Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәнең яҡын дуҫтарынан өлгө алығыҙ

Йәһүәнең яҡын дуҫтарынан өлгө алығыҙ

«Йәһүәне тәрән хөрмәт итеүселәр уның менән яҡын дуҫлыҡҡа эйә» (ЗӘБ. 25:14).

ЙЫРҘАР: 27, 21

1—3. а) Беҙ Алла менән дуҫлаша алыуыбыҙҙы ҡайҙан беләбеҙ? б) Был мәҡәләлә кемдәр хаҡында һүҙ барасаҡ?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА Ибраһим өс тапҡыр Алланың дуҫы тип атала (2 Йыл. 20:7; Ишағ. 41:8; Яҡ. 2:23). Шуныһы ҡыҙыҡ, Изге Яҙмала уға ҡарата ғына шундай һүҙҙәр ҡулланыла. Был бөтә кешеләр араһынан Ибраһим ғына Йәһүәнең дуҫы булған тигәнде аңлатамы? Юҡ. Изге Яҙманан күренеүенсә, беҙҙең һәр беребеҙ Алла менән дуҫлыҡҡа эйә була ала.

2 Изге Яҙмала Йәһүәнән ҡурҡҡан, уға иман иткән һәм уның яҡын дуҫтары булып киткән бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар тураһында бәйән ителә. (Зәбур 25:14-те уҡығыҙ *.) Илсе Паул «шаһиттар шул тиклем күп» тип яҙған. Был шаһиттарҙың һәр береһе, һис шикһеҙ, Алланың дуҫы булған (Евр. 12:1). Улар араһында төрлө-төрлө кешеләр булған.

3 Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең яҡын дуҫы булған өс кеше менән яҡынданыраҡ танышайыҡ. Беҙ 1) Йәһүәгә тоғро булған йәш тол ҡатын — муавлы Рут; 2) Йәһүҙәнең тәҡүә батшаһы Һизәкиә һәм 3) Ғайсаның баҫалҡы әсәһе Мәрйәм миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ. Уларҙың һәр береһе Алла менән нисек дуҫлыҡ үҫтергән? Беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

УЛ ТОҒРО МӨХӘББӘТ КҮРҺӘТКӘН

4, 5. Рутҡа ниндәй ҡарар ҡабул итергә тура килә, һәм ни өсөн был еңел түгел? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Күҙ алдына килтерегеҙ, Муав тигеҙлеге аша һуҙылған юлдан өс тол ҡатын китеп бара, өҫтәрендәге кейемдәрен ел тибрәтә. Уларҙың береһе — Нәғмиә, икеһе — уның килендәре Рут менән Өрпә. Ләкин бына Өрпә кире борола, ул өйөнә Муавҡа ҡайтырға була. Нәғмиәнең маҡсаты иһә — үҙенең тыуған яғы Израилгә ҡайтып етеү. Уның янында Рут. Рутҡа, күрәһең, тормошонда иң мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк: йә үҙенең халҡы янына Муавҡа ҡайтырға, йә ҡәйнәһе Нәғмиә менән Бәйтлеһемгә табан юлын дауам итергә (Рут 1:1—8, 14).

5 Рут, Муавта әсәйем һәм башҡа туғандарым бар, улар мине — йәш тол ҡатынды үҙҙәренә алып, минең хаҡта ҡайғыртырҙар, тип уйлай алыр ине. Муав уның тыуған ере бит. Ундағы мәҙәниәт, тел һәм халыҡ уның күңеленә яҡын. Бәйтлеһемдә иһә бөтөнләй башҡа мөхит. Шуға күрә Нәғмиә Рутҡа Муав еренә ҡайтырға кәңәш итә лә. Нәғмиә, килендәремә ир ҙә, йәшәү урыны ла табырға ярҙам итә алмаҫмын, тип ҡурҡа. Рут нимә эшләр? Белгәнебеҙсә, килендәше Өрпә «үҙ халҡы һәм илаһтары янына ҡайтып киткән» (Рут 1:9—15). Рут үҙ халҡының ялған илаһтарына ҡайтырға теләйме? Юҡ, теләмәй.

6. а) Рут ниндәй аҡыллы ҡарар ҡабул итә? б) Ни өсөн Бағаз Рут тураһында Йәһүә ҡанаттары аҫтына һыйыныс эҙләп килгән тип әйткән?

