Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

41-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Петрҙың хаттарынан мөһим һабаҡтар

Петрҙың хаттарынан мөһим һабаҡтар

«Мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен» (2 ПЕТ. 1:12).

127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Алла Петрҙың үлеме алдынан уға ниндәй йөкләмә тапшырған?

 ПЕТР күп йылдар Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Ул Ғайса менән бергә вәғәзләгән. Уның ярҙамында башҡа халыҡтар ҙа һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткән. Һуңыраҡ ул етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән, ә үлеме алдынан Йәһүә Петрға тағы бер йөкләмә биргән. Б. э. яҡынса 62—64 йылдарында Алла уға ике хат яҙырға бойорған. Бөгөн Изге Яҙмала улар Петрҙың 1-се һәм 2-се хаттары тип билдәле. Илсе Петр, был хаттар уның үлеменән һуң да имандаштарына Аллаға тоғро ҡалырға ярҙам итер, тип өмөтләнгән (2 Пет. 1:12—15).

2. Ни өсөн Петрҙың хаттары бик ваҡытлы булған?

2 Петр үҙ хаттарын яҙған ваҡытта уның ҡәрҙәштәре «һәр төрлө һынауҙарҙан» ғазап сиккән (1 Пет. 1:6). Йыйылышта ҡайһы берәүҙәр ялған тәғлимәт тарата башлаған һәм әхлаҡһыҙ тәртипте хуплаған (2 Пет. 2:1, 2, 14). Бынан тыш, Рим армияһы Иерусалимды һәм ғибәҙәтхананы емерәсәк көн яҡынлашҡан. Ул ҡалала йәшәгән мәсихселәргә уяу ҡалырға кәрәк булған (1 Пет. 4:7). Һис шикһеҙ, Петрҙың хаттары ҡәрҙәштәренә шул һынауҙарҙа ныҡ ҡалырға һәм киләсәктәге ауырлыҡтарға әҙер булырға ярҙам иткән b.

3. Петрҙың хаттары ни өсөн иғтибарға лайыҡ?

3 Петрҙың хаттары беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәргә тәғәйенләнгән булһа ла, Йәһүә уларҙы Изге Яҙмаға индергән. Тимәк, улар беҙҙең өсөн дә файҙалы (Рим. 15:4). Беҙ ҙә әхлаҡһыҙ тәртипте хуплаған кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Шундай шарттарҙа Йәһүәгә хеҙмәт итеү еңел түгел. Өҫтәүенә, тиҙҙән беҙ йәһүдтәр кисергән афәттән күпкә ҡурҡынысыраҡ афәткә дусар булырбыҙ. Беҙ Петрҙың ике хатында мөһим иҫкә төшөрөүҙәр табырбыҙ. Улар беҙгә Йәһүәнең көнөн көтөргә, кешеләрҙән ҡурҡмаҫҡа һәм бер-беребеҙгә ҡайнар яратыу үҫтерергә ярҙам итер. Шулай уҡ был иҫкә төшөрөүҙәр ярҙамында өлкәндәр имандаштары хаҡында яҡшыраҡ ҡайғырта алыр.

ЙӘҺҮӘ КӨНӨН КӨТӨГӨҘ

4. 2 Петр 3:3, 4-тә әйтелгәнсә, иманыбыҙ нимә арҡаһында ҡаҡшарға мөмкин?

4 Беҙ Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәргә ышанмаған кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Донъяның ахыры тураһында инде күп йылдар һөйләгәнгә күрә дошмандарыбыҙ беҙҙән көлә. Ҡайһы берәүҙәр, был көн бер ҡасан да килеп етмәй, ти. (2 Петр 3:3, 4-те уҡығыҙ.) Шундай фекерҙе үҙебеҙ вәғәзләгән кешеләрҙән, хеҙмәттәштәребеҙҙән йә туғандарыбыҙҙан ишетәбеҙ. Уларҙың мыҫҡыллау һүҙҙәре иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға мөмкин. Шулай булмаһын өсөн, Петрҙың нимә әйткәненә иғтибар итәйек.

5. Был донъяның ахырын түҙемлек менән көтөргә нимә ярҙам итер? (2 Петр 3:8, 9).

5 Ҡайһы берәүҙәр: «Ни өсөн Йәһүә был яуыз донъяны юҡ итергә ашыҡмай?» — тип уйларға мөмкин. Әммә Петрҙың һүҙҙәре беҙгә Йәһүәнең ваҡытҡа ҡарашы кешеләрҙең ҡарашынан ныҡ айырылып торғанын иҫебеҙгә төшөрә. (2 Петр 3:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Уның өсөн мең йыл бер көн һымаҡ. Йәһүә бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, шуға күрә сабырлыҡ сағылдыра. Әммә уның көнө килеп еткәс, был донъя юҡ ителәсәк. Әйҙәгеҙ, ҡалған ваҡытыбыҙҙы аҡыллы итеп ҡулланайыҡ һәм бөтә милләт кешеләренә шаһитлыҡ бирәйек.

6. Йәһүәнең көнөн иҫтә тоторға нимә ярҙам итер? (2 Петр 3:11, 12).

6 Петр беҙҙе Йәһүәнең көнөн иҫтә тоторға өндәй. (2 Петр 3:11, 12-не уҡығыҙ.) Беҙ быны нисек эшләй алабыҙ? Яңы донъяла буласаҡ иҫ киткес тормош тураһында көн һайын уйланырға тырышығыҙ. Саф һауала тын алыуығыҙҙы, тәмле һәм файҙалы ризыҡ ашауығыҙҙы, терелгән яҡындарығыҙҙы ҡаршы алыуығыҙҙы һәм күп быуаттар элек йәшәгән кешеләргә пәйғәмбәрлектәрҙең нисек үтәлгәнен һөйләүегеҙҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Шундай уйланыуҙар һеҙҙе был көндө көткән арала арып китеүҙән һаҡлар һәм тирәләй булған ваҡиғаларға вайымһыҙ булып китмәҫкә ярҙам итер. Киләсәк тураһында алдан белһәк, иманһыҙ кешеләр беҙҙе юлдан яҙҙыра алмаҫ (2 Пет. 3:17).

КЕШЕЛӘРҘӘН ҠУРҠМАҒЫҘ

7. Кешеләрҙән ҡурҡыу беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

7 Йәһүәнең көнө яҡын икәнен белгәнгә, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға һөйләйбеҙ. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт Изге Яҙма тураһында һөйләшергә ҡыймайбыҙ. Ни өсөн? Кешеләр беҙҙең турала насар уйлар йә беҙгә берәй нәмә эшләр, тип ҡурҡабыҙ. Петр менән дә шундай уҡ хәл булған. Ғайса хөкөм ителгән төндә Петр уның шәкерте булыуын инҡар иткән һәм хатта бер нисә тапҡыр, уны белмәйем, тип әйткән (Матф. 26:69—75). Ләкин Петр үҙенең ҡурҡыуын еңгән һәм һуңыраҡ: «Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ», — тип яҙған (1 Пет. 3:14). Петрҙың һүҙҙәре беҙҙе кешеләрҙән ҡурҡыуҙы еңә алыуыбыҙға ышандыра.

8. Кешеләрҙән ҡурҡыуҙы еңергә нимә ярҙам итер? (1 Петр 3:15).

8 Кешеләрҙән ҡурҡыуҙы еңергә нимә ярҙам итер? Петр: «Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужа итеп изгеләп ололағыҙ», — тигән. (1 Петр 3:15-те уҡығыҙ.) Был һүҙҙәр үҙ эсенә нимәне ала? Беҙгә Ғайса Мәсихтең Батша булыуы хаҡында һәм уның ниндәй хакимлыҡҡа эйә булыуы тураһында уйланыу мөһим. Һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә мөмкинлек тыуғанда тулҡынланһағыҙ, Батшабыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Уның күктәге тәхеттә ултырыуын һәм миллионлаған фәрештәләрҙең уның тирәләй булыуын күҙ алдына килтерегеҙ. Онотмағыҙ, «күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ» уға бирелгән, һәм ул «был замандың ахырына тиклем» көн дә беҙҙең менән буласаҡ (Матф. 28:18—20). Петр беҙҙе үҙ ҡараштарыбыҙҙы яҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға өндәй. Синыфташтарығыҙға, уҡытыусыларға, хеҙмәттәштәрегеҙгә йә көндәлек эштәр менән шөғөлләнгәндә осратҡан кешеләргә вәғәзләргә теләйһегеҙме? Уларға нимә әйтеүегеҙ тураһында алдан уйлағыҙ. Ҡыйыулыҡ һорап доға ҡылығыҙ һәм Йәһүәнең ҡурҡыуҙарҙы еңергә ярҙам итәсәгенә шикләнмәгеҙ (Ғәм. 4:29).

«БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ЯРАТЫҒЫҘ»

Петр Павелдың төҙәтеүенә ҡолаҡ һалған. Ул үҙенең ике хатында ла ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуҙы эш менән күрһәтеү ни тиклем мөһим икәне тураһында яҙған. (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

9. Ниндәй осраҡта Петр имандаштарына яратыу күрһәтмәгән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

9 Петр мөхәббәт сағылдырырға шунда уҡ өйрәнмәгән. Ғайса: «Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ», — тип әйткәндә, Петр уның янында булған (Яхъя 13:34). Әммә һуңыраҡ Петр, еврей халҡынан булған мәсихселәр уның тураһында нимә уйлар, тип ҡурҡып, башҡа халыҡтарҙан булған ҡәрҙәштәре менән бергә ашамай башлаған. Илсе Павел Петрҙы ике йөҙлөлөгө өсөн шелтәләгән (Гал. 2:11—14). Петр был төҙәтеүҙе ҡабул итеп, үҙенә һабаҡ алған. Ике хатында ла ул ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата яратыу тойоу ғына әҙ, уны шулай уҡ эштәр менән күрһәтергә лә кәрәк икәненә баҫым яһаған.

10. Бер-беребеҙгә ысын күңелдән яратыу күрһәтергә нимә ярҙам итер? Аңлатығыҙ (1 Петр 1:22).

10 Петр беренсе быуаттағы мәсихселәргә: «Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ», — тип яҙған. (1 Петр 1:22-не уҡығыҙ.) Беҙ ҙә «хәҡиҡәткә итәғәтле» булһаҡ, йәғни Изге Яҙмалағы өйрәтеүҙәрҙе тормошобоҙҙа ҡулланһаҡ, шулай эшләй алырбыҙ. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, Алла кешеләрҙе айырмай, тип әйтелгән (Ғәм. 10:34, 35). Йыйылышта ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе генә яратһаҡ, беҙ, Ғайсаның «бер-берегеҙҙе яратығыҙ» тигән әмере буйынса йәшәйбеҙ, тип әйтә алмайбыҙ. Әлбиттә, ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы берҙәрен беҙ нығыраҡ яратабыҙҙыр. Ғайса ла ҡайһы бер шәкерттәрен яҡын күргән (Яхъя 13:23; 20:2). Әммә Петр, йыйылышта бөтә ҡәрҙәштәрҙе лә яратырға тырышығыҙ, тип өндәй. Шул саҡта һәр беребеҙ үҙен татыу ғаиләнең ағзаһы итеп тойор (1 Пет. 2:17).

11. «Ысын күңелдән» яратыу нимәне аңлата?

11 Петр «бер-беребеҙҙе ысын күңелдән» яратырға дәртләндергән. Ошо контекста был һүҙбәйләнеш яратырға еңел булмағандарҙы йөрәгебеҙгә индерер өсөн уның сиктәрен киңәйтеүҙе аңлата. Әйтәйек, кемдер беҙҙе рәнйеткән, ти. Беҙҙә, яратыу күрһәтер урынына, шунда уҡ үс алырға теләк тыуырға мөмкин. Әммә Петр Ғайсанан Алланың үс алыуҙы хупламағанын белгән (Яхъя 18:10, 11). Шуға күрә ул: «Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ», — тип яҙған (1 Пет. 3:9). Ҡайнар яратыуығыҙ һеҙҙе рәнйеткәндәргә лә игелекле һәм иғтибарлы булырға дәртләндерһен!

12. а) «Ысын йөрәктән» булған яратыу тағы нимәгә дәртләндерер? б) «Ҡиммәтле берҙәмлекте һаҡлайбыҙ» тигән видеояҙманан һеҙ нимәне ҡулланырға теләр инегеҙ?

