Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

25-СЕ ЙЫР Алланың милке

Һеҙ иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалаһығыҙмы?

Һеҙ иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалаһығыҙмы?

«Береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр» (МАТФ. 24:40).

ТӨП ФЕКЕР

Ғайса шәкерттәрен был донъяның ахырында буласаҡ хөкөм көнөнә әҙерләр өсөн өс ғибрәтле хикәйә һөйләгән. Беҙ ундағы мөһим һабаҡтарҙы ҡарап сығырбыҙ.

1. Ерҙә йәшәгән бөтә кешеләрҙе тиҙҙән ниндәй хөкөм көтә?

 БЕҘ тарихи заманда йәшәйбеҙ. Оҙаҡламай Ғайса ерҙә йәшәгән бөтә кешеләрҙе хөкөм итәсәк. Ул үҙенең хөкөм итеүе алдынан һәм «был замандың һуңғы көндәрендә» нимә буласағын шәкерттәренә һөйләгән (Матф. 24:3, төшөрмә). Ғайсаның пәйғәмбәрлеге Матфай китабының 24-се һәм 25-се бүлектәрендә, Марк китабының 13-сө бүлегендә һәм Лука китабының 21-се бүлегендә яҙылған.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр һәм ниндәй маҡсат менән?

2 Ғайса мөһим иҫкәртеүҙәрҙе үҙ эсенә алған өс ғибрәтле хикәйә һөйләгән. Унда һарыҡтар менән кәзәләр, аҡыллы һәм аҡылһыҙ ҡыҙҙар, шулай уҡ таланттар тураһында әйтелә. Был хикәйәләр ярҙамында Ғайсаның кешеләрҙе, уларҙың тәртибенә ҡарап, нисек хөкөм итәсәген күрербеҙ. Әйҙәгеҙ, был хикәйәләрҙе һәм ундағы мөһим һабаҡтарҙы ҡарап сығайыҡ. Иң тәүҙә һарыҡтар һәм кәзәләр тураһында һөйләшәйек.

ҺАРЫҠТАР ҺӘМ КӘЗӘЛӘР

3. Ғайса кешеләрҙе ҡасан хөкөм итәсәк?

3 Һарыҡтар һәм кәзәләр тураһындағы ғибрәтле хикәйәлә Ғайса кешеләрҙе нимәгә ҡарап хөкөм итәсәген аңлатҡан. Уның хөкөм ҡарары кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәргә ҡарашына һәм майланған ҡәрҙәштәргә булышлыҡ иткәненә бәйле буласаҡ (Матф. 25:31—46). Был хөкөм Армагеддон алдынан «бөйөк афәт» ваҡытында буласаҡ (Матф. 24:21). Көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған кеүек, Ғайса уның майланған шәкерттәренә ярҙам иткәндәрҙе быны эшләмәгәндәрҙән айырасаҡ.

4. Ни өсөн беҙ Ғайсаның ғәҙел хөкөм итәсәгенә ышана алабыҙ? (Ишағыя 11:3, 4). (Рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Изге Яҙманан күреүебеҙсә, Йәһүә үҙе Ғайсаны хөкөмсө итеп билдәләгән. Шуға күрә Ғайса ғәҙел хөкөм итәсәк. (Ишағыя 11:3, 4-те уҡығыҙ.) Инде бөгөн үк Ғайса кешеләрҙең нимә һөйләгәндәрен, нимә тураһында уйлағандарын, нимә эшләгәндәрен һәм уның майланған имандаштары менән нисек мөғәмәлә итеүҙәрен күҙәтә (Матф. 12:36, 37; 25:40). Майланғандарға кем ярҙам иткәне хөкөм ваҡытында уға билдәле буласаҡ a. Майланғандарға ярҙам итеүҙең бер ысулы — улар менән бергә вәғәз эшендә ҡатнашыу. Шулай эшләгәндәр тәҡүә тип иғлан ителәсәк һәм уларҙың ерҙә мәңге йәшәргә мөмкинлеге буласаҡ (Матф. 25:46; Асыл. 7:16, 17). Ниндәй иҫ киткес бүләк! Әгәр улар бөйөк афәт ваҡытында һәм унан һуң Аллаға тоғролоҡ һаҡлаһа, уларҙың исемдәре «тормош китабында» ҡаласаҡ (Асыл. 20:15).

