Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

40-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Петр кеүек, Аллаға хеҙмәт итеүҙә бирешмәгеҙ!

Петр кеүек, Аллаға хеҙмәт итеүҙә бирешмәгеҙ!

«Хужам, кит минең янымдан! Мин — гонаһлы» (ЛУКА 5:8).

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Петр мөғжизәле рәүештә күп балыҡ тотҡас, нимә хис иткән?

 ПЕТР төнө буйы балыҡ тотҡан, ләкин бер нәмә лә тота алмаған. Һәм бына Ғайса уға: «Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ!» — ти (Лука 5:4). Бынан файҙа булмаҫ, тип уйлаһа ла, Петр Ғайсаның әйткәнен эшләй. Ҡараһа, ау бик күп балыҡ менән тула, хатта йыртыла башлай! Петр һәм башҡа балыҡсылар, Ғайсаның мөғжизәһен күреп, хайран ҡалалар. «Хужам, кит минең янымдан! Мин — гонаһлы», — тип ҡысҡыра Петр (Лука 5:6—9). Күрәһең, ул үҙен Ғайса янында булырға лайыҡһыҙ тип һанаған.

2. Ни өсөн беҙгә Петрҙың миҫалын ҡарап сығыу файҙалы булыр?

2 Петр «мин — гонаһлы» тип әйткәндә дөрөҫөн әйткән. Изге Яҙманан күренеүенсә, ул йыш ҡына хаталар яһаған һәм ҡылған эштәренә һуңынан үкенгән. Һеҙгә Петрҙың хистәре танышмы? Бәлки, һеҙ оҙаҡ ваҡыт үҙегеҙҙең ниндәйҙер насар сифатығыҙ йә көсһөҙ яғығыҙ менән көрәшәһегеҙҙер. Шулай булһа, Петрҙың миҫалын ҡарап сығыу һеҙҙе рухландырыр. Ни өсөн? Уйлап ҡына ҡарағыҙ: беҙ Петрҙың хаталарынан һабаҡ ала алһын өсөн Йәһүә уларҙы Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан (2 Тим. 3:16, 17). Петрҙың етешһеҙлектәре һәм ҡурҡыуҙары булған. Йәһүә унан камиллыҡ көтмәгән. Беҙҙән дә ул быны көтмәй. Ул беҙҙең бирешмәүебеҙҙе һәм хаталарыбыҙға ҡарамаҫтан артабан да уға хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй.

3. Ни өсөн бирешергә кәрәкмәй?

3 Ни өсөн бирешергә кәрәкмәй? «Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан» тигән әйтем бар. Быны аңлар өсөн бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Ниндәйҙер музыка ҡоралында оҫта уйнарға өйрәнер өсөн күп йылдар кәрәк. Шул ваҡыт эсендә музыкант меңәрләгән хаталар яһай, әммә күнегеүен дауам итә. Һөҙөмтәлә ул музыка ҡоралында уйнарға өйрәнһә лә, ваҡыт-ваҡыт барыбер хаталана. Ләкин ул бирешмәй һәм оҫталығын камиллаштыра бара. Шуның шикелле, ниндәйҙер етешһеҙлегебеҙҙе еңеп сыҡтыҡ тип уйлаһаҡ та, ваҡыт-ваҡыт ул өҫтөн сығырға мөмкин. Әммә беҙ барыбер ҡуйған маҡсатҡа ныҡышмалыҡ менән ынтылабыҙ. Ҡайһы ваҡыт беҙ хаталар яһайбыҙ һәм һуңынан әйткәнебеҙгә йә эшләгәнебеҙгә үкенәбеҙ. Әгәр бирешмәһәк, Йәһүә беҙгә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итер (1 Пет. 5:10). Был йәһәттән Петрҙың тормошо беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Петр хаталар яһаһа ла, Ғайса уны аңларға тырышҡан. Быны белеү беҙҙе Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә дәртләндерә.

ПЕТРҘЫҢ ХАТАЛАРЫ ҺӘМ ФАТИХАЛАРЫ

Петрҙың урынында булһағыҙ, нимә хис итер инегеҙ? (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Лука 5:5—10-да әйтелгәнсә, Петр үҙе тураһында нимә әйткән һәм Ғайса уны нимәгә ышандырған?

