37-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Һеҙ ҡәрҙәштәргә ышана алаһығыҙ
«[Мөхәббәт] бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә» (1 КОР. 13:7).
124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Бөгөнгө көндәрҙә башҡаларға ышанырға ауыр булғанына ғәжәпләнергә кәрәкме?
ШАЙТАН донъяһында кешеләр кемгә ышанырға ла белмәй, сөнки бизнесмендарҙың, сәйәсмәндәрҙең һәм дин әһелдәренең тәртибе уларҙы һәр ваҡыт күңелһеҙләндерә. Күптәргә дуҫтарына, күршеләренә, хатта туғандарына ла ышаныуы ауыр. Был беҙҙе ғәжәпләндерергә тейешме? Юҡ, сөнки Изге Яҙмала: «Ахырызаман килгәндә... тәҡүәһеҙ... яла яғыусан... хыянатсыл... кешеләр артыр», — тип яҙылған. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, улар үҙҙәрен ышанысҡа лайыҡ булмаған «был донъяның илаһы» кеүек тота (2 Тим. 3:1—5; 2 Кор. 4:4).
2. а) Кемгә һәм нимәгә тулыһынса ышанып була? б) Беҙҙең ниндәй һорауҙарыбыҙ тыуырға мөмкин?
2 Мәсихселәр булараҡ, беҙ тулыһынса Йәһүәгә таяна алабыҙ (Ирем. 17:7, 8). Уның беҙҙе яратҡанына һәм бер ҡасан да ташлап китмәйәсәгенә ышана алабыҙ (Зәб. 9:10). Беҙ шулай уҡ Ғайса Мәсихкә ышанабыҙ, сөнки ул беҙҙең өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән (1 Пет. 3:18). Бынан тыш, беҙ Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙең ышаныслы икәненә инандыҡ (2 Тим. 3:16, 17). Шулай итеп, беҙ Йәһүәгә, Ғайсаға һәм Изге Яҙмаға таяна алғаныбыҙға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Әммә кемдеңдер шундай һорауы тыуырға мөмкин: «Йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә беҙ тулыһынса ышана алабыҙмы? Эйе икән, ни өсөн ышана алабыҙ?»
БЕҘ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ МОХТАЖ
3. Беҙҙең ниндәй ҡиммәтле бүләгебеҙ бар? (Марк 10:29, 30).
3 Миллиардлаған кеше араһында Йәһүә беҙгә иғтибар иткән һәм үҙенең күп милләттән торған ғаиләһенә йәлеп иткән. Беҙ уға был ҡиммәтле бүләге өсөн бик рәхмәтле! (Марк 10:29, 30-ҙы уҡығыҙ.) Беҙҙең бөтә ер йөҙөндә Йәһүәне яратҡан һәм уның нормалары буйынса йәшәргә тырышҡан ҡәрҙәштәребеҙ бар. Уларҙың теле, мәҙәниәте, кейемдәре беҙҙекенән айырылып торһа ла һәм беҙ уларҙы быға тиклем күрмәһәк тә, улар беҙҙең өсөн туғандар һымаҡ. Беҙгә бергәләп ҡайғыртыусан Атабыҙҙы данларға һәм уға хеҙмәт итергә бик оҡшай! (Зәб. 133:1).
4. Ни өсөн беҙ ҡәрҙәштәргә мохтаж?
4 Беҙгә айырыуса бөгөн ҡәрҙәштәребеҙ менән берҙәм булыу бик мөһим, сөнки улар ауырлыҡтарыбыҙҙы күтәрешә (Рим. 15:1; Гал. 6:2). Улар шулай уҡ беҙҙе Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә ашҡынып торорға һәм рухи яҡтан ныҡ ҡалырға дәртләндерә (1 Фес. 5:11; Евр. 10:23—25). Уйлап ҡына ҡарағыҙ, йыйылыш булмаһа, Шайтанға һәм был яуыз донъяға беҙ нисек ҡаршы тора алыр инек? Тиҙҙән Шайтан һәм уның идараһы аҫтында булған кешеләр Алланың хеҙмәтселәренә һөжүм итәсәк. Шул саҡта ҡәрҙәштәребеҙҙең яныбыҙҙа булыуҙарына ни тиклем шат булырбыҙ!
