Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Тыныс ваҡытты аҡыллы ҡулланығыҙ

Тыныс ваҡытты аҡыллы ҡулланығыҙ

«Илдә тыныслыҡ хөкөм һөр[ҙө]... ...Бер кем дә уға [Асаға] ҡаршы һуғыш асманы, сөнки Йәһүә уға бар дошмандарынан тыныслыҡ бирҙе» (2 ЙЫЛ. 14:6).

60-СЫ ЙЫР Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ниндәй ваҡытта Йәһүәгә хеҙмәт итеүе ҡыйыныраҡ?

ҺЕҘҘЕҢСӘ, ниндәй саҡта Йәһүәгә хеҙмәт итеүе ауырыраҡ: тормошта күп проблемалар тыуғандамы йә барыһы ла тыныс булғандамы? Ауырлыҡтар менән осрашҡанда беҙ шунда уҡ Йәһүәнән ярҙам эҙләйбеҙ. Әммә барыһы ла яҡшы булғанда, Йәһүәгә хеҙмәт итеү икенсе планға күсергә мөмкин. Боронғо ваҡытта Йәһүә үҙ халҡын тап бының тураһында киҫәткән дә (Ҡан. 6:10—12).

Аса батша ялған табыныуға ҡаршы ҡыйыулыҡ менән көрәшкән (2-се абзацты ҡарағыҙ.) *

2. Аса батша беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған?

2 Аса батшаның миҫалына иғтибар итәйек. Ул, зирәклек күрһәтеп, һәр ваҡыт Йәһүәгә тулыһынса таянған. Аса батша Йәһүәгә ауыр саҡтарҙа ғына түгел, ә шулай уҡ тыныс ваҡытта ла хеҙмәт иткән. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Асаның йөрәге ғүмере буйы тулыһынса Йәһүәгә тоғро» булған (1 Бат. 15:14). Мәҫәлән, Аса Йәһүҙә ерен ялған илаһтарға табыныуҙан таҙартҡан. «Ул сит-ят илаһтарҙың ҡорбан килтереү урындарын, бейеклектәрҙе юҡ итте, изге таш бағаналарҙы емерҙе һәм изге ағас бағаналарҙы киҫеп ташланы», — тип яҙылған Изге Яҙмала (2 Йыл. 14:3, 5). Ул хатта үҙенең өләсәһе Мааханы батшабикә дәрәжәһенән төшөргән. Сөнки өләсәһе халыҡты ялған илаһҡа табынырға дәртләндергән (1 Бат. 15:11—13).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Аса, ялған табыныуҙы бөтөрөүҙән тыш, шулай уҡ хаҡ ғибәҙәтте торғоҙорға тырышҡан һәм Йәһүҙә халҡын Йәһүәгә кире ҡайтырға өндәгән. Йәһүә Асаны һәм халыҡты фатихалаған: илдә «ун йыл тыныслыҡ * хөкөм» һөргән (2 Йыл. 14:1, 4, 6). Был мәҡәләлә беҙ Асаның тыныс ваҡытты нисек ҡулланғанын ҡарап сығырбыҙ. Шунан һуң беҙ беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең тыныс ваҡытта нимә эшләгәненә иғтибар итербеҙ. Һәм шундай һорауға яуап алырбыҙ: беҙҙең илдә эшмәкәрлегебеҙ тыйылмаған булһа, беҙгә был уңайлы ваҡытты нисек дөрөҫ ҡулланырға?

АСА ТЫНЫС ВАҠЫТТЫ НИСЕК ҠУЛЛАНҒАН?

4. 2 Йылъяҙма 14:2, 6, 7-нән күренеүенсә, Аса тыныс ваҡытты нисек ҡулланған?

4 2 Йылъяҙма 14:2, 6, 7-не * уҡығыҙ. Аса халыҡҡа Йәһүә тураһында бындай һүҙҙәр әйткән: «Ул беҙгә тирә-яғыбыҙҙағы бар дошмандарҙан тыныслыҡ бирҙе». Әммә Аса, был тыныслыҡ осоро — ял итер өсөн ваҡыт, тип уйламаған. Киреһенсә, ул ҡалалар, стеналар, манаралар һәм ҡапҡалар төҙөгән. Аса Йәһүҙә халҡына «ер әле лә беҙҙеке» тигән. Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Халыҡ, дошмандың һөжүменән ҡурҡмайынса үҙ ерҙәрендә иркен йөрөп, төҙөлөш эштәрен башҡара алған. Аса кешеләрҙе тыныс ваҡыттан файҙаланырға өндәгән.