Яҡын киләсәктә Ғайса кешеләрҙе хөкөм итәсәк һәм, көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған кеүек, уларҙы ике төркөмгә бүләсәк. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)


5. Һарыҡтар һәм кәзәләр тураһындағы ғибрәтле хикәйәлә ниндәй иҫкәртеүҙәр бар һәм улар кем өсөн файҙалы?

5 Тоғро булып ҡалығыҙ. Һарыҡтар һәм кәзәләр тураһындағы ғибрәтле хикәйә тәү сиратта ерҙә йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәргә ҡағыла. Ғайсаның майланған имандаштарына вәғәзләргә ярҙам итеп һәм «аҡыллы» хеҙмәтсенең күрһәтмәләренә буйһоноп, ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәр үҙ имандарын белдерә ала (Матф. 24:45). Әммә күктә йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәр ҙә был хикәйәнең иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалырға тейеш. Ни өсөн? Сөнки Ғайса уларҙың нимә әйткәненә, нимә эшләгәненә һәм нимә тураһында уйлағанына иғтибар итә. Улар ҙа тоғро булып ҡалырға тейеш. Тап улар өсөн Ғайса тағы ике ғибрәтле хикәйә һөйләгән. Улар Матфай китабының 25-се бүлегендә яҙылған. Уларҙың береһе — аҡыллы һәм аҡылһыҙ ҡыҙҙар тураһында. Әйҙәгеҙ, шул хикәйәнән башлайыҡ.

АҠЫЛЛЫ ҺӘМ АҠЫЛҺЫҘ ҠЫҘҘАР

6. Ни өсөн Ғайса биш ҡыҙҙы аҡыллы тип һанаған? (Матфай 25:6—10).

6 Ғайса кейәүҙе ҡаршы алырға сыҡҡан ун ҡыҙ тураһында ғибрәтле хикәйә һөйләгән (Матф. 25:1—4). Улар бөтәһе лә кейәү менән бергә туй мәжлесенә инергә өмөтләнгән. Ғайса әйткәнсә, уларҙың бишеһе — аҡыллы, ә бишеһе аҡылһыҙ булған. Аҡыллы ҡыҙҙар яҡшы әҙерләнгән һәм уяу булған. Улар кейәүҙе күпме кәрәк, шул тиклем көтөргә әҙер булған. Кейәү төнгә тиклем һуңға ҡалһа ла, ҡыҙҙарҙың «яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа майҙары ла» булған. (Матфай 25:6—10-ды уҡығыҙ.) Кейәү килгәс, аҡыллы ҡыҙҙар уның менән бергә туй мәжлесенә ингән. Шуның шикелле, майланған мәсихселәргә лә уяу булырға һәм Мәсихтең килеүенә тиклем тоғро булып ҡалырға кәрәк. Шул саҡта улар үҙ бүләген алыр һәм күктәге Батшалыҡта Кейәүгә, йәғни Ғайсаға ҡушылыр (Асыл. 7:1—3) b. Ә биш аҡылһыҙ ҡыҙ менән нимә булған?

7. Аҡылһыҙ биш ҡыҙ менән нимә булған һәм ни өсөн?

7 Аҡыллы ҡыҙҙарҙан айырмалы булараҡ, аҡылһыҙҙар кейәүҙең килеүенә әҙер булмаған. Уларҙың яҡтыртҡыстары һүнә башлаған, ә өҫтәргә майҙары булмаған. Улар кейәүҙең килеүен ишеткәс, май һатып алырға киткән, әммә уның килеүенә өлгөрмәгән. «Әҙер булған ҡыҙҙар туй мәжлесенә инеп киткән, һәм улар артынан ишек ябылған» (Матф. 25:10). Һуңыраҡ аҡылһыҙ ҡыҙҙар туй мәжлесенә инергә теләгән, әммә кейәү уларға, «мин һеҙҙе белмәйем», тип әйткән (Матф. 25:11, 12). Был ҡыҙҙар тейешенсә әҙерләнмәгән, шуға кейәүҙе күпме кәрәк, шул тиклем көтөргә әҙер булмаған. Был хикәйәлә майланған мәсихселәр өсөн ниндәй һабаҡ бар?

