36-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал
Алла Һүҙен үтәп йәшәгеҙ
«Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, ә уны үтәгеҙ» (ЯҠ. 1:22).
ТӨП ФЕКЕР
Был мәҡәләне өйрәнеү һеҙгә Изге Яҙманы көн һайын уҡырға, уның кәңәштәре өҫтөндә уйланырға һәм уларҙы тормошта ҡулланырға теләк үҫтерер.
1, 2. Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре — бәхетле кешеләр? (Яҡуп 1:22—25).
ЙӘҺҮӘ һәм уның ҡәҙерле Улы беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Зәбур 118:2-лә [119:2, ЯДТ]: «Бәхетле Уның күрһәтмәләрен тотҡандар, бар булмышы менән Уны эҙләгәндәр!» — тип әйтелә. Ғайса ла шуға оҡшаш фекер әйткән: «Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле» (Лука 11:28).
2 Йәһүәнең хеҙмәтселәре — бәхетле халыҡ. Бының өсөн сәбәптәр бик күп. Уларҙың береһе — беҙ көн һайын Изге Яҙманы уҡыйбыҙ һәм белгәндәребеҙҙе ҡулланырға тырышабыҙ. (Яҡуп 1:22—25-те уҡығыҙ.)
3. Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланыу тормошоғоҙға нисек тәьҫир итә?
3 Алла Һүҙен үтәп йәшәү тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә файҙа килтерә. Мәҫәлән, шулай эшләп Йәһүәне һөйөндөргәнебеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Шуға ла беҙ бәхетле (Вәғ. 12:13). Өҫтәүенә, Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланғанда туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән мөнәсәбәттәребеҙ йылыраҡ һәм нығыраҡ булып китә. Һеҙ үҙегеҙ ҙә быны татығанһығыҙҙыр. Бынан тыш, беҙ үҙебеҙҙе Алла ҡанундарын һанға һуҡмаған кешеләр эләккән проблемаларҙан яҡлайбыҙ. Беҙ Дауыт батшаның хистәрен уртаҡлашабыҙ. Ул Йәһүәнең ҡануны, бойороҡтары һәм хөкөм ҡарарҙары тураһында: «Уларға таянып йәшәгәндәр ҙур бүләк ала», — тигән (Зәб. 18:8—12 [19:7—11, ЯДТ]).
4. Ни өсөн ҡай саҡ Алла Һүҙен үтәп йәшәү еңел түгел?
4 Алла Һүҙен үтәп йәшәр өсөн уны уҡырға һәм өйрәнергә кәрәк. Әммә дөрөҫөн генә әйткәндә, эштәр күп булғанға, бының өсөн ваҡыт табыу еңел түгел. Изге Яҙманы көн дә уҡырға, уның кәңәштәре тураһында уйланырға һәм уларҙы ҡулланырға нимә ярҙам итә ала? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.
АЛЛА ҺҮҘЕН УҠЫР ӨСӨН ВАҠЫТ ТАБЫҒЫҘ
5. Мәсихсе ниндәй мөһим эштәр менән мәшғүл?
5 Йәһүәнең хеҙмәтселәре күп мөһим эштәр менән мәшғүл. Мәсихселәр булараҡ, улар төрлө вазифалар башҡара. Мәҫәлән, күптәребеҙ үҙҙәрен һәм ғаиләләрен тәьмин итер өсөн эшкә йөрөй (1 Тим. 5:8). Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәр ауырыған йә ҡартайған туғандары хаҡында ҡайғырта. Беҙ үҙ сәләмәтлегебеҙ хаҡында ла ҡайғыртырға тейеш, ә бының өсөн ваҡыт кәрәк. Өҫтәүенә, йыйылышта ла йөкләмәләр бик күп. Уларҙың иң мөһиме — һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү. Шулай уҡ һәр беребеҙгә Изге Яҙманы уҡырға, уның өҫтөндә уйланырға һәм уның кәңәштәрен ҡулланырға кәрәк. Быларҙың барыһын нисек өлгөрөргә һуң?
6. Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алыр өсөн нимә эшләп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
6 Филипиҙарға 1:10-да «иң яҡшыны һайлап ала» белергә кәрәк тип әйтелә. Изге Яҙманы уҡыу — шул иң яҡшы эштәрҙең береһе. Бәхетле кеше тураһында беренсе мәҙхиәлә: «Раббының ҡанунынан зауыҡланыр ул, көн-төн шул хаҡта уйланыр», — тиелә (Зәб. 1:1, 2). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, беҙгә Изге Яҙманы уҡыуға етерлек ваҡыт бүлергә кәрәк. Көндөң ниндәй ваҡытында Изге Яҙманы уҡыу һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ? Беҙ төрлө, шуға һәр беребеҙ төрлө ваҡыт һайлар. Иң мөһиме, көн дә Изге Яҙманы уҡырға кәрәк. Виктор ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Миңә Изге Яҙманы иртән уҡыу оҡшай. Иртән тороуы ауыр булһа ла, был ваҡыт минең өсөн иң тыныс: башым буш һәм мин иғтибарымды уҡыуға туплай алам». Ә һеҙҙең турала нимә әйтеп була? Үҙегеҙҙән: «Көндөң ниндәй ваҡытында Изге Яҙманы уҡыу минең өсөн яҡшыраҡ?» — тип һорағыҙ.
УҠЫҒАНДАРЫҒЫҘ ӨҪТӨНДӘ УЙЛАНЫҒЫҘ
7, 8. Ни өсөн ҡай саҡ беҙ уҡыуҙан файҙа алмайбыҙ? Миҫал килтерегеҙ.
7 Беҙ бөгөн бик күп мәғлүмәт алабыҙ. Ләкин уларҙың бөтәһе лә башыбыҙҙа ҡалмай. Һеҙҙең менән ошондай хәл булғаны бармы: һеҙ нимәнелер уҡынығыҙ, ти, ә бер нисә көндән уны хатта хәтерләмәйһегеҙ ҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Изге Яҙманы уҡыу менән дә шулай булырға мөмкин? Бәлки, һеҙ көн һайын бер нисә бүлек уҡырға маҡсат ҡуйғанһығыҙҙыр. Бик яҡшы! Беҙҙең бөтәбеҙгә лә маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ынтылырға кәрәк (1 Кәр. 9:26). Изге Яҙманы уҡыу — бик яҡшы маҡсат. Ләкин был тик беренсе аҙым. Изге Яҙма күберәк файҙа килтерһен өсөн уны уҡыу ғына әҙ. Тағы нимәлер кәрәк.
8 Бындай миҫал тураһында уйланығыҙ. Үҫемлектәргә йәшәү өсөн һыу кәрәк. Ғәҙәттә, улар уны ямғырҙан ала. Әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп ямғыр яуһа, тупраҡ һаҙлыҡҡа әйләнергә мөмкин. Шул саҡта һыуҙың күп булыуы үҫемлектәргә бер ниндәй файҙа килтермәҫ. Тупраҡҡа, һыуҙы һеңдерер өсөн, ваҡыт кәрәк. Шуның шикелле, Изге Яҙманы ашығып уҡыһаҡ, беҙ уҡығандарыбыҙҙы үҙләштерә һәм иҫтә ҡалдыра алмаҫбыҙ, ә тормошта ҡулланыу тураһында һүҙ ҙә юҡ (Яҡ. 1:24).
9. Изге Яҙманы уҡығанда мәғәнәһенә төшөнөргә ваҡытығыҙ ҡалмаһа, нимә эшләргә?
9 Иғтибар иткәнегеҙ бармы, һеҙ Изге Яҙманы ҡулығыҙға алаһығыҙ ҙа, тиҙ генә ашығып уҡый башлайһығыҙ? Шулай булһа, нимә эшләргә? Яйлап уҡығыҙ. Онотмағыҙ, һеҙ бит ниндәйҙер өҙөктө күҙ йүгертеп кенә сығырға теләмәйһегеҙ, ә уның өҫтөндә уйланырға теләйһегеҙ. Кемделер «уйланыу» тигән һүҙ ҡурҡыта. Ысынында, был ауыр түгел. Бының өсөн туҡтарға һәм нимә тураһында уҡығанығыҙ хаҡында уйларға кәрәк. Быны хатта уҡыған ваҡытта ла эшләп була, йәиһә уҡыуҙың аҙағында ваҡыт бүлергә була. Бәлки, һеҙ уйланыуға ваҡыт бүлер өсөн шәхси өйрәнеүегеҙҙе оҙағыраҡ үткәрергә теләрһегеҙ. Ә инде килеп сыҡмаһа, өйрәнеүгә бүлгән ваҡытығыҙҙы шул килеш ҡалдырығыҙ, ә әҙерәк аяттар уҡығыҙ. «Мин күп уҡымаҫҡа тырышам, бер уҡығанда бер бүлекте уҡыйым, — тип дауам итә Виктор. — Изге Яҙманы иртән иртүк уҡығас, мин уҡығандарым өҫтөндә көнө буйы уйлана алам». Күпме уҡыһағыҙ ҙа, иң мөһиме, уҡығанығыҙҙы үҙләштерергә ваҡыт ҡалдырығыҙ (Зәб. 118:97 [119:97, ЯДТ]; «Уйланыр өсөн һорауҙар» тигән рамканы ҡарағыҙ).
