Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәгә тоғро булығыҙ

Йәһүәгә тоғро булығыҙ

«Йәһүә һинең менән минең арала һәм һинең тоҡомдарың менән минең тоҡомдарым араһында мәңге шаһит булһын» (1 ИШ. 20:42).

ЙЫРҘАР: 43, 31

1, 2. Ни өсөн Йонафандың Дауыт менән дуҫлығы тоғролоҡтоң һоҡланғыс үрнәге булып тора?

ЙОНАФАН, моғайын, йәш кенә Дауыттың нисек итеп Ғәлиәф исемле әзмәүергә ҡаршы сығыуына таң ҡалғандыр. Хәҙер Дауыт Йонафандың атаһы — Израиль батшаһы Шаул алдында баҫып торған, уның «ҡулында филистиҙең башы» булған (1 Иш. 17:57). Йонафан, күрәһең, Дауыттың ҡыйыулығы менән һоҡланған. Алланың Дауыт менән булыуы ап-асыҡ күренгән, һәм «Йонафан Дауыттың йән дуҫы булып киткән». Ул «Дауытты үҙ йәнен яратҡандай яратҡанға күрә, улар бер-береһе менән дуҫлыҡ килешеүе төҙөгәндәр» (1 Иш. 18:1—3). Ғүмере буйы ул Дауытҡа тоғро булған.

2 Хатта Алла Израилдең киләһе батшаһы итеп Дауытты һайлаһа ла, Йонафандың уға дуҫлыҡ мөнәсәбәте һыуынмаған. Шаул Дауытты үлтерергә ниәтләгәндә, Йонафан дуҫы хаҡында борсолған. Дуҫын рухландырып ебәрер өсөн, Йонафан Йәһүд сүлендәге Хорешҡа барған. Йонафан Дауыттың «Йәһүәгә ышанысын нығытҡан». Ул Дауытҡа: «Ҡурҡма... Һин Израилдә батша булырһың, ә мин һинән һуң икенсе булырмын», — тигән (1 Иш. 23:16, 17).

3. Йонафан өсөн нимә Дауытҡа тоғро булыуҙан да мөһимерәк булған, һәм беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 Тоғролоҡ бөтә кешелә тиерлек һоҡланыу хисе уята. Ләкин, Йонафандың Аллаға тоғролоғон иҫәпкә алмайынса, уның Дауытҡа ҡарата тоғролоғона ғына һоҡланһаҡ, беҙ бик мөһим бер нәмәне күҙҙән ысҡындырыр инек. Ни өсөн Йонафан Дауытты ярышташы итеп түгел, ә дуҫы итеп иҫәпләгән? Күрәһең, уның өсөн үҙ дәрәжәһе түгел, ә башҡа нәмә мөһимерәк булған. Юғарыла әйтелгәнсә, ул Дауыттың «Йәһүәгә ышанысын нығытҡан». Йонафандың йөрәгендә Аллаға тоғролоҡ беренсе урында торғанлығы ап-асыҡ күренә. Йәһүәгә тоғролоҡ уның Дауытҡа ҡарата тоғролоғоноң нигеҙе булып торған. Йонафан да, Дауыт та бер-береһенә биргән бындай ант буйынса йәшәгән: «Йәһүә һинең менән минең арала һәм һинең тоҡомдарың менән минең тоҡомдарым араһында мәңге шаһит булһын» (1 Иш. 20:42).

4. а) Беҙгә нимә ысын бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтерә? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

4 Мәсихсе булараҡ, беҙ башҡаларҙың тоғролоғона һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, ә уны үҙебеҙҙең ғаилә ағзаларына, дуҫтарға һәм имандаштарға ҡарата сағылдырабыҙ (1 Фес. 2:10, 11). Әммә кемгә тоғролоҡ йөрәгебеҙҙә беренсе урында торорға тейеш? Әлбиттә, Барлыҡҡа Килтереүсебеҙгә тоғролоҡ! (Асыл. 4:11) Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлау беҙгә ысын шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. Аллаға тоғро булһаҡ, беҙ хатта ауыр саҡтарҙа ла уға таянырбыҙ. Был мәҡәләлә Йонафандың үрнәге нисек беҙгә дүрт осраҡта Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәтергә ярҙам итеүен ҡарап сығырбыҙ: 1) хакимлыҡҡа эйә кеше хөрмәт итеүгә лайыҡ булмағанда; 2) кемгә тоғро булырға икәнен һайларға тура килгәндә; 3) башҡалар беҙҙе аңламағанда йә беҙҙең хаҡта насар уйлағанда; 4) тоғролоҡ һәм шәхси мәнфәғәттәр бер-береһенә ҡаршы килгәндә.