12 Илсе Петр үҙенең беренсе хатында, «ысын йөрәктән» булған яратыу бер нисә генә түгел, ә «күп гонаһтарҙы» кисерергә ярҙам итә, тип яҙған (1 Пет. 4:8). Петр, моғайын, Ғайсаның күп йылдар элек уны кисерергә өйрәткәнен иҫенә төшөргәндер. Ул ваҡытта Петр, күрәһең, ҡәрҙәшен ете тапҡыр кисереү уның яғынан бик яҡшы була, тип уйлағандыр. Ләкин Ғайса уға, шул иҫәптән беҙгә лә, «ете тапҡыр түгел, ә 77 тапҡыр», йәғни һанап тормайынса кисерергә кәрәк, тип әйткән (Матф. 18:21, 22). Был һеҙгә ауыр булып күренһә, бойоҡмағыҙ. Беҙ камил түгел, һәм ҡайһы саҡта кемделер ғәфү итеү еңел булмаҫҡа мөмкин. Шулай ҙа күңелде әрнеткән хистәрҙән арыныр өсөн һәм татыулыҡ урынлаштырыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләү бик мөһим c.

ӨЛКӘНДӘР, ҠӘРҘӘШТӘР ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫҒЫҘ

13. Ни өсөн өлкәндәргә ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыу еңел булмаҫҡа мөмкин?

13 Ғайса терелгәндән һуң Петрға: «Минең һарыҡтарымды көт», — тигән. Һис шикһеҙ, Петр был һүҙҙәрҙе бер ҡасан да онотмаған (Яхъя 21:16). Йыйылыш өлкәне булһаң, был күрһәтмәнең һиңә лә ҡағылғанын беләһең. Ләкин өлкәндәргә был мөһим йөкләмәне үтәр өсөн ваҡыт табыу еңел түгел. Улар үҙ ғаиләләренең физик, эмоциональ һәм рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға тейеш. Шулай уҡ өлкәндәр вәғәз эшендә ашҡынып ҡатнаша һәм йыйылыш осрашыуында, конгреста сығыш яһар өсөн, тырышып телмәрҙәр әҙерләй. Ә уларҙың ҡайһы берҙәре дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитеттары һәм урындағы төҙөү-проектлаштырыу бүлеге менән хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙең ҡәҙерле өлкәндәр бик эшсән!

Эштәре күп булыуға ҡарамаҫтан, ҡайғыртыусан өлкәндәр ысын күңелдән Алланың һарыҡтары хаҡында ҡайғырта. (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14. Өлкәндәргә Алла көтөүен көтөргә нимә ярҙам итер? (1 Петр 5:1—4).

14 Илсе Петр өлкәндәрҙе: «Алла көтөүен... хәстәрлек менән көтөгөҙ», — тип саҡырған. (1 Петр 5:1—4-те уҡығыҙ.) Ҡәҙерле өлкән, беҙ һинең ҡәрҙәштәрҙе яратҡаныңды һәм улар хаҡында хәстәрлек күрергә теләгәнеңде беләбеҙ. Ләкин ваҡыт-ваҡыт эшең күп булғанлыҡтан йә арығанлыҡтан был йөкләмәләрҙе үтәү ауырҙыр. Шул саҡта нимә эшләргә? Бөтә борсолоуҙарың тураһында Йәһүәгә һөйлә. Петр: «Кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен», — тип яҙған (1 Пет. 4:11). Ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы бер проблемалары, бәлки, яңы донъяла ғына хәл ителер. Онотма, «Баш Көтөүсе» Ғайса Мәсих улар өсөн һин эшләй алмағанды эшләй ала. Нимәнелер ул бөгөн эшләй, ә нимәнелер киләсәктә эшләйәсәк. Ҡәрҙәштәрҙе яратһаң, улар хаҡында ҡайғыртһаң һәм улар өсөн өлгө булһаң, Йәһүәнең һине хуплағанына шикләнмә.

15. Бер өлкән Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында нисек ҡайғырта? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Күп йылдар Аллаға хеҙмәт иткән Уи́льям исемле өлкән ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыу бик мөһим икәнен таный. COVID-19 пандемияһы башланғас, ул һәм башҡа өлкәндәр үҙ төркөмөндә булған һәр ҡәрҙәш менән аҙнаһына бер тапҡыр бәйләнешкә инергә ҡарар иткән. Шундай ҡарарҙың сәбәбен ул былай тип аңлата: «Күп кенә ҡәрҙәштәр өйҙә үҙҙәре генә булғанға үҙ уйҙарына бикләнеп ҡалды. Ә ундай шарттарҙа кире ҡарашҡа бирелеү бик еңел». Берәй ҡәрҙәштең ауырлығы тыуһа, Уильям уларҙың нимәгә мохтаж булыуҙарын һәм нисек ярҙам итеп булғанын белер өсөн, уларҙы иғтибар менән тыңлай. Шунан һуң улар өсөн берәй мәғлүмәт, йыш ҡына сайтыбыҙҙан берәй видео табып бирә. Уильям былай тип бүлешә: «Ҡәрҙәштәргә килеп китеү бөгөн бик мөһим. Кешеләрҙе Йәһүә менән таныштырыр өсөн, беҙ күп көс һалабыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында ҡайғыртыр өсөн һәм уларға хәҡиҡәттә ҡалырға ярҙам итер өсөн, күп көс һалырға кәрәк».

