Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

37-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

118-СЕ ЙЫР «Иманыбыҙҙы арттыр»

Иманды һаҡларға һәм сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән хат

Иманды һаҡларға һәм сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән хат

«Баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк» (ЕВР. 3:14).

ТӨП ФЕКЕР

Пауылдың еврейҙарға яҙған кәңәштәре бөгөн дә файҙалы. Улар беҙгә иманыбыҙҙы һаҡларға һәм был донъяның ахырына тиклем сыҙам ҡалырға ярҙам итер.

1, 2. а) Илсе Пауыл еврейҙарға хат яҙғанда, Йәһүҙиәлә ниндәй хәл булған? б) Ни өсөн Пауылдың хаты үҙ ваҡытында булған?

 ЙӘРҮСӘЛИМДӘ һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр күп төрлө ауырлыҡтар менән осрашҡан (Илс. 8:1). Ғайсаның үлеменән һуң күп тә үтмәҫтән яңы барлыҡҡа килгән йыйылыштар ҡаты эҙәрләүҙәргә дусар булған. Ә яҡынса 20 йылдан һуң көслө аслыҡ башланған, шул арҡала мәсихселәрҙең күптәре мохтажлыҡта йәшәгән (Илс. 11:27—30). Ләкин тыныс ваҡыттар ҙа булған. Шул йылдарҙың береһендә, яҡынса б. э. 61 йылында, илсе Пауыл Алла тарафынан рухландырылып ҡәрҙәштәренә хат яҙған. Мәсихселәрҙе алдағы ваҡиғаларға әҙерләр өсөн, был хат бик кәрәкле булған.

2 Ни өсөн Пауылдың хаты үҙ ваҡытында булған? Ғайса әйткәнсә, бөйөк афәт һәм Йәрүсәлимдең емерелеүе яҡынлашҡан (Лука 21:20). Әлбиттә, Пауыл да, уның Йәһүҙиәләге имандаштары ла был ваҡиғаларҙың ҡасан буласағын теүәл белмәгән. Әммә йыйылыш, тыныс ваҡыттан файҙаланып, был ваҡиғаларға әҙерләнә алған. Ундағы мәсихселәргә көслө иман һәм сыҙамлыҡ кәрәк булған, һәм Пауылдың хаты уларға был йәһәттән ярҙам иткән (Евр. 10:25; 12:1, 2).

3. Ни өсөн Пауылдың еврейҙарға яҙған хаты беҙҙең өсөн дә файҙалы?

3 Беҙгә беренсе быуатта булған афәткә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ афәт менән осрашырға тура килер (Матф. 24:21; Асыл. 16:14, 16). Шуға Йәһүәнең Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәргә биргән кәңәштәрен ҡарап сығайыҡ. Улар беҙгә лә файҙа килтерә ала.

РУХИ ЕТЛЕККӘНЛЕККӘ ЫНТЫЛАЙЫҠ

4. Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәрҙең ниндәй ауырлыҡтары булған? (Рәсемде дә ҡарағыҙ.)

4 Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәргә еңел булмаған. Күп йылдар дауамында еврейҙар Алла халҡы булған. Йәрүсәлим уларҙың тормошонда мөһим урын биләгән. Был ҡалала Алла үҙе ҡуйған батшалар ултырған. Шулай уҡ ундағы ғибәҙәтхана саф ғибәҙәт ҡылыуҙың үҙәге булған. Бөтә йәһүдтәр Муса ҡанунына буйһонған һәм дини етәкселәр урынлаштырған ҡағиҙәләр буйынса йәшәгән. Ҡанун ашау-эсеүгә, сөннәтләнеүгә һәм башҡа халыҡтар менән аралашыуға ҡағылышлы һорауҙарҙа күрһәтмәләр биргән. Ләкин Ғайсаның үлеменән һуң Муса ҡануны ғәмәлдән сыҡҡан, һәм бүтән ҡорбандар килтерергә кәрәк булмаған. Мәсихсе булып киткән еврейҙарға үҙгәрештәр яһарға һәм яңы табыныу тәртибенә өйрәнеп китергә кәрәк булған (Евр. 10:1, 4, 10). Был үҙгәрештәрҙең ҡайһы берҙәре хатта рухи яҡтан етлеккән мәсихселәргә лә, мәҫәлән илсе Петергә лә, бик ауыр бирелгән (Илс. 10:9—14; Ғал. 2:11—14). Бынан тыш, мәсихселәр яңы дине арҡаһында йәһүд дине етәкселәренең эҙәрләүенә дусар булған.

