Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Шәхси өйрәнеү үткәргәндә көтөлмәгән асыштарға әҙер булығыҙ

Шәхси өйрәнеү үткәргәндә көтөлмәгән асыштарға әҙер булығыҙ

Өйрәнеү алдынан үҙегеҙҙән: «Мин был өйрәнеүҙән нимә көтәм?» — тип һорағыҙ. Шул уҡ ваҡытта онотмағыҙ, тикшереүҙәр үткәргәндә һеҙҙең көтөлмәгән ынйылар табыуығыҙ бар. Шуға күрә яңы нәмәләргә өйрәнергә әҙер тороғоҙ. Был яҡтан нимә ярҙам итер?

Зирәклек һорағыҙ. Йәһүәнең һеҙҙе тап хәҙер нимәгә өйрәтергә теләгәнен күрер өсөн унан ярҙам һорағыҙ (Яҡ. 1:5). Тема таныш булһа ла, мин барыһын да беләм, тип уйламағыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6).

Изге Яҙма ҙур көскә эйә икәнен онотмағыҙ. «Алла һүҙе тере» (Евр. 4:12). Шунлыҡтан Изге Яҙманы уҡығанда, шарттарыбыҙға ҡарап, ул төрлөсә тәьҫир итергә мөмкин, әммә бының өсөн беҙгә дөрөҫ ҡараш һаҡларға — унан өйрәнергә әҙер булырға кәрәк.

Йәһүәнең өҫтәлендә булған бөтә ризыҡты ҡәҙерләгеҙ. Ул биргән бөтә рухи ризыҡты «затлы ризыҡтарҙан» әҙерләнгән табын менән сағыштырып була (Ишағ. 25:6). Шуға күрә ҡайһы бер ашамлыҡтар «тәмһеҙ» булып күренһә лә, уларҙан баш тартмағыҙ. Уларҙың һеҙгә файҙа килтергәнен, улай ғына ла түгел, хатта ҡәнәғәтлек килтергәнен дә тойорһоғоҙ!