Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

37-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Самсондан өлгө алығыҙ — Йәһүәгә таянығыҙ

Самсондан өлгө алығыҙ — Йәһүәгә таянығыҙ

«Аллаһы Тәғәлә Йәһүә, мине иҫеңә төшөрсө һәм һуңғы тапҡыр мине нығытсы» (ХӨК. 16:28).

30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ  a

1, 2. Ни өсөн беҙгә Самсон тураһында белеү файҙалы булыр?

 САМСОН тигән исемде ишеткәндә һеҙ нимә тураһында уйлайһығыҙ? Моғайын, һеҙ Алланың ғәйәт ҙур көслө хеҙмәтсеһен иҫкә төшөрәһегеҙҙер. Эйе, ул тап шундай булған да. Әммә бер ваҡыт Самсон аяныс эҙемтәләргә килтергән аҡылһыҙ ҡарар ҡабул иткән. Шулай ҙа Йәһүә уны үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе тип һанаған һәм уның тураһындағы хикәйәне Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан.

2 Йәһүә үҙенең халҡы Израилгә ярҙам итер өсөн, Самсон аша ғәжәйеп эштәр башҡарған. Самсондың үлеменән һуң күп быуаттар үткәс, Йәһүә илсе Павелды уның исемен имандары көслө булған кешеләрҙең исемлегенә индерергә рухландырған (Евр. 11:32—34). Самсон хатта ауыр шарттарҙа ла Йәһүәгә таянған. Был мәҡәләнән беҙ Самсондан нимәгә өйрәнеп булғанын һәм уның миҫалы беҙҙе нисек нығыта алғанын белербеҙ.

САМСОН ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНҒАН

3. Самсонға ниндәй йөкләмә бирелгән булған?

3 Самсон тыуған осорҙа Алла халҡы пелештиҙәр иҙеүе аҫтында ыҙаланып йәшәгән (Хөк. 13:1). Уларҙың аяуһыҙ идара итеүе израилдәргә күп ғазаптар килтергән. Йәһүә Самсонды айырым бер ниәт менән — «Израилде пелештиҙәр ҡулынан» ҡотҡарыр өсөн һайлаған (Хөк. 13:5). Ниндәй ҙур яуаплылыҡ! Был йөкләмәне үтәр өсөн Самсон Йәһүәгә таянырға тейеш булған.

Самсон Йәһүәгә таянған һәм шарттарға яраҡлашҡан. Алланың йөкләмәһен үтәр өсөн ул ҡул аҫтында булғанды ҡулланған. (4, 5-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

4. Йәһүә Самсонға пелештиҙәрҙән ҡотолорға нисек ярҙам иткән? (Хөкөмсөләр 15:14—16).

4 Самсон Йәһүәгә таянған һәм унан ярҙам эҙләгән. Бер ваҡыт пелештиҙәр, Самсонды ҡулға алыр өсөн, Ләһигә килгән (моғайын, был урын Йәһүҙиәлә булғандыр). Йәһүдтәр пелештиҙәрҙән ҡурҡып, Самсонды, үҙҙәренең ватандашын, дошмандар ҡулына бирергә ҡарар иткән. Улар уны, «ике яңы бау менән» бәйләп, пелештиҙәргә алып барған (Хөк. 15:9—13). Әммә «Самсонға Йәһүәнең рухы» ингән, һәм ул бауҙан ысҡынған. Шунан ул «үлгән ишәктең яңаҡ һөйәген» табып, уның менән 1000 пелештиҙе үлтергән! (Хөкөмсөләр 15:14—16-ны уҡығыҙ.)

5. Самсон ишәктең яңаҡ һөйәген ҡулланып нимә күрһәткән?

5 Ни өсөн Самсон ҡорал итеп ишәктең яңаҡ һөйәген ҡулланған? Уны бит ҡорал тип тә атап булмай. Самсон ҡоралды һайлау түгел, ә Йәһүәнең фатихаһы еңеүгә килтергәнен аңлаған. Алланың был тоғро хеҙмәтсеһе ҡул аҫтында булғанды ҡулланған. Күреүебеҙсә, ул тулыһынса Йәһүәгә таянғанға күрә ҙур еңеү яулай алған.

6. Беҙгә Йәһүә биргән йөкләмәләрҙе үтәргә нимә ярҙам итер?

6 Йәһүәнең көсө менән беҙ үтәй алмаҫлыҡ булып күренгән йөкләмәләрҙе башҡара алабыҙ. Алланың нисек ярҙам итеүе беҙҙе ғәжәпләндерергә мөмкин. Самсонға көс биргән Аллаға ышанығыҙ! Үҙ ихтыярын үтәр өсөн ул һеҙҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ (Ғиб. һүҙ. 16:3).

7. Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләү мөһим икәнен ниндәй осраҡ күрһәтә?

7 Теократик төҙөлөш проекттарында ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр Йәһүәгә таянғандарын күрһәтә. Элек улар Батшалыҡ залдарын һәм башҡа биналарҙы үҙҙәре проектлаштырған һәм үҙҙәре төҙөгән. Әммә Йәһүәнең ойошмаһына күберәк кеше килгән һайын үҙгәрештәр кәрәк булған. Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр Йәһүәнән күрһәтмәләр эҙләгән һәм яңы ысулдар үҙләштергән. Мәҫәлән, хәҙер улар, биналарҙы һатып алып, уларҙы үҙҙәренә нисек кәрәк, шулай ремонтлай. Төрлө илдәрҙә барған төҙөлөш проекттарында ҡатнашҡан Ро́берт былай ти: «Тәүҙә күптәргә был яңы ысулды ҡабул итеүе еңел булманы, сөнки ул элек ҡулланылған ысулдан ныҡ айырылып тора ине. Әммә ҡәрҙәштәр яраҡлашырға әҙер ине, һәм, күреүебеҙсә, Йәһүә был яңы үҙгәрештәрҙе хупланы». Был — Алланың үҙ ихтыярын үтәр өсөн үҙенең халҡын йүнәлткәненә бер генә миҫал. Беҙгә ваҡыт-ваҡыт үҙебеҙҙән: «Мин Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләйемме һәм хеҙмәтем артабан да юғары сифатлы булһын өсөн үҙгәрергә әҙерме?» — тип һорарға кәрәк.

САМСОН ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРҘАМЫН ҠАБУЛ ИТКӘН

8. Ныҡ һыуһағас, Самсон нимә эшләгән?

8 Һеҙ Самсондың башҡа ғәжәйеп эштәре тураһында ла уҡығанһығыҙҙыр. Мәҫәлән, ул буш ҡул менән арыҫланды, ә һуңыраҡ Ашкилунда 30 пелештиҙе үлтергән (Хөк. 14:5, 6, 19). Самсон быны Йәһүәнең ярҙамы менән генә эшләй алғанын аңлаған. Мәҫәлән, бер тапҡыр ул меңәрләгән пелештиҙе еңгәндән һуң ныҡ һыуһаған. Әммә ул үҙе һыу эҙләп тормаған, ә Йәһүәгә доға ҡылған (Хөк. 15:18).

9. Йәһүә нисек Самсондың доғаһына яуап ҡайтарған? (Хөкөмсөләр 15:19).

9 Йәһүә мөғжизәле рәүештә Самсонға һыу биргән һәм шулай итеп уның үтенесенә яуап ҡайтарған. Изге Яҙмала: «Самсон эскәндә, уның көсө ҡайтты, һәм уға хәл керҙе», — тип әйтелә. (Хөкөмсөләр 15:19-ҙы уҡығыҙ.) Бәлки, күп йылдар үткәндән һуң Самуил пәйғәмбәр Хөкөмсөләр китабын яҙғанда, был шишмә һаман да булғандыр. Моғайын, израилдәр шул шишмәне күргән һайын, Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен бер ҡасан да ҡалдырмаясағын иҫтәренә төшөргәндер.

Алла биргән һыуҙы эскәс, Самсонға көс ҡайтҡан. Шуның шикелле беҙ ҙә Йәһүә биргән нәмәләрҙән файҙаланһаҡ, рухи көскә эйә булырбыҙ. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Йәһүәнән ярҙам алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

10 Беҙгә лә, һәләттәребеҙгә һәм хеҙмәттәге ҡаҙаныштарыбыҙға ҡарамаҫтан, Йәһүәнән ярҙам эҙләү бик мөһим. Тик Йәһүәгә таянғанда ысын уңышҡа ирешә алабыҙ. Быны тыйнаҡлыҡ менән танырға кәрәк. Алла биргән һыуҙы эскәс, Самсонға көс ҡайтҡан. Шуның шикелле, беҙ ҙә Йәһүә биргән бөтә нәмәне ҡабул итһәк, рухи көскә эйә булырбыҙ (Матф. 11:28).

11. Йәһүәгә таянғаныбыҙ нимәнән күренер? Миҫал килтерегеҙ.

