Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Вәғәзсе 5:8-ҙәге һүҙҙәр кешеләрҙең идарасыларына ғынамы йә Йәһүәгә лә ҡағыламы?

Был аятта былай тиелә: «Төбәгеңдә ярлыны йәберләгәндәрен, ғәҙеллек менән тәҡүәлекте боҙғандарын күрһәң, ғәжәпләнмә. Сөнки түрәне унан өҫтөн булған башҡа берәү күҙәтеп тора, һәм уларҙан өҫтөнөрәк булғандар ҙа бар» (Вәғ. 5:8).

Алланы иҫәпкә алмаһаҡ, был аятта һүҙ хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр тураһында ғына барған һымаҡ күренә. Әммә яҡшыраҡ уйланһаҡ, бында Йәһүә тураһында бер хәҡиҡәт асыҡлана, һәм был хәҡиҡәт беҙҙе йыуата һәм нығыта ала.

Вәғәзсе 5:8-ҙә ярлыларҙы йәберләгән һәм ғәҙеллекте боҙған идарасы тураһында әйтелә. Ғәҙәттә, ундай идарасыны дәрәжәһе буйынса юғарыраҡ һәм күберәк хакимлыҡҡа эйә булған башҡа бер идарасы күҙәтә. Ә юғары дәрәжәле кеше өҫтөнән тағы ла юғарырағы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө дәрәжәле идарасылар коррупцияға бирелгән булырға мөмкин, һәм бының арҡаһында ябай кешеләр ғазап кисерә.

Хәл ни тиклем генә ауыр булып күренһә лә, хатта иң юғары дәрәжәле хакимды ла Йәһүә күҙәтеп тора. Быны белеү беҙҙе йыуата (Зәб. 55:22; Флп. 4:6, 7). Беҙ шуны беләбеҙ: «Йәһүә, үҙенең көс-ҡеүәтен күңелдәре тулыһынса үҙенә тоғро булғандар файҙаһына күрһәтер өсөн, бөтә ер йөҙөн күҙҙән кисерә» (2 Йыл. 16:9).

Һөҙөмтә яһайыҡ. Вәғәзсе 5:8-ҙә кеше дәүләттәрендәге хәл тасуирлана: һәр идарасы өҫтөнән юғарыраҡ дәрәжәгә эйә булған идарасы бар. Әммә иң мөһиме, был аят беҙгә Йәһүәнең иң юғары дәрәжәгә эйә булғанын иҫебеҙгә төшөрә. Хәҙер ул күктәге Батшалыҡтың Батшаһы — үҙенең улы Ғайса Мәсих аша идара итә. Бар нәмәне күҙҙән кисергән Алла тулыһынса ғәҙел, һәм уның Улы тураһында ла шуны уҡ әйтеп була.