40-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
«Күптәрҙе тәҡүәлеккә килтереүселәр»
«Күптәрҙе тәҡүәлеккә килтереүселәр йондоҙҙарҙай мәңге балҡып торасаҡ» (ДАН. 12:3).
151-СЕ ЙЫР Ул яңынан йәшәү бирәсәк
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында ниндәй тулҡынландырғыс ваҡиғалар буласаҡ?
ҺЕҘҘЕҢ ҡасан да булһа Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында буласаҡ терелтеүҙе күҙ алдына килтергәнегеҙ булдымы? Был ни тиклем ғәжәйеп ваҡыт буласаҡ, һәм беҙ уны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ! Беҙ яҡындарыбыҙҙы яңынан күрергә бик теләйбеҙ. Йәһүә лә уларҙы һағына (Әйүп 14:15). Ул ваҡытта ерҙә ни тиклем күп шатлыҡлы осрашыуҙар буласаҡ! Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, исемдәре тормош китабына яҙылған «тәҡүә кешеләр» мәңгелек тормош алыр өсөн тереләсәк (Ғәм. 24:15; Яхъя 5:29). Беренсе булып терелгәндәрҙең араһында, моғайын, беҙҙең ғәзиз кешеләребеҙ ҙә булыр b. Бынан тыш, Йәһүәне белмәгән һәм уға хеҙмәт итмәгән «тәҡүә булмағандар» хөкөм ителер өсөн тереләсәк.
2, 3. а) Ишағыя 11:9, 10-да ниндәй өйрәтеү пәйғәмбәрлек ителгән булған? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
2 Терелгәндәрҙең барыһын да өйрәтергә кәрәк булыр (Ишағ. 26:9; 61:11). Шуға күрә бөтә ер буйлап тарихта бер ҡасан да булмаған ғәйәт ҙур өйрәтеү ойоштороласаҡ. (Ишағыя 11:9, 10-ды c уҡығыҙ.) Тәҡүә булмағандарға Ғайса Мәсих, Батшалыҡ, йолом, шулай уҡ Йәһүәнең исеменә һәм уның идараһына ҡағылышлы бәхәсле һорау тураһында белергә кәрәк булыр. Хатта тәҡүәләргә лә Йәһүәнең ергә ҡарата ниәте нисек үтәлгәне тураһында күп нәмәне белергә кәрәк булыр. Уларҙың ҡайһы берҙәре Изге Яҙма тулыһынса яҙылып бөткәнгә тиклем күпкә алдараҡ үлгән. Шуға күрә тәҡүә булмағандар ҙа, тәҡүәләр ҙә күп нәмәгә өйрәнер.
3 Был мәҡәләлә беҙ ошондай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: Был ғәйәт ҙур өйрәтеү нисек үтәсәк? Кешенең исеме тормош китабына яҙылырмы, юҡмы икәненә был өйрәтеү нисек тәьҫир итәсәк? Яуаптарҙы табыу бик мөһим. Беҙгә Данил һәм Асылыш китаптарында яҙылған пәйғәмбәрлектәр үлгәндәрҙең терелгәндә нимә буласағын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итер. Тәүҙә, әйҙәгеҙ, Данил 12:1, 2-ләге иҫ киткес ваҡиғаларҙы ҡарап сығайыҡ.
«ЕР ҠУЙЫНЫНДА ЙОҠЛАУСЫЛАРҘЫҢ КҮПТӘРЕ УЯНАСАҠ»
4, 5. Данил 12:1-ҙә һуңғы көндәр тураһында нимә әйтелә?
4 Данил 12:1-ҙе d уҡығыҙ. Данил китабы беҙгә һуңғы көндәрҙә булған ваҡиғаларҙың ниндәй тәртиптә буласағын аса. Мәҫәлән, Данил 12:1-ҙә Михаилдың, йәғни Ғайса Мәсихтең Алла халҡы яҡлы булғаны хаҡында әйтелә. Был пәйғәмбәрлектең өлөшө 1914 йылда, Ғайса Алла Батшалығының тәхетенә ултырғас, үтәлә башлаған.
