Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

39-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Апай-ҡәрҙәштәр өсөн терәк һәм таяныс булығыҙ

Апай-ҡәрҙәштәр өсөн терәк һәм таяныс булығыҙ

«Яҡшы хәбәрҙе иғлан итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙур ғәскәрҙәй күп» (ЗӘБ. 68:11).

137-СЕ ЙЫР Йәһүәгә тоғро ҡатындар

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Беҙҙең егәрле апай-ҡәрҙәштәр йыйылыш осрашыуҙарында һәм вәғәздә ҡатнаша, Батшалыҡ залын хеҙмәтләндерергә ярҙам итә һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәр тураһында ҡайғырта. (1-се абзацты ҡарағыҙ.)

1. Апай-ҡәрҙәштәр ойошмала ниндәй эштәр башҡара, һәм улар ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

ЙЫЙЫЛЫШТА апай-ҡәрҙәштәрҙең тырышып хеҙмәт итеүе беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә! Мәҫәлән, улар йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнаша, ашҡынып вәғәзләй, Батшалыҡ залдарын хеҙмәтләндереүгә үҙ өлөшөн индерә һәм имандаштарына шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Әлбиттә, ауырлыҡтар уларҙы урап үтмәй. Ҡайһы берәүҙәр олоғайған ата-әсәләр хаҡында ҡайғырта. Кемдер үҙ ғаиләһендә ҡаршылыҡтар менән осраша. Ә ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәр балаларын бер үҙҙәре үҫтерә, һәм шуға күрә уларға күп эшләргә тура килә.

2. Ни өсөн беҙгә апай-ҡәрҙәштәргә таяныс булырға кәрәк?

2 Ни өсөн беҙгә апай-ҡәрҙәштәребеҙгә таяныс булырға кәрәк? Сөнки йыш ҡына был донъя ҡатындар менән тейешенсә мөғәмәлә итмәй һәм уларҙың дәрәжәһен төшөрә. Бынан тыш, Изге Яҙма беҙҙе уларға терәк булырға дәртләндерә. Мәҫәлән, илсе Павел Римдағы ҡәрҙәштәрҙе Фиваға «тейешле ярҙам» күрһәтергә һәм уны ысын күңелдән ҡабул итергә өндәгән (Рим. 16:1, 2). Павел фарисей булғанда, моғайын, ул ваҡытта киң таралған ҡараштар буйынса эш итеп, ҡатындарға кәмһетеп ҡарағандыр. Әммә мәсихсе булып киткәс, Павел, Ғайсанан өлгө алып, уларға хөрмәт һәм игелек күрһәткән (1 Кор. 11:1).

3. Ғайса ҡатындар менән нисек мөғәмәлә иткән һәм Алла ихтыярын үтәгән ҡатындарға нисек ҡараған?

3 Ғайса бөтә ҡатындарға ҡарата тәрән ихтирам күрһәткән (Яхъя 4:27). Ул ҡатындарға дин әһелдәре һымаҡ ҡарамаған. Бер энциклопедияла былай тиелә: «Ғайса бер ваҡытта ла ҡатындарҙы кәмһетмәгән һәм хурламаған». Алла ихтыярын үтәгән ҡатындарҙы ул айырыуса юғары баһалаған. Ғайса уларға апай-һеңлеләргә ҡарағандай ҡараған. Ул ир-аттарҙы ғына түгел, ә шулай уҡ ҡатындарҙы ла үҙенең рухи ғаиләһенең ағзалары тип һанаған (Матф. 12:50).

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Ғайса Йәһүәгә хеҙмәт иткән ҡатындарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булған. Ул уларҙы ҡәҙерләгән һәм яҡлаған. Әйҙәгеҙ, Ғайсанан өлгө алып, апай-ҡәрҙәштәргә нисек терәк була алғаныбыҙҙы ҡарап сығайыҡ.

ҠӘҘЕРЛЕ АПАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРЕБЕҘГӘ ИҒТИБАРЛЫ БУЛАЙЫҠ

5. Ни өсөн ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәр үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоя?