5. Ни өсөн беҙгә ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәргә ышаныуы ауыр?
5 Әммә ҡайһы берәүҙәребеҙгә ҡәрҙәштәргә ышаныуы ауыр. Ни өсөн? Бәлки, кемдер беҙҙең серебеҙҙе асҡандыр йә әйткән һүҙен үтәмәгәндер. Ә, бәлки, беҙгә нимәлер әйтеп йә эшләп, күңелебеҙҙә тәрән яра ҡалдырғандыр. Беҙҙең: «Башҡаларға нисек ышанып була инде?» — тип уйлауыбыҙ бар. Ҡәрҙәштәргә ышанысыбыҙҙы нығытырға нимә ярҙам итер?
ЫШАНЫСТЫҢ НИГЕҘЕ — МӨХӘББӘТ
6. Нисек итеп мөхәббәт ышанысты нығытырға ярҙам итә? (1 Коринфтарға 13:4—8).
6 Ышаныс мөхәббәткә нигеҙләнә. 1 Коринфтарға 13-сө бүлектә мөхәббәттең төрлө яҡтары һүрәтләнә. Улар башҡаларға ҡарата ышаныс үҫтерергә, ә ышанысыбыҙ юғалған булһа, уны ҡайтарырға ярҙам итә. (1 Коринфтарға 13:4—8-ҙе уҡығыҙ.) Мәҫәлән, 4-се аятта «мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле» тип әйтелә. Беҙ Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылғанда, ул беҙҙең менән бик түҙемле. Ҡәрҙәштәребеҙ асыуыбыҙҙы сығарғанда йәки күңелебеҙҙе яралағанда, беҙгә улар менән бигерәк тә түҙемле булырға кәрәк. 5-се аятта «мөхәббәт... ярһымай, яуызлыҡ тотмай [«яман эштәрҙе һанап бармай», ЯДТ]» тип әйтелә. Шуға күрә ҡәрҙәштәребеҙҙең рәнйеткән һүҙҙәрен һәм эштәрен яҙып барған «дәфтәребеҙ» юҡ. Вәғәзсе 7:9-ҙа: «Үпкәләргә ашыҡма», — тип әйтелә. Ә Ефестарға 4:26-ла: «Ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын», — тип яҙылған.
7. Матфей 7:1—5-тә яҙылған принциптар ҡәрҙәштәргә ҡарата ышанысыбыҙҙы нығытырға нисек ярҙам итә?
7 Ҡәрҙәштәргә ҡарата ышанысты тағы нисек нығытып була? Уларға Йәһүә һымаҡ ҡарарға тырышығыҙ. Алла уларҙы ярата һәм уларҙың гонаһтарына төпсөнөп ҡарамай. Беҙ унан өлгө алырға тейеш (Зәб. 130:3). Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәренә иғтибар итер урынына, уларҙың яҡшы сифаттарын һәм уларҙың ниндәй була алғандарын күрергә тырышайыҡ. (Матфей 7:1—5-те уҡығыҙ.) Беҙ уларға насар мотивтар таҡмайбыҙ, сөнки мөхәббәт «бөтөн нәмәгә ышана» (1 Кор. 13:7). Йәһүә беҙҙән тиҙ ышанып барыуыбыҙҙы түгел, ә ышанысҡа лайыҡ булған ҡәрҙәштәргә ышаныуыбыҙҙы көтә b.
8. Һеҙ ҡәрҙәштәргә ҡарата нисек ышаныс үҫтерә алаһығыҙ?
