған. Тик бер генә төркөмгә — Ғайса менән «ер өҫтөнән батшалыҡ итәсәк» 144 000 кешегә — күктә мәңгелек тормош вәғәҙә ителгән (Асыл. 5:10, ЯДТ).

10. Ни өсөн бихисап күп халыҡҡа Меңйыллыҡ идара башланғанға тиклем үк Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә кәрәк?

10 Шулай итеп, 1935 йылдан алып Йәһүә шаһиттары шуны аңлай башлаған: Яхъя күренешендәге бихисап күп халыҡ ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән тоғро мәсихселәрҙән тора. «Ҙур афәт» ваҡытында тере ҡалыр өсөн, уларға Меңйыллыҡ идара башланғанға тиклем үк, Йәһүә тураһында белем алып, уның нормалары буйынса йәшәргә кәрәк. Улар шулай уҡ, «буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙер» өсөн, Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы башланғансы көслө иман сағылдырырға тейеш (Лука 21:34—36).

11. Ни өсөн Изге Яҙманы тикшереүселәр, Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәре Меңйыллыҡ идараның аҙағында күккә алынасаҡ, тип уйлаған?

11 Ә, Меңйыллыҡ идараның аҙағында ерҙә йәшәгән ҡайһы бер тоғро ир-аттар күккә алынасаҡ, тигән фараз тураһында нимә әйтеп була? Ундай фараз 1913 йыл 15 февраль һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда ҡаралған. Кемдер, бәлки, былай тип уйлағандыр: «Ни өсөн боронғо ваҡытта йәшәгән тоғро ирҙәр ерҙә йәшәйәсәк, ә әллә ни ашҡыныусан булмаған мәсихселәр күктәге тормошто аласаҡ?» Шулай фекер йөрөткәндәргә бындай ике хаталы ҡараш тәьҫир иткән: 1) бихисап күп халыҡ күктә йәшәйәсәк һәм 2) бихисап күп халыҡҡа ашҡыныу сағылдырмаған мәсихселәр инә.

12, 13. Майланған мәсихселәр һәм бихисап күп халыҡ нимәне аңлай?

12 Белеүебеҙсә, 1935 йылда Йәһүә шаһиттары бихисап күп халыҡ һәм Армагеддонда иҫән ҡаласаҡ кешеләр — бер үк төркөм икәнен аңлаған. Был төркөм ҙур афәтте кисереп сығыр һәм көслө тауыш менән: «Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә!» — тип әйтер (Асыл. 7:10, 14). Бөтә был ваҡиғалар ерҙә булыр. Бынан тыш, Изге Яҙма буйынса, күктә йәшәр өсөн терелтелгәндәр боронғо ваҡытта йәшәгән тоғро хеҙмәтселәр алған бүләккә ҡарағанда «яҡшыраҡ» нәмә алыр (Евр. 11:40). Быларҙың барыһын аңлағас, ҡәрҙәштәр ерҙә мәңге йәшәү өмөтө тураһында ашҡынып вәғәзләй башлаған.

13 Бихисап күп халыҡ үҙ өмөтөн бик ҡәҙерләй. Улар шуны аңлай: Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең ҡайҙа хеҙмәт итәсәген — күктә йә ерҙәме — үҙе хәл итә. Майланған мәсихселәр ҙә, бихисап күп халыҡ та был бүләктәрҙең Йәһүәнең йолом аша күрһәтелгән йомарт игелеге арҡаһында ғына бирелгәнен аңлай (Рим. 3:24).

ЫСЫНЛАП ТА ҘУР ХАЛЫҠ

14. Ни өсөн 1935 йылдан һуң күптәр бихисап күп халыҡ тураһындағы пәйғәмбәрлектең нисек үтәләсәген белергә теләгән?

