Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Миңә Йәһүәнән өйрәнергә һәм уның тураһында өйрәтергә бик оҡшай!

Миңә Йәһүәнән өйрәнергә һәм уның тураһында өйрәтергә бик оҡшай!

МИН Истон ҡалаһында үҫтем (АҠШ, Пенсильвания штаты). Мин тормошомда нимәгәлер өлгәшергә теләнем. Шуға күрә бала саҡта уҡ университетта уҡырға маҡсат ҡуйҙым. Мин уҡырға яраттым. Математика һәм тәбиғәт фәндәре миңә бик еңел бирелде. 1956 йылда гражданлыҡ хоҡуҡтарын яҡлаған бер ойошма миңә яҡшы уҡығаным өсөн премия бирҙе. Ҡара тәнле уҡыусылар араһында билдәләрем иң юғары булғанға күрә, миңә 25 доллар бүләк иттеләр. Әммә һуңыраҡ маҡсаттарым үҙгәрҙе. Ни өсөн икәнен белергә теләйһегеҙме?

ЙӘҺҮӘ ТУРАҺЫНДА БЕЛЕМ АЛАМ

1940-сы йылдарҙа атай-әсәйем Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы. Ул өйрәнеү бер нәмәгә лә килтермәһә лә, әсәйем артабан да «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» тигән журналдарҙы ала ине. 1950 йылда Нью-Йоркта халыҡ-ара конгресс үтте, һәм беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән унда булдыҡ.

Шунан һуң, күп тә үтмәҫтән, беҙгә Лоренс Джеффрис ағай-ҡәрҙәш килә башланы. Ул нисек кенә булһа ла, минең хәҡиҡәткә ҡыҙыҡһыныуымды уятырға тырышты. Тәүҙә мин үҙһүҙләндем. Миңә Йәһүә шаһиттарының сәйәсәттә ҡатнашмауы һәм армияла хеҙмәт итмәүе оҡшамай ине. Мин унан: «Әгәр Америкала бөтәһе лә һуғыштан баш тартһа, илде кем яҡлар?» — тип һораным. Джеффрис ағай-ҡәрҙәш түҙемле итеп минең менән фекер алышты. Ул минән: «Күҙ алдыңа килтер, Америкала йәшәгән бөтә кешеләр Йәһүәгә хеҙмәт итә, ти. Нисек уйлайһың, дошмандар һөжүм итһә, Алла үҙен нисек тотор?» — тип һораны. Ул килтергән дәлилдәр минең ҡараштарым нигеҙһеҙ икәнен күрергә ярҙам итте. Һөҙөмтәлә мин Изге Яҙма менән тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланым.

Һыуға сумдырылыуым

Әсәйем «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарының элекке һандарын подвалда һаҡлай ине. Уларҙы уҡыуға башым менән сумдым. Ваҡыт үтеү менән мин хәҡиҡәтте тапҡанымды аңланым. Джеффрис ағай-ҡәрҙәш Изге Яҙманы өйрәнергә тәҡдим иткәс, мин шунда уҡ ризалаштым. Шулай уҡ мин йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөнөм. Минең йөрәгем хәҡиҡәт менән мөлдөрәмә тулы ине, һәм мин һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй башланым. «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын» икәнен аңлап ҡалғас, минең маҡсаттарым үҙгәрҙе (Саф. 1:14). Мин бүтән университет тураһында хыялланманым, ә башҡаларҙы Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтергә теләнем.

Мин 1956 йылдың 13 июнендә мәктәпте тамамланым һәм өс көндән һуң район конгресында һыуға сумдырылдым. Мин үҙ тормошомдо Алланан өйрәнеүгә һәм башҡаларҙы уның тураһында өйрәтеүгә бағышланым. Ул ваҡытта мин әле Йәһүәнең ни тиклем күп бүләк әҙерләгәнен белмәй инем.

