Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәштәр, һеҙ тормошоғоҙҙоң ниндәй булыуын теләйһегеҙ?

Йәштәр, һеҙ тормошоғоҙҙоң ниндәй булыуын теләйһегеҙ?

«Үткер аҡыл һине яҡлап торор» (ҒИБ. ҺҮҘ. 2:11).

135-СЕ ЙЫР «Улым, зирәк бул»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Йәһүәш, Озия һәм Иосияға ниндәй йөкләмә бирелгән булған?

 КҮҘ алдына килтер, һин бала саҡта Алла халҡының батшаһы булып киткәнһең, ти. Нисек идара итерһең икән? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүҙиәләге ҡайһы бер батшалар тәхеткә йәш сағында ултырған. Мәҫәлән, Йәһүәшкә — 7 йәш, Озияға — 16, ә Иосияға 8 йәш булған. Уларҙың өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ ятҡаны тураһында уйлап ҡына ҡара. Был йөкләмә ауыр булһа ла, улар янында ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм мәғәнәле тормош алып барырға ярҙам иткән кешеләр булған.

2. Ни өсөн беҙгә Йәһүәш, Озия һәм Иосия тураһында күберәк белергә кәрәк?

2 Беҙ батшалар һәм батшабикәләр булмаһаҡ та, Йәһүәш, Озия һәм Иосия тураһында уҡып, күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Улар ҡабул иткән ҡарарҙарҙың ҡайһы берҙәре яҡшы, ә ҡайһы берҙәре насар булған. Был батшалар тураһында күберәк белеп, ни өсөн беҙгә яҡшы дуҫтар һайларға, кеселекле булып ҡалырға һәм һәр ваҡыт Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә алырға кәрәклеген күрербеҙ.

ЯҠШЫ ДУҪТАР ҺАЙЛА

Яҡшы дуҫтарының кәңәштәре Йәһүәшкә файҙа килтергән. Һин дә шундай дуҫтар менән аралашһаң, хур булмаҫһың (3, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) c

3. Баш рухани Йодай Йәһүәш батшаға ниндәй йоғонто яһаған?

3 Йәһүәш ниндәй яҡшы өлгө ҡалдырған? Үҫмер сағында ул дөрөҫ эштәр ҡылып йәшәгән. Бала саҡта йәтим ҡалғас, ул баш рухани Йодайҙың әйткәнен тыңлаған. Был рухани Йәһүәште үҙенең улын кеүек тәрбиәләп үҫтергән. Уның ярҙамы менән Йәһүәш Йәһүәгә хеҙмәт итергә булған һәм саф ғибәҙәт ҡылыуҙа үҙ өҫтөнә етәкселек алған. Йәһүәш хатта Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын йүнәтергә тотонған (2 Йыл. 24:1, 2, 4, 13, 14).

4. Йәһүәнең әмерҙәренә тыңлаусан булыу ниндәй фатихалар килтерә? (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1, 10—12).

4 Атай-әсәйең һине Йәһүәне яратырға һәм уның нормалары буйынса йәшәргә өйрәтә. Был бик ҡиммәтле бүләк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1, 10—12-не уҡығыҙ.) Атай-әсәйҙәр балаларын төрлөсә өйрәтә. Катяның атаһы бына нисек уға дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам иткән. Һәр иртә ул ҡыҙын мәктәпкә оҙатҡанда уның менән көндәлек аят тураһында аралашҡан. Катя былай ти: «Мәктәптә ауырлыҡтар тыуғанда мин ошо һөйләшеүҙәрҙе иҫемә төшөрә торғайным, һәм был миңә дөрөҫ эш итергә ярҙам итте». Ә ата-әсәләрҙең Изге Яҙмаға нигеҙләнгән ҡағиҙәләре сиктән тыш ҡаты булып күренһә, нимә эшләргә? Уларға нисек буйһонорға? Настя исемле апай-ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Ғаиләлә ни өсөн ҡағиҙәләр булғанын аңлатыр өсөн, атай-әсәйем ваҡытын йәлләмәне. Уларҙың мине контролдә тоторға теләгәнгә түгел, ә яҡларға теләгәнгә нимәлер эшләргә рөхсәт итмәгәнен аңланым».

5. Атай-әсәйегеҙҙе һәм Йәһүәне шатландырыр өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6; 23:15, 24, 25).

