Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренән өйрәнегеҙ

Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренән өйрәнегеҙ

«Йәһүә һинән нимә талап итә? Ул тик ғәҙел эш итеүеңде, тоғролоҡто һөйөүеңде, Аллаң юлында тыйнаҡ йөрөүеңде теләй!» (МИҠ. 6:8)

ЙЫРҘАР: 18, 43

1, 2. Дауыт Аллаға тоғро булыуын нисек күрһәткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ҠАРА ТӨН уртаһында Дауыт менән Абишай, йоҡлап ятҡан өс мең яугир аша шым ғына үтеп, лагерь үҙәгендә тәрән йоҡоға талған Шаулды табалар. Шаул Йәһүд сүленә Дауытты табып үлтерер өсөн килгән. Абишай Дауытҡа бышылдап ҡына: «Рөхсәт итсе, мин уны һөңгө менән ергә ҡуша ҡаҙап ҡуям, бер ҡаҙауҙа үлтерәм, ҡабатлап тороуҙың кәрәге лә булмаҫ», — ти. Дауыттың яуабы таң ҡалдыра! Ул былай ти: «Теймә уға. Кем, Йәһүәнең майланғанына ҡул күтәреп, ғәйепһеҙ ҡалыр? [...] Нисек инде мин Йәһүәнең майланғанына ҡул күтәрәйем? Был бит Йәһүә алдында аҡылға һыймаҫлыҡ эш!» (1 Иш. 26:8—12)

2 Дауыт Аллаға тоғро булыу үҙ эсенә нимәне алғанын бик яҡшы аңлаған. Шаулды үлтереү уның уйында ла булмаған, сөнки Алла Шаулды Израилдең батшаһы итеп майлаған булған. Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре уның тарафынан билдәләнгән кешеләрҙе тәрән хөрмәт итә. Ысындан да, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренән тоғролоҡ һөйөүҙе көтә. (Миҡай 6:8-ҙе уҡығыҙ *.)

3. Абишай Дауытҡа тоғро булыуын нисек күрһәткән?

3 Абишай Дауытты хөрмәт иткән. Был нимәнән күренә? Битсәбиә менән зина ҡылыуын йәшерергә тырышып, Дауыт Абишайҙың бер туғаны Йоһабҡа Битсәбиәнең ире Урияның һуғышта һәләк булыуын ойошторорға ҡушҡан (2 Иш. 11:2—4, 14, 15; 1 Йыл. 2:16). Бәлки, Абишай был хаҡта нимәлер белгәндер, ләкин ул элеккесә Дауытты Алланың майланған батшаһы итеп хөрмәт иткән. Унан да бигерәк, ғәскәр башлығы булһа ла, Абишай бер ҡасан да үҙ дәрәжәһен Израиль тәхетен яулап алыр өсөн ҡулланмаған. Киреһенсә, ул Дауытты хыянатсылар һәм башҡа дошмандарҙан яҡлаған (2 Иш. 10:10; 20:6; 21:15—17).

4. а) Дауыт нисек Аллаға тоғро булыуҙа яҡшы өлгө ҡалдырған? б) Беҙ тағы ниндәй миҫалдар ҡарап сығырбыҙ?

4 Дауыттың Шаул батшаға зыян килтереүҙән баш тартыуы уның Йәһүәгә тоғро булыуын күрһәткән. Йәш сағында Дауыт «тере Алланың ғәскәрен мыҫҡыллаған» ғәйәт ҙур филисти Ғәлиәфкә ҡаршы сығырға баҙнат иткән! (1 Иш. 17:23, 26, 48—51) Һуңыраҡ, батша булып киткәс, зина ҡылыу һәм үлтереү кеүек ауыр гонаһтар ҡылһа ла, ул, Натан пәйғәмбәрҙән төҙәтеүҙе ҡабул итеп, тәүбәгә килгән (2 Иш. 12:1—5, 13). Оло йәшкә еткәс тә, Дауыт Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәтеүен дауам иткән. Мәҫәлән, ул Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын төҙөү эше өсөн йомарт итеп иғәнәләр биргән (1 Йыл. 29:1—5). Эйе, Дауыт, етди хаталар яһаһа ла, Аллаға тоғро булып ҡалған (Зәб. 51:4, 10; 86:2). Дауыт һәм уның замандаштарының тормошонда булған башҡа осраҡтарҙы ҡарап сыҡҡан ваҡытта, әйҙәгеҙ, бындай һорауҙарға яуап табайыҡ: беҙ беренсе сиратта кемгә тоғро булырға тейеш? Аллаға тоғро булыр өсөн, ниндәй сифаттар сағылдырырға кәрәк?