5 Әммә Данилға шулай уҡ, «халыҡ барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып ул ваҡытҡа тиклем булмаған ҡайғы-хәсрәт ваҡыты» башланғас, Ғайса «күтәреләсәк», тип әйтелгән булған. Был «ҡайғы-хәсрәт ваҡыты» Матфей 24:21-ҙә «ҙур афәт» тип атала. Ғайса «ҡайғы-хәсрәт ваҡытының» аҙағында — Армагеддонда Алла халҡын яҡлар өсөн «күтәреләсәк». Асылыш китабында был кешеләр ҙур афәтте кисереп килгән «бихисап күп халыҡ» тип атала (Асыл. 7:9, 14).
6. Бихисап күп халыҡ ҙур афәтте кисереп сыҡҡас, нимә буласаҡ? Аңлатығыҙ. (Ерҙәге терелеү тураһында был сығарылыштың «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләлә күберәк белеп була.)
6 Данил 12:2-не e уҡығыҙ. Бихисап күп халыҡ ҙур афәтте кисереп сыҡҡас, нимә булыр? Элек беҙ, Данилдың был пәйғәмбәрлеге 1918 йылда булған ҡаты эҙәрләүҙәрҙән һуң Алла халҡының рухи торғоҙолоуына — символик терелеүенә ҡағыла, тип уйлаған инек f. Әммә хәҙер беҙ был һүҙҙәрҙең яңы донъяла буласаҡ терелеүгә ҡағылғанын аңлайбыҙ. Ул, һуңғы көндәр тамамланғас, Армагеддондан һуң башланасаҡ.
7. а) «Ҡайһы берҙәре мәңгелек тормош өсөн» уянасаҡ тигән һүҙҙәрҙе нисек аңларға? б) Ниндәй мәғәнәлә был «яҡшыраҡ тормошҡа терелеү» булып сыға?
7 Данил 12:2-лә: «Ҡайһы берҙәре — мәңгелек тормош өсөн... уянасаҡ», — тип әйтелә. Бында нимә күҙ уңында тотола? Терелгәндәр Меңйыллыҡ идара ваҡытында Йәһүә һәм Ғайса тураһында белем алһа һәм уларға тыңлаусан булһа, һөҙөмтәлә мәңгелек тормош аласаҡ (Яхъя 17:3). Улар «яҡшыраҡ тормошҡа терелеүгә» эйә буласаҡ (Евр. 11:35). Ни өсөн ундай терелеү «яҡшыраҡ»? Сөнки элек терелгәндәр камил булмағанлыҡтан яңынан үлгән.
8. Башҡалар «мәңгелек хурлыҡ өсөн уянасаҡ» тигән һүҙҙәрҙе нисек аңларға?
8 Әммә терелгәндәрҙең ҡайһы берәүҙәре Йәһүәнән белем алырға теләмәҫ. Данил пәйғәмбәрлегендә әйтелгәнсә, башҡалары «шелтәләү һәм мәңгелек хурлыҡ өсөн уянасаҡ». Фетнәсел рух күрһәткәнгә, уларҙың исемдәре тормош китабына яҙылмаясаҡ һәм улар мәңгелек тормош алмаясаҡ. Уларҙы «мәңгелек хурлыҡ», йәғни юҡ ителеү көтәсәк. Шулай итеп, Данил 12:2-лә терелгәндәргә терелеүҙән һуң ҡылған эштәре нисек тәьҫир иткәне тураһында һүҙ бара (Асыл. 20:12) g. Ҡайһы берәүҙәр мәңгелек тормош аласаҡ, ә башҡалары юҡ.
«КҮПТӘРҘЕ ТӘҠҮӘЛЕККӘ КИЛТЕРЕҮСЕЛӘР»
9, 10. Ҙур афәттән һуң тағы нимә буласаҡ һәм кемдәр «күк йөҙөләй» балҡып торасаҡ?
9 Данил 12:3-тө h уҡығыҙ. «Ҡайғы-хәсрәт ваҡыты» үткәндән һуң тағы нимә буласаҡ? Данил 12:3-тәге һүҙҙәр ҙур афәттән һуң нимә буласағын аңлата.