Мәсихселәргә дини етәкселәрҙе тыңларға түгел, ә хәҡиҡәткә нығыраҡ тотонорға кәрәк булған. (4, 5-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


5. Мәсихселәр ниндәй баҫым менән осрашҡан?

5 Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр, әйтерһең дә, ике ут араһында булған. Бер яҡтан — йәһүд дине етәкселәре, ә икенсе яҡтан — йыйылыштағы ҡайһы бер хөрмәтле мәсихселәр. Беренселәре мәсихселәр динен ҡабул иткән йәһүдтәргә мөртәттәргә һымаҡ ҡараған, ә икенселәре эҙәрләүгә дусар булмаҫ өсөн мәсихселәрҙең Муса ҡануны буйынса йәшәүҙәрен талап иткән (Ғал. 6:12). Мәсихселәргә хәҡиҡәткә ныҡ тотонорға нимә ярҙам иткән?

6. Илсе Пауыл үҙ ҡәрҙәштәрен нимәгә дәртләндергән? (Еврейҙарға 5:14—6:1).

6 Пауыл үҙ хатында ҡәрҙәштәрен Алла Һүҙен тәрәнерәк өйрәнергә дәртләндергән. (Еврейҙарға 5:14—6:1-ҙе уҡығыҙ.) Ул Еврей Яҙмалары ярҙамында мәсихселәр диненең йәһүд диненән күпкә яҡшыраҡ булыуын күрһәткән a. Пауыл мәсихселәрҙең күберәк белем алыуҙарын һәм хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңлауҙарын теләгән. Был уларға ялған өйрәтеүҙәрҙе айыра белергә һәм уларҙы кире ҡағырға ярҙам итер ине.

7. Беҙ ниндәй ауырлыҡтар менән осрашабыҙ?

7 Беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәр кеүек, беҙ ҙә Йәһүәнең тәҡүә нормаларына ҡаршы килгән ҡараштар менән осрашабыҙ. Дошмандар беҙҙе ғәйепләр өсөн теләһә ниндәй һылтау таба. Улар, мәҫәлән, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әхлаҡи нормалар иҫкергән, тип һанай. Кешеләрҙең фекер йөрөтөүе Алланың камил ҡарашынан ныҡ айырылып тора (Ғиб. һүҙ. 17:15). Шуға күрә дөрөҫлөктө ялғандан айыра белеү һәм бер кемгә лә үҙебеҙҙе ҡурҡытырға, шулай уҡ Йәһүәнән йыраҡлаштырырға рөхсәт итмәү мөһим (Евр. 13:9).

8. Артабан да рухи яҡтан үҫергә беҙгә нимә ярҙам итер?

8 Пауыл еврей халҡынан булған мәсихселәрҙе рухи етлеккәнлеккә ынтылырға өндәгән. Беҙгә лә уның кәңәшенә ҡолаҡ һалыу мөһим. Беҙ һыуға сумдырылғандан һуң да Изге Яҙманы тәрән тикшереүҙән һәм Йәһүәнең ҡарашын үҙләштереүҙән туҡтамайбыҙ. Хәҡиҡәттә нисә генә йыл булһаҡ та, беҙҙең бөтәбеҙгә лә Алла Һүҙен даими рәүештә уҡырға һәм өйрәнергә кәрәк (Зәб. 1:2). Яҡшы график буйынса шәхси өйрәнеү үткәреү иманыбыҙҙы нығытыр. Тап ошо сифатҡа илсе Пауыл үҙенең хатында айырыуса иғтибар биргән (Евр. 11:1, 6).

«БЕҘ — ЫШАНҒАН ҺӘМ ҮҘЕНЕҢ ҒҮМЕРЕН ҺАҠЛАҒАНДАРҘАН»

9. Ни өсөн Йәһүҙиәләге мәсихселәргә көслө иман кәрәк булған?