5. Ни өсөн Аса үҙ ғәскәрен нығытҡан?

5 Шулай уҡ Аса тыныс ваҡытта хәрби көстәрҙе нығытырға тырышҡан (2 Йыл. 14:8). Был уның Йәһүәгә таянмағанын күрһәткәнме? Һис тә юҡ. Киреһенсә, халыҡты буласаҡ ауырлыҡтарға әҙерләү батшаның бурысы булған, һәм Аса быны белгән. Ул Йәһүҙә ерендә булған тыныслыҡтың берәй ваҡыт бөтәсәген аңлаған, һәм шулай булып сыҡҡан да.

БЕРЕНСЕ БЫУАТТАҒЫ МӘСИХСЕЛӘР ТЫНЫС ВАҠЫТТАН НИСЕК ФАЙҘАЛАНҒАН?

6. Беренсе быуаттағы мәсихселәр тыныс ваҡыттан нисек файҙаланған?

6 Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙе йыш эҙәрләһәләр ҙә, уларҙың тормошонда тыныс ваҡыттар ҙа булған. Улар шундай осорҙарҙа нимә эшләгән? Шул тоғро ирҙәр һәм ҡатындар һөйөнөслө хәбәрҙе өҙлөкһөҙ вәғәзләгән. Ғәмәлдәр китабында әйтелгәнсә, улар, «Раббыға ҡарата тәрән хөрмәт» күрһәтеп, һөйөнөслө хәбәрҙе артабан да таратҡан, һәм һөҙөмтәлә «иман юлындағыларҙың һаны арта бар[ған]». Күренеүенсә, Йәһүә уларҙың тыныс ваҡытта ашҡынып хеҙмәт итеүҙәрен фатихалаған (Ғәм. 9:26—31).

7, 8. Вәғәзләргә өҫтәмә мөмкинлектәр асылғас, Павел һәм башҡа мәсихселәр нимә эшләгән?

7 Беренсе быуаттағы шәкерттәр һөйөнөслө хәбәрҙе таратыу мөмкинлектәрен ҡулдан ысҡындырмаған. Мәҫәлән, Ефеста хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асылғанын аңлағас, илсе Павел, шул ҡалала ҡалып, вәғәзләгән һәм шәкерттәр әҙерләгән (1 Кор. 16:8, 9).

8 Б. э. 49 йылында сөннәтләнеүгә ҡағылышлы һорау хәл ителгәс, Павел менән башҡа мәсихселәргә күберәк кешеләргә вәғәзләр өсөн мөмкинлек асылған (Ғәм. 15:23—29). Ҡабул ителгән ҡарар тураһында белгәс, ҡәрҙәштәр Йәһүә һүҙен ашҡыныбыраҡ иғлан итә башлаған (Ғәм. 15:30—35). Был ниндәй уңыштарға килтергән? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, йыйылыштарҙың «иманы нығынды һәм көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта барҙы» (Ғәм. 16:4, 5).

БЕҘҘЕҢ КӨНДӘРҘӘГЕ ТЫНЫСЛЫҠ ОСОРҘАРЫ

9. Күп илдәрҙә Йәһүә шаһиттарының ниндәй мөмкинлеге бар, һәм үҙебеҙгә ниндәй һорау биреп була?

9 Бөгөн күп илдәрҙә ҡаршылыҡһыҙ вәғәзләп була. Әгәр һеҙ ундай илдә йәшәһәгеҙ, үҙ-үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн тыныс ваҡытты нисек ҡулланам?» Был һуңғы көндәрҙә Йәһүәнең ойошмаһы вәғәз эшен бығаса булмаған ғәжәп ҙур күләмдә алып бара (Марк 13:10). Һәм хеҙмәттә ҡатнашыр өсөн беҙҙең алда күп мөмкинлектәр асыла.

