Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ғайса Иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индергәндә, уның башҡа 70 шәкерте ҡайҙа булған? Улар уны ташлап киткәнме?

70 шәкерте Иҫкә алыу кисәһендә булмаһа ла, улар Ғайсанан баш тартмаған һәм уның хуплауын юғалтмаған. Шул төндә Ғайса үҙенең илселәре менән генә булырға теләгән.

Ғайсаның 12 илсеһе лә, 70 шәкерте лә уға тоғро булған. Тәүҙә Ғайса үҙенең күп кенә шәкерттәре араһынан 12 ир-егетте һайлаған, шунан уларҙы илселәр итеп билдәләгән (Лука 6:12—16). «12 шәкертен саҡырып алып» «Алла Батшалығы хаҡында вәғәзләргә» ебәргәндә Ғайса Ғәлиләйәлә булған (Лука 9:1—6). Ә һуңыраҡ, Йәһүҙиәлә, ул «70 шәкертте һайлап алып, уларҙы... үҙенең алдынан икешәрләп» ебәргән (Лука 9:51; 10:1). Шулай итеп, төрлө ерҙәрҙә Ғайсаның уның тураһында вәғәзләгән шәкерттәре булған.

Ғайсаның шәкерте булып киткән йәһүдтәр, моғайын, йыл һайын үҙ ғаиләләре менән бергә элеккесә Ҡотҡарылыу байрамын үткәргәндер (Сығ. 12:6—11, 17—20). Ғайса үлеме алдынан үҙ илселәре менән Йәрүсәлимгә килгән. Әммә ул, бөтә шәкерттәре лә — Йәһүҙиәләге, Ғәлиләйәләге, Переялағы шәкерттәре — унда йыйылырға тейеш, тип әйтмәгән. Күрәһең, Ғайса был кисте тик илселәре менән генә үткәрергә теләгән. Ул уларға былай тигән: «Мин һеҙҙең менән ошо Ҡотҡарылыу байрамы ашын ғазап сиккәнемә тиклем ашарға бик теләгәйнем» (Лука 22:15).

Ғайсаның бының өсөн етди сәбәбе булған. Ул, «донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе» булараҡ, үлергә тейеш булған (Яхъя 1:29). Был ваҡиға Йәрүсәлимдә — Алланың хеҙмәтселәре быуаттар буйы ҡорбандар килтергән ерҙә үтергә тейеш булған. Ҡотҡарылыу байрамында әҙерләнгән бәрәс исраилдарҙың иҫтәренә шуны төшөргән: ҡасандыр Йәһүә уларҙы Мысыр ҡоллоғонан ҡотҡарған. Әммә Ғайсаның йолом ҡорбаны күпкә әһәмиәтлерәк булған — ул уларҙы гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан азат иткән (1 Кәр. 5:7, 8). Ғайсаның йолом ҡорбаны илселәргә мәсихселәр йыйылышының нигеҙе булып китергә мөмкинлек асҡан (Эфес. 2:20—22). Шуныһы иғтибарға лайыҡ: изге Йәрүсәлимдең «диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған» (Асыл. 21:10—14). Күреүебеҙсә, Аллаға тоғро илселәр уның ниәтендә махсус роль уйнаған. Бына ни өсөн Ғайса һуңғы Ҡотҡарылыу байрамында һәм унан һуң ғәмәлгә индерелгән Иҫкә алыу кисәһендә илселәренең уның менән бергә булыуын теләгән.

Эйе, Ғайсаның 70 һәм башҡа шәкерттәре ул Кисәлә булмаған. Шулай ҙа Хужаның киске ашы улар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған. Тоғро булып ҡалған бөтә шәкерттәр изге рух менән майланған һәм Батшалыҡ хаҡындағы килешеүҙең фатихаларын алған (Лука 22:29, 30).