8, 9. Ун ҡыҙ тураһындағы хикәйә майланғандарҙы нимәгә өйрәтә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

8 Әҙер һәм уяу булығыҙ. Был хикәйәне һөйләп, Ғайса, бөйөк афәт ваҡытында майланғандарҙың ике төркөмө — уның килеүенә әҙер булған һәм әҙер булмаған майланғандар булыр, тип әйтергә теләмәгән. Ғайса аҙағына тиклем тоғролоҡ һаҡламаған майланғандар менән нимә буласағын аңлатҡан. Ул саҡта улар бүләк алмаясаҡ (Яхъя 14:3, 4). Был бик етди фекер. Бөтәбеҙ ҙә — майланғандар ҙа, ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәр ҙә — ҡыҙҙар тураһындағы хикәйәлә булған иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалырға тейеш. Һәр беребеҙгә аҙаҡҡа тиклем уяу һәм сыҙам ҡалырға кәрәк (Матф. 24:13).

9 Ҡыҙҙар тураһындағы хикәйәлә Ғайса әҙер һәм уяу булыуҙың мөһимлегенә баҫым яһаған. Ә киләһе хикәйәлә ул тырышлыҡтар һалыуға иғтибар иткән.

Ун ҡыҙ тураһындағы ҡиссала мөһим һабаҡ бар: һәр беребеҙ уяу булырға һәм аҙаҡҡа тиклем сыҙам булырға тейеш. (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


ТАЛАНТТАР

10. Ни өсөн ике хеҙмәтсе тоғро тип аталған? (Матфай 25:19—23).

10 Ғайса сит илгә киткән бер кеше тураһында хикәйә һөйләгән. Ул кеше, өс хеҙмәтсеһен саҡырып, һәр береһенә һәләттәренә ҡарап таланттар, йәғни күп аҡса биргән (Матф. 25:14—18). Уларҙың икеһе тырышып эшләгән һәм аҡсаны аҡыллы ҡулланған. Хужалары ҡайтҡас, уларҙың бирелгәндән икегә күберәк табыш алғандарын күргән. Ул уларҙы маҡтап һәр береһенә: «Хужаңдың шатлығын уртаҡлаш!» — тигән. (Матфай 25:19—23-тө уҡығыҙ.) Ә өсөнсө хеҙмәтсе тураһында нимә әйтеп була? Ул аҡсаны нисек ҡулланған?

11. Ялҡау хеҙмәтсе менән нимә булған һәм ни өсөн?

11 Бер талант алған хеҙмәтсе ялҡау булып сыҡҡан. Хужаның аҡсаһын әйләнешкә индерер урынына, ул уны ергә күмеп ҡуйған. Хужа хисап талап иткәс, хеҙмәтсе уға уның аҡсаһын ғына ҡайтарған. Был хеҙмәтсенең ҡарашы дөрөҫ булмаған. Ул хужаһынан ғәфү үтенергә хатта уйламаған да, өҫтәүенә, хужаһын «талапсан кеше» тип атаған. Бына ни өсөн хужа был хеҙмәтсе менән ҡәнәғәт булмаған. Ул уның талантын тартып алырға, ә үҙен ҡыуып сығарырға бойорған (Матф. 25:24, 26—30).

12. Ике тырыш хеҙмәтсе кемде символлаштыра?

12 Ике тырыш хеҙмәтсе майланған тоғро мәсихселәрҙе символлаштыра. Хужа Ғайса уларҙы үҙенең шатлығын уртаҡлашырға саҡыра: улар Изге Яҙмала «беренсе терелеү» тип аталған күктәге бүләкте ала (Матф. 25:21, 23; Асыл. 20:5б). Ә бына ялҡау хеҙмәтсенең миҫалы майланғандар өсөн иҫкәртеү булып тора.