5 Бөтәбеҙ ҙә — ағай-ҡәрҙәштәр ҙә, апай-ҡәрҙәштәр ҙә — аралышыуға мохтаж. Әммә ҡайһы ваҡыт апай-ҡәрҙәштәргә был ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү еңел түгел. Ни өсөн? Уларҙың нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ. Джо́рдан * исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Кейәүҙә булмағанға, мин йыш ҡына йыйылышта кем менән аралашырға белмәйем һәм үҙемде кәрәкһеҙ итеп тоям». Ә пионер булып хеҙмәт иткән һәм вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күскән Кристен былай ти: «Яңы йыйылышҡа күскәс, ғәҙәттә үҙеңде яңғыҙ тояһың». Туғандары Йәһүәгә хеҙмәт итмәгәнгә, ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең ғаиләһендә мөнәсәбәттәр йылы булмаҫҡа мөмкин, һәм шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәрен йыйылышта ла кәрәкһеҙ итеп тойорға мөмкин. Шулай уҡ сирләгәнгә йә ауырыған туғандары хаҡында ҡайғыртҡанға, өйҙән сыға алмаған апай-ҡәрҙәштәр ҙә бар. Улар ҙа ҡайһы ваҡыт үҙҙәрен яңғыҙ хис итә. «Дуҫтар ҡунаҡҡа саҡырғанда, — тип иҫенә төшөрә Аннет исемле апай-ҡәрҙәш, — мин уларға бара алманым, сөнки әсәйемде ҡараным».

Беҙ ҙә, Ғайса һымаҡ, апай-ҡәрҙәштәребеҙ хаҡында ҡайғырта алабыҙ (6—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

6. Лука 10:38—42-нән күренеүенсә, Ғайса Марфа менән Мәрйәмгә нисек ярҙам иткән?

6 Ғайса апай-ҡәрҙәштәргә ваҡыт бүлгән һәм уларға ысын дуҫ булған. Уның Мәрйәм һәм Марфа менән дуҫлығына иғтибар итәйек. Улар, күрәһең, икеһе лә никахта тормаған. (Лука 10:38—42-не уҡығыҙ.) Мәрйәм менән Марфа Ғайса янында үҙҙәрен бик иркен тойған, сөнки уның эштәре һәм һүҙҙәре яғымлы булған. Мәҫәлән, Мәрйәм, Ғайсаның шәкерттәре һымаҡ, уның аяҡ осона ултырырға уңайһыҙланмаған *. Ә Марфа, Мәрйәмдең ярҙам итмәүенә асыуланғанда, Ғайсаға үҙ хистәрен белдерергә ҡурҡмаған. Шул осраҡта Ғайса уларҙың икеһенә лә мөһим һабаҡтарҙы үҙләштерергә ярҙам иткән. Ул, Марфа менән Мәрйәмдә һәм Лазарҙа күп тапҡыр ҡунаҡта булған һәм шулай итеп уларға яратыуын күрһәткән (Яхъя 12:1—3). Шуға күрә Лазарь ҡаты ауырып киткәндә, Марфа менән Мәрйәм, ярҙам һорап, Ғайсаға мөрәжәғәт итә алғандарын белгән (Яхъя 11:3, 5).

7. Беҙ апай-ҡәрҙәштәрҙе нисек рухландыра алабыҙ?

7 Ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәрҙең, йыйылыш осрашыуҙарынан тыш, имандаштар менән аралашырға мөмкинлектәре юҡ тиерлек. Шуға күрә беҙ Батшалыҡ залында уларҙы йылы ҡаршы алырға, улар менән аралашырға һәм ҡыҙыҡһынырға тырышабыҙ. Өҫтә иҫкә алынған Джо́рдан бына нимә ти: «Башҡалар мине комментарийҙар өсөн маҡтағанда, вәғәзгә саҡырғанда йә тағы нисектер иғтибар күрһәткәндә, мин ҡанатланып китәм». Апай-ҡәрҙәштәр үҙҙәренең беҙҙең өсөн мөһим булғандарын белергә тейеш. Киа исемле башҡа бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Әгәр йыйылыш осрашыуына килмәһәм, мин берәй кемдең миңә шылтыратып йә яҙып, хәлемде һорашасағын беләм. Һәм был мине ҡәрҙәштәрҙең яратыуына ышандыра».

8. Беҙ Ғайсанан тағы нисек өлгө ала алабыҙ?