14 1935 йылда Йәһүәнең халҡы Яхъя күренешенең мәғәнәһен аңлағас, күптәр, ерҙә йәшәргә өмөтләнгән кешеләр нисек күп һанлы халыҡ булып китер икән, тип аптыраған. Шул ваҡыттарҙа Рональд Паркин исемле ағай-ҡәрҙәшкә 12 йәш булған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Ул ваҡытта бөтә донъяла 56 000 тирәһе вәғәзсе бар ине, һәм күптәр, бәлки, хатта уларҙың күпселеге, майланған ине. Шуға күрә бихисап күп халыҡ ул тиклем күп һанлы булып күренмәй ине».

15. Бихисап күп халыҡ нисек йыйыла бара?

15 Артабанғы тиҫтә йылдарҙа күп илдәргә ебәрелгән миссионерҙар ярҙамында Йәһүә шаһиттарының һаны артҡандан-арта барған. Шунан, 1968 йылда вәғәзселәр, «Мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәт» тигән китапты ҡулланып, кешеләр менән Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрә башлаған. Изге Яҙма тәғлимәттәрен ябай тел менән аңлатҡан был китап бик күп йыуаш кешеләргә хәҡиҡәт юлына баҫырға ярҙам иткән. Ни бары дүрт йыл эсендә генә 500 000-дән ашыу яңы шәкерт һыуға сумдырылған. Католик сиркәүе Латин Америкаһында һәм башҡа илдәрҙә үҙ йоғонтоһон юғалта башлаған, шулай уҡ Көнсығыш Европала һәм Африканың ҡайһы бер илдәрендә эшмәкәрлегебеҙ рәсми рәүештә танылған булған. Һөҙөмтәлә тағы миллиондарса кешеләр һыуға сумдырылған (Ишағ. 60:22). Һуңғы йылдарҙа Йәһүәнең ойошмаһы кешеләргә Изге Яҙма тәғлимәттәрен аңларға ярҙам иткән башҡа күп ҡоралдар сығарҙы. Хәҙер беҙ Йәһүәнең бихисап күп халыҡ йыйыуына һис тә шикләнмәйбеҙ, сөнки был халыҡ инде 8 миллиондан ашыу кешенән тора.

ТӨРЛӨ ХАЛЫҠТАРҘАН ЙЫЙЫЛҒАН ХАЛЫҠ

16. Бихисап күп халыҡ кемдәрҙән тора?

16 Илаһи күренешендә Яхъя бихисап күп халыҡтың «һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән» сыҡҡанын күргән. Элек Зәкәриә пәйғәмбәр шуға оҡшаш пәйғәмбәрлек яҙған булған: «Ул көндәрҙә төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе барлыҡ халыҡтарҙан булған ун кеше бер йәһүдтең кейеменә килеп тотонасаҡ, ныҡлап тотонасаҡ та: „Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек“, — тип әйтәсәк» (Зәк. 8:23).

17. Төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләргә ярҙам итер өсөн, ниндәй эш башҡарыла?

17 Төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләр йыйыла алһын өсөн, һөйөнөслө хәбәр төрлө телдәрҙә вәғәзләнергә тейеш. Беҙ Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән баҫмаларҙы инде 130 йылдан ашыу тәржемә итәбеҙ, әммә бөгөн беҙ тарихтағы иң ҙур тәржемә эшен башҡарабыҙ — баҫмаларыбыҙ йөҙәрләгән телдәргә тәржемә ителә. Беҙҙең көндәрҙә Йәһүә, бөтә халыҡтарҙан бихисап күп халыҡ йыйып, ысын мөғжизә ҡыла. Рухи аҙыҡ сығарылған телдәрҙең һаны артҡандан-арта барғанға, төрлө халыҡтарҙан йыйылған был төркөм берҙәмлектә ғибәҙәт ҡыла. Йәһүәнең хеҙмәтселәре ашҡынып вәғәзләүҙәре һәм бер-береһен яратыуҙары менән билдәле. Быны күреү иманыбыҙҙы бик нығыта! (Матф. 24:14; Яхъя 13:35).