6 Күрәһең, Рут Йәһүә Алла тураһында белә. Бәлки, уның хаҡында Рутҡа ҡәйнәһе йәки мәрхүм ире һөйләгәндер. Йәһүә Муав илаһтарынан айырылып тора. Рут Йәһүәнең генә яратыуға һәм ғибәҙәт ҡылыуға лайыҡ булыуын белә. Ләкин белемгә эйә булыу ғына әҙ. Рутҡа ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ул Йәһүәне үҙ Аллаһы итеп һайлармы? Рут аҡыллы һайлау яһай. «Һинең халҡың минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр», — ти ул Нәғмиәгә (Рут 1:16). Руттың Нәғмиәгә ҡарата һөйөүе тураһында уйлау күңелде йылыта, әммә уның Йәһүәне яратыуы күберәк иғтибарға лайыҡ. Һуңыраҡ Бағаз уны Йәһүә ҡанаттары аҫтына һыйыныс эҙләп килгәне өсөн маҡтаған. (Рут 2:12-не уҡығыҙ *.) Был һүҙҙәр көслө атаһы йә әсәһенең ҙур ҡанаттары аҫтында һыйыныс эҙләгән ҡош балаһын хәтерләтә (Зәб. 36:7; 91:1—4). Йәһүә Рут өсөн тап шундай ата булып киткән. Ул уны иманы өсөн бүләкләгән. Рут ундай ҡарар ҡабул иткәне өсөн бер ҡасан да үкенмәгән.

7. Ғүмерен Йәһүәгә бағышларға икеләнгән кешеләргә нимә тураһында уйланыу яҡшы булыр ине?

7 Күптәр Йәһүә тураһында белем ала, ләкин Йәһүәлә һыйыныс эҙләргәме, юҡмы тип икеләнә. Улар Алланың бағышланған һәм һыуға сумдырылған хеҙмәтсеһе булып китергә баҙнат итмәй. Әгәр үҙегеҙҙе Йәһүәгә бағышларға икеләнәһегеҙ икән, миңә быны эшләргә нимә ҡамасаулай, тип уйлап ҡарағыҙ. Бөтә кешеләр ҙә ниндәй ҙә булһа аллаға хеҙмәт итә (Йош. 24:15). Ни өсөн һыйынысты хеҙмәт итеүгә лайыҡ булған берҙән-бер Аллала эҙләмәҫкә? Ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышлау — уға иман күрһәтеүҙең иң яҡшы юлы. Ул һеҙгә бағышланыуығыҙ буйынса йәшәргә һәм тормош юлығыҙҙа осраған һәр ҡайһы ауырлыҡты кисереп сығырға ярҙам итәсәк. Рут осрағында тап шулай булған да.

«БӨТӘ ЙӘНЕ МЕНӘН ЙӘҺҮӘГӘ ЙӘБЕШКӘН»

8. Һизәкиәнең ниндәй мөхиттә үҫкәнен һөйләп бирегеҙ.

8 Руттан айырмалы рәүештә, йәш Һизәкиә Йәһүәгә бағышланған халыҡ араһында тыуған. Ләкин, бөтә израилдәр ҙә бағышланыуҙарына ярашлы итеп йәшәгән, тип әйтеп булмай. Һизәкиәнең атаһы Ахаз батша быға сағыу миҫал булып тора. Был яуыз кеше Йәһүҙә батшалығын боттарға табыныуға батырған һәм хатта Йәһүәнең Иерусалимдағы ғибәҙәтханаһын нәжесләгән. Һизәкиәнең бала сағында кисергәндәрен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Уның бер туғандарының ҡайһы берҙәре ҡот осҡос рәүештә һәләк булған: уларҙы ялған илаһҡа ҡорбан итеп тереләй яндырғандар! (2 Бат. 16:2—4, 10—17; 2 Йыл. 28:1—3)

9, 10. а) Ни өсөн Һизәкиә ҡаты бәғерле кеше булып китә алған? б) Ни өсөн беҙ Аллаға асыуланырға тейеш түгел? в) Ни өсөн, беҙ үҫкән мөхит беҙҙең ниндәй шәхес булып китеүебеҙҙе билдәләй, тип уйлау дөрөҫ түгел?