БЕРЕНСЕ СИРАТТА КЕМГӘ ТОҒРО БУЛЫРҒА?

5. Абишайҙың хатаһынан ниндәй һабаҡ алып була?

5 Шаулдың лагерына һиҙҙермәй генә үтеп ингәндә, Абишай беренсе сиратта кемгә тоғро булырға кәрәклеген аңламаған. Дауытҡа тоғро булғанға, ул Шаул батшаны үлтерергә теләгән, әммә Дауыт уны туҡтатҡан, сөнки «Йәһүәнең майланғанына ҡул күтәреү» дөрөҫ булмағанын яҡшы аңлаған (1 Иш. 26:8—11). Был осраҡтан беҙ мөһим һабаҡ алабыҙ: бер юлы бер нисә шәхескә тоғро булыу дөрөҫ булһа ла, билдәле бер шарттарҙа беренсе сиратта кемгә тоғро булырға икәнен хәл итергә Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу ярҙам итә.

6. Ғаиләгә һәм дуҫтарға тоғро булыу беҙҙең өсөн тәбиғи булһа ла, ни өсөн һаҡ булырға кәрәк?

6 Тоғролоҡ йөрәктән сыға, ләкин кеше йөрәге мәкерле (Ирем. 17:9). Шунлыҡтан кеше, Аллаға тоғро булһа ла, насар эштәр ҡылған яҡын дуҫына йә туғанына ҡарата бик йылы хистәр кисерергә мөмкин. Әммә Йәһүә беҙҙең иң беренсе сиратта уға тоғро булыуыбыҙға лайыҡ. Быны айырыуса яҡын кешебеҙ хәҡиҡәтте ҡалдырғанда иҫтә тоторға кәрәк. (Матфей 22:37-не уҡығыҙ.)

7. Бер апай-ҡәрҙәш нисек сетерекле хәлдә Аллаға тоғро булып ҡалған?

7 Яҡын туғаныбыҙҙы йыйылыштан сығарһалар, кемгә тоғро булырға икәнлеген хәл итеү ауыр булырға мөмкин. Энн [1] исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Йыйылыштан сығарылған әсәһе, уға шылтыратып, ҡунаҡҡа киләм, тигән. Ул туғандары менән аралаша алмағанға бик ҡайғырыуы хаҡында әйткән. Әсәһенең был һүҙҙәре Эннды бик ныҡ күңелһеҙләндергән, һәм ул әсәһенә хат аша яуап бирергә вәғәҙә иткән. Хат яҙыр алдынан Энн Изге Яҙмалағы принциптар тураһында уйланған (1 Кор. 5:11; 2 Яхъя 9—11). Хатында Энн йомшаҡ ҡына итеп әсәһенә уның етди гонаһ ҡылып тәүбә итмәйенсә үҙен үҙе ғаиләһе менән аралашыу мөмкинлегенән мәхрүм итеүен иҫенә төшөргән. «Күңел әрнеүеңде баҫа алған берҙән-бер сара — Йәһүәгә ҡайтыу», — тип яҙған Энн (Яҡ. 4:8).

8. Ниндәй сифаттар беҙгә Аллаға тоғро булырға ярҙам итер?

8 Дауыттың тоғролоҡ күрһәткән замандаштарының миҫалдары Аллаға тоғро булыр өсөн ниндәй өс сифат кәрәклеген күрһәтә. Был өс сифат — баҫалҡылыҡ, игелек һәм ҡыйыулыҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бер-бер артлы ҡарап сығайыҡ.

АЛЛАҒА ТОҒРО БУЛЫР ӨСӨН БАҪАЛҠЫЛЫҠ КӘРӘК

9. Ни өсөн Абинир Дауытты үлтерергә тырышҡан?