Күп ҡәрҙәштәр, сит илдә хеҙмәт итеп йә башҡа телдә вәғәзләп, ҙур шатлыҡ кисерә (10—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. 2 Тимофейға 4:2-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

10 Һеҙ тыныс ваҡытты нисек ҡуллана алаһығыҙ? (2 Тимофейға 4:2-не уҡығыҙ.) Шуның хаҡында уйланығыҙ: һеҙ күберәк вәғәзләр өсөн, ә, бәлки, пионер хеҙмәтен башлар өсөн, тормошта нимәнелер үҙгәртә алыр инегеҙме? Йә ғаиләгеҙҙең берәй ағзаһына хеҙмәтен киңәйтергә ярҙам итә алыр инегеҙме? Хәҙер байлыҡ һәм аҡса йыя торған ваҡыт түгел, сөнки улар ҙур афәт ваҡытында бөтөнләй файҙаһыҙ булыр (Ғиб. һүҙ. 11:4; Матф. 6:31—33; 1 Яхъя 2:15—17).

11. Һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешегә еткерер өсөн ҡайһы бер вәғәзселәр нимә эшләй?

11 Күп ҡәрҙәштәр башҡаларға Йәһүә тураһында белергә ярҙам итер өсөн сит тел өйрәнә. Ундай вәғәзселәргә булышлыҡ күрһәтер өсөн Алланың ойошмаһы Изге Яҙмаға нигеҙләнгән материалдарҙы күп телдәрҙә сығара. Мәҫәлән, 2010 йылда баҫмаларыбыҙҙы яҡынса 500 телдә уҡып була ине, ә бөгөн ул һан 1 000-дән ашып киткән.

12. Һөйөнөслө хәбәрҙе туған телдә ишетеү кешеләргә нисек тәьҫир итә? Миҫал килтерегеҙ.

12 Хәҡиҡәтте туған телдә ишетеү кешеләргә нисек тәьҫир итә? Бер апай-ҡәрҙәш Мемфис ҡалаһында (Теннесси штаты, АҠШ) региональ конгреста булған. Конгресс уның туған телендә — киньяруанда телендә үткән. Был телдә күбеһенсә Руандала, Конго (Киншаса) һәм Угандала һөйләшәләр. Апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешкән: «Мин Америкаға 17 йыл элек күсеп килдем һәм, ниһайәт, беренсе тапҡыр конгреста әйтелгәндәрҙең барыһын аңланым». Туған телендә үткән программа был апай-ҡәрҙәшкә көслө йоғонто яһаған. Һеҙҙең территорияла йәшәгән кешеләргә вәғәзләр өсөн һеҙ башҡа тел өйрәнә алыр инегеҙме? Һөйөнөслө хәбәрҙе кешегә туған телендә һөйләһәгеҙ, ул һеҙҙе, моғайын, теләберәк тыңлар. Тырышлыҡтарығыҙ, һис шикһеҙ, фатихаланыр!

13. Рәсәйҙәге ҡәрҙәштәр тыныс ваҡытты нисек ҡулланған?

13 Ҡайһы бер илдәрҙә хөкүмәт эшмәкәрлегебеҙҙе сикләй, һәм шул илдәрҙә йәшәгән мәсихселәр иркен вәғәзләй алмай. Мәҫәлән, Рәсәйҙә булған хәлде ҡарап сығайыҡ. Тиҫтәләгән йылдар дауамында хөкүмәт Йәһүә шаһиттарын эҙәрләгән, әммә 1991 йылдың март айында уларҙың эшмәкәрлеге рәсми рәүештә рөхсәт ителгән. Ул ваҡытта Рәсәйҙә яҡынса 16 000 вәғәзсе булған. Ә 20 йыл үткәс, уларҙың һаны 160 000-дән артып киткән! Был һандарҙан күренеүенсә, ҡәрҙәштәр вәғәздә асылған мөмкинлекте аҡыллы ҡулланған. Тыныс ваҡыт тамамланһа ла, ҡәрҙәштәр Йәһүәгә ашҡынып ғибәҙәт ҡылыуҙан туҡтамай. Улар, хәлдәренән килгәндең барыһын эшләп, артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итә.

ТЫНЫС ВАҠЫТ ОҘАҠЛАМАЙ ТАМАМЛАНАСАҠ

Аса ҡайнар доға ҡылғандан һуң, Йәһүә уға дошмандың ифрат ҙур ғәскәрен еңергә ярҙам иткән (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14, 15. Йәһүә, Асаға ярҙам итеп, үҙ көсөн нисек күрһәткән?

