Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ышанысҡа лайыҡ булығыҙ

Ышанысҡа лайыҡ булығыҙ

«Ышаныслы кеше серҙе һаҡлай белә» (ҒИБ. ҺҮҘ. 11:13).

101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ниндәй кешене ышаныслы тип атап була?

 ЫШАНЫСЛЫ кеше һүҙен үтәргә тырыша һәм һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләй (Зәб. 15:4). Уға таянып була. Беҙ ҡәрҙәштәрҙең беҙҙе ышаныслы кеше итеп һанауҙарын теләйбеҙ. Ышанысты нисек яулап була?

2. Беҙ нисек ышанысҡа лайыҡ була алабыҙ?

2 Беҙ башҡаларҙы беҙгә ышанырға мәжбүр итә алмайбыҙ. Ышанысты яулап алырға кәрәк. Ул аҡса кеүек: уны табыуы ауыр — юғалтыуы еңел. Һис шикһеҙ, беҙ Йәһүәгә тулыһынса ышана алабыҙ, сөнки уның «башҡарған һәр эше ышанысҡа лайыҡ» (Зәб. 33:4). Алла беҙҙең унан өлгө алыуыбыҙҙы көтә (Ефес. 5:1). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнән өлгө алған һәм ышаныслы булыуҙарын иҫбатлаған хеҙмәтселәрен иҫкә төшөрәйек. Шулай уҡ беҙгә ышаныслы булырға ярҙам иткән биш сифатты ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЫШАНЫСЛЫ ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕНӘН ӨЙРӘНӘБЕҘ

3, 4. Данил ышаныслы кеше булғанын нисек күрһәткән һәм үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

3 Данил пәйғәмбәр — ышаныслы булыуҙың иҫ киткес өлгөһө. Вавилон әсирлегенә эләккәс, ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен ышанысҡа лайыҡ кеше итеп күрһәткән. Йәһүәнең ярҙамы менән Вавилон батшаһы Набуҡаднизарҙың төштәрен юрағас, уның абруйы тағы ла күтәрелгән. Бер мәл Данил Набуҡаднизар батшаға, Йәһүә һинең менән ҡәнәғәт түгел, тигән хәбәр еткергән. Әлбиттә, батшаға был һүҙҙәр оҡшамаған. Был һүҙҙәрҙе еткерер өсөн Данилға ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Набуҡаднизар бик ярһыу кеше булған бит (Дан. 2:12; 4:20—22, 25). Күп йылдар үткәс, Данил ышаныслы булыуын яңынан иҫбатлаған. Ул батша һарайының стенаһында яҙылған мөғжизәле яҙыуҙы аңлатҡан (Дан. 5:5, 25—29). Ә һуңыраҡ Дарий батша һәм уның түрәләре Данилдың «ғәжәп аҡылға эйә» булғанына иғтибар иткән. Улар ул «ышанысҡа лайыҡ һәм барыһын еренә еткереп үтәгән кеше... унда бер ниндәй насарлыҡ юҡ» икәнен таныған (Дан. 6:3, 4). Тимәк, хатта мәжүси идарасылар ҙа Йәһүәнең был хеҙмәтсеһенә ышанып була икәнен таныған.

4 Данилдың миҫалы тураһында уйлағанда, үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирә алабыҙ: «Хәҡиҡәттә булмаған кешеләр араһында минең абруйым ниндәй? Мин үҙ вазифаларымды нисек үтәйем һәм миңә ышанып буламы?» Ни өсөн был һорауҙар өҫтөндә уйланыу мөһим? Ышаныслы булыуыбыҙ менән беҙ Йәһүәгә дан килтерәбеҙ.

Мөһим йөкләмәләрҙе башҡарыр өсөн Ниҡәми ышаныслы кешеләрҙе һайлаған. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Хананияға ышаныслы кеше булырға нимә ярҙам иткән?