13, 14. Таланттар тураһындағы хикәйәлә майланғандар өсөн ниндәй һабаҡ бар? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Тырыш булығыҙ. Ҡыҙҙар тураһындағы хикәйәлә кеүек, таланттар тураһындағы хикәйәлә лә Ғайса майланғандарҙың ялҡау булып китәсәге хаҡында әйтергә теләмәгән, ә уларҙың рухи яҡтан һүлпәнәйеп китеүе нимәгә килтерәсәген аңлатҡан. Шул саҡта улар «саҡырылған һәм һайланған» булыу хөрмәтен юғалтыр һәм күктәге Батшалыҡҡа инә алмаҫ (2 Пет. 1:10).

14 Ҡыҙҙар һәм таланттар тураһындағы хикәйәләрҙән күреүебеҙсә, майланғандар Ғайсаның килеүенә әҙер булырға һәм тырыш булып ҡалырға тейеш. Әммә Ғайсаның улар өсөн тағы бер иҫкәртеүе бар. Был хаҡта Матфай 24:40, 41-ҙән белеп була.

Ғайса майланғандарҙың аҙаҡҡа тиклем ашҡынып хеҙмәт итеүҙәрен теләй. (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) d


КЕМ «АЛЫНЫР»?

15, 16. Матфай 24:40-сы һәм 41-се аяттарҙа майланғандарға уяу булырға кәрәклеге нисек күрһәтелә?

15 Был өс хикәйәне һөйләр алдынан, Ғайса майланған мәсихсенең Алла тарафынан хупланғанын нисек күреп булғанын аңлатҡан. Ғайса баҫыуҙа эшләгән ике ир кеше һәм ҡул тирмәнендә ашлыҡ тартҡан ике ҡатын тураһында һөйләгән. Һәр айырым осраҡта кешеләр бер үк эш башҡарған кеүек күренһә лә, Ғайса: «Береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр», — тигән. (Матфай 24:40, 41-ҙе уҡығыҙ.) Ә шунан һуң ул шәкерттәренә: «Уяу булығыҙ, Хужағыҙҙың ҡайһы көндә килерен белмәйһегеҙ бит», — тигән (Матф. 24:42). Был һүҙҙәр майланғандарға ҡағыламы? Күрәһең, ҡағыла, сөнки ҡыҙҙар тураһындағы хикәйәне лә Ғайса оҡшаш һүҙҙәр менән тамамлаған (Матф. 25:13). Күреүебеҙсә, изге рух менән майланғандар һәм аҙаҡҡа тиклем тоғро ҡалғандар ғына күктәге Батшалыҡҡа алынасаҡ (Яхъя 14:3).

16 Уяу булығыҙ. Әгәр берәй майланған мәсихсе рухи яҡтан уяу булмаһа, ул «һайлап алынғандар» араһында булмаясаҡ (Матф. 24:31). Әммә ерҙә йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәр ҙә Ғайсаның иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалырға тейеш. Уларға ла уяу һәм тоғро булып ҡалырға кәрәк.

17. Йәһүә һуңғы йылдарҙа берәй мәсихсене изге рух менән майлаһа, ни өсөн борсолорға кәрәкмәй?

17 Беҙ Йәһүәне яҡшы беләбеҙ һәм уның ҡарарҙарына ышанабыҙ. Әгәр ул бөгөнгө көндәрҙә берәй тоғро мәсихсене изге рухы менән майлаһа, был хаҡта борсолорға кәрәкмәй c. Ғайсаның йөҙөм баҡсаһында бер сәғәт кенә эшләгән эшселәр тураһында нимә әйткәнен иҫкә төшөрәйек (Матф. 20:1—16). Улар ҙа, көнө буйы эшләгән эшселәр кеүек, бер үк эш хаҡы алған. Шуның шикелле, тоғро булып ҡалған майланғандар, ҡасан ғына һайланһа ла, күктәге бүләген алыр.