8 Ышаныс хөрмәткә оҡшаш, ул үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Уны яулап алырға кәрәк, ә бының өсөн ваҡыт талап ителә. Шуға күрә түҙемле булығыҙ: ҡәрҙәштәргә улар ышанысҡа лайыҡ булғандарын күрһәтергә мөмкинлек бирегеҙ. Ҡәрҙәштәр менән яҡынданыраҡ танышығыҙ. Йыйылыш осрашыуҙарында улар менән аралашығыҙ. Бергә хеҙмәткә барығыҙ. Бәлки, күптән түгел генә танышҡан ҡәрҙәштәргә һеҙ серҙәрегеҙҙе һөйләмәҫһегеҙ. Әммә кешене яҡшыраҡ белгән һайын, үҙ хистәрегеҙ менән бүлешергә еңелерәк булыр (Лука 16:10). Ә йыйылыштағы берәй ҡәрҙәш ышанысығыҙҙы аҡламаһа, нимә эшләргә? Уға ҡул һелтәргә ашыҡмағыҙ. Түҙемле булығыҙ. Бер кешенең насар эштәре башҡа ҡәрҙәштәргә ҡарата ышанысығыҙҙы ҡаҡшатмаһын. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәренең миҫалдарын ҡарап сығайыҡ. Кемдеңдер тәртибе уларҙы күңелһеҙләндерһә лә, улар башҡаларға ҡарата ышаныстарын юғалтмаған.
БАШҠАЛАРҒА ЫШАНЫСЫН ЮҒАЛТМАҒАНДАРҘАН ӨЙРӘНЕГЕҘ
9. а) Һанна, Алла вәкилдәренең гонаһтарына ҡарамаҫтан, Йәһүәгә ышанысын нисек һаҡлап ҡалған? б) Йәһүәнең ойошмаһына ышаныу тураһында әйткәндә, Һаннаның миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.)
9 Яуаплы ҡәрҙәштәрҙең тәртибе һеҙҙе күңелһеҙләндергәне булдымы? Әгәр ҙә булһа, Һаннаның миҫалы өҫтөндә уйланығыҙ. Ул ваҡытта Израилдә баш рухани Илий ғибәҙәт ҡылыу өсөн яуаплы булған. Әммә уның ғаиләһен өлгөлө тип атап булмай. Уның рухани булып хеҙмәт иткән улдары аҙғын тормош алып барған. Әммә Илий уларҙы төҙәтер өсөн бер нәмә лә эшләмәгән тиерлек. Алла Илийҙы баш рухани вазифаларынан шунда уҡ бушатмаған. Шулай ҙа Һанна изге сатырҙа Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙан баш тартмаған. Илий, ҡайғыға батҡан Һаннаның доға ҡылыуын күреп, ул иҫерек, тип уйлаған һәм, был хәлде асыҡлап та тормайынса, Һаннаны сәнскеле һүҙҙәре менән рәнйеткән (1 Сам. 1:12—16). Быға ҡарамаҫтан, Һанна, улым тыуһа, уны изге сатырҙа хеҙмәт итергә бирәм, тип вәғәҙә иткән. Ул был вәғәҙәне уның улын Илий ҡарарға тейеш икәнен белһә лә биргән (1 Сам. 1:11). Илийҙың улдары яза алырға тейеш булмағанмы ни? Әлбиттә, тейеш булған, һәм Йәһүә уларҙы үҙ ваҡытында язаға тарттырған (1 Сам. 4:17). Ә Һаннаға Алла бала бүләк иткән (1 Сам. 1:17—20).
10. Хыянат итеү менән осрашһа ла, Дауыт кешеләргә ҡарата ышанысын юғалтҡанмы? Аңлатығыҙ.