9 Һизәкиә Алланан ситләшкән ҡаты бәғерле кеше булып үҫһә, был бер ҙә ғәжәп булмаҫ ине. Уның ҡәҙәр үк ауырлыҡтар кисермәгән ҡайһы бер кешеләр, Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына асыуланырға етди сәбәптәрем бар, тип иҫәпләй (Ғиб. һүҙ. 19:3). Башҡалар, насар ғаиләлә үҫкәнмен икән, миңә насар тормош алып барырға һәм, бәлки, атай-әсәйемдең хаталарын ҡабатларға тура киләсәк, тип уйлай (Йәз. 18:2, 3). Әммә шулай фекер йөрөтөү дөрөҫмө?

10 Әлбиттә, юҡ! Һизәкиәнең тормошонан был ап-асыҡ күренә. Йәһүәгә асыуланыр өсөн бер ниндәй сәбәп юҡ, сөнки ул донъялағы бәлә-ҡазаларҙа ғәйепле түгел (Әйүп 34:10). Ысынлап та, ата-әсәләр балаларына йә яҡшы, йә насар йоғонто яһай ала (Ғиб. һүҙ. 22:6; Кол. 3:21). Әммә был һис тә кеше үҫкән мөхит уның тормош юлына йүнәлеш бирә тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, Йәһүә беҙҙең барыбыҙға ла ҡиммәтле бүләк — нимә эшләргә һәм ниндәй кеше булырға икәнен һайлау мөмкинлеге биргән (Ҡан. 30:19). Һизәкиә был бүләктән нисек файҙаланған?

Күп кенә йәштәр, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫеүҙәренә ҡарамаҫтан, хәҡиҡәтте ҡабул итәләр (9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11. Нимә арҡаһында Һизәкиә Йәһүҙәнең иң яҡшы батшаларының береһе булған?

11 Атаһы Йәһүҙәнең иң насар батшаларының береһе булһа ла, Һизәкиә иң яҡшы батшаларҙың береһе булып киткән. (2 Батшалар 18:5, 6-ны уҡығыҙ *.) Эйе, атаһы уға ҡот осҡос йоғонто яһаған, әммә уның янында үрнәк алырлыҡ кешеләр ҙә булған. Ул ваҡытта Ишағыя, Миҡай һәм Һушия Алланың пәйғәмбәре булып хеҙмәт иткәндәр. Күрәһең, Һизәкиә батша Алланың ошо тоғро ирҙәр аша бирелгән һүҙҙәренә төшөнөргә тырышҡан. Шулай итеп Йәһүәнең кәңәштәре һәм өгөт-нәсихәттәре уның йөрәгенә үтеп ингән. Шуға күрә Һизәкиә атаһы ҡылған бөтә яуыз эштәрҙе төҙәтә башлаған. Ул ғибәҙәтхананы таҙартҡан, халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбандар килтергән һәм бөтөн ил буйлап боттарҙы юҡ иткән (2 Йыл. 29:1—11, 18—24; 31:1). Ауыр һынауҙар менән осрашҡанда, мәҫәлән, Иерусалимға Ассирия батшаһы Синахирибтың һөжүме янағанда, Һизәкиә иҫ киткес ҡыйыулыҡ һәм иман күрһәткән. Ул тулыһынса Аллаға таянған һәм үҙенең һүҙҙәре һәм үрнәге менән халыҡтың рухын күтәргән (2 Йыл. 32:7, 8). Һуңыраҡ, ғорурланып киткәс, Һизәкиә тейешле төҙәтеүҙе ҡабул иткән, үҙен баҫалҡыландырған һәм тәүбә иткән (2 Йыл. 32:24—26). Шуныһы ап-асыҡ: Һизәкиә үткәндәргә хәҙерге тормошон емерергә һәм үҙен киләсәктән мәхрүм итергә юл ҡуймаған. Ул үҙенең Йәһүәнең дуҫы булыуын күрһәткән һәм шул йәһәттән беҙгә яҡшы өлгө ҡалдырған.

12. Бөгөн күптәр нисек, Һизәкиә кеүек, Йәһүәнең дуҫы булып киткән?

12 Беҙ аяуһыҙ донъяла йәшәйбеҙ, шунлыҡтан күп кенә балаларҙың ата-әсә һөйөүен һәм хәстәрен күрмәйенсә үҫеүе һис тә ғәжәп түгел (2 Тим. 3:1—5). Күп мәсихселәр, насар ғаиләлә тыуып үҫһәләр ҙә, Йәһүә менән яҡын, йылы мөнәсәбәттәр үҫтерә алғандар. Һизәкиә осрағындағы кеүек, уларҙың миҫалы кешенең үткәндәге тормошо уның киләсәген билдәләмәй икәнен раҫлай. Алла беҙгә һайлау ирке бүләк иткән. Беҙ иһә был бүләкте, Һизәкиә кеүек, бөтә йәнебеҙ менән Йәһүәгә йәбешеп, уға дан килтерер өсөн файҙаланырға теләйбеҙ.

