Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

39-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Яҡын кешебеҙ Йәһүәне ҡалдырғанда

Яҡын кешебеҙ Йәһүәне ҡалдырғанда

«Нисәмә тапҡыр улар... уның күңелен әрнетте!» (ЗӘБ. 78:40).

102-СЕ ЙЫР Хәлһеҙҙәргә ярҙам итәйек

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Туғаны йыйылыштан сығарылған мәсихсе нимә хис итергә мөмкин?

ЯҠЫН кешеңде йыйылыштан сығарһалар, был көслө күңел әрнеүе килтерә. Бәлки, һеҙгә шундай хистәр таныштыр. Бына нимә тип һөйләй Хильда * исемле апай-ҡәрҙәш: «41 йыл бергә ғүмер иткән ҡәҙерле ирем үлеп киткәс, мин бынан да ауырыраҡ нәмә була алмай, тип уйлаған инем. Әммә улымдың хәҡиҡәтте, ҡатынын һәм балаларын ташлап китеүе миңә тағы ла ҙурыраҡ ҡайғы килтерҙе».

Йәһүә йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәштең ғаиләһе ниндәй ҡайғы кисергәнен аңлай (2, 3-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

2, 3. Зәбур 78:40, 41 буйынса, берәй хеҙмәтсеһе хәҡиҡәттән китһә, Йәһүә нимә хис итә?

2 Ҡайһы бер фәрештәләр, Йәһүәнең ғаиләһен ҡалдырып киткәс, был уға ниндәй әрнеү килтергәне тураһында уйлап ҡарағыҙ (Йәһ. 6). Ә уның һайланған халҡы уға ҡаршы ҡат-ҡат баш күтәргәндә, ул нимә хис иткән? Быларҙың барыһы Йәһүәгә ҙур ҡайғы килтергән. (Зәбур 78:40, 41-ҙе * уҡығыҙ.) Беҙҙең туғандарыбыҙ йыйылыштан китһә, был Йәһүәгә лә әрнеү килтерә. Шуға күрә ул һеҙҙең хистәрегеҙҙе бик яҡшы аңлай. Ҡайғыртыусан Аллабыҙ, һис шикһеҙ, һеҙҙе йыуатыр.

3 Йәһүә беҙгә юғалтыу хәсрәтен еңергә ярҙам итһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк? Ә беҙ ундай ҡәрҙәштәрҙе нисек йыуата алабыҙ? Ошо һорауҙар был мәҡәләлә ҡаралыр. Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, беҙгә ниндәй фекер йөрөтөүҙән ҡасырға кәрәклеген ҡарап сығайыҡ.

ҮҘ-ҮҘЕГЕҘҘЕ ҒӘЙЕПЛӘМӘГЕҘ

4. Балаһы хәҡиҡәтте ҡалдырған атай-әсәйҙәр ниндәй хистәр тоя?

4 Балалары хәҡиҡәттән киткән атай-әсәйҙәр йыш ҡына, балабыҙға хәҡиҡәттә ҡалырға ярҙам итер өсөн барыһын да эшләнекме, тип үҙ-үҙҙәренә һорау бирә. Улы йыйылыштан сығарылған Льюис исемле ағай-ҡәрҙәш үҙенең хистәрен былай итеп тасуирлай: «Мин үҙ-үҙемде ғәйепләнем. Йоҡлағанда миңә ҡурҡыныс төштәр керә ине. Ҡайһы ваҡыт мин күҙ йәштәремде тыя алмай инем, һәм йөрәгем һыҡтай ине». Элизабет исемле апай-ҡәрҙәшебеҙ шундай уҡ ауырлыҡ менән осрашҡас, бындай һүҙҙәр әйткән: «Әсәй булараҡ, мин нимәне дөрөҫ эшләмәнем икән? Улымдың хәҡиҡәттән китеүе — минең ғәйебем».

5. Кеше Йәһүәне ҡалдырырға ҡарар итһә, бының өсөн кем яуаплы?

5 Онотмайыҡ: Йәһүә беҙҙең һәр беребеҙгә һайлау ирке биргән, шуға күрә уны тыңларғамы, юҡмы икәнен беҙ үҙебеҙ һайлайбыҙ. Атай-әсәйҙәре яҡшы үрнәк бирмәгән ҡайһы бер йәштәр Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар итә һәм уға тоғро булып ҡала. Ә ҡайһы бер ғаиләләрҙә атай-әсәйҙәр балаларын Изге Яҙмалағы принциптар буйынса тәрбиәләр өсөн бар көсөн һалһа ла, балалары, үҫеп еткәс, хәҡиҡәттән китә. Нисек кенә булһа ла, беҙҙең һәр беребеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен үҙе һайлай (Еш. 24:15). Шуға күрә ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, балаларығыҙ хәҡиҡәттән китһә, зинһар, үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ.