ПИОНЕР БУЛЫП ХЕҘМӘТ ИТӘМ, ҮҘЕМ ӨЙРӘНӘМ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫ ӨЙРӘТӘМ

Һыуға сумдырылғандан һуң ярты йыл үткәс, мин даими пионер хеҙмәтен башланым. «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ» 1956 йылдың декабрь сығарылышында «Ярҙам кәрәк ерҙә хеҙмәт итә алаһығыҙмы?» тигән мәҡәлә бар ине. Мин хеҙмәт итә ала инем һәм вәғәзселәр әҙ булған ерҙә хеҙмәт итергә теләй инем (Матф. 24:14).

Шуға Көньяҡ Каролиналағы Эджфилд ҡалаһына күстем. Ундағы йыйылыш дүрт вәғәзсенән тора ине. Мин килгәс, беҙ бишәү булып киттек. Беҙ осрашыуҙарҙы бер ағай-ҡәрҙәштең өйөндә үткәрҙек. Ай һайын мин 100 сәғәт хеҙмәт итә инем. Мин ашҡынып вәғәзләнем һәм йыш ҡына телмәрҙәр менән сығыштар яһаным. Шуныһы ҡыҙыҡ: йыйылыштың эштәре менән күберәк шөғөлләнгән һайын, Йәһүә тураһында күберәк белдем.

Мин өйрәнеү үткәргән бер ҡатын Джонстон ҡалаһында ерләү бюроһының хужабикәһе ине, ә Джонстон ҡалаһы беҙҙән бер нисә километр ғына йыраҡлыҡта ине. Миңә эш кәрәк ине, һәм ул миңә уның бюроһында аҙнаһына бер нисә көн эшләргә тәҡдим итте. Ә шулай уҡ был игелекле ҡатын бер бәләкәй генә өйҙө беҙгә Батшалыҡ залы итеп ҡулланырға рөхсәт итте.

Һуңыраҡ беҙгә Бруклиндан Джолли Джеффрис күсенде. Ул минең менән өйрәнеү үткәргән ағай-ҡәрҙәштең улы ине. Беҙ бергәләп пионерҙар булып хеҙмәт иттек һәм бер ағай-ҡәрҙәштең бәләкәй генә трейлерында йәшәнек.

Көньяҡ штаттарҙа эш хаҡы бик бәләкәй ине. Көнө буйы эшләп, беҙ ике-өс доллар ғына ала инек. Магазиндан һуңғы аҡсама ризыҡ алып сығып килгәнемде иҫләйем. Шул саҡ миңә бер ир кеше: «Һиңә эш кәрәкме? Бер сәғәткә бер доллар түләйем», — тине. Ул мине өс көнгә төҙөлөш сүп-сарын йыйырға эшкә алды. Йәһүәнең минең Эджфилда ҡалыуымды теләгәне асыҡ күренә ине. Аҡсам юҡ тиерлек ине, шулай ҙа 1958 йылда Нью-Йорк ҡалаһында үткән халыҡ-ара конгресына барҙым.

Туй көнөбөҙ

Конгрестың икенсе көнөндә бер ғәжәп хәл булды. Мин Теннесси штатының Галлатин ҡалаһында даими пионер булып хеҙмәт иткән Руби Уодлингтон апай-ҡәрҙәш менән таныштым. Руби минең кеүек миссионер хеҙмәте менән ҡыҙыҡһына ине. Шуға күрә беҙ конгреста Гилеадта уҡырға теләгәндәр өсөн үткәрелгән осрашыуға барҙыҡ. Һуңыраҡ беҙ хат алыша башланыҡ. Бер заман мине Галлатинға асыҡ телмәр менән сығыш яһарға саҡырҙылар. Мин оҙаҡҡа һуҙманым һәм Рубиға миңә кейәүгә сығырға тәҡдим иттем. Уның йыйылышына күстем, һәм 1959 йылда беҙ өйләнештек.