5 Б. э. т. 455 йылда идарасы Ниҡәми Иерусалимдың стеналарын торғоҙған. Шунан ул ҡала хаҡында ҡайғырта алған ышаныслы кешеләрҙе эҙләй башлаған. Ул һайлаған кешеләрҙең береһе ҡәлғә башлығы Ханания булған. Изге Яҙмала уның тураһында былай тип әйтелә: «Ул иң ышаныслы кеше ине һәм башҡаларға ҡарағанда Алланан күберәк ҡурҡа ине» (Ниҡ. 7:2). Ханания һәр йөкләмәне яуаплылыҡ менән башҡарған, сөнки Йәһүәне яратҡан һәм уны күңелһеҙләндерергә теләмәгән. Шундай ҡараш беҙгә лә Аллаға хеҙмәт итеүҙә ышаныслы кеше булырға ярҙам итер.

6. Ни өсөн Тихик илсе Павел өсөн ышаныслы дуҫ булған тип әйтеп була?

6 Илсе Павелдың ышаныслы хеҙмәттәшен Тихикты иҫкә төшөрәйек. Павел Римда өйҙә һаҡ аҫтында булғанда, Тихиктың ярҙамына таяна алған һәм уның тураһында «Раббы хеҙмәтендә тоғро хеҙмәттәшебеҙ» тип әйткән (Ефес. 6:21, 22). Илсе Павел Тихикка Ефестағы һәм Колосстағы мәсихселәргә яҙған хаттарын алып барырға ышаныс менән тапшырған. Бынан тыш, уларҙы нығытыуын һәм йыуатыуын һораған. Бөгөн дә беҙҙең Тихик һымаҡ рухи ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртҡан тоғро һәм ышаныслы ҡәрҙәштәребеҙ бик күп (Кол. 4:7—9).

7. Ышаныслы булыу тураһында әйткәндә, беҙ өлкәндәрҙән һәм хеҙмәт ярҙамсыларынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

7 Беҙ өлкәндәрҙе һәм хеҙмәт ярҙамсыларын бик ҡәҙерләйбеҙ. Улар, Данил, Ханания һәм Тихик һымаҡ, үҙ вазифаларына етди ҡарай. Мәҫәлән, аҙна уртаһында үткән осрашыуға килеп, беҙ осрашыуҙың тулыһынса үтәсәгенә һәм уның бер өлөшө лә төшөп ҡалмаясағына ышанабыҙ. Ә йөкләмәләрен әҙерләгән һәм улар менән сығыш яһаған ҡәрҙәштәрҙе өлкәндәр ни тиклем ҡәҙерләй! Ризалашырһығыҙ, беҙ өйрәнеүсене асыҡ телмәргә саҡырырға ҡурҡмайбыҙ, сөнки ағай-ҡәрҙәштәрҙең докладсыны саҡырырға онотмағанын беләбеҙ. Беҙҙең хеҙмәт итер өсөн һәр ваҡытта ла әҙәбиәтебеҙ бар. Шундай ышаныслы ағай-ҡәрҙәштәрҙең беҙҙең хаҡта ҡайғыртыуын күреү беҙгә бик оҡшай. Беҙ Йәһүәгә улар өсөн рәхмәтле! Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Беҙ үҙебеҙҙең ышаныслы икәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

«ЫШАНЫСЛЫ КЕШЕ СЕРҘЕ ҺАҠЛАЙ БЕЛӘ»

8. Башҡаларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынғанда, нимәне иҫтә тоторға кәрәк? (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:13).

8 Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе яратабыҙ, уларҙың ни хәлдә булыуы беҙгә барыбер түгел. Шул уҡ ваҡытта беҙ уларҙың шәхси тормошон хөрмәт итергә тейеш. Беренсе быуаттағы ҡайһы бер мәсихселәр тураһында Инжилдә: «Ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй», — тип яҙылған (1 Тим. 5:13). Әлбиттә, беҙ уларға оҡшаш булырға теләмәйбеҙ. Әммә кемдер беҙгә үҙ серен һөйләһә һәм был хаҡта бер кемгә лә әйтмәҫкә үтенһә, беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? Әйтәйек, апай-ҡәрҙәш һаулығы менән бәйле йә башҡа ауырлығы тураһында һөйләй һәм был һөйләшеүҙең беҙҙең арала ғына ҡалыуын һорай, ти. Уның теләген хөрмәт итергә кәрәк b. (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:13-тө c уҡығыҙ.) Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, серҙе һаҡлай белеү тураһында ҡайһы бер осраҡтарҙы ҡарап сығайыҡ.

