Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Файҙалы кәңәштәр. Мәғлүмәтте нисек табырға?

Файҙалы кәңәштәр. Мәғлүмәтте нисек табырға?

Балалар өсөн йөкләмәләр

Атай-әсәйҙәр балаларын Йәһүәне яратырға өйрәтергә тейеш, сөнки улар бының өсөн яуаплы (Ефес. 6:4). Уларға ярҙам итер өсөн, Алла ойошмаһы күп мәҡәләләр, видеояҙмалар һәм йырҙар сығара. Балаларығыҙҙы өйрәткән саҡта һеҙ уларҙы нисек ҡуллана алаһығыҙ?

  • jw.org сайтына инегеҙ. Унда балаларға һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән материалдарҙы, шул иҫәптән видеояҙмаларҙы һәм ҡағыҙға баҫтырып булған йөкләмәләрҙе табырһығыҙ a. Уларҙы табыр өсөн, эҙләү юлына «балалар» йә «үҫмерҙәр» тигән һүҙҙәрҙе яҙығыҙ.

  • Балағыҙ өсөн файҙалы материалды һайлағыҙ. Күп мәғлүмәтте «Балалар» тигән бүлектә «Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу өсөн йөкләмәләрҙә» табырға була.

  • Йөкләмәне балағыҙ менән бергә әҙерләгеҙ. Маҡсатығыҙ баланы һеҙгә ҡамасауламыһын тип әүертеү түгел, ә уға Йәһүә менән дуҫлыҡ булдырырға ярҙам итеү булһын.

a Хәҙер JW Library® ҡушымтаһында үҫмерҙәр һәм балалар өсөн бөтә видеояҙмалар һәм баҫтырып сығарырлыҡ йөкләмәләр бар.