5 Һине өйрәткәндә атай-әсәйең Изге Яҙманы ҡуллана. Уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалһаң, улар бәхетле булыр. Ә иң мөһиме, тәртибең Йәһүәне шатландырыр һәм уның менән дуҫлығың тағы ла нығынып китер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6; 23:15, 24, 25-те уҡығыҙ.) Был йәш Йәһүәштең миҫалына эйәрергә сәбәп түгелме ни?

6. Йәһүәш кемдәрҙе тыңлай башлаған һәм был нимәгә килтергән? (2 Йылъяҙма 24:17, 18).

6 Йәһүәш ниндәй насар өлгө ҡалдырған? Йодай үлгәндән һуң Йәһүәш Йәһүәне яратмаған һәм уға насар йоғонто яһаған түрәләр менән аралаша башлаған. (2 Йылъяҙма 24:17, 18-ҙе уҡығыҙ.) Уларҙан йыраҡ торор урынына, Йәһүәш уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалған (Ғиб. һүҙ. 1:10). Уның ике туған ағаһы Зәкәриә уға кәңәш биргәс, ул уны үлтерергә бойорған (2 Йыл. 24:20, 21; Матф. 23:35). Ниндәй аҡылһыҙ һәм ҡот осҡос эш ҡылған Йәһүәш! Уның тормошо матур башланған, әммә һөҙөмтәлә ул мөртәт һәм кеше үлтереүсе булып киткән. Ахырҙа ул хеҙмәтселәренең ҡулынан үлгән (2 Йыл. 24:22—25). Йәһүәш Йәһүәне һәм уны яратҡан кешеләрҙе тыңлаған булһа, уның тормошо бөтөнләй икенсе булыр ине. Уның тормошонан һин үҙеңә ниндәй һабаҡтар ала алаһың?

7. Кем һеҙҙең өсөн яҡшы дуҫ була ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Йәһүәштең хатаһын ҡабатларға теләмәһәң, үҙеңә яҡшы йоғонто яһаған дуҫтар һайла. Был Йәһүәне яратҡан һәм уның хистәрен иҫәпкә алған кешеләр булырға тейеш. Ҡайһы бер дуҫтарың һиңә тиңдәш булмаҫ. Йәһүәш үҙенең дуҫы Йодайҙан күпкә йәшерәк булған. Дуҫтарың яҡшымы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, үҙеңә ошондай һорауҙар бир: «Был дуҫлыҡ Йәһүәгә иманымды нығытамы? Дуҫтарым Йәһүәне тыңларға тырышамы һәм мине лә шулай эш итергә өндәйме? Улар Йәһүә тураһында һәм рухи темаларға һөйләшергә яратамы? Улар Алланың ҡанундарын хөрмәт итәме? Улар мин ишетергә теләгәнде генә һөйләйме? Ситкә тайпылһам, улар миңә кәңәш бирергә ҡурҡмаҫмы?» (Ғиб. һүҙ. 27:5, 6, 17). Дөрөҫөн генә әйткәндә, Йәһүәне яратмаған дуҫтар һиңә кәрәкмәй. Ә дуҫтарың Йәһүәне яратһа, уларға ныҡ тотон — яҡшы дуҫтар менән хур булмаҫһың! (Ғиб. һүҙ. 13:20).

8. Социаль селтәрҙәрҙе ҡулланһағыҙ, ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланыу яҡшы булыр?

8 Социаль селтәрҙәр беҙгә туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән бәйләнештә булырға ярҙам итә. Әммә күптәр социаль селтәрҙәрҙе башҡаларҙы хайран ҡалдырыр өсөн ҡуллана. Улар һатып алған әйберҙәрен һәм нимә эшләгәндәрен күрһәтер өсөн унда фотолар һәм видеолар һала. Социаль селтәрҙәрҙе ҡулланһаң, үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Минең этәргес ниәтем ниндәй? Мин дуҫтарыма яҡшы нәмәләрҙе күрһәтергә йә маҡтанырға теләйемме? Социаль селтәрҙәрҙә күргән нәмәләр уйҙарыма, һөйләшеүемә һәм тәртибемә насар йоғонто яһамаймы?» Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән Нейтан Норр ҡәрҙәш былай тигән: «Кешеләргә ярарға тырышмағыҙ. Һөҙөмтәлә һеҙ бер кемгә лә ярай алмаҫһығыҙ. Йәһүәгә ярарға тырышығыҙ һәм һеҙ уны яратҡандарға ярай алырһығыҙ».

КЕСЕЛЕКЛЕ БУЛЫП ҠАЛ

9. Йәһүәнең ярҙамы менән Озия нимәгә ирешкән? (2 Йылъяҙма 26:1—5).

