Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Рухи ғаиләгеҙгә яҡынлашығыҙ

Рухи ғаиләгеҙгә яҡынлашығыҙ

«Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына... күтәреләм» (ЯХЪЯ 20:17).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Тоғро кешеләр Йәһүә менән ниндәй мөнәсәбәттәргә эйә була ала?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ҙур ғаиләһе бар. Уның ғаиләһенә Ғайса Мәсих, барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең беренсеһе, һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләр керә (Яхъя 1:3; Зәб. 103:20). Шулай уҡ тоғро кешеләр ҙә Йәһүәгә «Атай» тип мөрәжәғәт итә ала. Быны беҙ Ғайсаның шәкерттәренә әйткән һүҙҙәренән күрә алабыҙ. Ул уларға былай тигән: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына... күтәреләм» (Яхъя 20:17). Шуға күрә, ғүмеребеҙҙе Йәһүәгә бағышлап һәм һыуға сумдырылып, беҙ ҡәрҙәштәрҙән торған рухи ғаиләгә ҡушылабыҙ (Марк 10:29, 30).

2. Был мәҡәләлә беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

2 Ҡайһы берәүҙәргә Йәһүәгә ҡайғыртыусан Атайға ҡараған һымаҡ ҡарарға ауыр. Ә ҡайһы берәүҙәргә ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыу күрһәтергә еңел булмаҫҡа мөмкин. Был мәҡәлә шуны күрһәтер: баланың үҙ атаһы менән яҡын мөнәсәбәттәре булған кеүек, беҙҙең дә Алла менән шундай уҡ мөнәсәбәттәр була ала. Йәһүәнең Ғайса менән нисек мөғәмәлә иткәне беҙҙе быға инандырыр. Шулай уҡ ҡәрҙәштәр менән мөғәмәлә иткәндә, Йәһүәнән нисек үрнәк алып булғанын белербеҙ.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕҢ ҮҘЕНӘ ЯҠЫН БУЛЫУЫБЫҘҘЫ ТЕЛӘЙ

3. Өлгөлө доғаның һүҙҙәре нисек Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә?

3 Йәһүә беҙҙең буйһоноуыбыҙҙы талап иткән түрә түгел, ә һәр ваҡытта ла тыңларға һәм ярҙам итергә әҙер булған игелекле Атабыҙ. Ғайсаның Йәһүә менән шундай яҡын мөнәсәбәттәре булған, һәм ул беҙҙең дә Йәһүәгә яҡын булыуыбыҙҙы теләй. Быны уның өлгөлө доғаһынан күреп була. Шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткәндә, ул Йәһүәгә «Күктәге Атабыҙ» тигән һүҙҙәр менән мөрәжәғәт иткән (Матф. 6:9). Изге Яҙмала Йәһүәнең «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе», «Барлыҡҡа килтереүсе», «Мәңгелек Батша» тигән титулдары килтерелгән. Ғайса беҙҙе ошо титулдарҙы ҡулланырға өйрәтә алыр ине (Баш. 49:25; Ишағ. 40:28; 1 Тим. 1:17). Әммә ул Йәһүәгә йылы итеп «Атай» тип мөрәжәғәт итә.

4. Йәһүә беҙҙең үҙенә яҡынлашыуыбыҙҙы теләйме? Аңлатығыҙ.

4 Һеҙ Йәһүәне үҙегеҙҙе яратҡан Атай итеп күрәһегеҙме? Ҡайһы берәүҙәргә был еңел түгел. Бала саҡтары ауыр булғанға күрә, уларға ҡайғыртыусан Атайҙы күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Әммә Йәһүә беҙҙең хистәребеҙҙе аңлай һәм уларҙы нимә тыуҙырғанын белә. Был күңелде бик йылыта! Йәһүә беҙҙең уның менән яҡын мөнәсәбәттәр булыуын теләй, шуға күрә Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡ. 4:8). Йәһүә беҙҙе ярата һәм беҙҙең өсөн иң яҡшы Атай булырға теләй.

5. Лука 10:22 буйынса, Ғайса беҙгә Йәһүәгә яҡынлашырға нисек ярҙам итә?

5 Ғайса беҙгә Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә. Ул Йәһүәне бик яҡшы белә һәм уның сифаттарын камил рәүештә сағылдыра, шуға күрә ул былай тип әйтә алған: «Мине күргән кеше Атаны ла күргән була» (Яхъя 14:9). Ғайса, беҙҙең өлкән ағайыбыҙ кеүек, күктәге Атабыҙҙы хөрмәт итергә һәм тыңларға өйрәтә. Шулай уҡ Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен һәм уны көйөндөрмәҫ өсөн нимә эшләмәҫкә икәнен аңлата. Ә уның ерҙәге тормошо Йәһүәнең игелеге һәм яратыуы тураһында бик күпте аса. (Лука 10:22-не уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

Яратҡан Атай булараҡ, Йәһүә, фәрештәһен ебәреп, үҙ Улын нығытҡан (6-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

6. Йәһүә Ғайсаның доғаларын тыңлағанмы? Миҫалдар килтерегеҙ.

6 Йәһүә үҙ балаларының доғаларын тыңлай. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның осрағына иғтибар итәйек. Ерҙә булғанда, ул Атаһына йыш доға ҡылған, һәм Атаһы уны иғтибар менән тыңлаған (Лука 5:16). Йәһүә үҙ Улының етди ҡарарҙар ҡабул итер алдынан, мәҫәлән, 12 илсеһен һайлар алдынан ҡылған доғаларын тыңлаған (Лука 6:12, 13). Шулай уҡ Ғайса тормошоноң ауыр ваҡыттарында ла бик күп доға ҡылған. Мәҫәлән, Йәһүҙә Искариот хыянат иткән төндә Ғайса бар һынауҙарҙы еңеп сығыр өсөн Атаһынан көс һораған. Йәһүә ҡәҙерле Улының доғаһын тыңлап ҡына ҡалмаған, ә уны нығытыр өсөн бер фәрештәне ебәргән (Лука 22:41—44).

7. Йәһүәнең доғаларыбыҙҙы ишеткәнен белеү һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?

7 Бөгөн Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең доғаларын тыңлай һәм уларға иң яҡшы ваҡытта һәм иң яҡшы ысул менән яуап бирә (Зәб. 116:1, 2). Һиндостандан бер апай-ҡәрҙәшебеҙ быға үҙе инанған. Уның етди эмоциональ проблемалары булған. Ул Йәһүәгә был турала ҡайнар доға ҡылған. Ул былай тип бүлешә: «Телевидениебыҙҙағы 2019 йылдың май айының сығарылышында борсолоу һәм бойоғоу хисен нисек еңеп булғаны тураһында әйтелгән ине. Был сығарылыш минең өсөн булды. Мин уны доғама яуап итеп ҡабул иттем».

8. Йәһүә Ғайсаға үҙ яратыуын нисек күрһәткән?

8 Ерҙә йәшәгән Улы хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртҡан кеүек, Йәһүә беҙҙе лә наҙлы ярата һәм ҡайғырта (Яхъя 5:20). Ул Ғайсаның рухи, эмоциональ һәм физик ихтыяждарын ҡайғыртҡан. Шулай уҡ Йәһүә үҙ Улын маҡтаған һәм яратыуына ышандырған (Матф. 3:16, 17). Ғайса һәр ваҡытта Атаһына таяна алғанын белгән, шуға күрә ул үҙен бер ҡасан да яңғыҙ хис итмәгән (Яхъя 8:16).

9. Йәһүәнең яратыуына һеҙҙе нимә инандыра?

9 Ғайса һымаҡ, һәр беребеҙҙең Йәһүәнең яратыуын күп тапҡыр тойғаны бар. Йәһүә беҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ. Ул беҙҙе үҙенә йәлеп иткән, шулай уҡ беҙгә эмоциональ яҡтан нығытҡан, ҡайғыларыбыҙҙы һәм шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡан рухи ғаилә бүләк иткән (Яхъя 6:44). Йәһүә иманыбыҙҙы нығытыр өсөн мул рухи аҙыҡ биреп тора. Ул шулай уҡ беҙҙең көндәлек матди ихтыяждарыбыҙҙы ҡайғырта (Матф. 6:31, 32). Йәһүәнең яратыуы тураһында күберәк уйланған һайын, беҙҙең дә уға ҡарата яратыуыбыҙ үҫә.

ҠӘРҘӘШТӘР МЕНӘН МӨҒӘМӘЛӘ ИТКӘНДӘ, ЙӘҺҮӘНӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

10. Йәһүәнең ҡәрҙәштәр менән мөғәмәлә итеүе беҙҙе нимәгә өйрәтә?

10 Йәһүә беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙҙе ярата, ә беҙгә яратыуыбыҙ тураһында әйтергә һәм уны күрһәтергә ҡайһы ваҡыт еңел түгел. Быға аптырарға кәрәкмәй, сөнки беҙ төрлө мәҙәниәттә үҫкәнбеҙ һәм төрлө тәрбиә алғанбыҙ. Өҫтәүенә, беҙ ҡайһы ваҡыт башҡаларҙың йәнен көйҙөрә алған хаталар яһайбыҙ. Шулай ҙа, рухи ғаиләбеҙҙә яратыу хөкөм һөрһөн өсөн, беҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. Бының өсөн ҡәрҙәштәргә яратыу күрһәтеүҙә Йәһүәнән өлгө алырға кәрәк (Ефес. 5:1, 2; 1 Яхъя 4:19). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнән нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

11. Ғайса нисек Йәһүәнең ҡыҙғаныусан булғанынан өлгө алған?

11 «Йәһүә ҡыҙғаныусан» Алла (Зәб. 145:8). Ҡыҙғаныусан булғанға, Йәһүә берәйһенең ғазапланғанын күрһә, үҙе лә күңел әрнеүе тоя. Ул шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Ғайса Мәсих, кешеләр менән мөғәмәлә иткәндә, Йәһүәнән өлгө алған (Яхъя 5:19). Бер ваҡыт «ул, халыҡ төркөмдәрен күреп», уларҙы ҡыҙғанған, «сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж» булған (Матф. 9:36). Әммә Ғайса кешеләрҙе ҡыҙғанып ҡына ҡалмаған, ул ауырығандарҙы һауыҡтырған һәм «ауыр йөктән интегеүселәргә» ярҙам итергә тырышҡан (Матф. 11:28—30; 14:14).

Ҡәрҙәштәргә ҡарата Йәһүә һымаҡ ҡыҙғаныусан һәм йомарт булығыҙ (12—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

12. Беҙ нисек ҡәрҙәштәргә ҡарата ҡыҙғаныусан була алабыҙ?

12 Әгәр ҡәрҙәштәргә ҡарата ҡыҙғаныусан булырға теләһәк, беҙгә уларҙың ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡаны тураһында уйланып алырға кәрәк. Әйтәйек, апай-ҡәрҙәшебеҙҙең һаулыҡ менән бәйле етди ауырлыҡтары бар, ти. Үҙе зарланмаһа ла, берәйһе ярҙам тәҡдим итһә, ул бик рәхмәтле булыр ине. Уға өй эштәрен башҡарырға еңелме? Ә, бәлки, уға өй йыйыштырыуҙа йә ризыҡ әҙерләүҙә ярҙам итергә кәрәктер? Йә, әйтәйек, ағай-ҡәрҙәшебеҙ эшен юғалтҡан, ти. Ул эш тапҡансы, аҡса бүләк итһәгеҙ, уға еңелерәк булыр ине. Аҡсаның кемдән икәнен әйтмәйенсә лә биреп була.

13, 14. Йәһүәнән өлгө алып, беҙ нисек йомарт була алабыҙ?

13 Йәһүә йомарт (Матф. 5:45). Беҙгә ҡәрҙәштәрҙең ярҙам һорауын көтөп торорға кәрәк түгел. Йәһүә һымаҡ, беҙ үҙебеҙ беренсе аҙым яһай алабыҙ. Кешеләр ҡояш сығыуын һорамаһа ла, Йәһүә бит уны һәр көн бирә. Ә ҡояш Аллаға рәхмәт әйткәндәрҙе лә, әйтмәгәндәрҙе лә йылыта. Ризалашырһығыҙҙыр, Йәһүәнең яратыуы беҙҙең ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртыуында сағыла. Беҙ Йәһүәне игелекле һәм йомарт булғаны өсөн бик ныҡ яратабыҙ.

14 Күктәге Атабыҙҙан өлгө алып, күп кенә ҡәрҙәштәребеҙ кәрәк саҡта йомартлыҡ сағылдыра. Мәҫәлән, 2013 йылда Филиппин утрауҙарына «Хайян» тигән көслө тайфун ябырылған. Ул ваҡыттарҙа күп кенә ҡәрҙәштәребеҙ өйҙәрен һәм мөлкәтен юғалтҡан. Әммә бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ шунда уҡ ярҙамға килгән. Күптәр аҡсалата ярҙам иткән йә торғоҙоу эштәрендә ҡатнашҡан. Шул афәттән һуң бер йыл да үтмәгән, ә ҡәрҙәштәребеҙ яҡынса 750 йортто ремонтлаған йә яңынан төҙөгән. COVID-19 пандемияһы ваҡытында ла Йәһүә шаһиттарының бер-береһенә ярҙам итергә әҙер булыуы асыҡ күренә. Рухи ғаиләбеҙҙең берәй ағзаһы бәләгә осрағанда, беҙ шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Шулай итеп беҙ уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

15, 16. Лука 6:36 буйынса, беҙ Күктәге Атабыҙҙан нисек өлгө ала алабыҙ?

15 Йәһүә шәфҡәтле һәм кисерергә әҙер. (Лука 6:36-ны уҡығыҙ.) Беҙ быны көн һайын тоябыҙ (Зәб. 103:10—14). Ғайса ла, шәкерттәренең етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, уларға шәфҡәтлек күрһәткән. Бынан тыш, беҙҙең гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн, ул үҙ ғүмерен ҡорбан иткән (1 Яхъя 2:1, 2). Йәһүәнең һәм Ғайсаның шәфҡәтле һәм кисереүсән булыуҙары беҙҙе уларға йәлеп итә.

16 Рухи ғаиләбеҙҙә мөхәббәт бәйләнештәре тағы ла нығыраҡ булһын өсөн, беҙгә бер-беребеҙҙе ихлас күңелдән кисерергә кәрәк (Ефес. 4:32). Әлбиттә, ҡайһы ваҡыт ғәфү итергә еңел булмаҫҡа мөмкин, бының өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Бер апай-ҡәрҙәшебеҙгә «Бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисерегеҙ» тигән мәҡәлә ярҙам иткән *. Ул былай тип яҙа: «Был мәҡәлә миңә кисереүгә башҡа яҡтан ҡарарға һәм уның яҡшы яҡтарын күрергә ярҙам итте. Унда былай тип әйтелгән ине: „Башҡаларҙы кисерергә әҙер булыу, һеҙ уларҙың дөрөҫ булмаған тотошон хупларға йәки ундай тәртип килтергән зыянды кәметеп күрһәтергә тейеш, тигәнде аңлатмай. Кисереү башҡаларҙың дөрөҫ булмаған тәртиптәре арҡаһында бүтән ҡайғырмау һәм йөрәктә тыныслыҡ һаҡлауҙы аңлата“». Әгәр ҡәрҙәштәрҙе кисерһәк һәм уларға үпкә һаҡламаһаҡ, беҙ уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ һәм Йәһүә Атайыбыҙҙан өлгө алабыҙ.

АЛЛА ҒАИЛӘҺЕНДӘ БУЛЫУ ХӨРМӘТЕН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

Балалар ҙа, ололар ҙа ҡәрҙәштәр хаҡында эскерһеҙ ҡайғырта ала (17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17. Матфей 5:16 буйынса, беҙ күктәге Атабыҙҙы нисек данлай алабыҙ?

17 Яратыу сағылдырған бөтә донъя ҡәрҙәшлектә булыу — ҙур хөрмәт. Беҙ мөмкин тиклем күберәк кешенең Йәһүәгә хеҙмәт итә башлауын теләйбеҙ. Шуға күрә, күктәге Атабыҙҙың һәм уның халҡының исеменә тап төшөрмәҫ өсөн, беҙ үҙебеҙҙе дөрөҫ тоторға тейеш. Шулай эшләп, беҙ кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп итә алабыҙ. (Матфей 5:16-ны уҡығыҙ.)

18. Ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә нимә ярҙам итер?

18 Беҙ күктәге Атабыҙға тыңлаусан булғанға, ҡайһы ваҡыт кешеләр беҙҙән мыҫҡыллап көлә йә хатта эҙәрләй. Шул саҡта вәғәзләүе еңел булмаҫҡа мөмкин. Беҙгә нимә ҡыйыулыҡ өҫтәр? Беҙ һәр ваҡыт Йәһүәнең һәм уның Улының ярҙамына таяна алабыҙ. Ғайса үҙ шәкерттәрен бындай һүҙҙәр менән нығытҡан: «Нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер. Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр» (Матф. 10:19, 20).

19. Нисек итеп Алланың изге рухы беҙгә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.

19 Көньяҡ Африкала йәшәгән Роберт исемле йәш кешенең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул Изге Яҙманы өйрәнә башлағанда һәм уның белеме әле бик күп булмағанда, уны хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн суд алдына баҫтырғандар. Ул ҡыйыулыҡ менән: «Мин ҡәрҙәштәремде бик яратам, шуға күрә ҡулыма ҡорал алмайым», — тип әйткән. Роберт Йәһүәнең ғаиләһендә булыу мөмкинлеген бик ҡәҙерләгән. Судья унан: «Кем һинең ҡәрҙәштәрең?» — тип һораған. Роберт был һорауға әҙер булмаған, шуға күрә башына килгән иң беренсе фекерҙе — көндәлек аятты әйткән: «Кем Күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә» (Матф. 12:50). Роберт күптән түгел генә Изге Яҙманы өйрәнһә лә, Алланың изге рухы уға көтөлмәгән һорауҙарға яуап ҡайтарырға ярҙам иткән. Һис шикһеҙ, Йәһүә Роберт менән бик ғорурланған. Беҙ ҙә ауыр шарттарҙа шаһитлыҡ бирер өсөн Йәһүәгә таянғанда, ул беҙҙең менән ғорурлана.

20. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ? (Яхъя 17:11, 15).

20 Әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәнең рухи ғаиләһендә булыу хөрмәтен ҡәҙерләйек! Беҙҙең иң яҡшы Атайыбыҙ һәм тоғро ҡәрҙәштәребеҙ бар. Быны бер ҡасан да ғәҙәти нәмә тип һанамайыҡ. Шайтан Иблис һәм уның хеҙмәтселәре Йәһүәнең яратыуына шиктәр тыуҙырыр өсөн һәм берҙәмлегебеҙҙе емерер өсөн барыһын эшләй. Ғайса быны аңлаған, шуға күрә рухи ғаиләбеҙ берҙәм булып ҡалһын өсөн Йәһүәнән ярҙам һораған. (Яхъя 17:11, 15-те уҡығыҙ.) Йәһүә уның доғаһына яуап бирә. Ғайса бер ҡасан да Йәһүәнең яратыуына һәм ярҙам итеүенә шикләнмәгән. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Йәһүәгә һәм рухи ғаиләбеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булырға ынтылайыҡ!

99-СЫ ЙЫР Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп

^ 5 абз. Ҡайғыртыусан рухи ғаиләнең өлөшө булыу — беҙҙең өсөн ҙур бәхет! Беҙ барыбыҙ ҙа ҡәрҙәштәребеҙ менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға теләйбеҙ, ә бының өсөн беҙгә башҡалар менән Йәһүә мөғәмәлә иткәндәй мөғәмәлә итергә кәрәк. Бынан тыш, беҙ Ғайса Мәсихтән һәм ҡәрҙәштәрҙән өлгө ала алабыҙ.

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса Гефсиманияла доға ҡылғанда, Йәһүә уны нығытыр өсөн фәрештәһен ебәргән.

^ 59 абз. РӘСЕМДӘ: COVID-19 пандемияһы ваҡытында күп Йәһүә шаһиттары үҙ ҡәрҙәштәренә аҙыҡ-түлек килтергән.

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: төрмәлә ултырған ағай-ҡәрҙәште нығытыр өсөн бәләкәй ҡыҙыҡай һүрәт төшөрә, ә әсәһе уға ярҙам итә.