39-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Йыуаш булғанда һеҙ ысындан да көслө
«Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы... булырға [тейеш]» (2 ТИМ. 2:24).
120-СЕ ЙЫР Мәсих кеүек йыуаш булығыҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Хеҙмәттәшебеҙ йә синыфташыбыҙ беҙҙән нимә тураһында һорарға мөмкин?
ХЕҘМӘТТӘШЕГЕҘ йә синыфташығыҙ иманығыҙ тураһында һораһа, һеҙ үҙегеҙҙе нисек хис итәһегеҙ? Тулҡынлана башлайһығыҙмы? Был бөтәбеҙгә лә таныш. Әммә ундай һорауҙарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Улар кешенең нимәгә ышанғанын аңларға ярҙам итә бит. Шул саҡта уға һөйөнөслө хәбәрҙе еткереү еңелерәк булыр. Ләкин ҡайһы саҡта кешеләр беҙҙең менән ризалашмағанға йәиһә бәхәсләшергә теләгәнлектән һорауҙар бирә. Улар быны Йәһүә шаһиттары тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте ишеткәнгә күрә эшләй (Ғәм. 28:22). Бынан тыш, Изге Яҙмала, «ахырызаман килгәндә» кешеләр «кеше менән һыйыша алмаған» һәм «аяуһыҙ» булыр, тип әйтелгән (2 Тим. 3:1, 3).
2. Ни өсөн йыуаш булыу мөһим?
2 Моғайын, һеҙ: «Берәйһе бәхәсләшергә теләп, иманыма ҡағылышлы һорауҙар бирһә, нисек тыныс булып ҡалырға һәм әҙәпле итеп яуап бирергә?» — тип уйлайһығыҙҙыр. Һеҙгә йыуашлыҡ, йәғни йомшаҡлыҡ, тигән сифат ярҙам итер. Йыуаш кеше, уны бәхәскә тартҡанда йә уға көтөлмәгән һорау биргәндә, үҙен ҡулда тота белә (Ғиб. һүҙ. 16:32). Әлбиттә, эшләүгә ҡарағанда, әйтеүе еңел. Улайһа, нисек йыуашлыҡ үҫтерергә һуң? Иманыбыҙҙы тәнҡитләгәндә, беҙгә ипле итеп яуап бирергә нимә ярҙам итер? Ә балаларыбыҙ булһа, уларҙы үҙ иманын ипле генә яҡларға нисек өйрәтергә? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.
ЙЫУАШЛЫҠТЫ НИСЕК ҮҪТЕРЕП БУЛА?
3. Ни өсөн йыуашлыҡ көсһөҙлөктөң түгел, ә көслө булыуҙың билдәһе, тип әйтә алабыҙ? (2 Тимофейға 2:24, 25).
3 Йыуашлыҡ — көсһөҙлөктөң түгел, ә көслө булыуҙың билдәһе. Ауыр осраҡта тыныс ҡалыр өсөн эске көс талап ителә. Йыуашлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Гал. 5:22, 23). «Йыуаш» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ҡайһы саҡта ҡырағай атты ҡулға өйрәтеүҙе һүрәтләгәндә ҡулланылған. Уйнаҡлап торған айғырҙың йыуаш булып китеүен күҙ алдына килтерегеҙ: ул йүгәнләнгән булһа ла, шулай уҡ көслө. Кешеләр менән дә шулай булырға мөмкин. Йыуашлыҡ үҫтергәндә беҙ тағы ла көслөрәк булып китәбеҙ. Әммә был мөһим сифатты үҫтерер өсөн беҙгә ныҡышмалыҡ ҡына етмәй. Беҙгә Алланан ярҙам һәм изге рух һорарға кәрәк. Күптәр был сифатты үҫтерә алған. Ҡаршы килеүселәр Йәһүә шаһиттарын бәхәскә тартырға тырышҡанда, тегеләре йомшаҡ ҡына итеп яуап ҡайтара, һәм был башҡалар өсөн яҡшы шаһитлыҡ булып тора. (2 Тимофейға 2:24, 25-те уҡығыҙ.) Йыуашлыҡ һеҙҙең көслө яғығыҙ булһын өсөн, нимә эшләй алаһығыҙ?
4. Йыуашлыҡ тураһында әйткәндә, Исхаҡтан нимәгә өйрәнеп була?
