Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ерҙә йәшәр өсөн кем тереләсәк һәм уларҙы нимә көтә?

Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманың был һорауҙарға нисек яуап биргәнен беләйек.

Ғәмәлдәр 24:15-тә «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» тип әйтелгән. Тәҡүә кешеләр үлеменә тиклем Аллаға тоғро ҡалғандар. Шуға күрә уларҙың исемдәре тормош китабына яҙылған (Мал. 3:16). Тәҡүә булмағандарҙың үлеменә тиклем Йәһүә тураһында белем алыр өсөн етерлек мөмкинлектәре булмаған. Шуға күрә уларҙың исемдәре тормош китабында юҡ.

Ғәмәлдәр 24:15-тә терелтелгән ике төркөм кешеләре тураһында әйтелә. Яхъя 5:28, 29-ҙа ла улар тураһында һүҙ бара. Ғайса: «Яҡшылыҡ эшләгәндәр — йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр — хөкөм ителеү өсөн тереләсәк», — тип әйткән. Тәҡүә кешеләр үлеменә тиклем яҡшылыҡ эшләгән. Улар мәңгелек тормош алыр өсөн тереләсәк, сөнки уларҙың исемдәре тормош китабында һаман да булыр. Ә бына тәҡүә булмағандар үлеменә тиклем яуызлыҡ ҡылған. Улар хөкөм ителер өсөн тереләсәк. Уларҙың исемдәре тормош китабында әле юҡ, шунлыҡтан күктәге хөкөмсөләр уларҙы иғтибар менән күҙәтәсәк. Тәҡүә булмағандарҙың исемдәре тормош китабында булһын өсөн, уларға Йәһүә тураһында белем алырға мөмкинлек бирелер.

Асылыш 20:12, 13-тә, терелгәндәрҙең бөтәһенә лә китаптарҙа, йәғни төргәктәрҙә яҙылғанса эш итергә кәрәк булыр, тип әйтелгән. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, уларға яңы донъяла Алла биргән яңы ҡанундар буйынса йәшәргә кәрәк булыр. Ул ҡанундарға буйһонмаған кешеләрҙе Йәһүә юҡ итәсәк (Ишағ. 65:20).

Данил 12:2-лә «ер ҡуйынында йоҡлаусыларҙың күптәре уянасаҡ. Ҡайһы берҙәре — мәңгелек тормош өсөн, ә ҡайһы берҙәре шелтәләү һәм мәңгелек хурлыҡ өсөн уянасаҡ» тип пәйғәмбәрлек ителә. Был аятта әйтелгәнсә, терелгән кешеләрҙе ахырҙа «мәңгелек тормош» йә «мәңгелек хурлыҡ» көтә. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, 1 000 йыл үткәс, берәүҙәре мәңгелек тормош аласаҡ, ә башҡалары мәңгегә юҡ ителәсәк (Асыл. 20:15; 21:3, 4).

Әйҙәгеҙ, ошондай миҫал ҡарап сығайыҡ. Терелтелгәндәрҙе сит илдә йәшәргә теләгән кешеләр менән сағыштырып була. Тәҡүәләр оҙайлы виза алған кешеләргә оҡшаш. Был виза уларға эшләргә мөмкинлек һәм башҡа азатлыҡ бирә. Ә тәҡүә булмағандар ваҡытлыса виза алғандарға оҡшаш. Улар илдә ҡалыр өсөн үҙҙәрен властар алдында дөрөҫ тоторға тейеш. Шуның шикелле, терелгән тәҡүә булмағандар ожмахта ҡалыр өсөн Йәһүәнең ҡанундарына буйһонорға һәм тәҡүә булыуҙарын иҫбатларға тейеш. Кешеләр сит илгә ниндәй генә виза менән керһәләр ҙә, ахыр сиктә, берәүҙәре гражданлыҡ алырға мөмкин, ә икенселәрен илдән ҡыуып сығарыуҙары бар. Яңы илдә ҡала алырҙармы, юҡмы икәне уларҙың тәртибенән тора. Шуның шикелле, терелгәндәр яңы донъяла ҡала алырмы, юҡмы икәне уларҙың Аллаға ҡарата тоғролоғона һәм тәртибенә бәйле булыр.

Йәһүә шәфҡәтле генә түгел, ул шулай уҡ ғәҙел Алла (Ҡан. 32:4; Зәб. 33:5). Яратыуҙан сығып, ул тәҡүәләрҙе лә, тәҡүә булмағандарҙы ла терелтәсәк. Шул уҡ ваҡыт ул үҙенең әхлаҡи нормаларын юғары дәрәжәлә һаҡлаясаҡ. Йәһүәне яратҡандарға һәм уның ҡанундарына буйһонғандарға ғына яңы донъяла йәшәргә мөмкинлек биреләсәк.