9. Ғаилә ағзалары ышанысҡа лайыҡ икәндәрен нисек күрһәтә ала?

9 Туғандар менән. Һәр ғаиләлә башҡалар белмәгән сетерекле һорауҙар бар. Әйтәйек, апай-ҡәрҙәштең ниндәйҙер ҡылығы иренең йөҙөндә йылмайыу тыуҙыра. Ул был хаҡта башҡаларға һөйләрме? Әлбиттә, юҡ, сөнки ул ҡатынын ярата һәм уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырырға теләмәй (Ефес. 5:33). Үҫмерҙәрҙе лә хөрмәт итеү бик мөһим. Ата-әсәләр быны аңлаһа, бик яҡшы. Улар балаларының хаталары тураһында һөйләп, уларҙы кәмһетмәҫ (Кол. 3:21). Шулай уҡ балалар ҙа туғандарын уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмаҫ өсөн телен тыйырға өйрәнергә тейеш (Ҡан. 5:16). Ғаиләлә һәр береһе серҙәрҙе һаҡлай белһә, ғаилә ныҡ булыр.

10. Ысын дуҫ үҙен нисек тота? (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

10 Дуҫтар менән. Ҡайһы саҡта беҙ борсолоуҙарыбыҙҙы дуҫтарыбыҙға һөйләргә теләйбеҙ. Әммә башҡаларға күңелде асыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Ә дуҫыбыҙ беҙ һөйләгәнде башҡаларға һөйләһә, был йөрәгебеҙҙе яраларға мөмкин. Телдәрен тыя белгән дуҫтар — ысын хазина! (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17-не d уҡығыҙ.)

Өлкәндәр конфиденциаль мәғлүмәтте ғаиләһенә һөйләмәй. (11-се абзацты ҡарағыҙ.) f

11. a) Ни өсөн беҙ өлкәндәргә һәм уларҙың ҡатындарына ышана алабыҙ? б) Үҙ ғаиләһенә конфиденциаль мәғлүмәтте асмаған өлкәндәрҙән беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

11 Ҡәрҙәштәр менән. Ҡәрҙәштәрҙең серҙәрен һаҡлай белгән өлкәндәр «елдән йәшеренер урын кеүек, дауыллы ямғырҙан һыйыныр урын кеүек» (Ишағ. 32:2). Ниндәй генә серҙе асһаҡ та, улар башҡаларға һөйләмәгәнен яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә уларға мөрәжәғәт итеү бик еңел. Беҙ үҙебеҙ ҙә уларҙан беҙгә кәрәкмәгән мәғлүмәтте һорамайбыҙ. Беҙ уларҙың ҡатындарына ла бик рәхмәтле, сөнки улар ирҙәренән башҡаларҙың серҙәре тураһында төпсөнмәй. Ҡатындарына ҡәрҙәштәрҙең серҙәрен асмаған өлкәндәр бик ҡәҙерле. Бына нимә тип һөйләй бер өлкәндең ҡатыны: «Мин иремә бик рәхмәтлемен, сөнки ул рухи ярҙамға мохтаж булған ҡәрҙәштәр менән нимә тураһында һөйләшкәнен миңә һөйләмәй һәм уның кем менән һөйләшкәнен мин хатта белмәйем дә. Ул миңә кәрәкмәгән мәғлүмәтте һөйләп, миңә йөк һалмай. Мин быға бик шатмын, шуға күрә мин йыйылышта башҡалар менән иркен аралаша алам һәм үҙемде уңайһыҙ тоймайым. Бынан тыш, борсолоуҙарымды уға һөйләгәндә, ул башҡаларға һөйләр тип, бер ҙә ҡурҡмайым». Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа башҡаларҙың ышанысына лайыҡ булырға теләйбеҙ. Бының өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Әйҙәгеҙ, уларҙың бишеһен ҡарап сығайыҡ.