4 Изге Яҙмала йыуашлыҡ сағылдырған күп кенә кешеләр тураһында әйтелә. Уларҙың береһе Исхаҡ. Ул пелешти ҡалаһы Герар янында төпләнгәс, көнсөл күршеләре уның атаһы ҡаҙыған ҡоҙоҡтарҙы күмеп ҡуйған. Улар менән талашыр урынына, Исхаҡ икенсе урынға күсенгән һәм унда яңы ҡоҙоҡтар ҡаҙыған (Баш. 26:12—18). Әммә пелештиҙәр йәнә: «Был беҙҙең һыу», — тип, Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшкән. Исхаҡ бер нигә ҡарамаҫтан үҙен тыныс тотҡан (Баш. 26:19—25). Башҡалар уның менән талашырға теләһә лә, уға йыуаш булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул ата-әсәһе Ибраһим менән Сараның өлгөһөн күҙ алдында тотҡан. Ул атаһының ауырлыҡтарҙы нисек яйға һалғанын һәм әсәһенең «баҫалҡы һәм тыныс холҡон» күреп үҫкән (1 Петр 3:4—6; Баш. 21:22—34).
5. Атай-әсәйҙәр үҙ балаларын йыуаш булырға нисек өйрәтә ала? Миҫал килтерегеҙ.
5 Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, шикләнмәгеҙ, һеҙ ҙә үҙ балаларығыҙҙы йыуаш булырға өйрәтә алаһығыҙ. Бына 17 йәшлек Макса́нс ҡәрҙәштең миҫалы. Мәктәптә һәм хеҙмәттә уға йыш ҡына уҫал кешеләр менән һөйләшергә тура килгән. Ата-әсәһе түҙемлек сағылдырып, уны йыуаш булырға өйрәткән. Улар былай ти: «Максанс талашыуға йә һуғышыуға ҡарағанда йыуаш булып ҡалыр өсөн күберәк көс кәрәк икәнен аңланы». Максанс йыуаш булыу көс бирә ала икәнен күргән һәм ул был иҫ киткес сифатты үҫтерә алған.
6. Доға ҡылыу йыуашлыҡ сифатын яҡшыраҡ сағылдырырға нисек ярҙам итә?
6 Көсөргәнешле хәл тыуғанда нисек эш итергә? Мәҫәлән, кемдер Аллабыҙҙы мыҫҡыллай йәиһә Изге Яҙманан көлә, ти. Шул саҡта йомшаҡ яуап бирер өсөн Йәһүәнән изге рух һәм зирәклек һорағыҙ. Ләкин һуңынан үҙебеҙҙе ҡулда тота алмағаныбыҙҙы аңлаһаҡ, нимә эшләргә? Тағы доға ҡылырға һәм икенсе тапҡыр нисек яҡшыраҡ яуап биреп булғаны тураһында уйланырға була. Йәһүә беҙгә хистәребеҙҙе йүгәнләр өсөн һәм йыуаш ҡалыр өсөн изге рух бирәсәк.
7. Ни өсөн Изге Яҙмалағы аяттарҙы ятлау файҙалы? (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1, 18).
7 Ҡайһы ваҡытта телде тыйыу еңел түгел. Шул саҡта Изге Яҙмалағы аяттар беҙгә ярҙам итер. Алланың рухы уларҙы иҫебеҙгә төшөрөр (Яхъя 14:26). Мәҫәлән, Ғибрәтле һүҙҙәр китабында бик күп ҡиммәтле кәңәштәр бар. Уларға ҡолаҡ һалһаҡ, беҙ тағы ла йыуашыраҡ булып китербеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1, 18-ҙе уҡығыҙ.) Изге Яҙмалағы был китап хәл киҫкенләшкәндә тыныс булып ҡалыу ни өсөн мөһим икәнен күрһәтә (Ғиб. һүҙ. 10:19; 17:27; 21:23; 25:15).
ҮТӘ КҮРЕҮСӘНЛЕК ЙЫУАШ БУЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ
8. Һорау биргән кешенең тел төбөндә нимә ятҡанын ни өсөн аңлау мөһим?