10 Һеҙгә берәй ҡасан яҡын дуҫығыҙ хыянат иткәне бармы? Улай булһа, Дауыт батша тураһында уйлағыҙ. Уның Ахитафил исемле ышаныслы кәңәшсеһе булған. Әммә Дауыттың улы Әбессәләм атаһы урынына батша булып китергә ниәтләгәс, Ахитафил уның фетнәһенә ҡушылған. Дауытҡа улының да, яҡын дуҫының да бер юлы хыянат итеүе бик ауыр булғандыр! Шулай ҙа Дауыт кешеләргә ышанысын юғалтмаған. Мәҫәлән, ул фетнәселәр яғына баҫмаған Хушайға артабан да ышанған. Дауыттың уға ышанырға етди сәбәптәре булған. Артабанғы ваҡиғаларҙан күренеүенсә, Хушай ысын дуҫ булған һәм хатта Дауыт өсөн үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған (2 Сам. 17:1—16).
11. Набалдың бер хеҙмәтсеһе нисек ышаныс күрһәткән?
11 Ә бына Набалдың хеҙмәтсеһенең миҫалы. Дауыт үҙенең кешеләре менән бер ни тиклем ваҡыт дауамында Набал исемле бай израиль кешеһенең көтөүселәрен яҡлап торған. Һуңыраҡ Дауыт Набалдан үҙенә һәм һуғышсыларына күпмелер булһа ла ризыҡ биреүен һораған. Набал Дауыттың был ябай үтенесен үтәргә йыйынмағаны хаҡында әйткәс, Дауыт бик асыуланған, хатта Набалдың өйөндә бөтә ирҙәрҙе үлтерергә ниәтләгән. Хеҙмәтсе бының тураһында хужаһының ҡатыны Әбиғиәгә әйткән. Әлбиттә, ул үҙе генә ҡасып китә алыр ине, әммә ул Әбиғиәнең уның ғүмерен ҡотҡара алғанына ышанған. Ул шуны белгән: Әбиғиә берәй нәмә уйлап сығарасаҡ, сөнки ул аҡыллы булыуы менән билдәле булған. Һәм уның ышаныстары тормошҡа ашҡан! Ҡыйыу Әбиғиә Дауытты туҡтатып ҡалған (1 Сам. 25:2—35). Ул Дауытҡа ышанған һәм уның аҡыллы эш итеренә шикләнмәгән.
12. Шәкерттәренең хаталарына ҡарамаҫтан, Ғайсаның уларға ышанғаны нимәнән күренә?
12 Ғайсаның шәкерттәре ҡайһы саҡта үҙҙәрен дөрөҫ тотмаһа ла, Ғайса уларға ышанған (Яхъя 15:15, 16). Бер тапҡыр Яҡуб менән Яхъя Ғайсанан Батшалыҡта абруйлы урындар биреүен һораған. Ғайса, улар Йәһүәгә мәкерле ниәттән сығып хеҙмәт итә, тип уйламаған һәм илселәрҙең һанынан юйып ташламаған (Марк 10:35—40). Һуңыраҡ Ғайсаны ҡулға алғас, уның бөтә шәкерттәре уны ҡалдырып ҡасҡан (Матф. 26:56). Әммә ул уларға ышанысын юғалтмаған. Ғайса уларҙың етешһеҙлектәрен яҡшы белһә лә, уларҙы ахырға тиклем яратҡан (Яхъя 13:1). Терелтелгәндән һуң Ғайса 11 илсеһенә мөһим йөкләмә тапшырған: ул уларға шәкерттәр әҙерләү эшен алып барырға һәм үҙенең ҡәҙерле һарыҡтары хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан (Матф. 28:19, 20; Яхъя 21:15—17). Шәкерттәре камил булмаһа ла, уның ышанысын аҡлаған. Улар үлемдәренә тиклем тоғро хеҙмәт иткән. Күреүебеҙсә, Һанна, Дауыт, Набалдың хеҙмәтсеһе, Әбиғиә һәм Ғайса беҙгә яҡшы өлгө ҡалдырған: улар камил булмаған кешеләргә ышанған.