8 Ғайсанан өлгө алып, беҙгә апай-ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәрергә кәрәк. Ҡапҡылап алыр өсөн йә аралашыр өсөн беҙ уларҙы ҡунаҡҡа саҡыра алабыҙ. Шундай саҡтарҙа аралашыуыбыҙ рухландырғыс булырға тейеш (Рим. 1:11, 12). Ғайса ҡайһы берәүҙәргә никахҡа инмәйенсә йәшәү ауыр булырын белгән. Әммә ул асыҡ итеп шуны аңлатҡан: ысын бәхет ғаиләле булыу-булмауҙан йә бала табыу-тапмауҙан тормай (Лука 11:27, 28). Киреһенсә, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуйған кеше ысын бәхет кисерә (Матф. 19:12). Айырыуса өлкәндәргә Ғайса һымаҡ фекер йөрөтөү мөһим.

9. Өлкәндәр апай-ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн нимә эшләй ала?

9 Өлкәндәр апай-ҡәрҙәштәргә әсәйҙәргә һәм апай-һеңлеләргә ҡарағандай ҡарарға тейеш (1 Тим. 5:1, 2). Осрашыуҙар алдынан һәм уларҙан һуң апай-ҡәрҙәштәр менән аралашҡан өлкәндәр маҡтауға лайыҡ. Юғарыла иҫкә алынған Кристен былай тип әйтә: «Мин эшләгәнгә һәм пионер булып хеҙмәт иткәнгә, графигым бик тығыҙ ине. Бер өлкән минең өсөн борсолоп, нисек һин барыһын өлгөрәһең, тип һораны. Уның эскерһеҙ ҡайғыртыуы мине бик рухландырҙы». Апай-ҡәрҙәштәр менән йыш аралашҡан өлкәндәр уларҙы үҙҙәренең ҡайғыртыуына ышандыра *. Өлкәндәр менән даими аралашыуҙар ниндәй файҙа килтергәне тураһында Аннетт былай ти: «Мин улар менән, ә улар минең менән яҡшыраҡ таныша. Шуға күрә етди ауырлыҡтар тыуғанда, миңә уларға мөрәжәғәт итеү күпкә еңелерәк».

АПАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

10. Апай-ҡәрҙәштәребеҙгә нимә шатлыҡ килтерә?

10 Башҡалар һәләттәребеҙҙе танығанда һәм эштәребеҙҙе ҡәҙерләгәндә, был бөтәбеҙгә лә — ағай-ҡәрҙәштәргә лә, апай-ҡәрҙәштәргә лә бик оҡшай. Ә ыңғай яҡтарыбыҙға бер кем иғтибар итмәһә, беҙ күңелһеҙләнәбеҙ. Кейәүҙә тормаған һәм пионер булып хеҙмәт иткән Абигейл ҡайһы ваҡыт үҙен ҡәҙерләмәйҙәр тип уйлай. Ул былай тип бүлешә: «Мин шуны ғына ишетәм: „Һин бының ҡыҙымы?“ йә „Һин теге ҡәрҙәштең һеңлеһеме?“ Ә минең менән улар ҡыҙыҡһынмай кеүек тойола». Кейәүгә сыҡмаған Пэм исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Күп йылдар ул миссионер булып хеҙмәт иткән, ә шунан өйөнә ҡайтып, ата-әсәһен ҡараған. Хәҙер ул 70-тән уҙған һәм һаман да пионер булып хеҙмәт итә. Пэм былай тип әйтә: «Башҡалар мине ҡәҙерләгәне тураһында әйткәндә, был минең йөрәгемде бик йылыта».

11. Ғайса үҙенә ярҙам иткән ҡатындарҙы ҡәҙерләгәнен нисек күрһәткән?

11 Ғайса үҙҙәрендә булғаны менән бүлешеп хеҙмәт иткән тоғро ҡатындарҙы ҡәҙерләгән (Лука 8:1—3). Ул уларҙың ярҙамын ҡабул итеүҙән тыш, шулай уҡ уларға тәрән хәҡиҡәттәрҙе асҡан. Мәҫәлән, Ғайса уларға үҙенең үләсәге һәм терелтеләсәге тураһында әйткән (Лука 24:5—8). Ул, илселәрҙе әҙерләгән һымаҡ, уларҙы ла буласаҡ һынауҙарға әҙерләгән (Марк 9:30—32; 10:32—34). Шуны ла әйтергә кәрәк: Ғайса ҡулға алынғас, илселәр ҡасып киткән, ә ҡайһы бер ҡатындар ул үлгәндә уны ҡалдырмаған (Матф. 26:56; Марк 15:40, 41).