ЯХЪЯНЫҢ КҮРЕНЕШЕ БЕҘГӘ НИСЕК ҠАҒЫЛА?

18. а) Ишағыя 46:10, 11-ҙе иҫәпкә алһаҡ, ни өсөн беҙ Йәһүәнең бихисап күп халыҡ тураһындағы пәйғәмбәрлекте үтәүенә ғәжәпләнмәйбеҙ? б) Ни өсөн ерҙә йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәр үҙҙәрен нимәнәндер мәхрүм ҡалған кеүек тоймай?

18 Бихисап күп халыҡ тураһындағы күренеш беҙҙе бик рухландыра! Беҙ Йәһүәнең был пәйғәмбәрлекте шундай мөғжизәле итеп үтәүенә ғәжәпләнмәйбеҙ. (Ишағыя 46:10, 11-ҙе * уҡығыҙ.) Бихисап күп кеше үҙҙәренә бирелгән өмөт өсөн Йәһүәгә бик рәхмәтле. Күктә Ғайса менән идара итер өсөн майланған булмаһалар ҙа, улар үҙҙәрен нимәнәндер мәхрүм ҡалған кеүек тоймай. Изге Яҙмала 144 000 һанына кермәгән, әммә изге рух тәьҫире аҫтында эш иткән күп тоғро ирҙәр һәм ҡатындар тураһында әйтелә. Мәҫәлән, уларҙың береһе — Сумдырыусы Яхъя (Матф. 11:11). Тағы бер миҫал — Дауыт (Ғәм. 2:34). Улар һәм башҡа күп кешеләр ерҙәге ожмахта йәшәү өсөн терелтеләсәк. Терелтелгән кешеләр бихисап күп халыҡ менән бергә Йәһүәгә һәм уның хакимлығына тоғро булыуҙарын күрһәтә аласаҡ.

19. Бихисап күп халыҡ тураһындағы күренеш беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

19 Кешелек тарихында беренсе тапҡыр Алла, бөтә халыҡтарҙан миллиондарса кешеләрҙе йыйып, уларҙы берләштерә. Өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргәме йә ерҙәме — беҙ мөмкин тиклем күберәк кешегә бихисап күп «бүтән һарыҡтар» һанына керергә ярҙам итергә тейеш (Яхъя 10:16). Тиҙҙән Йәһүә, ҙур афәт булдырып, кешелеккә ҡайғы килтергән хөкүмәттәрҙе һәм диндәрҙе юҡ итәсәк. Бихисап күп халыҡ һанына кергән кешеләрҙең алдында иҫ киткес мөмкинлек асыла — улар ерҙә Йәһүәгә мәңге хеҙмәт итә аласаҡ (Асыл. 7:14).

139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер

^ 5 абз. Алланан бирелгән илаһи күренештә Яхъя «бихисап күп халыҡты» күргән. Был күренеште ҡарап сығыу ошо төркөмгә ингән бөтә кешеләрҙең иманын нығытыр.

^ 4 абз. Ул ваҡытта Йәһүә шаһиттары шулай аталған.

^ 8 абз. «Йәһүә шаһиттары — Алла Батшалығының вәғәзселәре» тигән китаптың (урыҫ) 159—163-сө биттәрен ҡарағыҙ.

^ 18 абз. Ишағыя 46:10, 11: «Мин баштан уҡ нимә булырын, боронғо замандан әле башҡарылмаған нәмәләрҙе алдан әйтәм. Мин: „Ҡарарым һис шикһеҙ үтәлер, теләгәнемде эшләрмен“, — тип әйтәм. Мин көнсығыштан йыртҡыс бер ҡошто, ҡарарымды үтәр өсөн йыраҡ ерҙән кешене саҡырам. Мин әйттем һәм быны ғәмәлгә ашырырмын. Мин быны ниәтләнем һәм быны үтәрмен».