9 Озия ниндәй яҡшы өлгө ҡалдырған? Йәш саҡта Озия кеселекле булған һәм Алла алдында ҡурҡыу-хөрмәт үҫтергән. Ул 68 йыл йәшәгән, һәм уның ғүмеренең ҙур өлөшөн Йәһүә фатихалаған. (2 Йылъяҙма 26:1—5-те уҡығыҙ.) Озия Йәһүҙиә дошмандарының өҫтөнән күп еңеүҙәр яулаған һәм Иерусалимды нығытҡан (2 Йыл. 26:6—15). Ул Йәһүәнең ярҙамы менән күпкә өлгәшкән. Озия был хаҡта уйлағанда, уның йөрәге, моғайын, шатлыҡ менән тулғандыр (Вәғ. 3:12, 13).

10. Озия менән нимә булған?

10 Озия ниндәй насар өлгө ҡалдырған? Озия батша бойороҡтар биреп өйрәнгән. Бәлки, шуға ла ул, миңә бер кем дә ҡамасаулай алмай, тип уйлағандыр. Бер тапҡыр Озия дыуамал эш иткән. Фимиам яндырыр өсөн, ул Йәһүәнең ғибәҙәтханаһына ингән. Ҡанун буйынса, быны эшләргә батшаларҙың хоҡуғы булмаған (2 Йыл. 26:16—18). Азария рухани уны туҡтатырға тырышҡан, әммә Озия бик ныҡ асыуланған. Быға тиклем Озия Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән, ә ошо ҡылығы менән ул бөтә эште боҙған, һәм шуның өсөн Йәһүә уны махау сире менән язалаған (2 Йыл. 26:19—21). Әгәр ул ғорур булып китмәгән булһа, уның тормошо башҡа төрлө булыр ине!

Ҡаҙаныштарыбыҙ менән маҡтаныр урынына беҙгә бөтә данды Йәһүәгә йүнәлтергә кәрәк. (11-се абзацты ҡарағыҙ.) d

11. Беҙгә кеселекле булып ҡалырға нимә ярҙам итер? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

11 Озия көслө һәм уңышлы булып киткәне өсөн Йәһүә алдында бурыслы икәнен онотҡан. Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Тормошобоҙҙа һәм хеҙмәтебеҙҙә булған бөтә яҡшы нәмә Йәһүәнән килгәнен оноторға ярамай. Үҙ ҡаҙаныштарыбыҙ менән маҡтаныр урынына бөтә данды Йәһүәгә бирергә кәрәк (1 Кор. 4:7) b. Беҙгә камил булмауыбыҙҙы һәм өгөт-нәсихәткә мохтаж булыуыбыҙҙы кеселеклек менән танырға кәрәк. 60-тан уҙған бер ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин үҙем турала артыҡ уйламаҫҡа өйрәндем. Ҡайһы саҡта хаталар яһайым һәм мине төҙәтһәләр, мин бойоҡмайым. Бының урынына был кәңәштәрҙе ҡулланырға тырышам, сөнки улар миңә яҡшыраҡ булып китергә ярҙам итә». Әгәр беҙ Йәһүәне тыңлаһаҡ һәм үҙебеҙ тураһында сиктән тыш күп уйламаһаҡ, беҙҙе бәхетле тормош көтә (Ғиб. һүҙ. 22:4).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠАРАШЫН ҺӘР ВАҠЫТ ИҪӘПКӘ АЛ

12. Йәш Иосия Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләгәнен нисек күрһәткән? (2 Йылъяҙма 34:1—3).

12 Иосия ниндәй яҡшы өлгө ҡалдырған? Иосияға 16 йәш булғанда ул Йәһүәне яҡшыраҡ белергә һәм уның ихтыярын үтәргә теләгән. Әммә йәш батшаның тормошонда ауырлыҡтар ҙа булған. Уның идараһы аҫтында йәшәгән кешеләрҙең күпселеге ялған илаһтарға табынған. Боттарға табыныуҙы юҡ итер өсөн уға тәүәккәллек менән эш итергә тура килгән. Быны эшләр өсөн Иосияға ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Ул илде боттарҙан таҙарта башлағанда уға әле 20 йәш тә булмаған. (2 Йылъяҙма 34:1—3-тө уҡығыҙ.)

13. Йәһүәгә бағышланыу тормошоғоҙға нисек тәьҫир итер?