ЙЫЙЫЛЫШТАРҘА ҮҘЕМ ӨЙРӘНӘМ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫ ӨЙРӘТӘМ

23 йәш булғанда мине йыйылыштың хеҙмәтсеһе итеп билдәләнеләр (хәҙер өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторы). Тап шул ваҡытта Чарлз Томпсон үҙенең район хеҙмәтен башлаған ине, һәм ул килгән беренсе йыйылыш Галлатиндағы йыйылыш булды. Ул тәжрибәле ағай-ҡәрҙәш ине, шулай ҙа минән ҡәрҙәштәрҙең нимәгә мохтаж икәне тураһында һәм башҡа район күҙәтеүселәренең килеп китеүе нисек үткәне тураһында һорашты. Мин унан ҡарарҙар ҡабул итер алдынан һорауҙар бирергә һәм бөтә кәрәкле мәғлүмәтте ҡул аҫтында тоторға өйрәндем.

1964 йылдың май айында мине Саут-Лансингта үткән Изге хеҙмәт мәктәбендә бер айға уҡырға саҡырҙылар. Уҡытыусылар миндә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға һәм рухи яҡтан үҫергә теләк үҫтерҙеләр.

РАЙОН ҺӘМ ӨЛКӘ ХЕҘМӘТЕНДӘ ҠАТНАШАМ, ҮҘЕМ ӨЙРӘНӘМ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫ ӨЙРӘТӘМ

1965 йылдың ғинуар айында беҙ Руби менән район хеҙмәтен башланыҡ. Беҙҙең район Теннесси штатындағы Ноксвилдан алып Виргиния штатындағы Ричмондҡа тиклем ҙур территорияны үҙ эсенә ала ине. Ул территорияға Төньяҡ Каролина, Кентукки һәм Көнбайыш Виргиния штаттарының йыйылыштары керә ине. Ул ваҡытта Американың көньяғында сегрегация ине, шуға ҡара тәнле ҡәрҙәштәр аҡ тәнле ҡәрҙәштәр менән бергә йыйыла алмай ине. Мин тик ҡара тәнле Йәһүә шаһиттарынан торған йыйылыштарға ғына килеп китә инем. Ҡәрҙәштәр бик ярлы ине, һәм беҙ үҙебеҙҙә булғанды мохтаждар менән уртаҡлашырға өйрәндек. Күп йылдар район хеҙмәтендә ҡатнашҡан бер тәжрибәле ағай-ҡәрҙәш миңә мөһим һабаҡ бирҙе: «Ағай-ҡәрҙәш була бел. Үҙеңде начальник һымаҡ тотма. Улар һине үҙ ҡәрҙәше итеп күрһәләр генә, уларға ярҙам итә алырһың».

Бер тапҡыр беҙ бәләкәй генә йыйылышҡа килгәндә, Руби бер ҡатын менән Изге Яҙма өйрәнеүен башланы. Уның бер йәшлек кенә ҡыҙы бар ине. Йыйылышта уның менән бер кем дә өйрәнеү үткәрә алмағас, Руби хаттар аша уның менән өйрәнеү алып барҙы. Ә икенсе тапҡыр килгәндә, был йәш ҡатын һәр осрашыуға йөрөнө. Унда ике апай-ҡәрҙәште махсус пионер итеп билдәләгәс, өйрәнеүҙе улар дауам итте. Тиҙҙән ул ҡатын һыуға сумдырылыу үтте. 30 йыл үткәс, 1995 йылда Паттерсондағы Вефилдә Руби бер йәш апай-ҡәрҙәш менән танышты. Был апай-ҡәрҙәш теге ҡатындың ҡыҙы булып сыҡты. Ул ваҡытта улар ире менән Гилеад мәктәбенең 100-сө синыфында уҡый ине.