ЫШАНЫСЛЫ БУЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТКӘН СИФАТТАР

12. Ни өсөн мөхәббәт — ышаныстың нигеҙе тип әйтеп була?

12 Мөхәббәт — ышаныстың нигеҙе. Ғайса Мәсих әйтеүенсә, Йәһүәне яратыу һәм яҡыныңды яратыу — ул иң мөһим әмерҙәр (Матф. 22:37—39). Йәһүәне яратыу беҙҙе уның кеүек ышаныслы булырға дәртләндерә, ә ҡәрҙәштәрҙе яратыу уларҙың серҙәрен һаҡларға ярҙам итә. Беҙ уларҙы бер нисек тә күңелһеҙләндерергә, оялтырға йәки уларға әрнеү килтерергә теләмәйбеҙ (Яхъя 15:12).

13. Баҫалҡылыҡ ышаныслы булырға нисек ярҙам итә?

13 Баҫалҡылыҡ ышаныслы булырға ярҙам иткән тағы бер сифат. Баҫалҡы мәсихсе үҙенә иғтибар йәлеп итер өсөн яңылыҡтарҙы беренсе булып һөйләмәҫ (Флп. 2:3). Шулай уҡ, ҡәрҙәштәр белергә тейеш булмаған мәғлүмәтте беләм тип, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймаҫ. Баҫалҡылыҡ беҙгә аралашҡанда Изге Яҙмала һәм баҫмаларҙа асыҡланмаған һорауҙар тураһында фараздар таратмаҫҡа ярҙам итер.

14. Үтә күреүсәнлек беҙгә ышаныслы булырға нисек ярҙам итә?

14 Үтә күреүсәнлек сифаты мәсихсегә «өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар» икәнен аңларға ярҙам итә (Вәғ. 3:7). Ғибрәтле һүҙҙәр 11:12-лә: «Үтә күреүсән кеше өндәшмәй тора», — тип яҙылған. Шуға күрә күп телдәрҙә «һүҙең көмөш булһа ла, тик тороуың — алтын» тигән әйтемдең булыуы ғәжәйеп түгел. Бына бер тәжрибәле өлкәндең миҫалы. Уны Андрей тип атайыҡ. Башҡа йыйылыштарҙа ауыр һорауҙар тыуғанда йыш ҡына уның ярҙам итеүен һорайҙар. Иғтибар итегеҙ, уның менән бергә өлкәндәр кәңәшмәһендә хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәш нимә ти: «Ул бер ҡасан да башҡа йыйылыштар тураһындағы конфиденциаль мәғлүмәтте һөйләмәй». Шуға күрә йыйылышындағы өлкәндәр уны хөрмәт итә. Улар уға ышана һәм өлкәндәр кәңәшмәһендә ҡаралған һорауҙар бер ҡасан да ситкә сыҡмағанын белә.

15. Намыҫлы булыу нисек итеп ышанысты яуларға ярҙам итер? Миҫал килтерегеҙ.

15 Ышаныслы булыр өсөн, намыҫлы булырға кәрәк. Беҙ намыҫлы кешегә ышанабыҙ, сөнки ул бер ҡасан да алдамай (Ефес. 4:25; Евр. 13:18). Ошондай осраҡты күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙгә йыйылышта сығыш яһар өсөн йөкләмә биргәндәр һәм һеҙ кемделер һеҙҙе тыңларға һәм кәңәш бирергә һорайһығыҙ, ти. Кемгә мөрәжәғәт итерһегеҙ: һеҙ ишетергә теләгәнде әйткән ҡәрҙәшкәме йә игелек менән дөрөҫөн әйткән ҡәрҙәшкәме? Яуап билдәле. Изге Яҙмала: «Асыҡ шелтә йәшерен мөхәббәттән яҡшыраҡ. Дуҫ тоғро булғанға яралай», — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 27:5, 6). Ҡайһы саҡта дуҫыбыҙҙың асыҡ итеп әйтелгән фекерен тыңлауы еңел түгел, әммә был беҙгә файҙа килтерер.