9 Йәһүҙиәләге мәсихселәргә киләсәк афәттән ҡотолоп ҡалыр өсөн көслө иман кәрәк булған (Евр. 10:37—39). Ғайса шәкерттәренә, Йәрүсәлимдең ғәскәрҙәр менән ҡамап алынғанын күргәс, тауҙарға ҡасығыҙ, тигән. Был бойороҡҡа бөтәһенә лә — ҡалала һәм уның тирәһендә йәшәгән мәсихселәргә лә — ҡолаҡ һалыу мөһим булған (Лука 21:20—24). Элек дошман һөжүм иткәндә, кешеләр ғәҙәттә ҡалала, уның ҡалын стеналары артында йәшенеп ҡалған. Шуға күрә Ғайсаның, тауҙарға ҡасығыҙ, тигән һүҙҙәре аҡылһыҙ булып күренгән, һәм уға тыңлаусан булыр өсөн шәкерттәргә көслө иман кәрәк булған.

10. Көслө иман мәсихселәрҙе нимәгә дәртләндерергә тейеш булған? (Еврейҙарға 13:17).

10 Ғайса йыйылыш өҫтөнән яуаплы ир ҡәрҙәштәрҙе билдәләгән. Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәргә уларға ышанырға кәрәк булған. Күрәһең, аҡһаҡалдар ҡасан һәм нисек ҡасырға кәрәклеге тураһында аныҡ күрһәтмәләр биргәндер. (Еврейҙарға 13:17-не уҡығыҙ.) Еврейҙарға 13:17-лә «тыңлағыҙ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе кешенең күрһәтмәләргә башҡа сараһы булмағанға түгел, ә уны биргән кешегә ышанғанға күрә тыңлаусан булыуын аңлата. Шуға мәсихселәр бәлә килгәнсегә тиклем үк йыйылыш аҡһаҡалдарына таянырға өйрәнергә тейеш булған. Әгәр улар аҡһаҡалдарҙың күрһәтмәләренә тыныс ваҡытта буйһонһа, уларға ауыр ваҡытта быны эшләү еңелерәк булыр ине.

11. Ни өсөн беҙгә көслө иман кәрәк?

11 Беҙгә лә көслө иман кәрәк. Күпселек кеше был донъяның ахыры тураһындағы иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмай. Улар хатта быға ышанғаныбыҙ өсөн беҙҙән көлә (2 Пет. 3:3, 4). Беҙ бөйөк афәт тураһында Изге Яҙманан нимәнелер беләбеҙ, ә күп нәмә беҙгә билдәле түгел. Шуға күрә был көндөң үҙ ваҡытында киләсәгенә һәм Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына ышаныр өсөн көслө иман кәрәк (Аб. 2:3).

12. Беҙгә бөйөк афәттә иҫән ҡалырға нимә ярҙам итер?

12 Шулай уҡ беҙгә Йәһүәнең «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша йүнәлеш биреүенә иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк (Матф. 24:45). Беренсе быуаттағы мәсихселәр, Рим ғәскәрҙәре Йәрүсәлимде ҡамап алғас, аныҡ күрһәтмәләр алған. Күрәһең, бөйөк афәт ваҡытында беҙ ҙә аныҡ күрһәтмәләр алырбыҙ, һәм ул күрһәтмәләргә тыңлаусан булыуыбыҙға ғүмеребеҙ бәйле буласаҡ. Тап хәҙер беҙгә Алла ойошмаһында үҙ өҫтәренә етәкселек алған ҡәрҙәштәргә ышаныс үҫтереү мөһим. Әгәр был күрһәтмәләргә бөгөн буйһонмаһаҡ, киләсәктә, бөйөк афәт ваҡытында, уларға буйһонорбоҙ тип өмөтләнә алмаҫбыҙ.

13. Ни өсөн Еврейҙарға 13:5-тә яҙылған кәңәш үҙ ваҡытында булған?