ХАКИМЛЫҠҠА ЭЙӘ КЕШЕ ХӨРМӘТКӘ ЛАЙЫҠ ТҮГЕЛ КЕҮЕК ТОЙОЛҒАНДА

5. Шаул батша булғанда, ни өсөн Израиль халҡына Аллаға тоғролоҡ һаҡлауы ауыр булған?

5 Алла Йонафандың атаһы Шаулды батша итеп майлаһа ла, һуңыраҡ Шаул тыңламаусан булып киткән, һәм Йәһүә уны кире ҡаҡҡан (1 Иш. 15:17—23). Алла Шаулды шунда уҡ тәхеттән төшөрмәгәнгә, Шаулдың насар тәртибе халыҡтың һәм яҡындарының тоғролоғон һынаған. Уларға, «Йәһүәнең тәхетендә» ултырған батшаның башбаштаҡланыуына ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалырға кәрәк булған (1 Йыл. 29:23).

6. Йонафандың Йәһүәгә тоғро булып ҡалыуы нимәнән күренә?

6 Шаул беренсе тапҡыр тыңламаусанлыҡ рухы күрһәткәндә, улы Йонафан Йәһүәгә тоғро булып ҡалған (1 Иш. 13:13, 14). Ишмуил пәйғәмбәр халыҡҡа: «Йәһүә үҙенең бөйөк исеме хаҡына үҙ халҡын ҡалдырмаясаҡ», — тип әйткән булған (1 Иш. 12:22). Филистиҙәрҙең 30 000 һуғыш арбаһы булған ғәйәт ҙур ғәскәре Израилгә янағанда, Йонафан Ишмуил әйткән һүҙҙәрҙең хаҡлығына һис тә шикләнмәүен күрһәткән. Шаулдың ни бары 600 генә кешеһе булған, өҫтәүенә уның үҙенең һәм улы Йонафандың ғына ҡоралдары булған! Шулай ҙа Йонафан, үҙе менән ҡорал йөрөтөүсе хеҙмәтсеһен генә алып, филистиҙәрҙең ҡарауыл отряды урынлашҡан яҡҡа сығырға булған. Йонафан: «Йәһүә бит күптәр аша ла, әҙҙәр аша ла ҡотҡара ала, уға һис нәмә ҡамасаулай алмай», — тигән. Улар икәүләп яҡынса 20 һуғышсыны ҡырып һалған. Шунан һуң аяҡ аҫты тетрәй башлаған, «бының барыһы ла Алланан» булған. Сыуалышып, филистиҙәр бер-береһен үлтереп бөтөргән. Шулай итеп, Йонафандың Йәһүәгә иманы израилдәргә еңеү килтергән (1 Иш. 13:5, 15, 22; 14:1, 2, 6, 14, 15, 20).

7. Йонафан атаһы менән нисек мөғәмәлә иткән?

7 Шаулдың Алла менән мөнәсәбәттәре боҙолһа ла, Йонафан хәленән килгәнсә атаһына таяныс булып торған. Мәҫәлән, улар бергә Алла халҡын яҡлап һуғыштар алып барған (1 Иш. 31:1, 2).

8, 9. Аллаға тоғро булыу һәм хакимлыҡҡа эйә кешеләрҙе хөрмәт итеү бер-береһенә нисек бәйле?