Икенсе районыбыҙ үҙәк Флориданы үҙ эсенә ала ине. Беҙгә йөрөр өсөн машина кәрәк ине, шуға күрә беҙ уны арзан хаҡҡа ғына һатып алдыҡ. Әммә тәүге аҙнала уҡ уның һыу насосы боҙолдо, ә уны ремонтларға аҡсабыҙ юҡ ине. Мин беҙгә ярҙам итә алған бер ағай-ҡәрҙәшкә шылтыраттым. Ул беҙгә үҙендә эшләгән бер автослесарҙы ебәрҙе, ә үҙе беҙҙән бер тин аҡса алманы. «Борсолмағыҙ, һеҙ миңә бер нәмә лә тейеш түгел», — тине ул. Хатта бүләк итеп беҙгә күпмелер аҡса бирҙе. Был осраҡ беҙҙе Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртҡанына ышандырҙы һәм үҙебеҙгә лә йомарт булырға кәрәк икәнен иҫебеҙгә төшөрҙө.

Беҙ йыйылыштарға килеп киткәндә һәр ваҡыт ҡәрҙәштәрҙең өйҙәрендә туҡтала торғайныҡ. Шуға күрә беҙ күп дуҫтар таптыҡ. Бер көндө мин йыйылышҡа килеп китеү хаҡындағы отчетымды тамамлап бөтмәгәс, яҙыу машинкаһында ҡалдырған инем. Әйләнеп килгәс, мин хужаларҙың өс йәшлек малайҙарының миңә отчетты бөтөрөп ҡуйырға «ярҙам иткәнен» күрҙем. Һуңынан күп йылдар мин ул малайҙан шаяртып көлдөм.

1971 йылда мине Нью-Йорк ҡалаһына өлкә күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр. Беҙ аптырап киттек! Беҙ унда килгәндә, миңә ни бары 34 йәш ине. Шулай ҙа ҡәрҙәштәр мине — үҙҙәренең беренсе ҡара тәнле өлкә күҙәтеүсеһен — йылы итеп ҡаршы алды.

Ял көндәрендә үткән район конгрестарында Йәһүә тураһында өйрәтеү миңә шатлыҡ килтерҙе. Район күҙәтеүселәренең күбеһе миңә ҡарағанда күпкә тәжрибәле ине. Ҡасандыр уларҙың береһе мин һыуға сумдырылғанда телмәр менән сығыш яһаны. Ә икенсе ағай-ҡәрҙәш, Теодор Ярач, һуңыраҡ Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт итте. Шулай уҡ унда Бруклин Вефиленән күп ҡәрҙәштәр бар ине. Район күҙәтеүселәре һәм вефилселәр менән бергә хеҙмәт итеү бик еңел булды. Мин уларға бының өсөн бик рәхмәтлемен! Мин был ҡайғыртыусан көтөүселәрҙең Алла Һүҙенә таянып эш иткәндәрен һәм ойошмаға тоғро булыуҙарын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Шундай баҫалҡы ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеү үҙе бер шатлыҡ.

КИРЕ РАЙОН ХЕҘМӘТЕНӘ ҠАЙТАМ

1974 йылда Етәксе кәңәшмә өлкә хеҙмәтенә башҡа район күҙәтеүселәрен билдәләне, һәм мин район хеҙмәтенә кире ҡайттым. Был юлы Көньяҡ Каролинаға. Ул ваҡытта райондарҙа һәм йыйылыштарҙа бүленештәр юҡ ине: ҡара тәнле ҡәрҙәштәр ҙә, аҡ тәнле ҡәрҙәштәр ҙә бергә йыйыла ине. Беҙ быға бик шат инек.

1976 йылдың аҙағында мине Джорджияға билдәләнеләр. Минең районым Атланта менән Колумбус араһында урынлашҡан ине. Биш ҡара тәнле баланы ерләгәндә телмәр һөйләгәнемде бер ҡасан да онотмам. Енәйәтселәр уларҙың өйҙәренә ут төрткән. Ул балаларҙың әсәһе ныҡ йәрәхәтләнгән ине һәм дауаханала ята ине. Ул ваҡытта ҡара тәнле һәм аҡ тәнле ҡәрҙәштәр, өҙлөкһөҙ аҡҡан йылға һымаҡ, дауаханаға йүнәлде. Улар үлгән балаларҙың ата-әсәһен йыуатты. Ҡәрҙәштәр шул тиклем ныҡ яратыу күрһәтте. Алла хеҙмәтселәре, бер-береһенә шундай мәрхәмәт күрһәткәндә генә, иң ауыр бәлә-ҡазаларҙы еңеп сыға ала.