11 Рәсәйҙә йәшәгән Алексей исемле ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул ҡаты һынауҙар менән осрашҡан. Уға ауыр шарттарға ҡарамаҫтан рухи яҡтан ныҡ булып ҡалырға нимә ярҙам итә? Улар ҡатыны менән яҡшы рухи ғәҙәттәр үҫтергән. Алексей былай ти: «Мин рухи эштәр тәртибен һаҡларға тырышам: шәхси өйрәнеү үткәрәм, көн дә Изге Яҙманы уҡыйым. Һәр иртә беҙ ҡатыным менән бергәләп көндәлек аятты тикшерәбеҙ һәм Йәһүәгә доға ҡылабыҙ». Уның өлгөһө беҙҙе үҙебеҙгә түгел, ә Йәһүәгә таянырға өйрәтә. Әлбиттә, бының өсөн көслө иман кәрәк. Уны беҙ Изге Яҙманы өйрәнеп, доға ҡылып, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп һәм вәғәзләп үҫтерә алабыҙ. Йәһүә, һис шикһеҙ, уға хеҙмәт итер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы мул итеп фатихалаясаҡ һәм Самсонға көс биргән кеүек беҙгә лә көс бирәсәк.

САМСОН БИРЕШМӘГӘН

12. Самсондың Дәлилә менән мөнәсәбәттәре нимә менән айырылып торған һәм ни өсөн был насар һайлау булған?

12 Самсон да беҙҙең кеүек ябай кеше булған, шуға күрә ҡайһы саҡта дөрөҫ булмаған ҡарарҙар ҡабул иткән. Шул ҡарарҙарҙың береһе аяныс хәлгә килтергән. Ул хөкөмсө булып хеҙмәт иткән ваҡытта «Сөрөк үҙәнендә йәшәгән Дәлилә исемле бер ҡатынға ғашиҡ» булған (Хөк. 16:4). Быға тиклем Самсон бер пелешти ҡатынға өйләнергә йыйынған. Шулай эшләп, Самсон пелештиҙәргә «ҡаршы эш итер өсөн мөмкинлек» эҙләгән Йәһүәгә буйһонған. Һуңыраҡ Самсон пелештиҙәрҙең Газа ҡалаһында бер фәхишәнең өйөндә туҡталған. Шул төндә Алла Самсонға көс биргән, һәм ул ҡала ҡапҡаларын тау башына мендереп ташлаған. Ҡала яҡлауһыҙ ҡалған (Хөк. 14:1—4; 16:1—3). Әммә Дәлилә менән булған хәл айырылып торған. Был ҡатын, моғайын, Израиль халҡынан булғандыр, шуға күрә Самсондың уның менән мөнәсәбәттәре пелештиҙәр менән һуғыш алып барыуҙа бер нисек тә булышлыҡ итә алмаған.

13. Дәлилә Самсон менән нисек эш иткән?

13 Дәлилә Самсонға хыянат иткән һәм бының өсөн пелештиҙәрҙән күп аҡса алған. Ул, Самсондың көсө нимәлә икәнен белергә теләп, бер туҡтауһыҙ мыжыған. Самсон Дәлиләнең хәйләкәр ниәттәрен абайламаған микән ни? Ул Дәлиләгә шул тиклем ғашиҡ булған микән? Нисек кенә булмаһын, ул уның мыжыуына ҡаршы тора алмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Самсон хатаһы арҡаһында ваҡытлыса көсөн һәм Йәһүәнең хуплауын юғалтҡан (Хөк. 16:16—20).

14. Самсондың Дәлиләгә ышаныуы нимәгә килтергән?

14 Самсондың Йәһүәгә түгел, ә Дәлиләгә ышаныуы аяныс эҙемтәләргә килтергән. Ул пелештиҙәрҙең ҡулына эләккән, һәм улар уның күҙҙәрен соҡоп алған. Шунан һуң Самсонды Газалағы төрмәгә ташлағандар. Уны ҡол иткәндәр һәм ашлыҡ һуғыуҙа эшләткәндәр. Бер көндө пелештиҙәр үҙҙәренең илаһы Дагонға ҙур ҡорбан килтерер өсөн байрамға йыйылған һәм Самсонды төрмәнән «уларҙың күңелен асыр өсөн» килтергән. Улар, тап ошо илаһ Самсонды уларҙың ҡулына биргән, тип ышанған (Хөк. 16:21—25).

Йәһүә пелештиҙәргә ҡарата хөкөм ҡарарын ғәмәлгә ашырыр өсөн Самсонды ҡулланған (15⁠-⁠се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Самсон яңынан Йәһүәгә таянғанын нисек күрһәткән? (Хөкөмсөләр 16:28—30). (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

15 Самсон етди хата ҡылһа ла, бирешмәгән. Ул Йәһүә биргән йөкләмәне үтәргә әҙер булған. (Хөкөмсөләр 16:28—30-ҙы уҡығыҙ.) Ул Йәһүәнән: «Эй Алла, мин пелештиҙәрҙән... үс алайым әле», — тип үтенгән. Хаҡ Алла Самсондың үтенесенә яуап биргән һәм уға ғәйәт ҙур көсөн ҡайтарған. Һөҙөмтәлә Самсон был юлы элеккегә ҡарағанда күпкә күберәк пелештиҙәрҙе үлтергән.