13 Ҡәҙерле йәштәр, Иосиянан үрнәк алып, һеҙ Йәһүә тураһында күберәк белә алаһығыҙ. Шул саҡта һеҙҙең Аллаға бағышланырға теләгегеҙ тыуыр. Был һеҙҙең тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртер? 14 йәшендә һыуға сумдырылған Лу́ка исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ошо ваҡыттан алып Йәһүәгә хеҙмәт итеү тормошомда иң төп урында булыр. Мин уны һәр ваҡытта ла шатландырырға теләйем» (Марк 12:30). Әгәр һеҙ ҙә үҙегеҙгә шундай маҡсат ҡуйһағыҙ, киләсәктә мул фатихалар алырһығыҙ!

14. Беҙҙең йәштәр Иосия батшанан ниндәй өлгө ала ала?

14 Беҙҙең йәштәр ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? 12 йәштә һыуға сумдырылған Йо́хан исемле ағай-ҡәрҙәш мәктәптә синыфташтарының баҫымына дусар. Уның синыфташтары вейптар, йәғни электрон тәмәке тарта һәм уға ла тартып ҡарарға тәҡдим итеп баҫым яһай. Уларҙың баҫымына бирешмәҫ өсөн, Йохан вейптар тартыу сәләмәтлегенә зарар килтерәсәге һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен боҙасағы тураһында уйлана. 14 йәштә һыуға сумдырылған Ре́йчел апай-ҡәрҙәштең мәктәптә үҙ ауырлыҡтары бар. Уларҙы еңергә нимә ярҙам иткәнен ул былай тип аңлата: «Мин бөтә нәмәнең Изге Яҙманан белгәндәрем менән нисек бәйле булыуы тураһында уйларға тырышам. Мәҫәлән, тарих дәресендә берәй тема Изге Яҙмалағы осраҡты йә пәйғәмбәрлекте иҫемә төшөрөргә мөмкин. Йә кем менәндер һөйләшкәндә мин йыш ҡына, был кешегә ниндәй аят уҡырға була, тип уйлайым». Ҡәҙерле йәштәр, һеҙҙең ауырлыҡтарығыҙ Иосия батшаның ауырлыҡтарынан айырылып торорға мөмкин. Әммә һеҙ уның кеүек аҡыллы һәм Йәһүәгә тоғро була алаһығыҙ. Бөгөн ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алыуығыҙ һеҙҙе киләсәктәге ауырлыҡтарға әҙерләр.

15. Аллаға тоғро хеҙмәт итергә Иосияға нимә ярҙам иткән? (2 Йылъяҙма 34:14, 18—21).

15 Иосия 26 йәшендә ғибәҙәтхананы йүнәтергә тотонған. Йүнәтеү эштәре барышында «Муса аша бирелгән Ҡанун китабын» тапҡандар. Батша был Ҡанундың һүҙҙәрен ишеткәс, шунда уҡ яҙылғандарҙы үтәй башлаған. (2 Йылъяҙма 34:14, 18—21-ҙе уҡығыҙ.) Һин Изге Яҙманы даими рәүештә уҡырға теләйһеңме? Әгәр һин уны көн дә уҡыйһың икән, ниндәй уңыштарға өлгәштең? Һиңә ярҙам иткән аяттарҙы яҙып бараһыңмы? Юғарыла әйтеп кителгән Лука уға оҡшаған аяттарҙы блокнотҡа яҙып бара. Ни өсөн һиңә лә шулай уҡ эшләп ҡарамаҫҡа? Был үҙеңә оҡшаған аяттарҙы һәм фекерҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға ярҙам итер. Изге Яҙма менән яҡшыраҡ танышҡан һайын һәм уны нығыраҡ яратҡан һайын, һинең Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләгең дә үҫер. Иосия осрағындағы һымаҡ, Алла Һүҙе һине лә эш итергә дәртләндерер.

16. Ни өсөн Иосия етди хата ҡылған һәм беҙ үҙебеҙгә ниндәй һабаҡ алабыҙ?

16 Иосия ниндәй насар өлгө ҡалдырған? Иосияға 39 йәш самаһы булғанда ул хата яһаған, һәм был уны үлемгә килтергән. Ул Йәһүәнең ҡарашын белергә тырышмаған, ә үҙенсә эш итергә булған (2 Йыл. 35:20—25). Бында беҙҙең өсөн мөһим һабаҡ бар. Беҙгә нисә генә йәш булһа ла һәм күпме йылдар хәҡиҡәттә булһаҡ та, Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләргә кәрәк. Бының өсөн Алланан даими рәүештә йүнәлеш һорарға, уның Һүҙен өйрәнергә һәм етлеккән мәсихселәр менән кәңәшләшергә кәрәк. Шул саҡта беҙ етди хаталарҙан һаҡланырбыҙ һәм бәхетле булырбыҙ (Яҡ. 1:25).

