Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

39-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

125-СЕ ЙЫР «Шәфҡәтлеләр бәхетле»

«Биреүҙә бәхет күберәк»

«Биреүҙә бәхет күберәк»

«Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Илс. 20:35).

ТӨП ФЕКЕР

Йомарт булыуыбыҙ шатлыҡ менән нисек бәйле?

1, 2. Йәһүә беҙҙе ни тиклем ғәжәйеп итеп булдырған?

 БАШҠАЛАРҒА яҡшылыҡ эшләгәндә беҙ бәхетле. Был алыуға ҡарағанда күберәк шатлыҡ килтерә (Илс. 20:35). Йәһүә беҙҙе шулай итеп булдырған. Әлбиттә, бүләк алыу беҙгә лә оҡшай. Шулай ҙа башҡаларға нимәлер биргәндә беҙ бәхетлерәк. Ҡалай иҫ киткес итеп барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ!

2 Йәһүә беҙҙе булдырғанда, бәхет асҡысын үҙ ҡулыбыҙға биргән. Күберәк шатлыҡ тойор өсөн, беҙгә башҡалар өсөн изгелек эшләргә генә кәрәк. Әлдә Йәһүә беҙҙе шулай итеп барлыҡҡа килтергән! (Зәб. 138:14 [139:14, ЯДТ]).

3. Ни өсөн Йәһүә «мөбәрәк Алла» тип атала?

3 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, башҡалар хаҡында ҡайғыртыу бәхет килтерә. Бына ни өсөн Йәһүә «мөбәрәк Алла» тип атала (1 Тим. 1:11). Ул — иң йомарт һәм иң беренсе булып бүләк биреүсе. Илсе Пауыл: «Беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ», — тип яҙған (Илс. 17:28). Эйе, «һәр игелекле һәм камил бүләк... [Атанан] килә» (Яҡ. 1:17).

4. Күберәк шатлыҡ алырға нимә ярҙам итер?

4 Башҡалар хаҡында ҡайғыртыу һеҙгә тағы ла күберәк шатлыҡ килтереүен теләр инегеҙме? Улай булһа, йомарт Йәһүә Аллабыҙҙан өлгө алығыҙ (Эфес. 5:1). Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең башҡалар тураһында нисек ҡайғыртҡанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ҡылған игелегебеҙҙе башҡалар ҡәҙерләмәһә, нимә эшләп булғанын белербеҙ. Был теманы ҡарап сығыу игелек эшләгәндә бирешмәҫкә көс өҫтәр. Һөҙөмтәлә тағы бәхетлерәк булып китербеҙ.

ЙӘҺҮӘ КЕҮЕК, ЙОМАРТ БУЛЫҒЫҘ

5. Йәһүә беҙгә нимә бирә?

5 Йәһүәнең йомартлығы нимәлә сағыла? Бына бер нисә миҫал. Йәһүә беҙгә йәшәр өсөн барыһын бирә. Әлбиттә, был балда-майҙа йөҙөүебеҙҙе аңлатмай. Шулай ҙа йәшәр өсөн беҙҙең бөтә нәмәбеҙ бар. Мәҫәлән, ул беҙҙең ризығыбыҙ, кейемебеҙ, йәшәү урыныбыҙ булыуы хаҡында ҡайғырта (Зәб. 4:9 [4:8, ЯДТ]; Матф. 6:31—33; 1 Тим. 6:6—8). Йәһүә бының барыһын бурыслы булғанға эшләйме? Һис тә, юҡ. Улай булғас, уны нимә дәртләндерә һуң?

6. Матфай 6:25, 26-лағы һүҙҙәр беҙҙе нимә өйрәтә?