НИСЕК БАШҠАЛАРҒА ЯҢЫНАН ЫШАНА БАШЛАРҒА?
13. Ни өсөн башҡаларға ышаныу ауыр булырға мөмкин?
13 Һеҙҙең шундай хәл булғаны бармы: һеҙ берәй серегеҙҙе ағай-ҡәрҙәшкә тапшыраһығыҙ, ә ул уны башҡа кешегә һөйләй? Был арҡаға ҡаҙалған бысаҡ һымаҡ булырға мөмкин. Бер тапҡыр апай-ҡәрҙәш өлкәнгә үҙенең проблемаһы тураһында һөйләгән. Был турала башҡа бер кем дә белмәҫ, тип ышанған ул. Әммә киләһе көндө был өлкәндең ҡатыны апай-ҡәрҙәшебеҙҙе нығытыр өсөн шылтыратҡан. Һәм апай-ҡәрҙәшебеҙ өлкәндең ҡатынына барыһы ла билдәле булғанын аңлаған. Әлбиттә, был өлкәнгә ҡарата ышаныс юғалған. Апай-ҡәрҙәшебеҙҙе маҡтарға була, сөнки ул был хаҡта башҡа бер өлкәнгә һөйләгән һәм уның ярҙамы менән ул яңынан өлкәндәргә ышана башлаған.
14. Бер ағай-ҡәрҙәшкә башҡаларға ышанысын торғоҙорға нимә ярҙам иткән?
14 Бер ағай-ҡәрҙәш ике өлкәнгә ышанмаған, шунлыҡтан оҙаҡ ваҡыт дауамында улар менән уртаҡ тел таба алмаған. Ләкин ул үҙе хөрмәт иткән бер мәсихсенең «беҙҙең дошманыбыҙ ҡәрҙәштәр түгел, ә Шайтан» тигән ябай, шул уҡ ваҡытта көслө һүҙҙәрен иҫенә төшөргән. Ул был һүҙҙәр өҫтөндә оҙаҡ уйланған, доға ҡылған һәм һуңынан был ике өлкән менән мөнәсәбәттәрен яйға һалған.
15. Ни өсөн беҙ ҡәрҙәштәргә яңынан ышана башлағанға тиклем күп ваҡыт үтергә мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.
15 Һеҙҙе берәй ҡасан йыйылышта хөрмәтле вазифаларҙан мәхрүм иткәндәре булдымы? Ошондай хәл ныҡ рәнйетә ала. 1930-сы йылдарҙа нацистар Германияһында эшмәкәрлегебеҙ тыйылған ваҡытта Грета әсәһе менән Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Гретаға мөһим йөкләмә тапшырғандар: ҡәрҙәштәр өсөн «Күҙәтеү манараһының» копияларын яһау. Әммә һуңыраҡ ағай-ҡәрҙәштәр Гретаның атаһы Йәһүә шаһиттарын яратмағанын белеп ҡалған. Ул бөтәһен дә һатыр, тип ҡурҡып, улар Гретаны был йөкләмәнән бушатҡан. Әммә уның һынауҙары бының менән генә тамамланмаған. Икенсе бөтә донъя һуғышы дауамында ҡәрҙәштәр уға һәм әсәһенә журналдар бирмәгән һәм хатта улар менән урамда һаулыҡ һорашмаған. Күҙ алдына килтерегеҙ, ни тиклем уға ауыр булған! Уның күңел яралары әрнегән. Грета оҙаҡ ваҡыт дауамында был ағай-ҡәрҙәштәрҙе ғәфү итә алмаған һәм уларға ышанмаған. Әммә ваҡыт үтеү менән ул Йәһүәнең уларҙы кисергәнен аңлаған һәм үҙе лә уларҙы ғәфү итергә булған c.
«Беҙҙең дошманыбыҙ ҡәрҙәштәр түгел, ә Шайтан»
16. Ҡәрҙәштәргә ҡарата ышаныс үҫтереү еңел булмаһа ла, ни өсөн был мөһим?
