Йәһүәгә артабан да шатланып хеҙмәт итегеҙ
ҒҮМЕРЕГЕҘҘЕҢ иң бәхетле көнөн иҫкә төшөрөгөҙ. Был һеҙҙең туйығыҙ үткән көнмө йә беренсе балағыҙ тыуған көнмө? Йәки, үҙегеҙҙе Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылған көнөгөҙмө? Һеҙҙең тап ошо көндө тормошоғоҙҙа иң әһәмиәтле һәм шатлыҡлы тип иҫәпләүегеҙ бик тә ихтимал. Моғайын, ҡәрҙәштәргә һеҙҙең Алланы бөтә йөрәк, йән, аҡыл һәм көс менән яратыуығыҙҙы күреү бик һөйөнөслө булғандыр! (Марк 12:30)
Әлбиттә, һыуға сумдырылғандан бирле һеҙ, Йәһүәгә хеҙмәт итеп, бик күп шатлыҡ кисергәнһегеҙҙер. Ләкин ваҡыт уҙыу менән ҡайһы бер вәғәзселәрҙең элекке шатлығы һүрелә төшкән. Ни өсөн ҡайһы ваҡыт шулай була? Йәһүәгә артабан да шатланып хеҙмәт итергә ниндәй сәбәптәр бар?
ШАТЛЫҠ НИМӘ АРҠАҺЫНДА ЮҒАЛЫРҒА МӨМКИН?
Батшалыҡ хаҡындағы хәбәр, шул иҫәптән Йәһүәнең тиҙҙән был яуыз донъяны юҡ итеп матур яңы донъя булдырыу тураһындағы вәғәҙәһе, үҙе үк шатлыҡлы булырға сәбәп булып тора. Өҫтәүенә, Сафуния 1:14-тәге һүҙҙәр беҙҙе: «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын! Ул яҡын һәм бик тиҙ яҡынлаша!» — тип ышандыра. Шулай ҙа, ул көндө үҙебеҙ уйлағандан оҙағыраҡ көтөргә тура килә икән, элекке шатлығыбыҙҙы юғалта башлауыбыҙ бар. Һөҙөмтәлә изге хеҙмәткә булған ашҡыныуыбыҙ һүлпәнәйеп китергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 13:12).
Ҡәрҙәштәребеҙ менән файҙалы аралашыу беҙгә Йәһүәгә артабан да шатланып хеҙмәт итергә ярҙам итә. Бәлки, Йәһүә хеҙмәтселәренең яҡшы тәртибе беҙҙе хәҡиҡәткә йәлеп иткәндер һәм Аллаға хеҙмәт итә башларға дәртләндергәндер (1 Пет. 2:12). Әммә, берәй мәсихсегә етди гонаһ ҡылыу сәбәпле төҙәтеү саралары ҡулланылһа, нимә булырға мөмкин? Быны күреп, хәҡиҡәткә Йәһүә хеҙмәтселәренең яҡшы тәртибе арҡаһында килгән ҡайһы берәүҙәрҙең өмөтһөҙлөккә бирелеүе һәм шатлығын юғалтыуы мөмкин.
Шулай уҡ был яуыз донъяла хөкөм һөргән материализм рухы арҡаһында беҙҙең шатлығыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ ихтимал. Реклама ярҙамында Иблис беҙҙе һис тә кәрәкмәгән нәмәләргә мохтаж булыуыбыҙға ышандырырға тырыша. Әммә Ғайсаның бындай һүҙҙәрен иҫтә тотоу яҡшы булыр ине: «Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ» (Мат. 6:24). Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итеү, шул уҡ ваҡытта донъя тәҡдим иткән бөтә нәмәләрҙе алырға ынтылыу мөмкин түгел.
ҠОТҠАРЫУСЫ АЛЛАБЫҘҘА ШАТЛАНАЙЫҠ
Йәһүәне яратҡан кешеләргә уға хеҙмәт итеү ауыр түгел (1 Яхъя 5:3). Ғайса былай тигән: «Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен. Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин — йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ. Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел!» (Мат. 11:28—30) Мәсихтең ҡамытын кейеү, йәғни уның шәкерте булыу, күңелгә тыныслыҡ биреп, шатлыҡ килтерә. Һис шикһеҙ, Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итергә сәбәптәр бик күп. Ҡотҡарыусы Аллабыҙҙа шатланырға ниндәй сәбәптәр бар? (Аб. 3:18) Әйҙәгеҙ, быға өс мөһим сәбәп ҡарап сығайыҡ.
Беҙ йәшәү биреүсе бәхетле Аллаға хеҙмәт итәбеҙ (Ғәм. 17:28; 1 Тим. 1:11). Беҙ Барлыҡҡа Килтереүсегә бар булыуыбыҙ менән үк бурыслы икәнлегебеҙҙе аңлайбыҙ. Шунлыҡтан, һыуға сумдырылыуыбыҙҙан бирле күпме генә йылдар үтмәһен, уға артабан да шатланып хеҙмәт итәбеҙ.
Ҡырҡ йыл буйы күсеп йөрөүсе күҙәтсе булып хеҙмәт иткән Хектор миҫалын ҡарап сығайыҡ. «Хатта ҡартлыҡ көндәрендә лә» ул Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итә (Зәб. 92:12—14). Ҡатыны ауырыу сәбәпле, әлеге ваҡытта уның Аллаға хеҙмәт итеү мөмкинлеге сикле, әммә ул шатлығын юғалтмай. Ул былай ти: «Ҡатынымдың һаулығы насарлана барыуын күреү еңел түгел, уның хаҡында ҡайғыртыу ҙа күп көс ала. Әммә мин быға Аллаға хеҙмәт итеү килтергән шатлығымды урларға рөхсәт итмәйем. Мин Алланың кешеләрҙе юҡҡа ғына барлыҡҡа килтермәгәнен һәм ғүмерем менән уға бурыслы икәнлегемде аңлайым. Был минең өсөн уны яратырға, уға ысын күңелдән хеҙмәт итергә төп сәбәп булып тора. Мин вәғәз эшендә әүҙем булып ҡалырға ынтылам, шулай уҡ, шатлығымды юғалтмаҫ өсөн, өмөтөмдө иң элек Батшалыҡҡа бағларға тырышам».