10 Кемдәр «күк йөҙөләй» балҡып торасаҡ? Матфей 13:43-тә Ғайса: «Тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор», — тип әйткән. Был һүҙҙәрҙе әйтер алдынан Ғайса «Батшалыҡ улдары» — уның менән күктә идара иткән майланған ҡәрҙәштәре тураһында әйткән (Матф. 13:38). Шуға күрә Данил 12:3-тә, күрәһең, майланғандар һәм Меңйыллыҡ идара ваҡытында уларҙың нимә эшләйәсәге тураһында әйтелгәндер.
11, 12. Майланғандар 1 000 йыл дауамында ниндәй эш башҡарасаҡ?
11 Ғайсаның 144 000 хакимдашы нисек итеп «күптәрҙе тәҡүәлеккә» килтерер? Улар Ғайса Мәсих менән бергә ерҙә 1 000 йыл дауамында үткән өйрәтеү менән етәкселек итер. Майланғандар батша ғына түгел, улар шулай уҡ руханиҙар булыр (Асыл. 1:6; 5:10; 20:6). Улар кешеләргә һауығырға һәм яйлап камиллыҡҡа килергә ярҙам итер (Йәз. 47:12; Асыл. 22:1, 2). Майланғандар өсөн был ни тиклем шатлыҡлы эш булыр!
12 Тәҡүәлеккә килтерелгән «күптәр» кем улар? Улар араһында терелгәндәр, Армагеддонда иҫән ҡалғандар, шулай уҡ, бәлки, яңы донъяла тыуған балалар булыр. 1 000 йылдың аҙағына ерҙәге кешеләр барыһы ла камил булып китер. Улайһа шундай һорау тыуа: уларҙың исемдәре тормош китабына «ҡәләм» менән түгел, ә «ручка» менән ҡасан яҙылыр?
ҺУҢҒЫ ҺЫНАУ
13, 14. Камил кешеләргә мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк булыр?
13 Шуны онотмайыҡ: камил булыу үҙенән-үҙе мәңгелек тормош бирә тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, Әҙәм менән Һауа камил булған, әммә мәңге йәшәр өсөн уларға Йәһүәгә тыңлаусан булып ҡалырға кәрәк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар үҙҙәренсә эш иткән (Рим. 5:12).
14 Меңйыллыҡ аҙағында йәшәгән кешеләр тураһында нимә әйтеп була? Улар барыһы ла, камил булып киткәс, Йәһүәнең хакимлығы яҡлы булырмы? Йә уларҙың ҡайһы берҙәре, камил булыуҙарына ҡарамаҫтан, Әҙәм менән Һауа кеүек, Йәһүәгә ҡаршы сығырмы? Был һорауҙарға яуап бирелергә тейеш. Нисек итеп?
15, 16. а) Кешеләр Йәһүәгә тоғро булыуҙарын ҡасан күрһәтә алыр? б) Һуңғы һынау нимә менән бөтөр?
15 Шайтан 1 000 йыл дауамында төрмәлә кеүек булыр һәм бер кемде лә аҙҙыра алмаҫ. Әммә 1 000 йылдың аҙағында ул азат ителер һәм камил кешеләрҙе Йәһүәнән алып китергә тырышыр. Һынау ваҡытында уларҙың Йәһүә исемен һәм хакимлығын хөрмәт итәләрме, юҡмы икәнен күрһәтергә мөмкинлектәре булыр (Асыл. 20:7—10). Кешенең исеме тормош китабына бөтөнләйгә яҙылырмы, юҡмы икәне уның эштәренән торор.
16 Ҡайһы бер кешеләр (уларҙың һаны билдәле түгел), Әҙәм менән Һауа кеүек, Йәһүәнең хакимлығын кире ҡағыр. Уларҙы нимә көтә? Яуапты беҙ Асылыш 20:15-тә табабыҙ: «Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды». Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, был фетнәселәр мәңгегә юҡ ителер. Шулай ҙа камил кешеләрҙең күбеһе һуңғы һынауҙы йырып сығыр һәм уларҙың исемдәре мәңгегә тормош китабына яҙылыр.