14 Зирәх етәкселегендәге хәбәш ғәскәре Йәһүҙәгә һөжүм иткәндә, Аса көндәрендәге тыныслыҡ осоро тамамланған. Зирәхтең ғәскәре яҡынса бер миллион һуғышсынан торған. Шуға күрә ул үҙенең еңәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Әммә Аса батша өсөн һуғышсыларҙың һаны мөһим булмаған, сөнки ул Йәһүә Аллаға таянған. Аса былай тип доға ҡылған: «Эй Аллабыҙ Йәһүә, беҙгә ярҙам ит, беҙ бит һиңә таянабыҙ! Беҙ ошо ғәйәт ҙур ғәскәргә ҡаршы һинең исемең менән сыҡтыҡ» (2 Йыл. 14:11).

15 Хәбәш ғәскәренең һаны ике тапҡырға тиерлек күберәк булһа ла, Аса батша Йәһүәнең ҡеүәтле икәнен һәм үҙенең халҡына ярҙам итә алғанын белгән. Һәм шулай килеп сыҡҡан да: Йәһүә үҙ халҡын ҡотҡарыр өсөн хәбәш ғәскәрен тар-мар иткән (2 Йыл. 14:8—13).

16. Беҙ тыныслыҡ осороноң тиҙҙән тамамланасағын ҡайҙан беләбеҙ?

16 Һәр беребеҙ менән киләсәктә нимә булырын теүәл белмәһәк тә, беҙ Алла халҡы өсөн тыныс ваҡыттар ҡасан да булһа тамамланасағын беләбеҙ. Ғайса, һуңғы көндәр тураһында пәйғәмбәрлек әйтеп, үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ» (Матф. 24:9). Илсе Павел да шуға оҡшаш фекер яҙған: «Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер» (2 Тим. 3:12). Шайтан Иблис «асыуҙан ярһы[й]» һәм, был ярһыу беҙҙе урап үтер, тип уйлаһаҡ, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ (Асыл. 12:12).

17. Беҙҙең иманыбыҙ нисек һыналырға мөмкин?

17 Яҡын киләсәктә һәр беребеҙҙең иманы һыналасаҡ. Тиҙҙән «донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған... ҙур афәт килер» (Матф. 24:21). Ул ваҡытта туғандарыбыҙ беҙгә ҡаршы сығырға, ә хөкүмәт эшмәкәрлегебеҙҙе тыйырға мөмкин (Матф. 10:35, 36). Беҙ, Аса батша кеүек, Йәһүәгә таянып, унан ярҙам һәм ҡотолоу эҙләрбеҙме?

18. Еврейҙарға 10:38, 39 буйынса, беҙгә киләсәктәге ваҡиғаларға әҙерләнергә нимә ярҙам итер?

18 Йәһүә беҙҙе киләсәктәге ваҡиғаларға әҙерләр өсөн иманыбыҙҙы нығыта. Бының өсөн ул беҙгә «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша «үҙ ваҡытында» рухи аҙыҡ бирә (Матф. 24:45). Әлбиттә, беҙ үҙебеҙ ҙә Йәһүәгә иманыбыҙҙы нығытырға тейеш. (Еврейҙарға 10:38, 39-ҙы уҡығыҙ.)

19, 20. 1 Йылъяҙма 28:9-ҙағы һүҙҙәрҙе иҫәпкә алып, үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк, һәм ни өсөн был мөһим?

19 Аса батша кеүек, беҙгә лә Йәһүәне эҙләргә кәрәк (2 Йыл. 14:4; 15:1, 2). Беҙ, Йәһүә тураһында белем алып һәм һыуға сумдырылып, уны эҙләй башланыҡ. Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратыр өсөн беҙ көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙ. Үҙебеҙҙе тикшерер өсөн, мин йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмайыммы, тигән һорау бирә алабыҙ. Был осрашыуҙар беҙгә рухи көс бирә, ә ҡәрҙәштәр менән аралашыу күңелебеҙгә дәрт өҫтәй (Матф. 11:28). Һеҙ шулай уҡ үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирә алаһығыҙ: «Мин Изге Яҙманы даими рәүештә өйрәнәмме? Ғаиләле кеше булараҡ, мин үҙ ғаиләм менән ғибәҙәт ҡылыу кисен аҙна һайын үткәрәмме? Бер үҙем генә йәшәһәм, ғаиләле кешеләр һымаҡ, шәхси өйрәнеү өсөн етерлек ваҡыт бүлеп ҡуяммы? Шулай уҡ вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә үҙ шарттарымда мөмкин тиклем күберәк ҡатнашырға тырышаммы?»