8 Ысындан да йыуаш булыр өсөн, беҙгә үтә күреүсән дә булырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 19:11). Үтә күреүсән кеше иман тураһында һорауҙар күтәрелгәндә һығымталар яһарға ашыҡмай. Ҡайһы бер һорауҙар йәиһә ҡаршы килеүҙәр — айсбергтың түбәһе генә, ә уның ҙур өлөшө һыу аҫтында. Кешене был һорауҙы бирергә нимә этәргәнен беҙ белмәйбеҙ. Бәлки, беҙгә билдәле булмаған факттар барҙыр? Шуға күрә яуап бирер алдынан беҙгә кешенең тел төбөндә нимә ятҡанын аңларға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 16:23).
9. Гедеон эфраимдарға яуап биргәндә, уның үтә күреүсән һәм йыуаш булыуы нимәнән күренгән?
9 Гедеондың эфраимдарға нисек яуап биргәнен иҫкә төшөрәйек. Улар, ни өсөн беҙҙе Израилдең дошмандары менән һуғышырға оҙаҡ саҡырманың тип, Гедеон менән дәғүәләшкән. Әммә уларҙың ҡәнәғәтһеҙлегенең ысын сәбәбе нимәлә булған? Бәлки, был хәл уларҙы ғәрләндергәндер? Гедеон үтә күреүсән булған. Ул эфраимдарҙың хистәрен аңлаған, иҫәпкә алған һәм яғымлы итеп яуап ҡайтарған. Уның йомшаҡ яуабы уларҙы тынысландырған (Хөк. 8:1—3).
10. Ҡараштарыбыҙҙы шик аҫтына ҡуйған кешеләргә йомшаҡ яуап ҡайтарырға нимә ярҙам итер? (1 Петр 3:15, 16).
10 Хеҙмәттәшебеҙ йә синыфташыбыҙ беҙҙең ни өсөн Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәүебеҙ тураһында һораһа, нимә эшләрбеҙ? Беҙ уға үҙ ышаныуҙарыбыҙҙы аңлатырбыҙ, шул уҡ ваҡытта уның ҡараштарын да хөрмәт итербеҙ. (1 Петр 3:15, 16-ны уҡығыҙ.) Уның һорауына тәнҡитләүгә йәки иманыбыҙға һөжүм итеүгә кеүек ҡарамаһаҡ, ә уны нимә борсоғанын аңларға тырышһаҡ, яҡшы булыр. Нисек кенә булмаһын, кешенең ни өсөн һорау биргәненә ҡарамаҫтан уға һәр ваҡыт йомшаҡ һәм әҙәпле итеп яуап ҡайтарырға теләйбеҙ. Беҙҙең яуабыбыҙ уны үҙ ҡараштарын үҙгәртергә дәртләндерергә мөмкин. Ул хатта тупаҫ йәиһә мыҫҡыллап һорау бирһә лә, беҙгә үҙебеҙҙе игелекле тоторға кәрәк (Рим. 12:17).
11, 12. а) Кешенең ҡатмарлы һорауына яуап бирер алдынан нимә тураһында уйланырға кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.) б) Кеше биргән һорау яҡшы һөйләшеүгә нисек юл аса? Миҫал килтерегеҙ.
11 Хеҙмәттәшебеҙ, Йәһүә шаһиттары ни өсөн тыуған көн үткәрмәй, тип һораһа, бына нимә тураһында уйланайыҡ: бәлки, ул беҙгә бөтөнләй күңел асырға ярамай, тип уйлайҙыр йә беҙҙең ҡарашыбыҙ эш урынында берҙәмлекте ҡаҡшата, тип ҡурҡалыр. Беҙ уны хеҙмәттәштәре хаҡында ҡайғыртҡаны өсөн маҡтай алабыҙ һәм уға, беҙ ҙә эш урынында күңелле мөхит булыуын теләйбеҙ, тип әйтә алабыҙ. Шул саҡта беҙ уның менән ипләп кенә һөйләшә башларбыҙ һәм Изге Яҙмала тыуған көндәр тураһында нимә әйтелгәнен аңлата алырбыҙ.
12 Башҡа сетерекле һорауҙар тыуғанда ла, беҙ ошо ысулды ҡуллана алабыҙ. Мәҫәлән, синыфташығыҙ, Йәһүә шаһиттары гомосексуалистарға үҙ ҡараштарын үҙгәртергә тейеш тип, ҡаршы төшөргә мөмкин. Моғайын, ул Йәһүә шаһиттары тураһында белмәгәнгә йәки уның туғандарының йә дуҫтарының береһе гомосексуалист булғанға шулай тип әйтәлер. Бәлки, беҙ шундай тормош алып барған кешеләрҙе нәфрәт итәбеҙ, тип уйлайҙыр. Моғайын, уны бөтә кешеләрҙе лә яратҡаныбыҙға һәм һәр кешенең һайлау иркен хөрмәт иткәнебеҙгә ышандырырға кәрәк булыр (1 Петр 2:17) b. Шул саҡта беҙ уға Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормалар кешегә нисек ярҙам иткәне тураһында һөйләй алырбыҙ.