ЙӘШТӘР, БӘХЕТЛЕ ТОРМОШ ҺАЙЛАҒЫҘ!

17. Өс Йәһүҙиә батшаһының тормошо беҙҙе нимәгә өйрәтә?

17 Йәштәр, йәшлегегеҙҙе иҫ киткес эштәр башҡарыу өсөн ҡулланығыҙ. Йәһүәштең, Озияның һәм Иосияның миҫалдары йәштәр ҙә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алғанын һәм үҙ тормоштары менән Йәһүәне һөйөндөрә алғанын күрһәтә. Эйе, был өс батша ҡайһы саҡта насар эҙемтәләргә килтергән хаталар ҡылған. Әммә уларҙың хаталарын ҡабатламаһаҡ һәм уларҙан тик яҡшы өлгө алһаҡ, беҙҙе иҫ киткес киләсәк көтә.

Дауыт үҫмер сағында уҡ Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтергән һәм уңышҡа өлгәшкән. (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Изге Яҙмалағы ниндәй миҫалдар һеҙҙең уңышлы тормош алып бара алғанығыҙҙы күрһәтә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

18 Изге Яҙмала беҙ Алла менән яҡын мөнәсәбәттә булған һәм уңышлы тормош алып барған башҡа йәш хеҙмәтселәр тураһында ла уҡый алабыҙ. Уларҙың береһе — Дауыт. Ул үҫмер сағында уҡ Йәһүәнең дуҫы булып киткән, ә һуңыраҡ тоғро батша булған. Әлбиттә, ваҡыт-ваҡыт ул хаталар ҡылған, әммә ғөмүмән алғанда Алла уның менән ҡәнәғәт булған (1 Бат. 3:6; 9:4, 5; 14:8). Әгәр һеҙ Дауыттың тормошо һәм хеҙмәте тураһында күберәк белһәгеҙ, был һеҙҙең Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләгегеҙҙе нығытыр. Шулай уҡ Марктың һәм Тимофейҙың миҫалдарын тикшерергә була. Һеҙ уларҙың йәш саҡтан уҡ Йәһүәгә хеҙмәт итә башлағандары һәм ғүмерҙәренең аҙағына тиклем уға тоғро ҡалғандары тураһында белерһегеҙ. Улар тормошта иң яҡшы юл һайлаған!

19. Тормошоғоҙ ниндәй була ала?

19 Йәш ҡәрҙәштәр, һеҙҙең киләсәгегеҙ бөгөн ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙға бәйле. Әгәр һеҙ үҙегеҙгә түгел, ә Йәһүәгә таянһағыҙ, ул һеҙҙе тормош юлығыҙҙа йүнәлтер (Ғиб. һүҙ. 20:24). Һеҙ ысынлап та бәхетле булырһығыҙ. Онотмағыҙ: Йәһүә һеҙҙең уның өсөн эшләгән бөтә эшегеҙҙе ҡәҙерләй. Эйе, ҡайғыртыусан күктәге Атайыбыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеү — тормошоғоҙҙа яһаған иң яҡшы һайлау!

144-СЕ ЙЫР Бүләктән күҙеңде алма

a Йәш ҡәрҙәштәр, Йәһүә һеҙгә уның дуҫтары булып ҡалыр өсөн дөрөҫ эш итеүе еңел булмағанын белә. Һеҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәм күктәге Атағыҙҙы һөйөндөрөргә нимә ярҙам итер? Беҙ Йәһүҙиәнең батшалары булып киткән өс малайҙың миҫалын ҡарап сығырбыҙ. Улар ҡабул иткән ҡарарҙар өҫтөндә уйланып, уларҙан нимәгә өйрәнеп булғаны тураһында уйлағыҙ.

b jw.org сайтында «Онлайн популярлыҡ ни ҡәҙәр мөһим?» тигән мәҡәләлә (тат.) «„Тыйнаҡ“ маҡтансыҡ булма» тигән рамканы ҡарағыҙ.

c ФОТОҺҮРӘТТӘ. Рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәш йәш апай-ҡәрҙәшкә аҡыллы кәңәш бирә.

d ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Апай-ҡәрҙәштән конгреста интервью алалар. Сәхнәгә сығыр алдынан ул Йәһүәгә доға ҡыла. Программанан һуң ул имандаштарына Йәһүәгә ярҙамы өсөн ни тиклем рәхмәтле булыуын һөйләй.