16 Һеҙ ҙә тормошоғоҙҙа шундай ауыр хәлгә эләкһәгеҙ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Кешеләргә ышаныс үҫтерер өсөн барыһын эшләгеҙ. Әлбиттә, был һә тигәнсе килеп сыҡмаҫ. Ләкин көс һалыу бик мөһим. Миҫал килтерәйек. Әгәр һеҙ ризыҡ менән ағыуланһағыҙ, һуңынан нимә ашағанығыҙға иғтибарлыраҡ булырһығыҙ, әммә үҙегеҙҙе аслыҡтан интектермәҫһегеҙ. Шуның шикелле, бер ҡәрҙәштең алама ҡылығы башҡа ҡәрҙәштәргә ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатмаһын, беҙ бит бөтәбеҙ ҙә камилһыҙ. Башҡаларға ҡарата яңынан ышаныс үҫтергәндә, беҙ бәхетлерәк булырбыҙ, һәм йыйылышта ышаныслы мөхит булдырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө нисек индереп булғаны тураһында уйлау еңелерәк булыр.
17. Ни өсөн ышаныс бик мөһим һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
17 Шайтан донъяһында ышаныс һирәк осрай. Ә беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә ышана алабыҙ, сөнки уларҙы яратабыҙ, һәм улар ҙа беҙҙе ярата. Ышаныс шатлыҡ килтерә һәм берҙәмлегебеҙҙе нығыта. Ул шулай уҡ беҙҙе киләсәктәге һынауҙар ваҡытында яҡлаясаҡ. Әгәр кемгәлер ышанысығыҙҙы юғалтһағыҙ һәм был һеҙгә әрнеү килтерһә, нимә эшләргә? Тыуған хәлгә Йәһүә күҙлегенән ҡарарға тырышығыҙ. Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланығыҙ. Ҡәрҙәштәргә ҡарата көслө яратыу үҫтерегеҙ һәм Изге Яҙмалағы миҫалдарҙан өйрәнегеҙ. Кешеләрҙе ғәфү итеп, һеҙ уларға яңынан ышана башлай алырһығыҙ. Шул саҡта һеҙҙең туғандарҙан да нығыраҡ яратҡан дуҫтарығыҙ күп булыр (Ғиб. һүҙ. 18:24). Ләкин ышаныс ике яҡлы хәрәкәтле урам һымаҡ. Киләһе мәҡәләнән беҙ ҡәрҙәштәрҙең ышанысын нисек яулап булғанын белербеҙ.
99-СЫ ЙЫР Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп
a Беҙгә ҡәрҙәштәребеҙгә ышанырға кәрәк. Әммә ҡайһы саҡта был еңел түгел, сөнки улар беҙҙе күңелһеҙләндерергә мөмкин. Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙмалағы принциптарҙы һәм боронғо ваҡытта булған осраҡтарҙы ҡарап сығырбыҙ. Улар имандаштарыбыҙға ҡарата ышаныс үҫтерергә ярҙам итер. Бынан тыш, ышанысыбыҙҙы юғалтҡан кешеләргә яңынан ышана башларға нимә ярҙам итә алғанын белербеҙ.
b Изге Яҙмала, йыйылыштарға ышанысҡа лайыҡ булмаған кешеләр килеп инер, тип әйтелә (Йәһ. 4). Ҡайһы бер осраҡтарҙа ялған ҡәрҙәштәр башҡаларҙы алдатыр өсөн хәҡиҡәтте боҙоп һөйләр (Ғәм. 20:30). Беҙгә ундай кешеләрҙе тыңларға һәм уларға ышанырға кәрәкмәй.
c Грета тураһында күберәк белер өсөн 1974 йылғы «Йәһүә шаһиттарының йыллыҡ баҫмаһында» (ингл.) 129—131-се биттәрҙе ҡарағыҙ.