8 Йонафан кеүек, беҙ ҙә, хакимлыҡҡа эйә кешеләргә сағыштырмаса буйһоноп, Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәтә алабыҙ. Беҙ быны хатта ул кешеләр хөрмәт итеүгә лайыҡһыҙ булып күренгән саҡтарҙа ла эшләйбеҙ, сөнки был Алланың ихтыяры. Мәҫәлән, берәй түрә коррупцияға бирелеүе менән танылһа, беҙ барыбер, «хакимлыҡ иткән етәкселәргә» сағыштырмаса буйһоноп, уны дәрәжәһе өсөн хөрмәт итәбеҙ. (Римдарға 13:1, 2-не уҡығыҙ.) Беҙ бөтәбеҙ ҙә, Йәһүәнән хакимлыҡ алған кешеләрҙе хөрмәт итеп, Алланың үҙенә тоғролоҡ күрһәтә алабыҙ (1 Кор. 11:3; Евр. 13:17).

Йәһүә Шаһиты булмаған тормош иптәшен хөрмәт итеү — Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәтер өсөн бер мөмкинлек (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

9 Көньяҡ Африкала йәшәгән Ольга [1] исемле апай-ҡәрҙәш, хатта ауыр шарттарҙа ла ирен хөрмәт итеп, Аллаға тоғролоҡ күрһәткән. Күп йылдар буйына ире уның Йәһүә Шаһиты булыуы арҡаһында асыуланып йөрөгән. Ул уны мыҫҡыл иткән, кәмһеткән йә уның менән бөтөнләй һөйләшмәгән. Унан да бигерәк, ул Ольганы, балаларҙы алам да һине ташлап китәм, тип ҡурҡытҡан. Әммә ҡәрҙәшебеҙ яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмаған. Ольга, иренә ашарға бешереп, керен йыуып һәм уның туғандары хаҡында ҡайғыртып, яҡшы ҡатын булырға тырышҡан (Рим. 12:17). Мөмкинселек булғанда, ул иренең туғандары йә хеҙмәттәштәре ойошторған осрашыуҙарға уның менән бергә йөрөгән. Бер ваҡыт, ире атаһын күмер өсөн икенсе ҡалаға барырға йыйынғанда, Ольга балаларын һәм бөтә кәрәкле нәмәләрҙе юлға әҙерләгән. Сиркәүҙә ерләү йолалары тамамланғансы, ул ирен тышта көтөп торған. Ольга иренә ҡарата сабырлыҡ һәм хөрмәт күрһәткәнгә, йылдар уҙыу менән уның йөрәге йомшара башлаған. Хәҙер ире уны Батшалыҡ Залына илтеп ҡуя һәм хатта үҙе уны йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә өндәй, ә ҡайһы берҙә уның менән бергә осрашыуҙа ултыра (1 Пет. 3:1).

КЕМГӘ ТОҒРО БУЛЫРҒА ИКӘНЕН ҺАЙЛАРҒА ТУРА КИЛГӘНДӘ

10. Йонафан үҙенең кемгә тоғро булырға тейешлеген ҡайҙан белгән?

10 Шаул Дауытты үлтерергә ниәтләгәс, Йонафан алдына еңел булмаған һайлау килеп баҫҡан. Дауыт менән килешеү төҙөгән булһа ла, Йонафан шулай уҡ атаһына буйһонған. Әммә Йонафан Алланың Шаул менән түгел, ә Дауыт менән булыуын белгән. Шунлыҡтан ул Дауытҡа тоғролоғон Шаулға ҡарата тоғролоҡтан өҫтөнөрәк ҡуйған. Йонафан Дауытҡа ҡасырға кәңәш иткән, ә Шаулға уның тураһында тик яҡшы нәмәләр генә һөйләгән. (1 Ишмуил 19:1—6-ны уҡығыҙ.)

11, 12. Алланы яратыу нисек уға тоғро булыуҙы һайларға ярҙам итә?