6 Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата, шуға күрә ул беҙҙең хаҡта ҡайғырта. Ғайсаның Матфай 6:25, 26-лағы (уҡығыҙ) һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек. Ғайса ҡоштар тураһында әйткәндә, «улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, келәттәргә ашлыҡ та һалмай, әммә күктәге Атайығыҙ уларҙы туйындыра» тигән. Шунан һуң Ғайса: «Һеҙ уларҙан күпкә ҡиммәтерәк түгелме ни?» — тигән һорау биргән. Бынан ниндәй һөҙөмтә яһап була? Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен ҡоштарға һәм хайуандарға ҡарағанда күберәк ҡәҙерләй. Әгәр ул ҡоштар тураһында шул тиклем ҡайғырта икән, беҙҙең хаҡта ла ул бигерәк ҡайғыртасаҡ. Йәһүә — ҡайғыртыусан Атай, шуға ул үҙенең балаларын ашата, эсерә, кейендерә лә (Зәб. 144:16 [145:16, ЯДТ]; Матф. 6:32).

7. Йәһүәнән өлгө алып мохтажлыҡта булған ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итеп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Йәһүәнән өлгө алып, беҙ ҙә яратыуыбыҙҙы эштәр менән күрһәтә алабыҙ. Йыйылышығыҙҙа ризыҡҡа йә кейемгә мохтаж булған ҡәрҙәштәрҙе беләһегеҙме? Йәһүә уларға һинең аша ярҙам итә ала. Афәттәр ваҡытында Алла халҡы тиҙ генә ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, улар COVID-19 пандемияһы ваҡытында мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә ризыҡ һәм кейем биргән. Бынан тыш, күптәр бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙгә йомарт иғәнә биргән. Ойошмабыҙ был иғәнәләрҙе бөтә донъя буйынса ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итер өсөн ҡулланған. Шулай итеп ҡәрҙәштәр Еврейҙарға 13:16-лағы: «Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ — нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана», — тигән һүҙҙәр буйынса эш иткән.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә, Йәһүәнән өлгө алып, йомарт була алабыҙ. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


8. Ни өсөн Йәһүә беҙгә көс бирә? (Ишағыя 40:29).

8 Йәһүә көс бирә. Йәһүә сикһеҙ ҡөҙрәткә эйә. Ул үҙенең көсөн тоғро хеҙмәтселәренә шатланып бирә. (Ишағыя 40:29-ҙы уҡығыҙ.) Һеҙҙең берәй ҡасан ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн йә ауыр һынауҙы йырып сығыр өсөн көс һорағанығыҙ булдымы? Ә, бәлки, һеҙ, Хоҙайым тағы бер көн йәшәр өсөн көс бирсе, тип доға ҡылғанһығыҙҙыр. Йәһүә доғаларығыҙға яуап биргәндә һеҙ, моғайын, Ишағыя пәйғәмбәрҙең «ул арыған кешегә — көс, хәлһеҙләнгән кешегә ҡеүәт бирә» тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөргәнһегеҙҙер (Ишағ. 40:29).

9. Йәһүәнән өлгө алып, беҙ үҙ көсөбөҙҙө нисек ҡуллана алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Йәһүәнән айырмалы булараҡ, беҙ сикһеҙ ҡөҙрәткә эйә түгел һәм башҡаларға көс бирә алмайбыҙ. Ләкин үҙ көсөбөҙҙө уларға нимәлер эшләр өсөн ҡуллана алабыҙ. Мәҫәлән, оло йәштәге ҡәрҙәшкә йә ауырыған кешегә нисектер ярҙам итеп була. Аҙыҡ-түлек алыр өсөн магазинға барып килергә йә өйҙәрендә ниндәйҙер эш башҡарырға була. Мөмкинлек булһа, Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа йә уны хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша алабыҙ. Көсөбөҙҙө шулай итеп ҡулланып, Йәһүәне яратҡандарға күп игелек ҡылып була.

Беҙ үҙ көсөбөҙҙө башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡуллана алабыҙ. (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)


10. Нисек беҙ башҡаларҙы һүҙҙәребеҙ менән нығыта алабыҙ?