«МИН — РАББЫНЫҢ ХЕҘМӘТСЕҺЕ»

13, 14. Ни өсөн Мәрйәмгә бирелгән йөкләмә үтә ауыр булып күренә алған, әммә ул Ябраилға нимә тип яуап биргән?

13 Һизәкиә көндәренән алып йөҙләгән йылдар үткәндән һуң, Назара ҡалаһында Йәһүә менән ғәжәп дуҫлыҡ үҫтергән баҫалҡы бер ҡыҙ йәшәгән. Ул Йәһүәнән бик мөһим бер йөкләмә алған. Бер кешегә лә бер ҡасан да ундай үҙенсәлекле йөкләмә бирелгәне булмаған. Ул, балаға уҙып, Алланың берҙән-бер Улын тыуҙырырға һәм уны тәрбиәләп үҫтерергә тейеш булған! Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Йәһүә Илий ҡыҙы Мәрйәмгә ни тиклем ҙур ышаныс күрһәткән! Һеҙҙеңсә, Мәрйәм, үҙен алда нимә көткәнен белгәс, тәүҙә ниндәй хистәр кисергән?

«Мин — Раббының хеҙмәтсеһе» (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14 Әлбиттә, Мәрйәмгә бик ҙур хөрмәт күрһәтелгән, ләкин ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында ундай йөкләмә ҡурҡыта алған. Алланың Ябраил исемле фәрештәһе Мәрйәмгә мөғжизәле рәүештә — ир менән яҡынлыҡ ҡылмайынса — балаға уҙасағы хаҡында әйткән. Ябраил уға, ғаиләңә һәм күршеләреңә балаға уҙыуыңдың сәбәбен аңлатырмын, тимәгән. Ә улар нимә уйлар? Мәрйәм, күрәһең, егете Йософ өсөн дә борсолған. Мәрйәм нисек уны, ауырлы булыуына ҡарамаҫтан, тоғро булып ҡалғанына ышандыра алһын? Өҫтәүенә, Аллаһы Тәғәләнең берҙән-бер Улын тәрбиәләп үҫтереү — шундай ҙур яуаплылыҡ! Беҙ, Мәрйәмдең Ябраил менән һөйләшкән арала башынан елеп үткән бөтә уйҙарын белмәһәк тә, уның нимә тип яуап биргәнен беләбеҙ: «Мин — Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын!» (Лука 1:26—38).

15. Нимә арҡаһында Мәрйәмдең иманы көслө булған?

15 Мәрйәмдең иманы ниндәй көслө булған! Ул, хеҙмәтсе кеүек, хужаһы әйткән һәр һүҙҙе үтәргә әҙер булған. Мәрйәм үҙе хаҡында ҡайғыртыуҙы Хужаһы Йәһүәгә ышанып тапшырған. Уның Йәһүәгә Ул ҡушҡанса хеҙмәт иткеһе килгән. Әммә ҡайҙан уның шундай иманы булған? Иман тыумыштан бирелмәй. Ул кешенең тырышлыҡтар һалыуы һәм Алланың фатихалауы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә (Гал. 5:22; Ефес. 2:8). Мәрйәмдең үҙ иманын нығытыр өсөн тырышлыҡтар һалыуына дәлилдәр бармы? Эйе, бар. Әйҙәгеҙ, уның нисек итеп тыңлағанына һәм нимә тураһында һөйләгәненә иғтибар итәйек.

16. Мәрйәмдең тыңлай белгәнлеге нимәнән күренә?

16 Мәрйәм нисек итеп тыңлаған? Изге Яҙма беҙгә «тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй» булырға кәңәш итә (Яҡ. 1:19). Мәрйәм тыңлай белгәнме? Әлбиттә. Лука бәйән иткән һөйөнөслө хәбәрҙә ике тапҡыр Мәрйәмдең, тәрән рухи мәғәнәгә эйә булған һүҙҙәргә ҙур иғтибар биреп, һуңыраҡ ишеткәндәре тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйыуы иҫкә алына. Ғайса тыуғас та, баҫалҡы көтөүселәр Мәрйәмгә фәрештәләр еткергән хәбәрҙе һөйләп биргәндәр. Ә бынан 12 йыл тирәһе үтеүгә, Ғайса, малай ғына булһа ла, рухи яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булған һүҙҙәр әйткән. Ике осраҡта ла Мәрйәм яҡшы итеп тыңлаған, ишеткәндәрен йөрәгендә һаҡлаған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән. (Лука 2:16—19, 49, 51-ҙе уҡығыҙ.)