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕ БАРЫҺЫНА ҮҘЕ ӨЙРӘТӘСӘК

16. Петрҙың хаттарынан алған һабаҡтарҙы нисек ҡулланып була?

16 Беҙ Петрҙың хаттарынан бер нисә генә һабаҡ ҡарап сыҡтыҡ. Моғайын, һеҙ ҡайһы бер яҡтан яҡшыраҡ булып китергә теләйһегеҙҙер һәм шул яҡтарға иғтибар иткәнһегеҙҙер. Мәҫәлән, яңы донъяла нимә менән шөғөлләнергә теләгәнегеҙ хаҡында йышыраҡ уйларға теләр инегеҙме? Ә бәлки, хеҙмәттәштәрегеҙгә, синыфташтарығыҙға, уҡытыусыларығыҙға һәм көндәлек эштәр менән мәшғүл булғанда осратҡан кешеләргә вәғәзләргә маҡсат ҡуйғанһығыҙҙыр? Ҡәрҙәштәргә ысын күңелдән яратыу сағылдырырға тағы ла күберәк мөмкинлектәр күрәһегеҙме? Өлкәндәр, һеҙ Йәһүәнең һарыҡтарын артабан да теләп һәм тырышып көтөргә әҙерме? Шундай тикшереү ваҡытында һеҙ, моғайын, йомшаҡ яҡтарығыҙҙы күргәнһегеҙҙер. Ләкин борсолмағыҙ! Беҙҙең игелекле Хужабыҙ уларҙан арынырға ярҙам итер (1 Пет. 2:3). Петр: «Алла... һеҙҙе барыһына үҙе өйрәтәсәк, нығытасаҡ, көслө итәсәк», — тип ышандыра (1 Пет. 5:10, ЯДТ).

17. Әгәр бирешмәһәк һәм Йәһүәгә үҙебеҙҙе өйрәтергә юл ҡуйһаҡ, нимәгә өлгәшә алырбыҙ?

17 Ҡасандыр Петр үҙен Алланың Улы янында булырға лайыҡ түгел тип һанаған (Лука 5:8). Ләкин Йәһүәнең һәм Ғайсаның ярҙамы менән ул бирешмәгән һәм Мәсихтең артынан барыуын дауам иткән. Һөҙөмтәлә Петр «Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына» инергә лайыҡ булған (2 Пет. 1:11). Әгәр һеҙ Петрҙан өлгө алһағыҙ һәм бирешмәһәгеҙ, шулай уҡ Йәһүәгә үҙегеҙҙе өйрәтергә юл ҡуйһағыҙ, мәңгелек тормошҡа эйә булырһығыҙ. Һеҙ «иманығыҙҙың маҡсатына — йәнегеҙҙең ҡотолоуына» өлгәшерһегеҙ (1 Пет. 1:9).

109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ

a Был мәҡәләлә беҙ илсе Петрҙың ике хатынан бер нисә һабаҡ ҡарап сығырбыҙ. Белгәндәребеҙ беҙгә һынауҙарҙа ныҡ ҡалырға ярҙам итер. Шулай уҡ йыйылыш өлкәндәре ҡәрҙәштәр хаҡында нисек яҡшыраҡ ҡайғыртып булғанын белер.

b Күрәһең, Палестинала йәшәгән мәсихселәр Петрҙың ике хатын римдар б. э. 66 йылында Иерусалимға һөжүм итмәҫ борон алған.

c Беҙҙең jw.org сайтыбыҙҙа «Ҡиммәтле берҙәмлекте һаҡлайбыҙ» тигән видеоны (тат.) ҡарағыҙ.