4 Изге Яҙмала Петрҙың ни өсөн «мин — гонаһлы» тип әйткәне тураһында һәм ниндәй гонаһтарҙы күҙ уңында тотҡаны хаҡында әйтелмәй. (Лука 5:5—10-ды уҡығыҙ.) Бәлки, ул ниндәйҙер етди хаталар яһағандыр. Ғайса Петрҙың ҡурҡҡанын күргән. Петрҙың, күрәһең, үҙ-үҙенә ышанысы етмәгәндер. Әммә Ғайса шулай уҡ Петрҙың Аллаға тоғро ҡала аласағын белгән. Шуға ул шәкертенә йылы итеп: «Ҡурҡма», — тигән. Мәсихтең һүҙҙәрендә ныҡлы ышаныс һиҙелгән, һәм был һүҙҙәр Петрҙың тормошон үҙгәрткән. Һуңыраҡ ул ҡустыһы Андрей менән, балыҡ тотоу эшен ҡалдырып, Мәсих артынан эйәргән. Бының өсөн Йәһүә уларҙы мул итеп фатихалаған (Марк 1:16—18).

5. Петр, кире хистәрен еңеп, Ғайсаның шәкерте булып китеүҙән ниндәй фатихалар урған?

5 Петр, Ғайса артынан эйәреп, күп ғәжәйеп ваҡиғаларға шаһит булған. Уның күҙ алдында Ғайса ауырыуҙарҙы һауыҡтырған, ендәрҙе ҡыуып сығарған һәм хатта үлгәндәрҙе терелткән (Матф. 8:14—17; Марк 5:37, 41, 42) b. Шулай уҡ Петр Ғайсаны Батша «даны балҡышында» күргән. Был күренеште ул ғүмер буйы иҫендә тотҡан (Марк 9:1—8; 2 Пет. 1:16—18). Эйе, Петр Ғайсаның шәкерте булып китмәһә, бер ҡасан да был мөғжизәләрҙе күрмәҫ ине. Ул ҡурҡыуҙарына һәм тойғоларына үҙен был фатихаларҙан мәхрүм итергә бирмәгәне өсөн бик шат булғандыр.

6. Петрға үҙенең көсһөҙ яҡтарынан арынырға еңел булғанмы? Аңлатығыҙ.

6 Петр күп мөғжизәләр күргән! Ләкин ул үҙенең көсһөҙ яҡтарынан арына алмаған. Бына бер нисә миҫал. Ғайса Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе үтәр өсөн үҙенә ғазап сигергә һәм үлергә тура килгәне тураһында әйткәс, Петр уны шелтәләгән (Марк 8:31—33). Петр һәм башҡа илселәр араларында кемдең иң бөйөгө булыуы хаҡында күп тапҡыр бәхәсләшкән (Марк 9:33, 34). Ғайсаны ҡулға алған ваҡытта Петр уйлап та тормайынса, ҡылысын сығарып, бер хеҙмәтсенең ҡолағын сабып өҙгән (Яхъя 18:10). Шул уҡ төндө ул ҡурҡышынан, Ғайса уның яҡын дуҫы булһа ла, уны белмәйем тип, өс тапҡыр әйткән (Марк 14:66—72). Шунан һуң ул әрнеп илаған (Матф. 26:75).

7. Терелгәндән һуң Ғайса Петрға ниндәй мөмкинлек биргән?

7 Ғайса үҙ илсеһенә ышанысын юғалтмаған. Ул Петрҙың һаман да уны яратҡанын белгән һәм уға быны күрһәтергә мөмкинлек биргән. Терелгәндән һуң Ғайса Петр менән осрашҡан һәм уға: «Минең һарыҡтарымды көт», — тигән. Ә тегеһе уның үтенесен үтәргә әҙер булған (Яхъя 21:15—17). Иерусалимда Илленсе көн байрамында Ғайсаның шәкерттәре беренсе тапҡыр изге рух менән һуғарылған саҡта Петр уларҙың араһында булған.

8. Петр Антиохияла ниндәй етди хата яһаған?