9 Дауыт Ғәлиәфтең сабып өҙгән башын тотоп Шаул батша менән һөйләшкәндә, уны кәм тигәндә ике кеше күҙәтеп торған. Береһе — һуңыраҡ Дауыт менән дуҫлыҡ килешеүе төҙөгән Шаул улы Йонафан, икенсеһе — ғәскәр башлығы Абинир (1 Иш. 17:57—18:3). Аҙағыраҡ Абинир Шаулдың Дауытты үлтерер өсөн һалған тырышлыҡтарын ҡеүәтләгән. Шуны күҙҙә тотоп Дауыт: «Рәхимһеҙ бәндәләр йәнемде эҙләй», — тип яҙған (Зәб. 54:3; 1 Иш. 26:1—5). Ни өсөн Абинирҙың Дауытҡа ҡарашы Йонафандыҡынан шул хәтлем ныҡ айырылып торған? Йонафан кеүек, Абинир ҙа Алланың Дауытты Израиль батшаһы итеп һайлағанын белгән. Шаул үлгәндән һуң, Абинир уның улы Ишбәшиткә түгел, ә Дауытҡа булышлыҡ итеп баҫалҡылыҡ һәм Аллаға тоғролоҡ күрһәтә алған. Һуңыраҡ, Шаул батшаның йәриәһе менән яҡынлыҡ ҡылып, Абинир, күрәһең, үҙенең тәхеткә дәғүә итеүен күрһәткән (2 Иш. 2:8—10; 3:6—11).

10. Ни өсөн Әбессәләм Аллаға тоғро булмаған?

10 Баҫалҡылыҡ етмәү Дауыт улы Әбессәләмгә Аллаға тоғро булырға ҡамасаулаған. Уның хаҡында: «Әбессәләм үҙенә батша арбаһы яһатты, аттар һәм 50 һаҡсы алды», — тип әйтелгән (2 Иш. 15:1). Әбессәләм халыҡты үҙенә тоғро булырға күндергән. Абинир һымаҡ, Әбессәләм, Йәһүәнең Дауытты Израиль батшаһы итеп ҡуйғанын белһә лә, уны үлтереү әмәлен эҙләгән (2 Иш. 15:13, 14; 17:1—4).

11. Беҙ Изге Яҙмала иҫкә алынған Абинир, Әбессәләм һәм Барух миҫалдарынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

11 Абинир һәм Әбессәләм миҫалдарынан күренгәнсә, кеше, мин-минлеген тыймаһа, еңел генә Аллаға тоғролоҡһоҙ булып китә ала. Шик тә юҡ, Йәһүәнең бер тоғро хеҙмәтсеһе лә, эгоистик маҡсаттарға ынтылып, боҙоҡ юлдан бармаҫ. Әммә байлыҡ йә карьера артынан ҡыуыу теләге мәсихсенең рухилығына насар йоғонто яһай ала. Беҙгә билдәле булмаған бер сәбәптән Ирмиә пәйғәмбәрҙең сәркәтибе Барух ысындан да мөһим булған нәмәләрҙе ваҡытлыса күҙ уңынан ысҡындырған. Йәһүә Барухҡа былай тигән: «Мин үҙем төҙөгәнде емерәм һәм үҙем ултыртҡанды йолҡоп сығарам. Мин быны бөтөн илдә башҡарам. Ә һин үҙеңә бөйөк нәмәләрҙе эҙләйһең. Ундай нәмәләрҙе бүтән эҙләмә» (Ирм. 45:4, 5). Барух төҙәтеүҙе ҡабул иткән. Был яуыз донъяның ахыры яҡынлашҡанда Алланың ошо һүҙҙәрен иҫтә тотоу бик аҡыллы!

12. Ни өсөн үҙебеҙ тураһында ғына уйлаған саҡта Аллаға тоғролоҡ һаҡлап булмай? Аңлатығыҙ.

12 Мексикала йәшәгән Даниэль исемле ағай-ҡәрҙәшкә һайлау яһарға тура килгән: Аллаға тоғро булып ҡалырғамы йә үҙ теләктәренә эйәрергәме. Ул Йәһүә Шаһиты булмаған бер ҡыҙға өйләнергә теләгән. Даниэль былай ти: «Хатта пионер хеҙмәтен башлағас та, мин ул ҡыҙ менән яҙышыуымды дауам иттем. Әммә ахыр сиктә мин, үҙемде баҫалҡыландырып, бер тәжрибәле өлкәнгә эсемдә барған көрәш тураһында һөйләп бирҙем. Ул миңә Аллаға тоғро булыр өсөн ул ҡыҙ менән яҙышыуҙан туҡтарға кәрәклеген аңларға ярҙам итте. Күп доға ҡылып күҙ йәштәре түккәндән һуң, мин шулай эшләнем дә. Тиҙҙән хеҙмәт миңә күберәк шатлыҡ килтерә башланы». Һуңыраҡ Даниэль бына тигән апай-ҡәрҙәшкә өйләнгән, әле ул район күҙәтсеһе булып хеҙмәт итә.