11 Аллаға тоғролоҡ Австралияла йәшәгән Элис исемле бер апай-ҡәрҙәшкә башҡа кешеләргә ниндәй дәрәжәлә тоғро булырға икәнлеген аңларға ярҙам иткән. Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, ул белгәндәре хаҡында туғандарына һөйләгән. Һуңыраҡ ул уларға, Раштыуа байрамын башҡа байрам итмәйем, тигән һәм сәбәптәрен аңлатҡан. Әммә туғандарының борсолоуы аҡрынлап көслө ярһыуға әйләнгән. Уларға Элис ғаиләнән ситләшә кеүек тойолған. Элис былай ти: «Ахыр сиктә әсәйем минән ваз кисте. Был хәл мине шаңҡытты һәм күңелемде яраланы, сөнки мин ғаиләмде бик ныҡ ярата инем. Шуға ла ҡарамаҫтан, мин, Йәһүә менән уның Улы йөрәгемдә беренсе урында торасаҡ, тип ҡарар иттем һәм киләһе конгреста һыуға сумдырылыу үттем» (Мат. 10:37).

12 Һаҡ булмаһаҡ, милләткә, мәктәпкә йә спорт командаһына тоғролоҡ Аллаға булған тоғролоғобоҙҙо йөрәгебеҙҙән ҡыҫырыҡлап сығарырға мөмкин. Бер миҫалға иғтибар итәйек. Хенри исемле бер йәш ҡәрҙәш шахмат уйнарға яратҡан. Ул уҡыған мәктәп уҡыусылары йыш ҡына шахмат ярыштарында еңгән, һәм Хенри мәктәпкә тағы бер еңеү килтерергә теләгән. Ул былай тип һөйләй: «Тора-бара мәктәпкә дан килтереү теләге Аллаға ҡарата тоғролоҡтан алға сыҡты. Ял көндәрендә вәғәзләр урынына мин йышыраҡ шахмат ярыштарында ҡатнаштым. Шуға күрә мин шахмат командаһынан китергә булдым» (Мат. 6:33).

13. Аллаға тоғролоҡ нисек беҙгә ғаиләлә тыуған ауырлыҡтарҙы хәл итергә ярҙам итә?

13 Ҡайһы ваҡыт ғаиләлә йә туғандар араһында беренсе сиратта кемгә тоғро булырға икәнлеген һайлауы ауыр булырға мөмкин. Кен исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин олоғайған әсәйемә йышыраҡ барып йөрөргә тырыштым һәм уның ҡайһы саҡта беҙҙә ҡунаҡ булыуын бик теләй инем. Ләкин әсәйем менән ҡатынымдың аралары бик үк яҡшы булманы. Тәүҙә мин үҙемде ике ут араһында булғандай хис иттем, сөнки икеһенә лә ярап булмай ине. Әммә ваҡыт уҙыу менән шуны аңланым: был осраҡта мин беренсе сиратта ҡатыныма тоғролоҡ күрһәтергә тейеш. Шуға күрә мин, ҡатынымдың хистәрен иҫәпкә алып, компромисс табырға тырыштым». Аллаға тоғро булырға һәм уның Һүҙе буйынса эш итергә теләү Кенға ҡатыны һәм әсәһе менән һөйләшеп алырға ҡыйыулыҡ биргән. Ул ҡатынына ипле генә итеп ни өсөн әсәһе менән игелекле һәм йомшаҡ мөғәмәлә итергә кәрәк икәнен аңлатҡан. Ә әсәһенән ҡатынын хөрмәт итеүен үтенгән. (Башланмыш 2:24; 1 Коринфтарға 13:4, 5-те уҡығыҙ.)

БАШҠАЛАР БЕҘҘЕ АҢЛАМАҒАНДА ЙӘ БЕҘҘЕҢ ХАҠТА НАСАР УЙЛАҒАНДА

14. Шаул нисек Йонафан менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткән?

14 Яуаплы урынды биләгән кеше беҙҙең хаҡта хаталы фекерҙә булғанда, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлауы ауыр булырға мөмкин. Йонафан, күрәһең, тап шундай хәлгә юлыҡҡан да. Алла тарафынан майланған Шаул батша улының Дауыт менән дуҫ булыуын белгән, әммә уларҙың ни өсөн дуҫ булыуын аңламаған. Йонафанға бик ныҡ асыуланып, Шаул уны ауыр һүҙҙәр менән кәмһеткән. Ләкин Йонафан ташҡа таш менән атмаған. Шул уҡ ваҡытта ул Аллаға һәм Израилдең буласаҡ батшаһы Дауытҡа һис һүҙһеҙ тоғро булып ҡалған (1 Иш. 20:30—41).