8 Майланған мәсихсе булып китһә лә, Петр үҙенең көсһөҙ яҡтары менән һаман да көрәшкән. Б. э. 36 йылында еврей халҡынан булмаған һәм сөннәтләнмәгән Корнилий изге рух менән майланған саҡта Петр унда булған. Был осраҡ Алланың кеше айырмағанын һәм башҡа халыҡ кешеләре лә мәсихселәр йыйылышының өлөшө була алғанын асыҡ күрһәткән (Ғәм. 10:34, 44, 45). Был осраҡтан һуң Петр ундай кешеләр менән тартынмайынса ашай башлаған, ә элек ул үҙенә шулай эшләргә рөхсәт итмәҫ ине (Гал. 2:12). Әммә еврей халҡынан булған ҡайһы бер мәсихселәр, ундай кешеләр менән ашарға ярамай, тип һанаған. Шулай тип уйлағандарҙың ҡайһы берҙәре Антиохияға килгәс, Петр башҡа халыҡтан булған ҡәрҙәштәренән ситләшә башлаған. Ул, күрәһең, еврей халҡынан булған мәсихселәрҙе рәнйетергә теләмәгән. Илсе Павел, уның ике йөҙлөлөгөн күреп, бөтәһе алдында уны шелтәләгән (Гал. 2:13, 14). Ләкин Петр үҙ хатаһына ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро хеҙмәтен дауам иткән. Уға нимә ярҙам иткән?

ПЕТРҒА ТӨШӨНКӨЛӨККӘ БИРЕЛМӘҪКӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТКӘН?

9. Яхъя 6:68, 69-ҙағы һүҙҙәр Петрҙың тоғро кеше булғанын нисек күрһәтә?

9 Петр тоғро кеше булған. Ул Ғайсаның эҙенән теүәл барған һәм бер нәмә лә уны туҡтата алмаған. Ғайса үҙ шәкерттәренә аңлауы ауыр булған хәҡиҡәттәрҙе әйткәс, Петрҙың тоғролоғо айырыуса күренгән. (Яхъя 6:68, 69-ҙы уҡығыҙ.) Ғайсаның аңлатыуын көтөп тормайынса, күптәр уны ҡалдырған. Ә Петр уға тоғро ҡалған. Ул Ғайсаның «мәңгелек тормош һүҙҙәрен» һөйләгәнен яҡшы аңлаған.

Ғайсаның Петрға ышанысын юғалтмағаны һеҙҙе нисек рухландыра? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Ғайсаның Петрға ышанғаны нимәнән күренә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

10 Петрҙың күп хаталарына ҡарамаҫтан, Ғайса уны ҡалдырмаған. Ғайсаның үлеменә тиклем бер нисә сәғәт алдараҡ булған осраҡты ҡарап сығайыҡ. Ғайса Петрҙың һәм башҡа илселәренең уны ҡалдырасағын белгән. Шулай ҙа ул Петрҙың рухи яҡтан нығынып китәсәгенә һәм Аллаға тоғро хеҙмәт итәсәгенә ышанысын белдергән (Лука 22:31, 32). Ғайса «рух ашҡынып тора, ә тән хәлһеҙ» икәнен аңлаған (Марк 14:38). Шуға күрә Петр унан ваз кисһә лә, Ғайса үҙ илсеһен кире ҡаҡмаған. Терелгәндән һуң ул, Петр яңғыҙы булғанда, уға күренгән (Марк 16:7; Лука 24:34; 1 Кор. 15:5). Әлбиттә, был үҙ хаталарына ныҡ үкенгән илсене бик нығытҡан.

11. Ғайса Петрға Йәһүәнең уны бер ҡасан да ҡалдырмаясағын аңларға нисек ярҙам иткән?

11 Ғайса Петрға Йәһүә уны бер ҡасан да ҡалдырмаясағын аңларға ярҙам иткән. Ул терелгәндән һуң, Петр һәм илселәре күп балыҡ тота алһын өсөн, мөғжизә ҡылған (Яхъя 21:4—6). Был мөғжизә, һис шикһеҙ, Петрҙы Йәһүәнең уның матди ихтыяждары хаҡында еңел генә ҡайғырта аласағына ышандырған. Шул саҡта Петр, моғайын, Ғайсаның, Йәһүә Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйғандарҙы тәьмин итер, тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргәндер (Матф. 6:33). Шуға күрә Петр үҙ ғүмерен балыҡ тотоуға түгел, ә Аллаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Б. э. 33 йылында Илленсе көн байрамында Петр ҡыйыулыҡ менән телмәр һөйләгән, һәм меңәрләгән кеше һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән (Ғәм. 2:14, 37—41). Һуңыраҡ ул самарияндарға һәм еврей халҡынан булмаған кешеләргә Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам иткән (Ғәм. 8:14—17; 10:44—48). Күреүебеҙсә, Йәһүә Петрҙы төрлө халыҡтан булған кешеләрҙе йыйылышҡа килтерер өсөн бик яҡшы ҡулланған.

БЕҘҘЕҢ ӨСӨН ҺАБАҠТАР

12. Петрҙың өлгөһө етешһеҙлектәре менән көрәшкәндәрҙе нисек нығыта?

12 Йәһүә беҙгә лә уға тоғро хеҙмәт итергә ярҙам итер. Әммә был еңел түгел, айырыуса күп йылдар дауамында беҙ көрәшкән етешһеҙлектәребеҙ өҫтөн сығып торһа. Ҡайһы ваҡыт улар Петрҙың етешһеҙлектәренә ҡарағанда күпкә етдиерәк күренә. Ләкин Йәһүә, беҙ бойоҡмаһын өсөн, көс бирәсәк (Зәб. 94:17—19). Мәҫәлән, бер ағай-ҡәрҙәш Йәһүә шаһиты булып киткәнсе, күп йылдар гомосексуалист булған. Ул тулыһынса үҙгәргән һәм элекке йәшәү рәүешен ҡалдырған. Шулай ҙа уға ваҡыт-ваҡыт насар теләктәр менән көрәшергә тура килгән. Уға бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән? Ул былай тип һөйләй: «Йәһүәнең рухы булмаһа, мин йәшәү рәүешемде үҙгәртә алмаҫ инем. Мин уның ярҙамы менән хәҡиҡәт юлынан бара алғанымды аңланым... ...Йәһүә миңә уның хеҙмәтсеһе булып китергә рөхсәт итте һәм етешһеҙлектәремә ҡарамаҫтан һәр ваҡыт мине нығытып тора».

Хорст Хеншель ҡәрҙәш 1950 йылдың 1 ғинуарында пионер хеҙмәтен башлаған. Нисек уйлайһығыҙ, ул ғүмерен Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бағышлағанға үкенгәнме? (13, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) d

13. Петрҙың Ғәмәлдәр 4:13, 29, 31-ҙә яҙылған өлгөһөнә нисек эйәреп була? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

13 Күреүебеҙсә, Петр кешеләрҙән ҡурҡып, күп етди хаталар яһаған. Әммә ул доға ҡылғас, ҡыйыулыҡ сағылдыра алған. (Ғәмәлдәр 4:13, 29, 31-ҙе уҡығыҙ.) Беҙ ҙә үҙ ҡурҡыуҙарыбыҙҙы еңә алабыҙ. Әйҙәгеҙ, нацистар Германияһында йәшәгән Хорст исемле йәш ағай-ҡәрҙәш менән нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Ул мәктәптә, баҫымға бирелеп, бер нисә тапҡыр «Хайль Гитлер!» тип әйткән. Ундай саҡтарҙа ата-әсәһе уны әрләмәгән, ә уның менән бергә Йәһүәнән ҡыйыулыҡ һорап доға ҡылған. Ата-әсәһенең ярҙамы менән һәм Йәһүәгә таянғанға күрә, ул Аллаға тоғро ҡала алған. Һуңыраҡ ул: «Йәһүә мине бер ҡасан да ҡалдырманы», — тигән c.

14. Ҡайғыртыусан көтөүселәр бойоҡҡан ҡәрҙәштәрҙе нисек нығыта ала?