АЛЛАҒА ТОҒРОЛОҠ ИГЕЛЕКЛЕ БУЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

Ҡәрҙәштең етди гонаһы тураһында белеп ҡалһағыҙ, ысын дуҫ кеүек эш итеп, уны рухи ярҙам эҙләргә дәртләндерерһегеҙме? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

13. Дауыт гонаһ ҡылғас, Натан нисек Аллаға ла, Дауытҡа ла тоғро булып ҡалған?

13 Ҡайһы ваҡыт Йәһүәгә тоғролоҡ башҡаларға ҡарата тоғролоҡ менән бәйле булырға мөмкин. Натан пәйғәмбәр, Аллаға тоғролоҡ һаҡлап, шул уҡ ваҡытта Дауытҡа ла тоғро булған. Ул Дауыттың, Битсәбиә менән зина ҡылып, уның иренең һуғышта һәләк булыуын ойошторғанын белеп ҡалған. Йәһүә Натанды Дауытты фаш итер өсөн ебәргәс, пәйғәмбәр, Дауытҡа тоғро булһа ла, Аллаға буйһонған һәм ҡыйыулыҡ менән йөкләмәне үтәгән. Натан зирәклек һәм игелек менән Дауыттың гонаһтарын фашлаған. Дауытҡа гонаһтарының ни тиклем етди булыуын аңларға ярҙам итер өсөн, Натан бер бай кешенең ярлы кешенән һарығын тартып алып ғәҙелһеҙ эш итеүен тасуирлаған асыҡ миҫал килтергән. Дауыт миҫалдағы бай кешегә бик ныҡ асыуланғас, Натан уға: «Ул кеше — һин!» — тигән. Дауыт үҙенең Йәһүә алдында ауыр гонаһ ҡылғанын аңлаған (2 Иш. 12:1—7, 13).

14. Һеҙ нисек Йәһүәгә лә, дуҫығыҙға йә туғанығыҙға ла тоғро була алаһығыҙ?

14 Беренсе сиратта кемгә тоғро булырға икәнлеген хәл иткәндә, игелек дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, һеҙ бер ҡәрҙәштең етди гонаһ ҡылыуын белеп ҡалдығыҙ, ти. Бәлки, һеҙҙең ул ҡәрҙәшкә, айырыуса ул яҡын дуҫығыҙ йә туғанығыҙ булһа, тоғролоҡ һаҡлағығыҙ киләлер. Әммә уның гонаһын йәшереп ҡалһағыҙ, һеҙ Аллаға тоғролоҡһоҙ булыр инегеҙ. Әлбиттә, Аллаға тоғролоҡ беренсе урында торорға тейеш. Шуға күрә Натан кеүек игелекле һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ булығыҙ. Дуҫығыҙҙы йә туғанығыҙҙы ярҙам эҙләп өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә өндәгеҙ. Әгәр ул сикләнгән бер ваҡыт эсендә быны эшләмәһә, Аллаға тоғролоҡ һеҙҙе өлкәндәргә барыһын һөйләп бирергә дәртләндерергә тейеш. Шулай эшләп, һеҙ Йәһүәгә — тоғролоҡ, ә дуҫығыҙға йә туғанығыҙға — игелек күрһәтерһегеҙ, сөнки мәсихсе өлкәндәр уны ипле генә төҙәтергә тырышыр. (Левиттар 5:1 *; Галаттарға 6:1-ҙе уҡығыҙ.)

АЛЛАҒА ТОҒРО БУЛЫР ӨСӨН ҠЫЙЫУЛЫҠ КӘРӘК

15, 16. Ни өсөн Хушайға Аллаға тоғролоҡ һаҡлар өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк булған?