12. Ғайса ҡатындарға ниндәй вазифалар тапшырған?

12 Ғайса ҡатындарға мөһим эштәр ышанып тапшырған. Мәҫәлән, терелтелгән Ғайсаны беренсе булып ҡатындар күргән, һәм ул уларға был хаҡта илселәргә һөйләргә ҡушҡан (Матф. 28:5, 9, 10). Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында шәкерттәргә изге рух бирелгәндә, унда, күрәһең, ҡатындар ҙа булған. Әгәр шулай булһа, тимәк, шул майланған ҡатындар мөғжизәле рәүештә төрлө телдәрҙә һөйләшеү һәләтенә эйә булған һәм башҡаларға «Алланың бөйөк эштәре тураһында» һөйләгән (Ғәм. 1:14; 2:2—4, 11).

13. Апай-ҡәрҙәштәр бөгөн ниндәй эштәр башҡара, һәм уларҙың хеҙмәтен ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

13 Апай-ҡәрҙәштәребеҙ хеҙмәттә башҡарған эштәре өсөн маҡтауға лайыҡ. Ундай хеҙмәт үҙ эсенә күп төрлө эштәрҙе ала, мәҫәлән, биналарҙы төҙөү һәм хеҙмәтләндереү, сит телдә һөйләшкән төркөмдәргә булышлыҡ күрһәтеү, Вефилдә ярҙам итеү. Улар тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итә, тәржемә эшендә ҡатнаша һәм пионер йә миссионер булып хеҙмәт итә. Ағай-ҡәрҙәштәр кеүек, улар ҙа Пионерҙар мәктәбендә, Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә һәм Гилеад мәктәбендә уҡый. Бынан тыш, ҡатындар үҙҙәренең ирҙәренә йыйылышта һәм ойошмала еңел булмаған вазифаларҙы үтәргә ярҙам итә. Бүләк итеп бирелгән ағай-ҡәрҙәштәр, ҡатындары ярҙам итеп тормаһа, йыйылыш өсөн шундай күп файҙа килтерә алмаҫ ине (Ефес. 4:8). Уйланығыҙ: һеҙ был егәрле апай-ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

14. Зәбур 68:11-ҙәге һүҙҙәрҙе иҫәпкә алып, аҡыллы өлкәндәр нимә эшләй?

14 Аҡыллы өлкәндәр шуны аңлай: тырышып хеҙмәт иткән апай-ҡәрҙәштәр «ҙур ғәскәрҙәй күп», һәм йыш ҡына тап улар бик оҫта вәғәзселәр. (Зәбур 68:11-ҙе * уҡығыҙ.) Шуға күрә өлкәндәр шундай апай-ҡәрҙәштәрҙән өйрәнергә тырыша. Юғарыла иҫкә алынған Абигейл әйтеүенсә, өлкәндәр унан, һин вәғәздә ҡулланған ысулдарҙың ниндәйе уңышлыраҡ, тип һорағанда, был уны рухландыра. «Был мине шуға инандыра: Йәһүә миңә мөһим эш ышанып тапшырған», — ти ул. Шулай уҡ өлкәндәр рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәштәрҙең йәшерәк апай-ҡәрҙәштәргә ауырлыҡтарҙа ҙур ярҙам күрһәтә алғанын таный (Тит. 2:3—5). Эйе, апай-ҡәрҙәштәребеҙ, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ!

АПАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ЯҠЛАҒЫҘ

15. Ниндәй осраҡтарҙа апай-ҡәрҙәштәребеҙҙе яҡларға кәрәк булырға мөмкин?

15 Ҡайһы саҡта апай-ҡәрҙәштәр яҡлауға мохтаж (Ишағ. 1:17). Мәҫәлән, тол йә айырылышҡан апай-ҡәрҙәштәргә элек ирҙәре башҡарған эштәрҙә ярҙам кәрәк булырға мөмкин. Ә оло йәштәге апайҙарға табиптар менән һөйләшеп алыр өсөн ярҙамсы кәрәк булыуы ихтимал. Шулай уҡ теократик проекттарҙа ҡатнашҡан пионер апай-ҡәрҙәште яҡларға кәрәк булырға мөмкин, сөнки ул башҡа пионерҙар һымаҡ күп вәғәзләмәгәнгә, бәлки, уны ҡайһы бер ҡәрҙәштәр тәнҡитләйҙер. Беҙ ундай апай-ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, Ғайсаның миҫалына ҡабат иғтибар итәйек.