14 Йәһүә һәм Ғайса беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ. Хужаһынан ваз кискән Петрға, Мәсихте ҡалдырырғамы йә уның артынан барырғамы, тигән мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған. Ғайса Йәһүәгә, Петрҙың иманы кәмемәһен тип, ҡайнар доға ҡылған. Ул Петрға уның өсөн доға ҡылғаны тураһында әйткән һәм имандаштарын нығыта аласағына ышанысын белдергән (Лука 22:31, 32). Ғайсаның был һүҙҙәрен иҫенә төшөрөү Петрға көс өҫтәгәндер. Петр кеүек һайлау алдында торғанда, Йәһүә беҙҙең хаҡта хәстәрлек күрер өсөн ҡайғыртыусан көтөүселәрҙе ҡуллана ала. Беҙ тоғро ҡалһын өсөн, улар беҙгә кәрәкле ярҙам күрһәтер (Ефес. 4:8, 11). Күп йылдар Йәһүәгә хеҙмәт иткән Пол исемле өлкән ҡайғыртыусан көтөүсе булырға тырыша. Ул төшөнкөлөккә бирелгән ҡәрҙәштәрҙе Йәһүәнең уларҙы нисек үҙенә йәлеп иткәнен иҫтәренә төшөрөргә саҡыра. Шунан һуң ул, Йәһүә һеҙгә тоғро мөхәббәт күрһәтә һәм бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ, тип ышандыра. Ул былай ти: «Мин күп кенә бойоҡҡан ҡәрҙәштәрҙең Йәһүәнең ярҙамы менән яңынан рухланып киткәндәрен күрҙем».

15. Илсе Петрҙың һәм Хорст Хеншелдең миҫалдары Матфай 6:33-тәге һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн нисек иҫбатлай?

15 Йәһүә Петрҙың һәм илселәрҙең матди ихтыяждарын ҡайғыртҡан. Шуның шикелле, беҙ ҙә Батшалыҡ эштәрен беренсе урынға ҡуйһаҡ, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртасаҡ (Матф. 6:33). Хорст ҡәрҙәштең миҫалына ҡайтайыҡ. Ул Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң пионер булып хеҙмәт итергә теләгән. Ләкин бик ярлы йәшәгәнгә, пионер булып хеҙмәт итһәм, үҙемде тәьмин итә алырмынмы, тип шикләнгән. Хорст ҡәрҙәш нимә эшләгән? Ул Йәһүәне һынап ҡарарға булған. Район күҙәтеүсеһе килгәндә ул аҙна буйы хеҙмәт иткән. Аҙнаның аҙағында Хорсты бүләк көткән: район күҙәтеүсеһе уға конверт тотторған. Был конвертты бүләк итеүсе үҙ исемен әйтмәҫкә булған. Конвертта бер нисә ай пионер булып хеҙмәт итергә етерлек аҡса булған. Был бүләк Хорстты Йәһүәнең уның хаҡында ҡайғыртасағына ышандырған. Шул ваҡыттан башлап Хорст ҡәрҙәш ғүмер буйы Батшалыҡ эшен беренсе урынға ҡуйған (Мал. 3:10).

16. Петрҙың өлгөһө һәм уның хаттары ни өсөн иғтибарға лайыҡ?

16 Ҡасандыр Петр Ғайсанан уны ҡалдырыуын һораған. Ләкин Ғайса шулай эшләмәгәне өсөн Петр ни тиклем шат булғандыр! Мәсихтең өйрәтеүҙәре Петрға тоғро илсе һәм мәсихселәр өсөн иҫ киткес үрнәк булып китергә ярҙам иткән. Ғайсаның өйрәтеүҙәре беҙҙең өсөн дә файҙалы. Уларҙы Петрҙың ике хатында табып була. Улар беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәргә яҙылған булған, ә һуңыраҡ Изге Яҙмаға индерелгән. Киләһе мәҡәләлә беҙ был хаттарҙан бер нисә кәңәш ҡарап сығырбыҙ һәм уларҙың беҙҙең өсөн ҡайһы яҡтан файҙалы булыуын күрербеҙ.

126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!

a Был мәҡәләнең маҡсаты — көсһөҙ яҡтары менән көрәшкән ҡәрҙәштәрҙе еңеүсе буласаҡтарына һәм Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә аласаҡтарына ышандырыу.

b Был мәҡәләлә йыш ҡына Марк китабынан өҙөмтәләр килтерелә. Марк, күрәһең, был ваҡиғаларҙы үҙ күҙе менән күргән Петрҙан ишетеп яҙған.

c Хорст Хеншелдең «Меня вдохновляла верность семьи Богу» тип аталған биографияһын «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) 1998 йылдың 22 февраль сығарылышында ҡарағыҙ.

d ФОТОҺҮРӘТТӘ. Сәхнәләштерелгән фотоһүрәттән күренеүенсә, Хорст Хеншелдең ата-әсәһе уның менән бергә Йәһүәнән ҡыйыулыҡ һорап доға ҡыла.