13. Кемдер Аллаға иман итеүебеҙҙән көлһә, үҙебеҙҙе нисек тоторға?
13 Кемдер ҡәтғи рәүештә үҙ фекерен әйтһә, мин уның нимәгә ышанғанын беләм, тигән ашығыс һығымтаға килеү дөрөҫ булмаҫ (Титҡа 3:2). Әйтәйек, синыфташығыҙ, Аллаға ышаныу — әҙәм көлкөһө, тип әйтә, ти. Был уның эволюцияға ныҡ ышанғанын йәиһә был теорияны яҡшы белгәнен аңлатамы? Бәлки, ул башҡаларҙан ишеткәнен һөйләйҙер. Уның менән фән темаһына бәхәсләшер урынына, уйланыр өсөн бер нисә фекер тәҡдим итегеҙ. Мәҫәлән, jw.org сайтында барлыҡҡа килтереү тураһында нимә әйтелгәнен күрһәтегеҙ йәки был сайтҡа һылтанма ебәрегеҙ. Моғайын, ул был сайтта уҡығаны йә күргәне тураһында һөйләшергә теләр. Беҙҙең башҡаларҙы ихтирам итеүебеҙ уларҙың Изге Яҙмаға ҡыҙыҡһыныуын уятырға мөмкин.
14. Нилл сайтыбыҙҙы нисек ҡуллана?
14 Нилл исемле үҫмер беҙҙең сайтыбыҙҙы яҡшы ҡуллана, һәм был уға Йәһүә шаһиттары тураһындағы дөрөҫ булмаған ҡараштарҙы емерергә ярҙам итә. Ул былай тип бүлешә: «Бер синыфташым минең турала, һин фәнде танымайһың һәм факттарға түгел, ә ниндәйҙер әкиәттәргә ышанаһың, тип һәр ваҡыт әйтә». Был малай Ниллға ҡараштарын аңлатырға мөмкинлек бирмәгәнгә, Нилл уның иғтибарын jw.org сайтындағы «Фән һәм Изге Яҙма» тигән бүлексәгә йүнәлткән. Һуңыраҡ Нилл синыфташының был сайтҡа ингәнен аңлаған, сөнки теге малай Нилл менән барлыҡҡа килтереү тураһында теләберәк һөйләшкән. Ошо ысулды ҡулланып ҡараһағыҙ, һеҙҙе лә, бәлки, шундайыраҡ һөҙөмтә көтөр.
БӨТӘ ҒАИЛӘ МЕНӘН ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ
15. Ата-әсәләр балаларын имандары хаҡында һорауҙарға йомшаҡ һәм игелекле итеп яуап бирергә нисек өйрәтә ала?
15 Синыфташтары йәш мәсихселәргә имандарына ҡағылышлы һорауҙар бирергә мөмкин. Атай-әсәйҙәр үҙ балаларын яғымлы итеп яуап бирергә нисек өйрәтә ала? (Яҡ. 3:13). Ҡайһы бер ата-әсәләр ғаилә өйрәнеүендә тормоштан булған осраҡтарҙы сәхнәләштерә. Улар мәктәптә күтәрелә алған һорауҙарҙы һайлай, улар өҫтөндә аралаша һәм балаларына шул һорауҙарға нисек йомшаҡ һәм хөрмәт менән яуап биреп булғанын күрһәтә. ( «Ғаилә өйрәнеүе ваҡытында һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ» тигән рамкаға иғтибар итегеҙ.)
16, 17. Ғаилә өйрәнеүендә үткән сәхнәләштереүҙәр нисек йәш ҡәрҙәштәргә ярҙам итә ала?