10. Изге Яҙмала яҙылғандарҙы тормошта ҡулланырға нимә ярҙам итер? Миҫал килтерегеҙ (1 Тисалуникаларға 5:17, 18).
10 Шулай итеп, һеҙ ҡасан һәм күпме уҡырға кәрәк икәнен билдәләнегеҙ, ти. Киләһе аҙым — белгәндәрҙе ҡулланыу. Ниндәйҙер өҙөктө уҡып сыҡҡас, үҙегеҙҙән: «Был хәбәр миңә хәҙер йә яҡын киләсәктә ҡайһы яҡтан файҙалы булыр?» — тип һорағыҙ. Мәҫәлән, һеҙ 1 Тисалуникаларға 5:17, 18-ҙе (уҡығыҙ) уҡынығыҙ, ти. Һеҙ туҡтап: «Мин ни тиклем йыш доға ҡылам? Доғаларым ысын күңелдәнме?» — тип уйлайһығыҙ. Шунан һеҙ Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле булғанығыҙҙы иҫкә төшөрәһегеҙ һәм уға, мәҫәлән, өс бүләк өсөн рәхмәтегеҙҙе белдерәһегеҙ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, һеҙ нимәгә ирештегеҙ? Бер нисә минут ҡына Изге Яҙманы уҡып, һеҙ Йәһүәнең кәңәштәрен ишетеп кенә ҡалманығыҙ, уларҙы ҡулландығыҙ ҙа. Көн дә шулай эшләһәгеҙ, һеҙ Алла Һүҙендә яҙылғандарҙы тағы ла яҡшыраҡ үтәй алырһығыҙ. Әммә тормошобоҙға ҡағылған кәңәштәр үтә күп булһа, нимә эшләргә?
ИРЕШӘ АЛЫРЛЫҠ МАҠСАТТАР ҠУЙЫҒЫҘ
11. Ни өсөн ҡайһы саҡта һеҙҙең төшөнкөлөккә бирелеүегеҙ бар? Миҫал килтерегеҙ.
11 Изге Яҙманы уҡығанда бик күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлағас, һеҙҙең төшөнкөлөккә бирелеүегеҙ бар. Әйтәйек, һеҙ бөгөн Изге Яҙманы уҡығанда һәр кемгә лә бер тигеҙ ҡарарға кәрәк икәне тураһында белдегеҙ һәм шулай эш итергә ҡарар иттегеҙ, ти (Яҡ. 2:1—8). Бик яҡшы маҡсат! Иртәгә һеҙ телегеҙгә хужа булырға кәрәклеге тураһында уҡыйһығыҙ һәм һүҙҙәрегеҙҙең ҡай саҡ игелекле һәм рухландырғыс түгел икәнен күрәһегеҙ (Яҡ. 3:1—12). Быны ла үҙгәртергә булаһығыҙ. Ә иртәнән һуң донъя менән дуҫлашыуҙан киҫәткән аяттарҙы уҡыйһығыҙ һәм күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайларға кәрәк икәнен аңлайһығыҙ (Яҡ. 4:4—12). Ә инде дүртенсе көнгә һеҙ бик күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк икәнен күреп, аптырап китәһегеҙ.
12. Изге Яҙманы уҡығанда үҙегеҙҙә күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк икәнен күрһәгеҙ, ни өсөн бойоғорға кәрәкмәй? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)
12 Үҙегеҙҙә күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлаһағыҙ, бойоҡмағыҙ. Киреһенсә, һеҙ маҡтауға лайыҡ, сөнки Изге Яҙманы уҡығанда, һеҙ нимә өҫтөндә эшләргә кәрәклегенә иғтибар итергә тырышаһығыҙ a. Тимәк, һеҙ яҡшы йөрәкле кеше, баҫалҡы һәм үҙ-үҙегеҙ менән намыҫлы. Өҫтәүенә, иҫтә тотоғоҙ: «яңы кеше булып» кейенер өсөн ваҡыт һәм тырышлыҡ кәрәк (Кол. 3:10). Артабан да Изге Яҙмала яҙылғандарҙы үтәп йәшәргә нимә ярҙам итер?