16. Марк 14:3—9-ҙан күренеүенсә, Ғайса Мәрйәмде нисек яҡлаған?

16 Башҡалар ҡатын-ҡыҙҙарҙы дөрөҫ аңламағанда, Ғайса Мәсих уларҙы яҡлаған. Мәҫәлән, Марфа Мәрйәмде тәнҡитләгәндә, шулай булған (Лука 10:38—42). Икенсе бер осраҡта башҡалар Мәрйәмде дөрөҫ эш итмәүҙә ғәйепләгәндә, Ғайса уны яҡлаған. (Марк 14:3—9-ҙы уҡығыҙ.) Ғайса Мәрйәмдең ниәттәре яҡшы булғанын белгән һәм уны бындай һүҙҙәр менән маҡтаған: «Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул. [...] Ул хәленән килгәнде эшләне». Ғайса хатта Мәрйәм тураһында: «Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр», — тип пәйғәмбәрлек иткән, һәм был мәҡәлә быны иҫбатлай ҙа. Һис шикһеҙ, Ғайсаның һүҙҙәре Мәрйәмде бик йыуатҡан! Сөнки бөтә донъя буйынса вәғәз эше алып барылғанда, Мәрйәмдең фиҙаҡәр эше онотолмаясаҡ.

17. Ниндәй осраҡта апай-ҡәрҙәштәребеҙҙе яҡларға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

17 Ә һеҙ апай-ҡәрҙәштәрҙе яҡларға тырышаһығыҙмы? Шундай хәлде күҙ алдына килтерегеҙ: ҡайһы бер ҡәрҙәштәр ире хәҡиҡәттә булмаған апай-ҡәрҙәштең йыйылыш осрашыуҙарына һуңлап килгәненә һәм осрашыу бөтөү менән ҡайтып киткәненә иғтибар итә. Өҫтәүенә, ул балаларын осрашыуҙарға һирәк алып килә. Улар был апай-ҡәрҙәште, үҙ ире менән ҡатыраҡ булһа, ул балаларҙы осрашыуҙарға ебәрер ине, тип тәнҡитләй. Ысынында, апай-ҡәрҙәшебеҙ хәленән килгәндең барыһын эшләй. Үҙ эштәрен планлаштырғанда һәм балалары хаҡында ҡайғыртҡанда, уға иренең ҡарашын иҫәпкә алырға тура килә. Шундай осраҡта һеҙ апай-ҡәрҙәште нисек яҡлай алаһығыҙ? Башҡалар алдында уны маҡтағыҙ һәм ул эргәлә булмағанда ла уның ыңғай яҡтары тураһында ҡәрҙәштәргә һөйләгеҙ. Шулай эшләп, уның хаҡта таралған тиҫкәре хәбәрҙәрҙе туҡтатырға була.

18. Беҙ апай-ҡәрҙәштәргә тағы ниндәй ярҙам күрһәтә алабыҙ?

18 Апай-ҡәрҙәштәргә ғәмәли яҡтан ярҙам итеп тә ҡайғыртыуыбыҙҙы күрһәтеп була (1 Яхъя 3:18). Аннетт ҡәрҙәш былай ти: «Башҡа эштәргә ваҡытым булһын өсөн, ҡайһы бер ҡәрҙәштәр минең ауырыған әсәйем менән бер ни тиклем ваҡыт ултырып тора. Йәки улар беҙгә ризыҡ килтерә. Бының ярҙамында, мин үҙемде йыйылышта ҡәҙерле итеп тоям». Джо́рдан шулай уҡ ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтле. Бер ағай-ҡәрҙәш уға машинаһы буйынса бер нисә яҡшы кәңәш биргән. Ул былай тип бүлешә: «Ҡәрҙәштәрҙең минең именлегем хаҡында ҡайғыртҡандарын белеү күңелемде йылыта».

19. Өлкәндәр апай-ҡәрҙәштәргә тағы нисек ярҙам итә ала?