БЕҘ ЙӘШӘГӘН «АХЫРҒЫ ВАҠЫТ»
17. Фәрештә Данилға беҙҙең ваҡыт тураһында нимә әйткән? (Данил 12:4, 8—10).
17 Киләсәк ваҡиғалар тураһында уйланыу таң ҡалдыра! Фәрештә шулай уҡ Данилға беҙ йәшәгән ваҡыт — «ахырғы ваҡыт» тураһында бер мөһим нескәлекте асҡан (Данил 12:4, 8—10-ды i уҡығыҙ; 2 Тим. 3:1—5). Ул: «Ысын белем артыр», — тип әйткән. Эйе, Алла халҡы Данил китабындағы пәйғәмбәрлекте яҡшыраҡ аңлар. Фәрештә ошо ваҡыт эсендә нимә буласағын: «Яуыздар яуызлыҡ ҡылыр, уларҙың береһе лә был һүҙҙәрҙе аңламаҫ», — тип өҫтәгән.
18. Оҙаҡламай яуызлыҡ ҡылыусылар менән нимә була?
18 Бөгөн яуыздарға яза бирелмәй кеүек күренә (Мал. 3:14, 15). Әммә оҙаҡламай Ғайса яуызлыҡ ҡылыусыларҙы тәҡүәләрҙән «һарыҡтарҙы кәзә тәкәләренән айырған көтөүсе һымаҡ» айырасаҡ (Матф. 25:31—33). Яуызлыҡ ҡылыусылар ҙур афәттә иҫән ҡалмаясаҡ һәм яңы донъяла терелтелмәйәсәк. Уларҙың исемдәре Малахи 3:16-ла әйтелгән «хәтер китабында» булмаясаҡ.
19. Беҙгә хәҙер нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн? (Малахи 3:16—18).
19 Хәҙер беҙгә яуыздар араһында булмауыбыҙҙы иҫбатларға ваҡыт. (Малахи 3:16—18-ҙе j уҡығыҙ.) Йәһүә үҙенең «махсус милкен», йәғни ҡиммәтле хазина тип һанағандарҙы йыя. Әлбиттә, беҙ ҙә уларҙың араһында булырға теләйбеҙ.
20. Данилға нимә вәғәҙә ителгән булған һәм ни өсөн һеҙ был вәғәҙәнең үтәлеүен түҙемһеҙлек менән көтәһегеҙ?
20 Эйе, беҙ тулҡынландырғыс заманда йәшәйбеҙ. Әммә киләсәктә беҙҙе тағы ла ғәжәйеп ваҡиғалар көтә. Оҙаҡламай яуызлыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ. Ә шунан һуң беҙ Йәһүәнең Данилға: «Көндәр ахырында әжереңде алыу өсөн торорһоң» тигән вәғәҙәһенең үтәлгәнен күрербеҙ (Дан. 12:13). Әлбиттә, һеҙ Данил һәм һеҙгә ҡәҙерле булған кешеләрҙең уянасаҡ ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәһегеҙ. Шуға күрә Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләгеҙ. Шул саҡта ул исемегеҙҙе бер ҡасан да тормош китабынан юйып ташламаҫ.
80-СЕ ЙЫР «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ»
a Был мәҡәләлә Данил 12:2, 3-төң яңыса аңлатылыуы килтерелә. Унда өйрәтеү программаһы тураһында әйтелә. Беҙ уның ҡасан башланғанын һәм кемдең унда ҡатнашҡанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ был өйрәтеү ерҙә йәшәгән кешеләрҙе Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы аҙағында булған һынауға нисек әҙерләгәнен күрербеҙ.
b Моғайын, беренсе булып һуңғы көндәрҙә үлгән тоғро хеҙмәтселәр терелер. Ә шунан һуң уларға тиклем башҡа быуында йәшәгән тоғро кешеләр бер-бер артлы терелер. Әгәр барыһы ла шулай булһа, һәр быуында йәшәгән кеше терелтелгән таныштарын ҡаршы ала алыр. Майланғандар тураһында Изге Яҙмала, «һәр кем үҙ сиратында» тереләсәк, тип әйтелә (1 Кор. 15:23). Тимәк, ерҙә терелтеүҙең яҡшы итеп ойошторолған буласағына ышанырға була (1 Кор. 14:33).