13. Маҡсаттар ҡуйғанда нисек тыйнаҡ булырға? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
13 Белгәндәрегеҙҙең бөтәһен дә шунда уҡ үтәргә тырышмағыҙ. Тыйнаҡ булығыҙ һәм күп маҡсаттар ҡуймағыҙ (Ғиб. һүҙ. 11:2). Ошолай эшләп ҡарағыҙ: үҙгәртергә кәрәкле нәмәләрҙең исемлеген төҙөгөҙ, уларҙың бер-икеһен һайлағыҙ, ә ҡалғандарын аҙаҡҡа ҡалдырып тороғоҙ. Нимәнән башлап була?
14. Ниндәй маҡсаттарҙан башлап була?
14 Иң еңел маҡсаттан йә бигерәк тә үҙгәртергә кәрәк булған нәмәнән башлағыҙ. Маҡсатты һайлағас, беҙҙең баҫмалар буйынса тикшеренеүҙәр үткәрегеҙ. Бының өсөн «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» (урыҫ) йә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» (урыҫ) ҡулланып була. Маҡсатығыҙ хаҡында доға ҡылығыҙ һәм Йәһүәнән «теләк тә, һәләт тә» һорағыҙ (Флп. 2:13). Шунан һуң белгәндәрегеҙҙе ҡулланығыҙ. Үҙегеҙҙең беренсе маҡсатҡа ирешә алғанығыҙҙы күргәс, һеҙҙең, моғайын, икенсеһенә тотонорға дәртегеҙ булыр. Ә инде киләһе маҡсаттарға өлгәшеү еңелерәк булыр.
АЛЛА ҺҮҘЕ «ҺЕҘҘӘ... ҮҘ ЭШЕН АЛЫП» БАРҺЫН
15. Алла хеҙмәтселәре Изге Яҙманы уҡыған башҡа күп кешеләрҙән нимә менән айырылып тора? (1 Тисалуникаларға 2:13).
15 Ҡайһы бер кешеләр Изге Яҙманы тиҫтәләгән тапҡыр уҡығандары менән ғорурлана. Ләкин улар белгәндәренә ышанамы? Уның кәңәштәрен ҡулланамы? Изге Яҙмалағы кәңәштәр уларҙың тормоштарына йоғонто яһаймы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Ләкин Йәһүә хеҙмәтселәре Алла Һүҙенә башҡаса ҡарай. Беренсе быуаттағы мәсихселәр кеүек, беҙ Изге Яҙманы «ысынында нисек булһа, шул көйө — Алла һүҙе итеп ҡабул» иттек. Алла Һүҙе тормошобоҙға тәьҫир итә, һәм башҡалар быны күрмәй ҡалмай. (1 Тисалуникаларға 2:13-тө уҡығыҙ.)
16. Изге Яҙмала яҙылғандарҙы үтәргә нимә ярҙам итер?
16 Эйе, Алла Һүҙен уҡыу һәм уны тормошта ҡулланыу һәр ваҡытта ла еңел түгел. Ҡайһы саҡта уны уҡырға ваҡыт таба алмайбыҙ йә ашығып уҡыйбыҙ, шуға мәғәнәһенә төшөнмәйбеҙ. Йәки тормошобоҙҙа ни тиклем күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк икәнен күреп, төшөнкөлөккә биреләбеҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, беҙ Йәһүә менән уларҙы йырып сыға алырбыҙ. Әйҙәгеҙ, уның ярҙамын ҡабул итәйек. Алла Һүҙенән ишеткәндәрҙе онотмайыҡ, ә уларҙы үтәргә тырышайыҡ. Изге Яҙманы күберәк уҡыған һайын һәм уның кәңәштәрен ҡулланған һайын, беҙ бәхетлерәк булып китербеҙ (Яҡ. 1:25).
94-СЕ ЙЫР Алла Һүҙе өсөн рәхмәтлебеҙ
a jw.org сайтында «Йәштәштәрең һөйләй. Изге Яҙманы уҡыу» тигән видеояҙманы (тат.) ҡарағыҙ.