6. Атай-әсәйҙәре Йәһүәне ҡалдырһа, балалар үҙҙәрен нисек хис итә?

6 Ә ҡайһы ваҡыт атай-әсәйҙәрҙең береһе хәҡиҡәтте ҡалдыра. Ул хатта ғаиләнән дә китергә мөмкин (Зәб. 27:10). Был балаға ҙур зыян килтерә ала. Улар бит атай-әсәйҙәренән өлгө ала һәм улар менән һоҡлана. Атаһы йыйылыштан сығарылған Эстер былай тип һөйләй: «Мин йыш иланым, сөнки атайым хәҡиҡәткә битараф ҡына булып ҡалманы, ә белә тороп Йәһүәне ҡалдырҙы. Мин атайымды бик яратам, шуға күрә ул йыйылыштан сығарылғас, уның өсөн һәр ваҡыт борсолдом. Мине хатта ваҡыт-ваҡыт көслө ҡурҡыу хисе солғап ала торғайны».

7. Ата-әсәһе йыйылыштан сығарылған балаға Йәһүә нисек ҡарай?

7 Ҡәҙерле йәш ҡәрҙәштәребеҙ, әгәр атай-әсәйегеҙ йыйылышты ҡалдырған булһа, беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙең күңел әрнеүегеҙҙе белә. Ул һеҙҙе бик ярата һәм тоғро булыуығыҙҙы ҡәҙерләй. Беҙ ҙә, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ, һеҙҙе бик яратабыҙ! Шуны онотмағыҙ: һеҙ атай-әсәйегеҙҙең ҡарарҙары өсөн яуаплы түгел. Юғарыла әйтелгәнсә, Йәһүә һәр кешегә һайлау ирке биргән, шуға күрә бағышланған һәм һыуға сумдырылған һәр мәсихсе «үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш» (Гал. 6:5).

8. Йыйылыштан сығарылған яҡыныбыҙҙың Йәһүәгә ҡайтыуын көткәндә, нимә эшләп була? (« Йәһүәгә кире ҡайт» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

8 Ҡәҙерле кешебеҙ Йәһүәне ҡалдырғанда, беҙ, әлбиттә, уның кире ҡайтыуын өмөтләнеп көтәбеҙ. Әммә уның йыйылышҡа ҡайтыуын көткән арала беҙ нимә эшләй алабыҙ? Беҙгә, бар көсөбөҙҙө һалып, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе нығытырға кәрәк. Шулай эшләһәк, беҙ туғандарыбыҙ өсөн дә, бәлки, хатта йыйылыштан сығарылған яҡын кешебеҙ өсөн дә яҡшы өлгө була алырбыҙ. Ә шулай уҡ был беҙгә ауыр хистәр менән көрәшергә ярҙам итер. Әйҙәгеҙ, рухилығыбыҙҙы нығыта алған ҡайһы бер ғәмәли аҙымдарҙы ҡарап сығайыҡ.

БЕҘГӘ РУХИ ЯҠТАН НЫҠ ҠАЛЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

9. Беҙгә иманыбыҙҙы нығытырға нимә ярҙам итер? (« Йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәштең туғандарын йыуата алған аяттар» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

9 Артабан да рухи эштәр графигы буйынса йәшәгеҙ. Һеҙгә үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла рухи яҡтан нығытып тороу мөһим. Быны нисек эшләп була? Йәһүәнән көс алыр өсөн һәр ваҡыт Изге Яҙманы уҡығыҙ, уның өҫтөндә уйланығыҙ, шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмағыҙ. Атаһы һәм апаһы хәҡиҡәтте ҡалдырған Джоанна апай-ҡәрҙәш былай ти: «Әбиғиә, Әсфирә, Әйүп, Йософ һәм Ғайса тураһында уҡыу мине тынысландыра. Уларҙың миҫалдары минең аҡылымды һәм йөрәгемде ыңғай фекерҙәр менән тултыра, һәм был минең күңел әрнеүемде баҫа. Шулай уҡ мине телевидениебыҙҙағы йырҙар бик рухландыра».

10. Зәбур 32:6—8-ҙәге һүҙҙәр беҙгә ауыр хистәр менән көрәшергә нисек ярҙам итә?

10 Йәһүәгә барыһын да һөйләгеҙ. Айырыуса һеҙҙе ауыр хистәр борсоғанда, уға өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ. Йәһүәнән тыуған хәлгә уның күҙҙәре менән ҡарарға ярҙам итеүен һорағыҙ. Шул ваҡытта ул һеҙгә аңлау һәләте бирер һәм дөрөҫ юлға өйрәтер. (Зәбур 32:6—8-ҙе * уҡығыҙ.) Әлбиттә, ысынында нимә хис иткәнебеҙҙе Йәһүәгә һөйләп биреүе еңел булмаҫҡа мөмкин, әммә ул күңел әрнеүебеҙҙе аңлай. Йәһүә беҙҙе бик ярата һәм үҙенә күңелебеҙҙе бушатырға саҡыра (Сығ. 34:6; Зәб. 62:7, 8).

11. Еврейҙарға 12:11 буйынса, ни өсөн беҙгә Йәһүәнең төҙәтеүен ҡабул итергә кәрәк? (« Йыйылыштан сығарыу — Йәһүәнең яратыу сағылдырған төҙәтеү сараһы» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

11 Өлкәндәрҙең ҡарарҙарын ҡабул итегеҙ. Йыйылыштан сығарыу — Йәһүә урынлаштырған төҙәтеү сараһы. Ул быны яратыуҙан сығып эшләй, һәм был сара бөтәһенә лә, шул иҫәптән гонаһ ҡылған мәсихсегә лә файҙа килтерә. (Еврейҙарға 12:11-ҙе уҡығыҙ.) Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр өлкәндәрҙең ҡарарын тәнҡитләргә мөмкин. Ундай ҡәрҙәштәр, ғәҙәттә, йыйылыштан сығарылған кешенең насар яҡтары тураһында әйтеп бөтөрмәй. Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим: беҙ бөтә факттарҙы белмәҫкә мөмкин. Шуға күрә өлкәндәрҙең Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итергә тырышҡанын һәм «Йәһүә өсөн хөкөм» иткәнен танырға кәрәк (2 Йыл. 19:6).

12. Йәһүәнең төҙәтеү саралары менән ризалашыу ниндәй файҙа килтерә? Миҫал килтерегеҙ.

12 Һеҙ, өлкәндәрҙең ҡарары менән ризалашып, йыйылыштан сығарылған яҡын кешегеҙгә Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам итәһегеҙ. Юғарыла иҫкә алынған Элизабет былай тип бүлешә: «Улыбыҙ менән аралашыуҙы өҙөү беҙҙең өсөн бик ауыр булды, әммә Йәһүәгә кире ҡайтҡас, улыбыҙ йыйылыштан сығарыу ҡарарының дөрөҫ булғанын таныны. Ул был осраҡтан күп һабаҡтар алғаны тураһында әйтте. Хәҙер мин Йәһүәнең барыһын да дөрөҫ эшләгәненә бер ҙә шикләнмәйем». Ә Элизабеттың ире Марк бына нимә ти: «Һуңыраҡ улыбыҙ, һеҙҙең минең менән аралашмай башлауығыҙ мине Йәһүәгә ҡайтырға этәрҙе, тип әйтте. Йәһүә беҙгә үҙенә тыңлаусан булып ҡалырға ярҙам иткәненә мин бик шат».

13. Ауыр хистәрҙе еңергә һеҙгә нимә ярҙам итә ала?

13 Яҡын дуҫтарығыҙға хистәрегеҙҙе һөйләп бирегеҙ. Ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә алған етлеккән мәсихселәр менән аралашығыҙ (Ғиб. һүҙ. 12:25; 17:17). Юғарыла иҫкә алынған Джоанна былай ти: «Мин үҙемде яңғыҙ тоя инем, әммә ышаныслы дуҫтарым менән аралашыу миңә көс өҫтәне». Ә ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең һүҙҙәре һеҙгә ауыртыу килтерһә, быға нисек ҡарарға?

14. Ни өсөн беҙгә артабан да бер-беребеҙгә түҙемле булырға һәм бер-беребеҙҙе кисерергә кәрәк?

14 Ҡәрҙәштәргә үпкәләмәгеҙ. Башҡаларҙы йыуатыр өсөн дөрөҫ һүҙҙәр табыу еңел булмаҫҡа мөмкин (Яҡ. 3:2). Беҙҙең беребеҙ ҙә камил түгел, шуға күрә кемдер рәнйеткес һүҙҙәр әйтһә, быға ғәжәпләнмәгеҙ. Илсе Павелдың бындай кәңәшен иҫтә тотоғоҙ: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ» (Кол. 3:13). Улы йыйылыштан сығарылған бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Йәһүә миңә ҡәрҙәштәрҙе кисерергә ярҙам итте, сөнки улар, килеп сыҡмаһа ла, мине йыуатырға тырышты». Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, туғандары йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәштәргә йыйылыш нисек ярҙам итә алғанын ҡарап сығайыҡ.

ЙЫЙЫЛЫШ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

15. Йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәштең туғандарына нисек ярҙам итеп була?

15 Йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәштең ғаиләһенә йылы мөнәсәбәт күрһәтегеҙ. Ҡустыһы йыйылыштан сығарылғас, Мириамға йыйылыш осрашыуҙарына барыуы уңайһыҙ булған. Ул былай тип һөйләй: «Мин, ҡәрҙәштәр нимә әйтер, тип ҡурҡа инем. Әммә дуҫтарым ҡайғымды уртаҡлашты һәм шул уҡ ваҡытта ҡустым тураһында насар һөйләмәне. Мин уларға бик рәхмәтлемен. Ҡайғы ваҡытында мин бер үҙем ҡалманым». Ә башҡа бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Улыбыҙ йыйылыштан сығарылғас, яҡын дуҫтарыбыҙ беҙҙе нығытты. Уларҙың ҡайһы берҙәре нимә әйтергә лә белмәй ине. Кемдер минең менән бергә иланы, кемдер һуңыраҡ открыткалар ебәрҙе. Мин быларҙың барыһына ла бик мохтаж инем».

16. Беҙ йыйылыштан сығарылған кешенең туғандарына нисек таяныс була алабыҙ?

16 Йыйылыштан сығарылған кешенең ғаиләһендә Йәһүәгә тоғро ҡалған башҡа ғаилә ағзаларын артабан да нығытып тороғоҙ. Хәҙер улар һеҙҙең яратыуығыҙға һәм ҡайғыртыуығыҙға айырыуса мохтаж (Евр. 10:24, 25). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыйылыштан сығарылған кешенең туғандары үҙҙәрен йыйылыштан сығарылған һымаҡ хис итә. Беҙ уларҙың шулай хис итеүҙәрен бер ҙә теләмәйбеҙ. Айырыуса ата-әсәләре Йәһүәгә хеҙмәт итмәй башлаған йәш ҡәрҙәштәрҙе маҡтағыҙ һәм рухландырығыҙ. Мария апай-ҡәрҙәштең ире хәҡиҡәтте һәм ғаиләһен ҡалдырғас, ҡәрҙәштәр ярҙамға килгән. Ул былай тип һөйләй: «Ҡәрҙәштәр, өйөбөҙгә килеп, ашарға әҙерләне һәм ғаилә өйрәнеүен үткәрергә ярҙам итте. Улар минең ҡайғымды уртаҡлашты һәм минең менән бергә иланы. Башҡалар беҙҙең турала яман итеп һөйләгәндә, улар беҙҙе яҡланы. Улар мине һәр ваҡыт нығытып торҙо» (Рим. 12:13, 15).

Ағай-һәм апай-ҡәрҙәштәр йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәштең ғаиләһе хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта (17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17. Өлкәндәр бойоҡҡан ҡәрҙәштәрҙе нисек йыуата ала?

17 Өлкәндәр, йыйылыштан сығарылған кешенең ғаиләһен нығытыр өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланығыҙ. Шундай ҡәрҙәштәрҙе йыуатыр өсөн беренсе сиратта һеҙ яуаплы (1 Фес. 5:14). Улар менән йыйылыш алдынан һәм йыйылыштан һуң аралашырға тырышығыҙ. Ваҡыт-ваҡыт уларға барып йөрөгөҙ һәм улар менән бергә доға ҡылығыҙ, шулай уҡ вәғәзгә һәм ғаилә өйрәнеүенә саҡырығыҙ. Йәһүәнең шундай хеҙмәтселәре йәлләүгә, яратыуға һәм иғтибарға айырыуса мохтаж. Рухи көтөүселәр улар хаҡында ҡайғыртырға тейеш (1 Фес. 2:7, 8).

ӨМӨТӨГӨҘҘӨ ЮҒАЛТМАҒЫҘ ҺӘМ ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫҒЫҘ

18. 2 Петр 3:9 буйынса, Йәһүә гонаһ ҡылған кешенән нимә көтә?