16. Самсондың хаталаныуы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

16 Самсон үҙ хатаһы өсөн ҙур хаҡ түләһә лә, Йәһүәнең ихтыярын үтәргә һаман да әҙер булған. Һеҙ ҙә хатағыҙ арҡаһында төҙәтеүгә мохтаж булһағыҙ йә хатта хөрмәтле вазифаларығыҙҙы юғалтһағыҙ, бирешмәгеҙ. Йәһүәнең кисерергә әҙер икәнен онотмағыҙ (Зәб. 103:8—10). Элек хаталанһаҡ та, Йәһүә беҙгә, Самсонға кеүек, яңы йөкләмәләр һәм яңы көс бирә ала.

Самсон үҙ хатаһына бик үкенгәндер, әммә ул бирешмәгән. Беҙ ҙә бирешергә тейеш түгел. (17, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

17, 18. Майклдың осрағы һеҙҙе нисек рухландыра? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

17 Әйҙәгеҙ, Майкл исемле йәш ҡәрҙәштең тормошонда булған бер осраҡҡа күҙ һалайыҡ. Ул йыйылыш эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан: хеҙмәт ярҙамсыһы һәм даими пионер булып хеҙмәт иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер хатаһы арҡаһында ул йыйылыштағы вазифаларын юғалтҡан. Ул былай тип бүлешә: «Ошо ваҡытҡа тиклем мин хеҙмәттә ашҡынып ҡатнаштым, ә шунан ҡапыл бөтә нәмәне юғалттым. Әлбиттә, Йәһүә мине кире ҡаҡҡан тигән фекер уйымда ла булманы. Шулай ҙа мин Йәһүә менән булған йылы мөнәсәбәттәремде һәм ашҡынып хеҙмәт итеүемде ҡайтара алыуыма шикләнә инем».

18 Бәхеткә ҡаршы, Майкл бирешмәгән. «Мин, Йәһүә менән дуҫлығымды ҡайтарыр өсөн, бар көсөмдө һалдым. Уға һәр ваҡыт хистәремде һөйләнем, Изге Яҙманы өйрәндем һәм уның өҫтөндә уйландым», — тип дауам итә ул. Ваҡыт үтеү менән Майкл йыйылышта яҡшы абруй ҡаҙанған. Бөгөн ул өлкән вазифаларын үтәй һәм даими пионер булып хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Йыйылыштағы ҡәрҙәштәр, айырыуса өлкәндәр миңә күп ярҙам итте һәм рухландырҙы. Был Йәһүәнең мине һаман да яратҡанына ышандырҙы. Мин йыйылышта яңынан саф выждан менән хеҙмәт итә алам. Был осраҡ мине шуға өйрәтте: Йәһүә ихлас күңелдән тәүбә иткәндәрҙе кисерә». Беҙҙең менән дә шулай булырға мөмкин. Гонаһ ҡылһаҡ та, әммә үҙгәрергә әҙер булһаҡ һәм Йәһүәгә таянһаҡ, ул беҙгә ышаныр һәм бүләкләр (Зәб. 86:5; Ғиб. һүҙ. 28:13).

19. Самсондың миҫалы һеҙҙе нисек нығытты?

19 Был мәҡәләлә беҙ Самсондың тормошонда булған бер нисә сағыу осраҡтарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Ул камил булмаған һәм, Дәлиләгә ышанып етди хата ҡылған булһа ла, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтамаған. Алла ла уны ҡалдырмаған. Йәһүә уны тағы бер тапҡыр ҡулланып, ҙур мөғжизә ҡылған. Ул Самсонды көслө иманлы кеше тип һанаған. Уның исеме Еврейҙарға 11-се бүлектә Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәренең исемдәре араһында бар. Ауыр саҡта көс бирергә әҙер булған күктәге Атабыҙға хеҙмәт итеү шул тиклем шатлыҡлы! Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Самсон кеүек Йәһүәнән: «Аллаһы Тәғәлә Йәһүә, мине иҫеңә төшөрсө һәм... мине нығытсы», — тип һорайыҡ (Хөк. 16:28).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

a Самсон. Был исемде хатта Изге Яҙма менән таныш булмаған кешеләр ҙә белә. Самсон тураһында китаптар, шиғырҙар яҙалар һәм фильмдар төшөрәләр. Уның тураһындағы хәбәр ҡыҙыҡлы хикәйә генә түгел. Был иманлы кешенән беҙ күп нәмәгә өйрәнәбеҙ.