19 Өлкәндәр ҙә апай-ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә тырыша. Уларҙың апай-ҡәрҙәштәр менән нисек мөғәмәлә итеүҙәре Йәһүә өсөн мөһим (Яҡ. 1:27). Шуға күрә өлкәндәр Ғайсаның зирәклегенән өлгө ала. Улар, игелек һәм аңлаусанлыҡ күрһәтеп, кәрәкмәгән ҡағиҙәләр урынлаштырмай (Матф. 15:22—28). Өлкәндәр ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләһә, апай-ҡәрҙәштәр Йәһүәнең һәм ойошманың яратыуын тойор. Мәҫәлән, Киа хеҙмәт иткән төркөмдөң күҙәтеүсеһе, уның башҡа урынға күсергә йыйынғаны тураһында ишеткәс, шунда уҡ ярҙам ойошторған. «Мин ҙур стрестан ҡотолдом, — тип иҫенә төшөрә Киа. — Өлкәндәрҙең игелекле һүҙҙәре һәм эштәре мине йыйылыштың мөһим ағзаһы булғаныма һәм ауыр саҡта бер үҙем ҡалмаясағыма ышандырҙы».

БӨТӘ АПАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ТЕРӘК БУЛЫҒЫҘ

20, 21. Бөтә апай-ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

20 Йыйылыштарҙа тырышып хеҙмәт иткән апай-ҡәрҙәштәр бик күп, һәм улар беҙҙең ярҙамға лайыҡ. Бының өсөн беҙгә, Ғайсанан үрнәк алып, улар менән ваҡыт үткәрергә, уларҙы яҡшыраҡ белергә, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерергә һәм, улар мохтаж булғанда, яҡларға кәрәк.

21 Римдарға яҙған хатының аҙағында илсе Павел туғыҙ апай-ҡәрҙәште телгә алған (Рим. 16:1, 3, 6, 12, 13, 15). Павелдың сәләмләү һәм маҡтау һүҙҙәре был апай-ҡәрҙәштәрҙе, һис шикһеҙ, рухландырған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә йыйылышыбыҙҙа хеҙмәт иткән бөтә апай-ҡәрҙәштәрҙе рухландырайыҡ. Шул саҡта улар үҙҙәрен рухи ғаиләбеҙҙең өлөшө итеп тойор һәм беҙҙең яратыуыбыҙҙы күрер.

136-СЫ ЙЫР Йәһүә мул итеп бүләкләй

^ 5 абз. Апай-ҡәрҙәштәребеҙ күп ауырлыҡтар менән осраша. Был мәҡәләлә беҙ, Ғайса Мәсихтән өлгө алып, улар өсөн нисек терәк була алғаныбыҙҙы белербеҙ. Ғайса ҡатындарҙы ҡәҙерләгән, яҡлаған һәм улар менән аралашҡан. Беҙ унан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ.

^ 5 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 6 абз. Бер белешмәлә былай тиелгән: «Шәкерттәр, айырыуса үҙҙәре уҡытыусы булырға әҙерләнгәндәре уҡытыусының аяҡ осона ултырған. Ләкин ҡатындарға уҡытыусы булырға рөхсәт ителмәгән... Шуға күрә йәһүдтәр Мәрйәмдең Ғайсаның аяҡ осона ултырып иғтибар менән тыңлағанын күрһә, был уларҙың күптәрен шаҡ ҡатырыр ине».

^ 9 абз. Апай-ҡәрҙәшкә ярҙам иткәндә, өлкәнгә һаҡ булырға кәрәк. Мәҫәлән, ул уға бер үҙе генә барырға тейеш түгел.

^ 14 абз. Зәбур 68:11: «Йәһүә бойороҡ бирә; яҡшы хәбәрҙе иғлан итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙур ғәскәрҙәй күп».

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәштәр апай-ҡәрҙәштәр менән мөғәмәлә итеүҙә Ғайсанан үрнәк ала. Бер ағай-ҡәрҙәш апай-ҡәрҙәштәргә машинаның тәгәрмәсен алмаштырырға ярҙам итә, икенсеһе үҙенең ҡатыны менән оло йәштәге апай-ҡәрҙәшкә килгән, өсөнсөһө үҙенең ҡатыны менән бер апай-ҡәрҙәшкә һәм уның ҡыҙына ғаилә өйрәнеүенә килгән.