16. Ғибрәтле һүҙҙәр 10:19-ҙа тотанаҡлыҡтың мөһимлеге нисек күрһәтелә?

16 Башҡаларҙың ышанысын яулар өсөн беҙгә тотанаҡлыҡ та кәрәк. Кемдеңдер серен асырға теләгебеҙ тыуғанда, тотанаҡлыҡ беҙгә телебеҙҙе тыйырға ярҙам итер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:19-ҙы e уҡығыҙ.) Социаль селтәрҙәр менән ҡулланғанда, был сифатты сағылдырыу айырыуса ауыр. Һаҡ булмаһаҡ, конфиденциаль мәғлүмәтте күп кешеләргә яңылыш таратыуыбыҙ бар. Ә мәғлүмәт интернетҡа эләкһә, башҡаларҙың уны нисек ҡулланыуы беҙҙән инде тормай. Кем белә, ул күпме проблемалар килтерер. Тағы ниндәй осраҡта беҙгә телебеҙҙе тыйырға кәрәк? Ҡаршы килеүселәр беҙҙән ҡәрҙәштәргә зыян килтерә алған мәғлүмәтте белергә тырышҡанда. Мәҫәлән, беҙ эшмәкәрлегебеҙ тыйылған йә сикләнгән илдә йәшәһәк һәм полиция ҡәрҙәштәребеҙ тураһында һорау алһа, беҙгә нимә эшләргә? Был һәм ошоға оҡшаш осраҡтарҙа беҙ «ауыҙыма ауыҙлыҡ кейҙерермен» тип әйткән мәҙхиә йырлаусы һымаҡ эш итербеҙ (Зәб. 39:1). Шулай итеп, беҙгә туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, ҡәрҙәштәребеҙ һәм башҡа кешеләр менән һәр ваҡыт ышаныслы булырға кәрәк. Ә бының өсөн үҙ-үҙеңде ҡулда тотоу мөһим.

17. Йыйылышта ышаныслы мөхит булдырыр өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ?

17 Беҙ Йәһүәгә үҙенең ғаиләһенә йәлеп иткәне өсөн бик рәхмәтле. Унда яратыу һәм ышаныс хөкөм һөрә. Ышаныслы кеше булыр өсөн барыбыҙға ла көс һалырға кәрәк. Әгәр һәр беребеҙ мөхәббәт, баҫалҡылыҡ, үтә күреүсәнлек, намыҫлылыҡ һәм тотанаҡлыҡ сағылдырһа, йыйылышта ышаныслы мөхит булыр. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Йәһүәнән үрнәк алайыҡ һәм тормошобоҙ менән ышанысҡа лайыҡ икәнебеҙҙе күрһәтәйек.

123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

a Башҡаларҙың беҙгә ышаныуын теләһәк, үҙебеҙгә лә ышаныслы булырға кәрәк. Был мәҡәләлә ни өсөн ышаныс шул тиклем мөһим икәнен һәм ниндәй сифаттар беҙгә ышаныслы булырға ярҙам итә алғанын ҡарап сығырбыҙ.

b Әгәр беҙ йыйылышта ҡәрҙәштең етди гонаһ ҡылғанын белеп ҡалһаҡ, беҙ уны өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә дәртләндерербеҙ. Ул быны эшләмәһә, Йәһүәгә һәм йыйылышҡа тоғро булғанлыҡтан, был хәл тураһында рухи көтөүселәргә әйтербеҙ.

c Ғибрәтле һүҙҙәр 11:13: «Ғәйбәтсе башҡаларҙың серен асып йөрөй, ә ышаныслы кеше серҙе һаҡлай белә».

d Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була».

e Ғибрәтле һүҙҙәр 10:19: «Күп һөйләүсе гонаһ ҡылмай ҡалмаҫ, телен тыйыусы иһә аҡыллы эш итә».

f РӘСЕМДӘ: өлкән үҙе белгән конфиденциаль мәғлүмәтте ғаиләһенә һөйләмәй.