15 Аллаға тоғро булып ҡалыр өсөн, Хушай исемле кешегә ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Хушай Дауыт батшаның тоғро дуҫы булған. Әммә Дауыт улы Әбессәләмдең, күп израилдәрҙе үҙ яғына ауҙарып, Иерусалимды һәм батша тәхетен яулап алырға тырышыуы Хушайҙың тоғролоғон һынаған (2 Иш. 15:13; 16:15). Ғүмерен һаҡлап ҡалырға теләп, Дауыт ҡаланан сығып ҡасҡан. Ә Хушай нимә эшләр? Әбессәләм яғына күсерме йә олоғайған батша артынан китерме? Алла тарафынан ҡуйылған батшаға тоғролоҡ һаҡларға ҡарар итеп, Хушай Дауытты Зәйтүн тауында ҡаршы алған (2 Иш. 15:30, 32).

16 Дауыт Хушайға кире Иерусалимға ҡайтырға һәм, Әбессәләмдең дуҫы булып ҡыланып, Ахитафилдың кәңәшен тарҡатырға ҡушҡан. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Хушай Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәткән һәм Дауыттың үтенесен үтәгән. Тап Дауыт доға ҡылғанса, Әбессәләм Хушайҙың кәңәшен Ахитафилдың кәңәшенән өҫтөн күргән (2 Иш. 15:31; 17:14).

17. Ни өсөн Аллаға тоғролоҡ һаҡлар өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк?

17 Йәһүәгә тоғро булыр өсөн беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк. Беҙҙең күбебеҙ, туғандар, хеҙмәттәштәр йә хөкүмәт баҫымына ҡарамаҫтан, ныҡ булып ҡала. Мәҫәлән, Японияла йәшәгән Таро бала сағынан уҡ ата-әсәһенә бөтөн йөрәктән тоғро һәм тыңлаусан булған. Ул быны үҙен бурыслы итеп тойғанға ғына түгел, ә ата-әсәһен ысын күңелдән бәхетле иткеһе килгәнгә эшләгән. Йәһүә Шаһиттары менән аралаша башлағас, уның ата-әсәһе быға бик ҡаршы булған. Шуның өсөн уға ата-әсәһенә үҙенең йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә теләүе хаҡында әйтеүе айырыуса ауыр булған. Таро былай тип һөйләй: «Ата-әсәйем шул тиклем асыуланды, хатта мине бер нисә йыл буйына үҙҙәре янына килеп йөрөүҙән тыйҙы. Мин доғала Алланан ҡарарымда ныҡ торорға ҡыйыулыҡ биреүен һораным. Хәҙер улар йомшарҙы, һәм мин уларға даими килеп йөрөй алам». (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25-те уҡығыҙ *.)

18. Был мәҡәләне өйрәнеү һеҙгә ниндәй файҙа килтерҙе?

18 Дауыт, Йонафан, Натан һәм Хушай һымаҡ, беҙ ҙә Йәһүәгә тоғро ҡалыуҙан ҙур шатлыҡ кисерә алабыҙ. Икенсе яҡтан, әйҙәгеҙ, тоғролоҡһоҙ Абинир менән Әбессәләмдең миҫалдарынан һабаҡ алайыҡ. Беҙ, һис шикһеҙ, Дауыт шикелле, Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға теләйбеҙ. Камил булмағанға, беҙ хаталар эшләмәй булдыра алмайбыҙ. Шулай ҙа Йәһүәгә тоғролоҡ йөрәгебеҙҙә беренсе урында торғанын иҫбатлай алабыҙ.

^ [1] (7-се абзац) Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

[Төшөрмәләр]

^ 2 абз. Миҡай 6:8: «Эй, кеше, ул һиңә нимә яҡшы икәнен әйтте. Йәһүә һинән нимә талап итә? Ул тик ғәҙел эш итеүеңде, тоғролоҡто һөйөүеңде, Аллаң юлыңда тыйнаҡ йөрөүеңде теләй!»

^ 14 абз. Левиттар 5:1: «Әгәр берәү башҡа кешенең ниндәйҙер гонаһ ҡылғанын күрһә йә ишетеп белһә, ул шаһит булып иҫәпләнә. Әммә шаһитлыҡ бирергә саҡырыу ишетеп тә был турала һөйләмәһә, ул гонаһ ҡыла. Бының өсөн ул яуапҡа тарттырылһын».

^ 17 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25: «Кешеләрҙән ҡурҡыу — тоҙаҡ ул, ә Йәһүәгә таяныусылар яҡлау табыр».

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]