18 Йәһүә «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә». (2 Петр 3:9-ҙы уҡығыҙ.) Кеше етди гонаһ ҡылһа ла, уның ғүмере Алла өсөн ҡәҙерле булып ҡала. Йәһүә гонаһлы кешеләрҙе йолоп алыр өсөн бик ҙур хаҡ түләгән: үҙенең яратҡан Улының ғүмерен ҡорбан итеп биргән. Үҙен ҡалдырған кешеләрҙе йәлләп, Алла ярҙам ҡулы һуҙа һәм кире ҡайтырға өндәй. Йәһүәнең уларҙың кире ҡайтыуына өмөтләнгәне Ғайсаның юлдан яҙған ул тураһындағы ҡиссаһынан күренә (Лука 15:11—32). Хәҡиҡәттән киткәндәрҙең күбеһе һуңға табан күктәге ҡайғыртыусан Аталарына кире ҡайтҡан, һәм ҡәрҙәштәр уларҙы йылы итеп ҡаршы алған. Элизабет апай-ҡәрҙәштең дә тормошонда шундай шатлыҡ булған: уның улы йыйылышҡа кире ҡайтҡан. Ул былай тип бүлешә: «Мине нығытып торған ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлемен, улар миңә өмөтөмдө юғалтмаҫҡа ярҙам итте».

19. Ни өсөн Йәһүәгә таянып була?

19 Беҙ һәр ваҡыт Йәһүәгә таяна алабыҙ. Ул бер ҡасан да беҙгә зыян килтерә алған күрһәтмәләр бирмәй. Йәһүә — йомарт һәм ҡыҙғаныусан Атай. Ул үҙенә хеҙмәт иткән һәм уны яратҡан кешеләрҙең береһен дә ҡалдырмай. Ул уларға ҡарата наҙлы хистәр тоя. Бер ҙә шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙе бер ҡасан да, айырыуса ауыр ваҡыттарҙа ҡалдырмаясаҡ (Евр. 13:5, 6). Юғарыла иҫкә алынған Марк был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанған. «Беҙгә ауыр булғанда, Йәһүә һәр ваҡыт яныбыҙҙа», — ти ул. Йәһүә беҙгә артабан да «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» биреп торасаҡ (2 Кор. 4:7). Яҡынығыҙ Йәһүәне ҡалдырһа ла, һис тә шикләнмәгеҙ, һеҙ, өмөтөгөҙҙө юғалтмайынса, Йәһүәгә тоғро булып ҡала алаһығыҙ.

44-СЕ ЙЫР Бойоҡҡан кешенең доғаһы

^ 5 абз. Яратҡан кешебеҙ Йәһүәне ҡалдырһа, был көслө әрнеү килтерә. Ошо мәҡәләнән Йәһүәнең ундай ваҡыттарҙа нимә хис иткәнен белербеҙ. Шулай уҡ йыйылыштан сығарылған кешенең туғандары йөрәк әрнеүен нисек еңә алғанын һәм рухи яҡтан нисек ныҡ ҡала алғанын ҡарап сығырбыҙ. Бынан тыш, йыйылыштағылар был ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алғанын күрербеҙ.

^ 1 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 2 абз. Зәбур 78:40, 41: «Нисәмә тапҡыр улар сүлдә уға ҡаршы баш күтәрҙе һәм шул сүлдә уның күңелен әрнетте! 41 Ҡабат-ҡабат Алланы һынаны, Израилдең Изге Аллаһын ҡайғыға төшөрҙө».

^ 10 абз. Зәбур 32:6—8: «Шуға күрә, һине эҙләп табыу әле мөмкин булғанда, һәр тоғро кеше һиңә доға ҡыласаҡ. Шул саҡ хатта һыу ташҡындары ла уға ирешмәҫ. Һин минең өсөн ышыҡ урын, мине ғазаптан яҡлап ҡалырһың. Ҡотҡарып, мине шатлыҡлы ауаздар менән уратып алырһың. „Мин һиңә аңлау һәләте бирермен һәм дөрөҫ юлға өйрәтермен. Кәңәш биреп, һине күҙәтермен“».

^ 81 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш ғаиләһен һәм Йәһүәне ҡалдырғас, уның ҡатыны һәм балалары бик ҡайғыра.

^ 83 абз. РӘСЕМДӘ: ике өлкән йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәштең ғаиләһен рухи яҡтан нығыта.