13 Тауҙарға ҡасырға кәрәк тигән бойороҡто көткән арала мәсихселәр ябай тормош алып барырға һәм аҡсаға дөрөҫ ҡараш үҫтерергә тейеш булған. (Еврейҙарға 13:5-те уҡығыҙ.) Уларҙың ҡайһы берҙәре аслыҡ һәм мохтажлыҡ нимә икәнен яҡшы белгән (Евр. 10:32—34). Улар ҡасандыр һөйөнөслө хәбәр өсөн ҡорбандарға барырға әҙер булһа ла, һуңыраҡ аҡсала һәм мөлкәттә яҡлау эҙләй башлаған. Ләкин Йәрүсәлим емерелгән саҡта был байлыҡ уларҙы яҡламаған (Яҡ. 5:3). Киреһенсә, әйберҙәргә йәбешеп ятыу уларға өйҙәрен ҡалдырып ҡасырға ҡамасаулаған.

14. Көслө иман нисек аҡсаға һәм мөлкәткә ҡарашыбыҙға тәьҫир итергә тейеш?

14 Йәһүәнең оҙаҡламай был яуыз донъяны юҡ итәсәгенә ышанһаҡ, аҡса менән әйберҙәр — тормошта иң мөһиме, тип уйламаҫбыҙ. Бөйөк афәт ваҡытында аҡсаның бер файҙаһы ла булмаҫ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешеләр «көмөштәрен урамдарға сығарып ташлар». Улар «Йәһүәнең ярһыу көнөндә көмөштәре лә, алтындары ла уларҙы ҡотҡара алмаясағын» аңлар (Йәз. 7:19). Шуға күрә донъялағы бөтә аҡсаны эшләп алырға тырышмағыҙ. Киреһенсә, ябай тормош алып барыу яҡшыраҡ. Әлбиттә, беҙгә үҙебеҙҙе һәм ғаиләбеҙҙе тәьмин итер өсөн эшләргә кәрәк. Ләкин был Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә ҡамасауларға тейеш түгел. Бурысҡа батып кәрәкмәгән әйбер һатып алыу аҡыллы булмаҫ ине. Шулай уҡ булған әйберҙәребеҙгә йәбешеп ятыу дөрөҫ түгел (Матф. 6:19, 24). Иртәме-һуңмы беҙгә Йәһүәгә таянырғамы, әллә мөлкәтебеҙгә таянырғамы тигән һайлау яһарға кәрәк булыр.

«ҺЕҘГӘ СЫҘАМЛЫҠ КӘРӘК»

15. Ни өсөн Йәһүҙиәләге мәсихселәргә сыҙамлыҡ айырыуса кәрәк булған?

15 Йәһүҙиәләге мәсихселәрҙе алда һынауҙар көткән, шуға уларға сыҙамлыҡ кәрәк булған (Евр. 10:36). Күптәр тыныс ваҡытта мәсихсе булып киткән һәм эҙәрләүҙәр менән бер ҡасан да осрашмаған. Әммә эҙәрләүҙәр менән осрашҡандарға ла ҡатыраҡ һынауҙарға әҙерләнергә кәрәк булған. Пауыл киҫәткәнсә, улар ахырға тиклем, ә кәрәк булһа, Ғайса кеүек үлгәнсегә тиклем, тоғро ҡалырға тейеш булған (Евр. 12:4). Мәсихселәр дине киңерәк таралған һайын, йәһүдтәр тағы ла нығыраҡ асыулана барған. Пауыл еврейҙарға хатын яҙғанға тиклем бер нисә йыл элек Йәрүсәлимдә булған. Шул ваҡытта халыҡ төркөмө уның үлемен талап иткән. Йәһүд халҡынан булған 40-тан ашыу кеше «Пауылды үлтергәнгә тиклем берәй нәмә ашаһаҡ, беҙҙе ҡәһәр һуҡһын, тип ант» иткән (Илс. 22:22; 23:12—14). Шундай ҡаты дошманлыҡҡа ҡарамаҫтан, мәсихселәргә артабан да бергә йыйылырға, һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә һәм имандарын көслө килеш һаҡларға кәрәк булған.

16. Еврейҙарға яҙылған хат нисек һынауҙарға дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә? (Еврейҙарға 12:7).