17. Һөйләгән һүҙҙәренән Мәрйәм тураһында нимә белеп була?

17 Мәрйәм нимә тураһында һөйләгән? Изге Яҙмала Мәрйәмдең һүҙҙәре килтерелгән урындар күп түгел. Уның һүҙҙәре яҙылған иң оҙон өҙөк Лука 1:46—55-тә килтерелә. Был өҙөктән Мәрйәмдең Яҙманы бик яҡшы белгәне күренә. Уның һүҙҙәре Ишмуил пәйғәмбәрҙең әсәһе Һаннаның доға ҡылғанда әйткән һүҙҙәренә оҡшаш (1 Иш. 2:1—10). Бер тикшереү буйынса, Мәрйәм ошо өҙөктә 20 тапҡырҙан ашыу Еврей Яҙмаларына һылтана. Күренеп тора, рухи нәмәләр тураһында һөйләшеү уның өсөн тәбиғи булған. Һүҙҙәрҙе ул үҙенең күңел һандығынан — иң бөйөк Дуҫы Йәһүә Алланан белгән ҡиммәтле хәҡиҡәттәр хазинаһынан сығарған.

18. Мәрйәмдең үрнәге беҙгә нисек көслө иман үҫтерергә ярҙам итә?

18 Мәрйәмгә тойолған кеүек, беҙгә лә Йәһүә биргән йөкләмәләр ҡайһы берҙә ауыр булып күренергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, Мәрйәмдән үрнәк алып, үҙебеҙҙе баҫалҡы рәүештә Йәһүәгә ышанып тапшырайыҡ. Уның гел беҙҙең файҙабыҙҙы уйлап эш итеүенә бер ҙә шикләнмәҫкә була. Йәһүә һәм уның ниәттәре тураһындағы һүҙҙәрҙе ҙур иғтибар менән тыңлап, рухи хәҡиҡәттәр хаҡында уйланып һәм шатлыҡ менән белгәндәребеҙҙе башҡаларға һөйләп, беҙ ҙә, Мәрйәм кеүек, көслө иман үҫтерә алырбыҙ (Зәб. 77:11, 12; Лука 8:18; Рим. 10:15).

19. Көслө иман күрһәткән кешеләрҙән өлгө алһаҡ, беҙҙе ниндәй бүләк көтә?

19 Шик тә юҡ, Рут, Һизәкиә һәм Мәрйәм, үҙҙәренән элегерәк йәшәгән Ибраһим кеүек, Йәһүәнең дуҫтары булғандар. Алланың тарих дауамында йәшәгән бөтә хеҙмәтселәре лә уның дуҫтары булыу хөрмәтенә лайыҡ булған. Әйҙәгеҙ, артабан да шундай көслө иман күрһәткән кешеләрҙән өлгө алып йәшәйек (Евр. 6:11, 12). Шул саҡта беҙ ҙә мәңгегә Йәһүәнең дуҫтары була алырбыҙ! Ә был — ифрат ҙур бүләк!

[Төшөрмәләр]

^ 2 абз. Зәбур 25:14: «Йәһүәне тәрән хөрмәт итеүселәр уның менән яҡын дуҫлыҡҡа эйә, һәм ул уларға килешеүен белдерә».

^ 6 абз. Рут 2:12: «Йәһүә һиңә ҡылған эштәрең өсөн әжерен бирһен. Һин Израиль Аллаһы Йәһүә ҡанаттары аҫтына һыйыныс эҙләп килгәнһең, ул һиңә тулыһы менән ҡайтарһын!»

^ 11 абз. 2 Батшалар 18:5, 6: «Ул Израиль Аллаһы Йәһүәгә таянып йәшәне, һәм бөтә Йәһүҙә батшалары араһынан уға тиклем дә, унан һуң да уның кеүек берәү ҙә юҡ ине. Һизәкиә, бөтөн йәне менән Йәһүәгә йәбешеп, уға бер туҡтамай эйәрҙе һәм Йәһүәнең Муса аша биргән әмерҙәрен үтәп йәшәне».