16 Шундай сәхнәләштереүҙәр ваҡытында балалар нимәгә ышанғандарын аңлатырға өйрәнә. Шулай итеп улар Изге Яҙмаға ышанып булғанына үҙҙәре инана. Сайтыбыҙҙа «Йәштәрҙең һорауҙары» тигән мәҡәләләр йыйынтығында үҫмерҙәр өсөн йөкләмәләр килтерелә. Улар йәш ҡәрҙәштәрҙе имандарын нығытырға һәм һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап бирергә өйрәтә. Был мәҡәләләрҙе бөтә ғаилә менән тикшереп, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә үҙ ҡараштарын йомшаҡ һәм ихтирам менән яҡларға өйрәнә.
17 Мэ́тью ғаилә өйрәнеүендә үткән сәхнәләштереүҙәрҙең уға нисек ярҙам иткәне тураһында аңлата. Ул ата-әсәһе менән йыш ҡына мәктәптә тыуа алған һорауҙарҙы тикшерә. Ул былай ти: «Беҙ ниндәй һорауҙар тыуа ала, тип уйланабыҙ, тикшереүҙәр үткәрәбеҙ, ә һуңынан күнегеүҙәр яһайбыҙ. Берәй нәмәгә ни өсөн ышанғанымды яҡшы аңлаһам, үҙемде тынысыраҡ хис итәм һәм миңә йомшаҡ итеп яуап ҡайтарыу еңелерәк».
18. Колосстарға 4:6-ла ниндәй саҡырыу яҙылған?
18 Әлбиттә, әңгәмәсене үҙ ышаныуҙарыңа инандырыр өсөн, ҡаҡшамаҫ дәлилдәр генә етмәҫ. Был йәһәттән әҙәпле һәм игелекле булыу ҙа бик мөһим. (Колосстарға 4:6-ны уҡығыҙ.) Фекер алышыуҙы туп уйнау менән сағыштырып була. Беҙ тупты еңел генә ырғыта алабыҙ йә бөтә көсөбөҙҙө һалып туп менән бәрә алабыҙ. Тупты ипле итеп биргәндә, икенсе кеше уны еңел генә тотоп ала, һәм уйын дауам ителә. Шуның шикелле, әгәр һүҙҙәребеҙҙе ипле һәм игелек менән белдерһәк, кешеләр беҙҙе теләп тыңлар һәм һөйләшеүебеҙҙе бүлдермәҫ. Әлбиттә, кемдер бәхәсләшергә йә иманыбыҙҙы мыҫҡылларға теләй икән, беҙ улар менән һөйләшеп торорға тейеш түгел (Ғиб. һүҙ. 26:4). Әммә ундай кешеләр бик әҙ. Тыңларға теләгән кешеләр күпкә күберәк.
19. Ни өсөн иманыбыҙҙы яҡлағанда йыуаш булырға теләйбеҙ?
19 Күреүебеҙсә, беҙгә йыуашлыҡ үҫтереү бик мөһим. Бәхәс тыуҙырған һорауҙар йәки ғәҙелһеҙ тәнҡитләүҙәр менән осрашҡанда тыныс ҡалыр өсөн, Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Онотмағыҙ, йыуаш булһағыҙ, төрлө фекерҙә булыу бәхәстәр тыуҙырмаҫ. Һәм һеҙҙең йомшаҡ, ихтирамлы яуабығыҙ ҡайһы бер тыңлаусыларҙы Йәһүә шаһиттарына һәм Изге Яҙмаға ҡарата ҡараштарын үҙгәртергә дәртләндерер. Ышаныуҙарығыҙ «хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам... менән эшләгеҙ» (1 Петр 3:15, 16). Әйҙәгеҙ, йыуашлыҡты үҫтерәйек, сөнки ул беҙҙе ысынлап та көслө итә!
88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт
a Кемдер иманыбыҙ хаҡында һорау бирһә йәиһә ҡараштарыбыҙға ҡаршы төшһә, уға нисек йомшаҡ һәм игелек менән яуап ҡайтарырға? Был һорауға ҡағылышлы кәңәштәрҙе ошо мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.
b Күберәк мәғлүмәтте «Уянығыҙ!» журналында (тат.) 2016 йылдың №4 һанында «Алла Һүҙендә гомосексуализм тураһында ни әйтелә?» тигән мәҡәләлә табып була.
c Файҙалы кәңәштәрҙе jw.org сайтында «Йәштәрҙең һорауҙары» һәм «Йәһүә шаһиттары тураһында йыш бирелгән һорауҙар» тигән мәҡәләләр йыйынтығында табып була.