Йәһүә биргән йолом ҡорбаны беҙгә шатланып йәшәргә мөмкинлек аса. «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Яхъя 3:16). Эйе, Мәсихтең йолом ҡорбанына иман итһәк, Алла беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисерә, һәм беҙ киләсәктә мәңгелек тормошҡа эйә була алабыҙ. Был Йәһүәгә рәхмәтле булыр өсөн сәбәп түгелме? Йолом өсөн рәхмәтле булыу беҙҙе Аллаға шатланып хеҙмәт итергә дәртләндерергә тейеш түгелме?
Мексикалағы Хесус исемле ағай-ҡәрҙәш былай тигән: «Мин эшемдең ҡоло инем. Ҡайһы саҡта,
кәрәк булмаһа ла, мин биш смена рәттән эшләй торғайным. Минең күберәк аҡса эшләгем килә ине. Шунан мин Йәһүә хаҡында һәм уның кешелек өсөн ғәзиз Улын биргәне тураһында белдем. Миндә Аллаға хеҙмәт итергә ҡайнар теләк тыуҙы, һөҙөмтәлә ғүмеремде уға бағышланым. Мин ғүмеремдең 28 йылын сарыф иткән эшемде ташларға булдым һәм тулы ваҡытлы хеҙмәт башланым». Бына инде нисәмә йылдар буйы Хесус шатланып Аллаға хеҙмәт итә.Беҙҙең тормош рәүешебеҙ ҡайғы түгел, ә шатлыҡ килтерә. Һеҙ Йәһүәне белмәгән саҡта тормошоғоҙҙоң ниндәй булғанын хәтерләйһегеҙме? Илсе Паул Римда йәшәгән мәсихселәргә уларҙың ҡасандыр «гонаһ ҡолдары» булыуҙары, әммә шунан һуң «хаҡлыҡ [тәҡүәлек, ЯДТ] ҡолдары» булып китеүҙәре хаҡында яҙған. Ул, хәҙер һеҙҙең емешегеҙ — изгелек һәм был мәңгелек тормошҡа алып бара, тип әйткән (Рим. 6:17—22). Беҙ ҙә изге тормош юлынан барабыҙ, шуға күрә әхлаҡһыҙлыҡ йәки һуғышсан холоҡ килтергән ҡайғынан азатбыҙ. Был бит шатланыр өсөн шундай ҙур сәбәп!
Хайми миҫалына иғтибар итәйек. Элек ул атеист, эволюция яҡлы булған һәм бокс менән шөғөлләнгән. Хайми мәсихселәр осрашыуҙарына йөрөй башлаған. Унда хөкөм һөргән яратыу уны таң ҡалдырған. Элекке ҡараштарынан һәм тормош рәүешенән арынырға теләп, Хайми Йәһүәнән, һиңә ышанырға ярҙам ит, тип һораған. «Яйлап ҡына мин яратыусы Ата һәм шәфҡәтле Алланың барлығына ышана башланым, — тип һөйләй Хайми. — Йәһүәнең тәҡүә нормаларын тотоп йәшәү мине ҡурсалап тора. Тормош рәүешемде үҙгәртмәһәм, мин, бокс менән шөғөлләнгән ҡайһы бер дуҫтарым кеүек, инде күптән үлгән булыр инем. Ғүмеремдең иң бәхетле мәлдәре — Йәһүәгә хеҙмәт итеп үткәргән йылдар».
БИРЕШМӘГЕҘ!
Һеҙҙеңсә, был яуыз донъяның ахырын көткән арала беҙгә ниндәй ҡараш һаҡларға кәрәк? «Рух яланында сәсеүсе[нең] Рухтан мәңгелек тормош» аласағын иҫтә тотоғоҙ. Беҙ тап шулай эшләйбеҙ ҙә. Шуға күрә «изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ», сөнки «әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ» (Гал. 6:8, 9). Әйҙәгеҙ, Йәһүә ярҙамы менән сыҙам булып ҡалайыҡ, бар көсөбөҙҙө һалып «ҙур афәтте» кисереп сығыр өсөн кәрәкле сифаттар үҫтерәйек һәм, хатта һынауҙар менән осрашҡанда ла, Йәһүәгә артабан да шатланып хеҙмәт итәйек (Асыл. 7:9, 13, 14; Яҡ. 1:2—4).
Сыҙамлығыбыҙ мотлаҡ бүләкләнәсәгенә бер ҙә шикләнмәйек. Алла бит хеҙмәтебеҙҙе, уға һәм уның исеменә күрһәткән мөхәббәтебеҙҙе яҡшы белә. Йәһүәгә артабан да шатланып хеҙмәт итһәк, беҙ, мәҙхиә йырлаусы Дауыт кеүек, былай тип әйтә алырбыҙ: «Йәһүә гел минең ҡаршымда. Мин һис ҡасан ҡаҡшамам, сөнки ул минең уң яғымда. Шунлыҡтан күңелем ҡыуана, бар булмышым шатлана, мин именлектә йәшәйем» (Зәб. 16:8, 9).