ВЕФИЛДӘ ХЕҘМӘТ ИТӘМ, ҮҘЕМ ӨЙРӘНӘМ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫ ӨЙРӘТӘМ

1977 йылда беҙҙе бер проектта ярҙам итер өсөн бер нисә айға Бруклиндағы Вефилгә саҡырҙылар. Проектты бөттөк тигәндә, Етәксе кәңәшмәнән ике ағай-ҡәрҙәш, минең менән осрашып, беҙгә Руби менән Вефилдә бөтөнләй ҡалырға тәҡдим иттеләр. Беҙ ризалаштыҡ.

Киләһе 24 йыл мин Хеҙмәт бүлегендә эшләнем. Унда ҡәрҙәштәргә йыш ҡына сетерекле һәм ҡатмарлы һорауҙар менән осрашырға тура килә. Ул һорауҙарҙы хәл итер өсөн Етәксе кәңәшмә Изге Яҙмалағы принциптарға нигеҙләнгән күрһәтмәләр бирә. Был күрһәтмәләр Хеҙмәт бүлегенә һорауҙарға яуаптар бирергә, шулай уҡ район күҙәтеүселәрен, өлкәндәрҙе һәм пионерҙарҙы өйрәтергә ярҙам итә. Шундай өйрәтеүҙәр күптәргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итә. Ә был, үҙ сиратында, Йәһүә ойошмаһын нығыта.

Мин, баш идаралыҡтың вәкиле булараҡ, 1995 йылдан алып 2018 йылға тиклем төрлө филиалдарға килеп китеүҙәр яһаным. Ауырлыҡтары булғандарға ярҙам итер өсөн филиал комитеттары, вефилселәр һәм миссионерҙар менән осраштым. Ә улар һөйләгән осраҡтар беҙҙе Руби менән һәр ваҡыт рухландырҙы. Мәҫәлән, 2000 йылда беҙ Руандала булдыҡ. Ҡәрҙәштәргә һәм Вефиль ғаиләһенә 1994 йылдың геноцид ваҡытында ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәне тураһында ишетеү беҙҙе ныҡ тетрәндерҙе. Күптәрҙең яҡын кешеләре үлгән, әммә шул ҡурҡыныс ваҡыттарҙа ҡәрҙәштәр имандарын, өмөттәрен һәм шатлыҡтарын юғалтмаған.

Туй көнөбөҙгә 50 йыл

Беҙ инде 80-дән уҙғанбыҙ. Һуңғы 20 йыл мин Ҡушма Штаттарҙың филиал комитетында хеҙмәт итәм. Университетта уҡырға хыялланһам да уҡыманым. Ләкин Йәһүә һәм уның ойошмаһы миңә иң юғары белем бирҙе. Был белем миңә башҡаларҙы Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә өйрәтергә һәм уларға мәңге йәшәү өмөтөн бүләк итергә ярҙам итте (2 Кор. 3:5; 2 Тим. 2:2). Мин Изге Яҙмалағы һөйөнөслө хәбәрҙең кешеләргә тормоштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә һәм Барлыҡҡа килтереүсе менән дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам иткәнен күрҙем (Яҡ. 4:8). Йәһүәнән өйрәнеү һәм башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтеү иң ҙур хөрмәт икәнен беҙ Руби менән башҡаларҙың иҫенә төшөрөп торабыҙ. Йәһүәнең хеҙмәтсеһе өсөн шатлыҡлыраҡ нәмә юҡ!