10 Һүҙҙәр ҙур көскә эйә икәнен онотмағыҙ. Бәлки, һеҙ маҡтауға мохтаж берәй ҡәрҙәште иҫкә төшөргәнһегеҙҙер. Ә кемдер йыуатыуға мохтаждыр. Был кеше тураһында уйлап ҡына ҡалмағыҙ, ә уның хаҡында ҡайғыртыуығыҙҙы белдерегеҙ. Уға кереп сығырға, шылтыратырға, открытка яҙырға йә СМС-хәбәр ебәрергә була. Нимә әйтермен, тип борсолмағыҙ. Берәй кемде нығытыр өсөн, ысын күңелдән әйтелгән бер нисә һүҙ ҙә етә. Был, бәлки, ҡәрҙәштә өмөт сатҡыһын уятыр һәм тағы бер көн Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға көс бирер (Ғиб. һүҙ. 12:25; Эфес. 4:29).

11. Йәһүә үҙ зирәклеген нисек ҡуллана?

11 Йәһүә зирәклек бирә. Яҡуб: «Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә», — тип яҙған (Яҡ. 1:5). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Йәһүә үҙ зирәклеген йәшермәй, ә йомарт уртаҡлаша. Ул быны шелтәләмәйенсә эшләй. Йәһүә, унан ярҙам һорағаныбыҙ өсөн, беҙҙе бер ҡасан да оятҡа ҡалдырмай һәм тәнҡитләмәй. Киреһенсә, ул беҙҙе унан кәңәш һорарға дәртләндерә (Ғиб. һүҙ. 2:1—6).

12. Беҙ нисек зирәклегебеҙ менән бүлешә алабыҙ?

12 Йәһүәнән өлгө алып, беҙ зирәклегебеҙ менән нисек бүлешә алабыҙ? (Зәб. 31:8 [32:8, ЯДТ]). Башҡаларҙы өйрәтеп. Мәҫәлән, беҙ йыш ҡына яңыларҙы вәғәзләргә өйрәтәбеҙ. Йыйылыш аҡһаҡалдары сабырлыҡ менән хеҙмәт ярҙамсыларын һәм һыуға сумдырылған башҡа ир ҡәрҙәштәрҙе төрлө йөкләмәләрҙе үтәргә өйрәтә. Ойошмабыҙҙың биналарын төҙөү һәм хеҙмәтләндереү эшендә тәжрибәһе булған ҡәрҙәштәр башҡаларға был яҡтан оҫтарып китергә ярҙам итә.

13. Йәһүәнән өлгө алып, беҙ башҡаларҙы нисек өйрәтә алабыҙ? (2 Кәр. 9:7).

13 Башҡаларҙы өйрәтеп, беҙ Йәһүәнән өлгө алабыҙ. Йәһүә үҙ зирәклеген йәшермәй. Шуның шикелле, беҙгә лә белемебеҙҙе һәм тәжрибәбеҙҙе башҡалар менән йомарт уртаҡлашырға кәрәк. Беҙ өйрәткән кеше урыныбыҙҙы алыр тип ҡурҡмайбыҙ. «Мине бер кем дә өйрәтмәне, ул да үҙе өйрәнһен», — тип уйламайбыҙ. Ундай уйҙар дөрөҫ түгел. Йәһүәнең хеҙмәтселәре белемдәрен генә түгел, ә «ғүмерҙәрен бирергә» әҙер (1 Тис. 2:8). Беҙ өйрәткән кеше үҙ сиратында «башҡаларҙы ла өйрәтерлек» хеҙмәтсе булыр тип өмөтләнәбеҙ (2 Тим. 2:1, 2). Һәр беребеҙ зирәклеге менән йомарт уртаҡлашһа, бөтәһе лә зирәгерәк һәм бәхетлерәк булып китер.

ИГЕЛЕГЕБЕҘҘЕ ҠӘҘЕРЛӘМӘЙҘӘР КЕҮЕК КҮРЕНГӘНДӘ

14. Күпселек кеше игелекте нисек ҡабул итә?

14 Беҙ башҡалар, айырыуса ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ниндәйҙер яҡшы эш эшләһәк, улар беҙгә рәхмәтле. Имандаштарыбыҙ беҙгә открытка бүләк итеп йә башҡаса үҙ рәхмәтен белдерә (Кол. 3:15). Ризалашырһығыҙ, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү бик күңелле.