15. Берәй ҡәрҙәш беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә, беҙ быға нисек ҡарарға тейеш?

15 Бөгөн Йәһүә халҡының йыйылыштарында ғәҙелһеҙ мөғәмәлә менән осрашыуыбыҙ икеле. Әммә үҙ өҫтөнә етәкселек алған ҡәрҙәштәр камил түгел, улар беҙҙең эштәребеҙҙе дөрөҫ баһаламаҫҡа мөмкин (1 Иш. 1:13—17). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, башҡалар беҙҙе аңламаған йә беҙҙең хаҡта насар уйлаған саҡтарҙа ла Йәһүәгә тоғро булып ҡалайыҡ.

ТОҒРОЛОҠ ҺӘМ ШӘХСИ МӘНФӘҒӘТТӘР БЕР-БЕРЕҺЕНӘ ҠАРШЫ КИЛГӘНДӘ

16. Ниндәй осраҡтарҙа беҙ үҙебеҙ тураһында ғына уйламаҫҡа, ә Аллаға тоғролоҡ һаҡларға тейеш?

16 Шаул Йонафанды үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға өндәгән (1 Иш. 20:31). Әммә Аллаға тоғролоҡ Йонафанды бер нигә ҡарамай батша хакимлығына эйә булырға түгел, ә Дауытҡа ярҙам итергә этәргән. Йәһүәнең хуплауын алырға теләгән кеше «хатта үтәүе ауыр булһа ла... вәғәҙәһен боҙмай» (Зәб. 15:4). Йонафандың фиҙаҡәрлеге беҙгә был яҡтан яҡшы өлгө булып тора. Йонафан Дауытҡа биргән «вәғәҙәһен боҙмаған», беҙгә лә әйткән һүҙебеҙҙә торорға кәрәк. Мәҫәлән, бизнес менән бәйле килешеүҙе үтәүе беҙ уйлағандан ауырыраҡ булып сыҡһа, Аллаға тоғролоҡ һәм уның Һүҙенә ҡарата хөрмәт беҙҙе әйткән һүҙебеҙҙә торорға этәрәсәк. Ә никахта өмөттәребеҙ аҡланмаһа, нимә эшләргә? Алланы яратыу беҙҙе тормош иптәшебеҙгә тоғролоҡ һаҡларға дәртләндерәсәк. (Малахи 2:13—16-ны уҡығыҙ.)

Бизнес менән бәйле килешеүҙе үтәү Аллаға тоғролоғобоҙҙо һәм уның Һүҙенә ҡарата хөрмәтебеҙҙе һынай ала (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

17. Был мәҡәләнән һеҙ нимәгә өйрәндегеҙ?

17 Йонафандың миҫалы тураһында уйланыу беҙҙе уның үрнәгенә эйәрергә дәртләндермәйме? Әйҙәгеҙ, үҙ файҙабыҙҙы ғына уйлап йөрөмәйек. Хатта Йәһүә хеҙмәтселәренең берәйһе күңелебеҙҙе ҡайтарһа ла, Алла халҡына тоғролоҡ һаҡлап, беҙ Йәһүәнең үҙенә тоғролоҡ һаҡлайбыҙ. Һынауҙарҙа Йәһүәгә тоғро ҡалып, беҙ уның йөрәген һөйөндөрәбеҙ, һәм был беҙгә бик тәрән ҡәнәғәтлек хисе килтерә (Ғиб. һүҙ. 27:11). Йәһүәгә тоғро булып ҡалһаҡ, киләсәктә уның үҙен яратыусыларҙы фатихалауын күрәсәкбеҙ. Киләһе мәҡәләлә Дауыттың тоғро һәм тоғролоҡһоҙ замандаштарының миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ [1] (9-сы абзац) Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.