c Ишағыя 11:9, 10: «Улар минең бөтөн изге тауымда бер ниндәй зыян килтермәҫ һәм бер нәмәне лә емермәҫ, сөнки һыуҙар диңгеҙҙе тултырғандай, ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр. 10 Ул көндө Иессей тамыры халыҡтар өсөн билдә булып торор. Уға күрһәтмәләр эҙләп халыҡтар боролор, һәм уның тороу урыны данланыр».
d Данил 12:1: «Ул ваҡытта Михаил — һинең халҡың яҡлы булған бөйөк кенәз күтәреләсәк. Һәм халыҡ барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып ул ваҡытҡа тиклем булмаған ҡайғы-хәсрәт ваҡыты башланасаҡ. Ул ваҡытта һинең халҡың — исеме китапҡа яҙылған һәр кем ҡотоласаҡ».
e Данил 12:2: «Ер ҡуйынында йоҡлаусыларҙың күптәре уянасаҡ. Ҡайһы берҙәре — мәңгелек тормош өсөн, ә ҡайһы берҙәре шелтәләү һәм мәңгелек хурлыҡ өсөн уянасаҡ».
f Элекке аңлатыу тураһында күберәк белер өсөн «Данил пәйғәмбәрлегенә ҡолаҡ һалығыҙ!» тигән китаптың (урыҫ) 17-се бүлеген һәм 1987 йылдың 1 декабрендә сығарылған «Күҙәтеү манараһының» (урыҫ) 17—21-се биттәрен ҡарап була.
g Был аңлатма Ғәмәлдәр 24:15-тә һәм Яхъя 5:29-ҙа яҙылғандан айырылып тора. Ул аяттарҙа «тәҡүә кешеләр» һәм «тәҡүә булмағандар», шулай уҡ «яҡшылыҡ эшләгәндәр» һәм «яуызлыҡ эшләгәндәр» тигән һүҙҙәр терелгәндәрҙең үлгәнгә тиклем нисек эш иткәндәренә ҡағыла.
h Данил 12:3: «Төшөнөүгә эйә булғандар — күк йөҙөләй һәм күптәрҙе тәҡүәлеккә килтереүселәр йондоҙҙарҙай мәңге балҡып торасаҡ».
i Данил 12:4, 8—10: «Ә һин, Данил, ахырғы ваҡытҡа тиклем был һүҙҙәрҙе сер итеп һаҡла һәм китапты мисәтләп ҡуй. Күптәр уны ентекләп тикшерер, һәм ысын белем артыр. 8 Мин иһә, барыһын ишетһәм дә, бер нәмә лә аңлай алманым. Шунда мин: „Әфәндем, ахыр сиктә нимә булыр һуң?“ — тип һораным. 9 Ул миңә былай тине: „Бар, Данил, был һүҙҙәр ахырғы ваҡытҡа тиклем сер булып ҡалырға һәм мисәтләнеп ҡуйылған булырға тейеш. 10 Күптәр үҙҙәрен таҙартыр һәм ағартыр, улар сафландырылыр. Яуыздар яуызлыҡ ҡылыр, уларҙың береһе лә был һүҙҙәрҙе аңламаҫ, төшөнөүсән кешеләр иһә аңлар“».
j Малахи 3:16—18: «Ул саҡта Йәһүәнән ҡурҡыусылар бер-береһе менән — һәр береһе үҙ яҡыны менән һөйләште, ә Йәһүә иғтибар итте һәм тыңлап торҙо. Уның алдында Йәһүәнән ҡурҡҡан һәм уның исеме тураһында уйланған кешеләр хаҡында хәтер китабы яҙыла ине. 17 „Мин уларҙы үҙемдең махсус милкем итермен, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. — Шул көндө улар минеке булып китер. Кеше үҙенә хеҙмәт итеүсе улын ҡыҙғанған кеүек, мин дә уларҙы ҡыҙғанырмын. 18 Һеҙ тәҡүә һәм яуыз кеше араһындағы айырманы, Аллаға хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итмәгән кеше араһындағы айырманы ҡабат күрерһегеҙ“».