15. Беҙгә рәхмәт һүҙҙәре әйтмәһәләр, нимәне иҫтә тотоу мөһим?

15 Беҙгә рәхмәт һүҙҙәре әйтмәгән осраҡтар ҙа булғылай. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ берәйһенә изгелек эшләр өсөн ваҡытығыҙҙы, көсөгөҙҙө һәм аҡсағыҙҙы сарыф иткәнһегеҙ, ләкин кеше быны ҡәҙерләмәй, ти. Шул саҡта шатлығыбыҙҙы һәм кешегә ышанысыбыҙҙы нисек һаҡлап ҡалырға? Был мәҡәләнең төп аятын — Илселәр 20:35-те иҫкә төшөрөгөҙ. Бәхет асҡысы — беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Беҙ башҡаларҙың рәхмәтле булыуына-булмауына ҡарамаҫтан, шатлыҡлы булып ҡала алабыҙ. Әйҙәгеҙ, был яҡтан беҙгә нимә ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ.

16. Башҡаларға игелек эшләгәндә ни өсөн Йәһүәнән өлгө алырға кәрәк?

16 Йәһүәнән үрнәк алығыҙ. Ул бөтә кешеләр — уның игелеген ҡәҙерләгән һәм ҡәҙерләмәгән кешеләр — хаҡында ла ҡайғырта (Матф. 5:43—48). Йәһүә вәғәҙә итеүенсә, беҙ «кире алырға өмөт итмәйенсә», игелек ҡылһаҡ, беҙгә «әжер мул төшөр» (Лука 6:35). «Кире алырға өмөт итмәйенсә» тигән һүҙбәйләнеш хатта рәхмәт һүҙҙәрен көтмәйенсә игелек эшләүҙе аңлата. Кешеләр беҙгә рәхмәт әйтерме-юҡмы, Йәһүә, һис шикһеҙ, игелекле эштәребеҙ өсөн беҙҙе фатихалаясаҡ (Ғиб. һүҙ. 19:17). Сөнки ул «шатланып биргән кешене ярата» (2 Кәр. 9:7).

17. Ниндәй принцип башҡаларға игелек ҡылырға ярҙам итер? (Лука 14:12—14).

17 Шулай уҡ беҙгә Лука 14:12—14-тә (уҡығыҙ) яҙылған принципты ла иҫтә тотоу мөһим. Беҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра алған һәм беҙгә ҡарата йомарт булған кешеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырыуҙың һәм уларға ла йомарт булыуҙың бер насарлығы юҡ. Ләкин беҙ уларҙан шуны уҡ көтмәйбеҙме? Әгәр көтәбеҙ икән, шул саҡта Ғайсаның кәңәшен ҡулланыу файҙалы булыр. Ҡунаҡ саҡырғанда, ҡайтарып түләй алмағандарҙы саҡырһаҡ, яҡшы булыр. Шул саҡта беҙ Йәһүәнән өлгө алғаныбыҙға шатланырбыҙ. Беҙгә рәхмәт һүҙҙәре әйтмәһәләр ҙә, ошо принципты ҡулланып, шатлыҡлы булып ҡала алырбыҙ.

18. Башҡалар тураһында насар уйламаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер?

18 Башҡалар тураһында насар уйламағыҙ (1 Кәр. 13:7). Әгәр һеҙгә рәхмәт әйтмәһәләр, үҙегеҙгә: «Был кеше ысынлап та яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәйме? Бәлки, ул рәхмәт тип әйтергә онотҡандыр?» — тигән һорауҙар бирегеҙ. Моғайын, уның үҙен шулай тотоуына башҡа сәбәптәр ҙә барҙыр. Ҡайһы берәүҙәр бик рәхмәтле, ләкин үҙ хистәрен белдерә белмәй. Улар һәр ваҡыт башҡаларға ярҙам иткәс, үҙҙәре ярҙам алып өйрәнмәгән. Нисек кенә булмаһын, мөхәббәт беҙҙе яҡшылыҡҡа ышанырға һәм имандаштар тураһында насар уйламаҫҡа дәртләндерер. Башҡаларға булышлыҡ күрһәтеп, беҙ шатлығыбыҙҙы һаҡлап ҡала алырбыҙ (Эфес. 4:2).

19, 20. Башҡалар өсөн игелек эшләгәндә, түҙемле булыу беҙгә шатлыҡты һаҡлап ҡалырға нисек ярҙам итер? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

19 Түҙемле булығыҙ. Сөләймән батша: «Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың», — тип яҙған (Вәғ. 11:1). Был аяттан күренеүенсә, ҡайһы саҡта беҙ күп ваҡыт үткәс кенә рәхмәт һүҙҙәре ишетербеҙ. Бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең тормошонда булған осраҡ быны күрһәтә.

20 Күп йылдар элек район күҙәтеүсеһенең ҡатыны, күптән түгел һыуға сумдырылған ҡыҙ ҡәрҙәште Йәһүәгә тоғро ҡалырға дәртләндереп, открытка яҙған. Һигеҙ йыл тирәһе үткәс, ул унан яуап итеп хат алған. Унда былай тип яҙылған: «Бөтә был йылдар дауамында һин минең өсөн нығытыу булып торғаныңды хатта белмәйһеңдер ҙә. Һинең һүҙҙәрең минең йөрәгемде йылытты һәм һин яҙған аят мине рухландырып торҙо. Мин уны һәр ваҡыт хәтеремдә тоттом». Ҡайһы бер ауырлыҡтарын иҫкә алғас, ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай тип бүлешкән: «Ҡайһы саҡта мин бөтә нәмәнән, хатта хәҡиҡәттән баш тартырға теләнем. Әммә шундай ауыр хәлдә булғанда, был аят иҫемә төшә торғайны һәм миңә бирешмәҫкә ярҙам итте. Бөтә был һигеҙ йыл дауамында һинең открыткаң һәм был аят a мине ҡанатландырып торҙо». «Күп көндәрҙән һуң» шундай рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү район күҙәтеүсеһенең ҡатынына ни тиклем ҙур шатлыҡ килтергәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Моғайын, беҙ ҙә ҡылған игелегебеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ваҡыт үткәс кенә ишетербеҙ.

Ҡайһы саҡта беҙ рәхмәт һүҙҙәрен шунда уҡ түгел, ә «күп көндәр үткәс» кенә ишетәбеҙ. (20-се абзацты ҡарағыҙ.) b


21. Ни өсөн һеҙ Йәһүәнең йомарт булыуын өлгө итеп алырға теләйһегеҙ?

21 Был мәҡәләнең башында әйтеп кителгәнсә, Йәһүә беҙҙе ғәжәйеп итеп барлыҡҡа килтергән. Беҙ алыуға ҡарағанда биреүҙә күберәк бәхет табабыҙ. Ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ өсөн изгелек эшләү беҙгә бик оҡшай. Уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелебеҙҙе күтәрә. Рәхмәт һүҙҙәрен ишетәбеҙме-юҡмы, беҙ дөрөҫ эш иткәнебеҙгә шатбыҙ. Бер ҡасан да онотмағыҙ: башҡаларға нимә генә бирһәгеҙ ҙә, Йәһүә һеҙгә «унан да күпте бирә ала» (2 Йыл. 25:9). Йәһүә бит — иң йомарт шәхес. Ә унан рәхмәт һүҙҙәре ишетеүҙән дә яҡшыраҡ нәмә бармы? Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да күктәге Атабыҙҙың йомарт булыуын өлгө итеп алайыҡ!

17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»

a Открыткала 2 Яхъя 8-се аяттағы һүҙҙәр яҙылған булған: «Һаҡ булығыҙ, хеҙмәтебеҙ килтергән емештәрҙе юғалтып ҡуймағыҙ, шул саҡта бүләкте тулыһы менән алырһығыҙ».

b ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Район күҙәтеүсеһенең ҡатыны ҡыҙ ҡәрҙәште нығытыр һәм дәртләндерер өсөн открытка яҙа. Йылдар үткәс, ул рәхмәт һүҙҙәре яҙылған хат ала. (Сәхнәләштерелгән.)