16 Йәһүҙиәләге мәсихселәргә ҡаршылыҡтарға сыҙам булырға нимә ярҙам итә алған? Дөрөҫ ҡараш. Пауылдың аңлатыуынса, Алла, мәсихсене нимәгәлер өйрәтер өсөн, һынауҙарға юл ҡуйырға мөмкин. (Еврейҙарға 12:7-не уҡығыҙ.) Кеше ауыр шарттарҙа Йәһүә хуп күргән сифаттарҙы үҫтерә йә уларҙы яҡшырта ала. Мәсихселәр һынауҙарҙың нимәгә килтерә алғанын аңлаһа, уларға сыҙам ҡалыу еңелерәк булыр ине (Евр. 12:11).

17. Эҙәрләүҙәр Пауылды нимәгә өйрәткән?

17 Пауыл имандаштарын һынауҙарҙы сыҙамлыҡ менән үтәргә өндәгән. Ул уларҙың хәлен бик яҡшы аңлаған. Ҡасандыр ул мәсихселәрҙе эҙәрләгән, ә һуңынан мәсихсе булып киткәс, үҙе лә эҙәрләүҙәргә һәм етди һынауҙарға дусар булған (2 Кәр. 11:23—25). Бына ни өсөн ул, һынауҙарҙа сыҙам ҡалыр өсөн, үҙеңә түгел, ә Йәһүәгә таянырға кәрәк икәнен яҡшы белгән. Пауыл тулы ышаныс менән: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын», — тип әйтә алған (Евр. 13:6).

18. Бөтәбеҙҙе лә киләсәктә нимә көтә һәм инде бөгөн нимә эшләргә кәрәк?

18 Ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ инде хәҙер һынауҙар аша үтә. Беҙ уларҙы нисек нығыта алабыҙ? Улар өсөн доға ҡылып һәм, мөмкинлек булһа, ғәмәли ярҙам күрһәтеп (Евр. 10:33). Инжилдә: «Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер», — тип асыҡтан-асыҡ әйтелә (2 Тим. 3:12). Тимәк, беҙҙең һәр беребеҙгә был ысынбарлыҡҡа әҙер булырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, тулыһынса Йәһүәгә ышанайыҡ һәм уның беҙгә һәр төрлө һынауҙы йырып сығырға ярҙам итәсәгенә шикләнмәйек. Үҙ ваҡытында Алла үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен бөтә ғазаптарҙан азат итәсәк (2 Тис. 1:7, 8).

19. Беҙгә бөйөк афәткә әҙерләнергә нимә ярҙам итер? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

19 Һис шикһеҙ, Пауылдың хаты беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәргә киләсәктәге афәткә әҙерләнергә ярҙам иткән. Пауыл имандаштарын Яҙмаларҙы тәрәнерәк өйрәнергә дәртләндергән. Был белемдәр уларға ялған өйрәтеүҙәрҙе айыра белергә һәм уларҙы кире ҡағырға ярҙам иткән. Өҫтәүенә, уларға имандарын нығытырға кәрәк булған. Шул саҡта улар Ғайсаның һәм яуаплы ҡәрҙәштәрҙең күрһәтмәләренә кисектермәйенсә буйһонор ине. Шулай уҡ Пауыл мәсихселәргә сыҙамлыҡ үҫтерергә ярҙам иткән. Уларға һынауҙарға дөрөҫ ҡараш һаҡларға һәм Йәһүәнең был һынауҙар аша уларҙы нимәгәлер өйрәткәнен иҫтә тоторға кәрәк булған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә был кәңәштәрҙе ҡулланайыҡ. Шул саҡта Йәһүәгә ахырға тиклем тоғро ҡала алырбыҙ (Евр. 3:14).

Йәһүә тоғро мәсихселәрҙе сыҙамлығы өсөн фатихалаған. Йәһүҙиәнән китһә лә, улар бергә йыйылыуҙан туҡтамаған. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)

126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!

a Илсе Пауыл беренсе бүлектә генә Еврей Яҙмаларынан ете өҙөк килтергән. Шулай итеп ул мәсихселәргә уларҙың әлеге табыныуҙары элеккегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ икәнен күрһәтергә теләгән (Евр. 1:5—13).