20 Ни өсөн үҙебеҙгә шундай һорауҙар бирергә кәрәк? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә уй-теләктәребеҙҙе һәм йөрәктәребеҙҙе тикшерә, шуға күрә беҙгә лә быны эшләргә кәрәк. (1 Йылъяҙма 28:9-ҙы * уҡығыҙ.) Әгәр маҡсаттарыбыҙҙы, ҡараштарыбыҙҙы йә уйҙарыбыҙҙы үҙгәртергә кәрәклеген абайлаһаҡ, Йәһүәнән ярҙам һорап доға ҡылайыҡ. Киләсәктәге ваҡиғаларға әҙерләнер өсөн хәҙер иң яҡшы ваҡыт. Тыныс ваҡытты аҡыллы ҡулланырға беҙгә бер нәмә лә ҡамасауламаһын!

62-СЕ ЙЫР Яңы йыр

^ 5 абз. Һеҙ йәшәгән илдә Йәһүәгә ҡаршылыҡһыҙ хеҙмәт итеп буламы? Әгәр шулай булһа, һеҙ был тыныс ваҡытты нисек ҡулланаһығыҙ? Был мәҡәләнән беҙ Йәһүҙәлә идара иткән Аса батшаның һәм беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең тыныс ваҡытты нисек аҡыллы итеп ҡулланғанын белербеҙ. Шулай уҡ беҙ уларҙан нимәгә өйрәнә алғаныбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ.

^ 3 абз. АҢЛАТМА. «Тыныслыҡ» тигән еврей һүҙе һуғыш булмаған ваҡытҡа ғына ҡарамай. Был һүҙ шулай уҡ яҡшы сәләмәтлекте, хәүефһеҙлекте һәм именлекте аңлата.

^ 4 абз. 2 Йылъяҙма 14:2, 6, 7: «Аса үҙенең Аллаһы Йәһүә ҡарашында яҡшы һәм дөрөҫ булғанды ҡылды. Илдә тыныслыҡ хөкөм һөргәнгә, ул Йәһүҙәлә нығытылған ҡалалар торғоҙҙо. Шул йылдарҙа бер кем дә уға ҡаршы һуғыш асманы, сөнки Йәһүә уға бар дошмандарынан тыныслыҡ бирҙе. Аса йәһүдтәргә былай тигән ине: „Әйҙәгеҙ, ҡалалар төҙөйөк, уларҙы манаралы стеналар менән уратып алайыҡ, ҡапҡалар һәм биктәр ҡуяйыҡ. Ер әле лә беҙҙеке, сөнки беҙ Аллабыҙ Йәһүәне ҡалдырмайбыҙ. Беҙ уға хеҙмәт итәбеҙ, һәм ул беҙгә тирә-яғыбыҙҙағы бар дошмандарҙан тыныслыҡ бирҙе“. Улар төҙөү эштәренә кереште һәм уңышлы булды».

^ 20 абз. 1 Йылъяҙма 28:9: «Сөләймән, улым, һиңә иһә һүҙем шул: атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бер бөтөн йөрәк менән, йән-тән менән хеҙмәт ит, сөнки Йәһүә бөтә йөрәктәрҙе тикшерә һәм бөтә уй-теләктәрҙе белеп ала. Уны эҙләһәң, табырһың. Уны ҡалдырһаң, ул һине мәңгегә кире ҡағыр».

^ 59 абз. РӘСЕМДӘ: Аса батша үҙенең өләсәһе Мааханы халыҡты ялған илаһҡа табынырға дәртләндергәне өсөн батшабикә дәрәжәһенән төшөргән. Асаның тоғро кешеләре боттарҙы ҡыйрата.

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: бер пар ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итер өсөн тормошон ябайлаштыра.