ИҪКӘРТЕҮҘӘРГӘ ҠОЛАҠ ҺАЛЫҒЫҘ

18, 19. Был мәҡәләлә беҙ ниндәй һабаҡтар һәм иҫкәртеүҙәр ҡарап сыҡтыҡ?

18 Был мәҡәләлә нимә тураһында һүҙ барҙы? Тәүҙә беҙ һарыҡтар менән кәзәләр тураһындағы хикәйәне ҡарап сыҡтыҡ. Ул хикәйәнән күренеүенсә, ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәр хәҙер һәм бөйөк афәт ваҡытында Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға тейеш. Ғайса ерҙә йәшәүселәрҙең бөтәһен дә хөкөм иткәндә Аллаға тоғро булғандарҙы тәҡүә тип атар, һәм улар мәңгелек тормош алыр (Матф. 25:46).

19 Беҙ шулай уҡ майланғандар өсөн иҫкәртеү булып торған ике хикәйәгә иғтибар иттек. Ун ҡыҙ тураһындағы хикәйәлә бишеһе аҡыллы эш иткән. Улар әҙер һәм уяу булған. Улар кейәүҙе ни тиклем кәрәк, шул тиклем көтөргә әҙер булған. Туй мәжлесенә инә алмаған аҡылһыҙ ҡыҙҙар тураһында шуны уҡ әйтеп булмай. Беҙ ҙә күпме кәрәк, шул тиклем көтөргә әҙер булырға тейеш. Ғайсаның был донъяны ҡасан юҡ итәсәген белмәйбеҙ бит. Шулай уҡ беҙ таланттар тураһындағы хикәйәне иҫкә төшөрҙөк. Ике тырыш хеҙмәтсе хужаның бойороғон үтәгән һәм унан хуплау алған. Ялҡау хеҙмәтсене хужа булдыҡһыҙ тип атаған һәм бөтә нәмәнән мәхрүм иткән. Һабаҡ нимәлә? Беҙгә Йәһүәнең йөкләмәләрен ахырға тиклем тырышып үтәргә кәрәк. Өҫтәүенә, беҙ майланғандарҙың уяу булырға тейешлеге хаҡында һөйләштек. Юғиһә, улар күктәге бүләген ала алмаҫ. Улар күктә Ғайса менән бергә булыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтә. Армагеддондан һуң Бәрәстең туй мәжлесе үтәсәк: унда Ғайса — кейәү, ә терелгән майланғандар кәләш булыр (2 Тис. 2:1; Асыл. 19:7, 9).

20. Йәһүә үҙенең иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалғандарҙы нисек бүләкләйәсәк?

20 Оҙаҡламай Ғайса кешеләрҙе хөкөм итәсәк, әммә беҙгә ҡурҡаһы юҡ. Әгәр тоғро булып ҡалһаҡ, беҙҙең «Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөбөҙ булһын өсөн», күктәге Атайыбыҙ беҙгә «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирәсәк (2 Кәр. 4:7; Лука 21:36). Ҡайҙа ғына йәшәргә өмөтләнһәк тә, күктәме йә ерҙәме, беҙгә Ғайсаның хикәйәләрендә булған иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ күктәге Атайыбыҙҙы һөйөндөрөрбөҙ. Йәһүә бик игелекле һәм ул һәр беребеҙҙең исеме «тормош китабына» яҙылыуын теләй (Дан. 12:1; Асыл. 3:5).

26-СЫ ЙЫР Уларға эшләнгән — миңә эшләнә

a «Күҙәтеү манараһы» 2024 йылдың май сығарылышында «Яҡын киләсәктә Йәһүә кешеләрҙе нисек хөкөм итер?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

b «Күҙәтеү манараһы» 2015 йылдың 15 март айының сығарылышында «Һеҙ уяу булырһығыҙмы?» тигән мәҡәләлә (тат.) күберәк мәғлүмәт табып була.

c «Күҙәтеү манараһы» 2020 йылдың ғинуар айының сығарылышында 29—30-сы биттәрҙә 11—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.

d ФОТОҺҮРӘТТӘ. Майланған апай-ҡәрҙәш йәш ҡатын менән Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрә.