Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә уны «дуҫым» тип атаған

Йәһүә уны «дуҫым» тип атаған

«Һин иһә, Израиль, минең хеҙмәтсем; һин, Яҡуп, минең һайлағаным, дуҫым Ибраһимдың тоҡомо» (ИШАҒ. 41:8).

ЙЫРҘАР: 51, 22

1, 2. а) Беҙ кешеләрҙең Алла менән дуҫлаша алыуын ҡайҙан беләбеҙ? б) Был мәҡәләлә нимәне ҡарап сығырбыҙ?

СӘҢГЕЛДӘКТӘН алып ҡәбергә хәтле кеше кисергән иң ҙур ихтыяж — яратыу. Кешеләр яратыуға зар-интизар булып йәшәй, һәм һүҙ романтик хистәр тураһында ғына түгел. Беҙҙең дуҫлашыу һәм аралашыуға ихтыяжыбыҙ бик ҙур. Шулай ҙа кешеләр барыһынан да бигерәк мохтаж булған яратыу бар, ул — Йәһүәнең яратыуы. Күптәргә кешеләрҙең күҙгә күренмәгән рухи шәхес — Аллаһы Тәғәлә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерә алыуын хатта күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Беҙ шундай ҡараш менән килешә алабыҙмы? Юҡ, һис тә килешә алмайбыҙ.

2 Беҙ Изге Яҙманан камил булмаған кешеләрҙең нисек итеп Алланың дуҫтары булып киткәнен күрәбеҙ. Уларҙың үрнәге хаҡында уйланыу файҙалы, сөнки Алла менән дуҫлашыу — тормошта иң әһәмиәтле маҡсат. Был йәһәттән Ибраһим иң сағыу өлгө булып тора. (Яҡуб 2:23-тө уҡығыҙ.) Ибраһим нисек итеп Йәһүә менән шул тиклем яҡын мөнәсәбәттәр үҫтергән? Был дуҫлыҡта иң мөһиме иман булған. Изге Яҙмала Ибраһим «һәр иман итеүсе[гә]... ата» тип атала (Рим. 4:11, ЯДТ). Әйҙәгеҙ, Ибраһимдың иманы нисек уға Алла менән дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ. Һәр беребеҙ үҙенә бындай һорау бирә ала: «Ибраһимдың иманынан үрнәк алып, мин нисек Йәһүә менән дуҫлығымды нығыта алам?»

ИБРАҺИМ НИСЕК ЙӘҺҮӘНЕҢ ДУҪЫ БУЛЫП КИТКӘН?

3, 4. а) Ибраһимдың тормошонда, күрәһең, иң ҙур иман һынауы ниндәй булған? б) Ни өсөн Ибраһим Исхаҡты ҡорбанға килтерергә әҙер булған?

3 Күҙ алдына килтерегеҙ: оло йәштәге бер кеше саҡ-саҡ тауға менеп китеп бара. Моғайын, был уның өсөн ғүмерендәге иң ауыр юлдыр, ләкин эш йәштә түгел. Ибраһимға, күрәһең, 125 йәш тирәһе, әммә уның көс-ғәйрәте әле лә күп [1]. Уның артынан 25 йәштәрҙәге егет бара. Был — уның улы Исхаҡ, ул утын күтәргән. Ибраһим иһә үҙе менән бысаҡ һәм ут тоҡандырыр өсөн кәрәк-яраҡ алған. Йәһүә уға улы Исхаҡты ҡорбанға килтерергә ҡушҡан! (Баш. 22:1—8)

4 Ибраһимды, күрәһең, иң ҙур иман һынауы көткән. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, Алла Ибраһимға ундай ҡорбан килтерергә ҡушып ҡаты бәғерлелек күрһәткән. Икенселәре Ибраһимды Аллаға һуҡыр рәүештә һәм хисһеҙ генә буйһонған тип иҫәпләй. Ундай кешеләрҙең имандары юҡ, һәм улар имандың нимә икәнен дә аңламай (1 Кор. 2:14—16). Ибраһим «һуҡыр» булмаған. Киреһенсә, ул иман күҙҙәре менән күргәнгә буйһонған. Ул күктәге Атаһы Йәһүәнең үҙенең тоғро хеҙмәтселәренә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерәсәк эш ҡушмаясағын аңлаған. Ибраһим шулай уҡ, Алланы тыңлаһа, Йәһүә уның үҙен дә, һөйөклө улын да фатихалаясағын белгән. Уның иманы нимәгә нигеҙләнгән һуң? Белемгә һәм тәжрибәгә.

5. Ибраһим, күрәһең, Йәһүә хаҡында ҡайҙан белгән, һәм был белем уға нисек тәьҫир иткән?

5 Белем. Ибраһим Урҙа — боттарға табыныу менән тулған халдей ҡалаһында үҫкән. Хатта уның атаһы Терах та башҡа илаһтарға табынған. Шуға ҡарамаҫтан, Ибраһим Йәһүәне белгән. Ә ҡайҙан белгән һуң? (Йош. 24:2) Изге Яҙмала был турала әйтелмәй, әммә унда, Ибраһим Шемдың туғыҙынсы быуын тоҡомо булған, тип әйтелә. Шем иһә Нухтың улы булған, ул көслө иманға эйә кеше булған. Ул Ибраһимға яҡынса 150 йәш булғанда үлгән. Ибраһим Йәһүә хаҡында Шемдан белгән, тип теүәл генә әйтеп булмай. Шулай ҙа, Шем Йәһүә тураһында үҙенең туғандарына һөйләгән, тип фараз итергә урын бар. Нисек кенә булмаһын, Ибраһим Йәһүә хаҡында ишеткән, белгәндәре уның йөрәгенә үтеп ингән һәм күңеле Аллаға ҡарата яратыу тойғоһо менән тулған. Шулай итеп белем уның иманына нигеҙ һалған.

6, 7. Тупланған тәжрибә Ибраһимдың иманын нисек нығытҡан?

6 Тәжрибә. Ибраһимдың тормошондағы ниндәй ваҡиғалар уның Йәһүәгә иманын нығытҡан? Уйҙар хистәр тыуҙыра, хистәр иһә эштәргә этәрә, тиҙәр. Йәһүә хаҡында белгәндәре Ибраһимдың күңелендә «Бөйөктәрҙән-бөйөк Аллаға, күк менән ерҙең Хакимына» тәрән ихтирам һәм эскерһеҙ хөрмәт уятҡан (Баш. 14:22). Изге Яҙмала был хис ҡурҡыу-хөрмәт тип атала, һәм ул Алла менән яҡын дуҫлыҡ булдырыу өсөн зарур (Евр. 5:7; Зәб. 25:14). Шундай ҡурҡыу-хөрмәт Ибраһимды эш итергә этәргән дә.

7 Алла оло йәшкә еткән Ибраһим менән Сараға, Ур ҡалаһын ҡалдырып, сит ергә күсеп китергә ҡушҡан. Уларға ҡалған ғүмерҙәрен сатырҙарҙа үткәрергә кәрәк булған. Алланы тыңлап, Ибраһим Йәһүәгә үҙен фатихаларға һәм яҡларға мөмкинлек биргән. Мәҫәлән, Ибраһим, сибәр ҡатынымды тартып алырҙар, ә мине үлтерерҙәр, тип ҡурҡҡан. Уның ҡурҡыуҙары нигеҙһеҙ булмаған, әммә, шуға ҡарамаҫтан, ул тәүәккәллек менән Йәһүәгә буйһонған. Йәһүә иһә бер нисә тапҡыр, ваҡиғалар барышына тәьҫир итеп, хатта ҡайһы саҡта мөғжизәле рәүештә Ибраһим менән Сараны яҡлаған (Баш. 12:10—20; 20:2—7, 10—12, 17, 18). Шундай осраҡтарҙа тупланған тәжрибә Ибраһимдың иманын нығытҡан.

8. Йәһүә менән дуҫлыҡты нығытыр өсөн кәрәкле белем һәм тәжрибәне нисек туплап була?

8 Беҙ Йәһүә менән дуҫлаша алабыҙмы? Әлбиттә! Бөгөн бының өсөн кәрәкле белем һәм тәжрибәне еңел генә туплап була. Ибраһим Изге Яҙмалағы мул зирәклектең бик бәләкәй өлөшөнә генә эйә булған (Дан. 12:4; Рим. 11:33). Алла Һүҙе рухи хазиналар менән тулы. Был хазиналар, «күк менән ерҙең Хакимы» тураһындағы белемебеҙҙе тәрәнәйтеп, уға ҡарата хөрмәт һәм һөйөү үҫтерергә ярҙам итә ала. Ә бындай тойғолар беҙҙе Аллаға тыңлаусан булырға дәртләндерә. Тыңлаусанлыҡтың ниндәй емештәр килтереүен беҙ үҙ тәжрибәбеҙҙә күрәбеҙ, Йәһүәнең кәңәштәре беҙҙе яҡлауын аңлай башлайбыҙ, уның беҙҙе фатихалауын һәм нығытыуын һиҙәбеҙ. Аллаға ысын күңелдән хеҙмәт итеү беҙгә ҡәнәғәтлек, тыныслыҡ һәм шатлыҡ килтерә (Зәб. 34:8; Ғиб. һүҙ. 10:22). Шулай итеп, белем һәм тәжрибәбеҙ артҡан һайын, Йәһүәгә иманыбыҙ ҙа, уның менән дуҫлығыбыҙ ҙа нығый бара.

ИБРАҺИМ АЛЛА МЕНӘН ДУҪЛЫҒЫН НЫҒЫТҠАН

9, 10. а) Дуҫлыҡ ныҡ булһын өсөн нимә кәрәк? б) Ибраһимдың Йәһүә менән дуҫлығын юғары баһалауы нимәнән күренә?

9 Дуҫлыҡ ысын хазина була ала. (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17-не уҡығыҙ *.) Ләкин ул, аҡсаға һатып алып, саң йыйып ятһын тип ҡайҙалыр һалып ҡуйылған йәнһеҙ әйбер түгел. Дуҫлыҡ күберәк тере нәмәгә оҡшаш. Гөрләп сәскә атһын өсөн, уның тураһында ҡайғыртырға һәм уны нығытырға кәрәк. Ибраһим Йәһүә менән дуҫлығын юғары баһалаған һәм нығытҡан. Ул быны нисек эшләгән?

10 Ибраһим бер ҡасан да, үткәндә күрһәткән тыңлаусанлығым һәм шул саҡтағы иманым еткән, тип уйламаған. Өйөндәгеләре менән Ҡынаан еренә барған саҡта Ибраһим әллә ни мөһим булмаған һорауҙарҙа ла, етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә лә Йәһүәнең етәкселеген эҙләүен дауам иткән. Исхаҡ тыуыуҙан бер йыл алда, Ибраһимға 99 йәш булғанда, Йәһүә уға өйөндәге бөтә ир-атты сөннәткә ултыртырға ҡушҡан. Ибраһим Алланың был талабын шик аҫтына ҡуйғанмы? Буйһонмаҫ өсөн берәй сәбәп эҙләгәнме? Юҡ, ул Аллаға ышанған һәм уның әмерен «шул уҡ көндө» үтәгән (Баш. 17:10—14, 23).

11. Ни өсөн Ибраһим Содом һәм Аморра хаҡында борсолған, һәм Йәһүә уға нисек ярҙам иткән?

11 Ибраһим хатта бәләкәй булып күренгән нәмәләрҙә лә Йәһүәгә буйһонорға ғәҙәтләнгән, шунлыҡтан уның Алла менән дуҫлығы нығый барған һәм сәскә атҡан. Етди һорауҙарҙы хәл иткәндә, ул Йәһүәгә үҙенең хис-тойғолары тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләгән һәм ярҙам һораған. Мәҫәлән, Алланың Содом һәм Аморра ҡалаларын юҡ итергә йыйынғанын белгәс, Ибраһим, яуыздар менән бергә тәҡүә кешеләрҙең дә һәләк булыуы мөмкин, тип борсолған. Бәлки, ул Содомда йәшәгән бер туғанының улы Лут һәм уның ғаиләһе өсөн ҡайғырғандыр. Ибраһим ныҡлы ышаныс һәм ифрат ҙур баҫалҡылыҡ менән «бөтә ерҙең Хөкөмдары[на]» һорауҙар биргән. Йәһүә түҙемлек менән Ибраһимға үҙенең ни тиклем мәрхәмәтле икәнен күрергә ярҙам иткән. Йәһүә үҙенең хатта хөкөм иткәндә лә һәр йөрәкте ҙур иғтибар менән тикшереүен һәм, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыр өсөн, тәҡүә кешеләрҙе эҙләүен аңлатҡан (Баш. 18:22—33).

12, 13. а) Ибраһимдың белеме һәм тәжрибәһе уға һуңыраҡ нисек ярҙам иткән? б) Ибраһимдың Йәһүәгә ышаныуы нимәнән күренә?

12 Һис шикһеҙ, ошондай белемдәр һәм тәжрибә Ибраһимға үҙенең Йәһүә менән дуҫлығын нығытырға ярҙам иткән. Һуңыраҡ, ауыр һынау менән осрашҡанда — Йәһүә уға улы Исхаҡты ҡорбанға килтерергә ҡушҡанда, Ибраһим күктәге Дуҫының ниндәй Шәхес икәнлеге хаҡында уйлана алған. Әйҙәгеҙ, был тоғро кешенең саҡ-саҡ Мория ерендәге тауға менеп барғанын яңынан күҙ алдына килтерәйек. Ибраһим Йәһүәне, ҡапыл үҙгәреп, аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ булып китте тип уйлағанмы? Ундай уйҙар уның башына ла килмәгән! Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?

13 Үҙҙәре менән килгән хеҙмәтселәргә Ибраһим былай тигән: «Ошонда ишәк янында тороп тороғоҙ... Ә беҙ улым менән барып Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ ҙа һеҙҙең янға кире килербеҙ» (Баш. 22:5). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Ибраһим Исхаҡты ҡорбанға килтерергә тейешлеген белгән. Исхаҡ кире килер тиеп, ул хеҙмәтселәрен алдағанмы? Юҡ. Изге Яҙманан беҙ уның шул саҡта нимә тураһында уйлағанын белә алабыҙ. (Еврейҙарға 11:19-ҙы уҡығыҙ.) Ибраһим, «Алла [Исхаҡты] хатта үленән терелтергә һәләтле, тип һананы». Эйе, ул терелтеүгә ышанған. Ибраһим Йәһүәнең үҙенә һәм Сараға бала тыуҙырыу һәләтен ҡайтарғанын иҫләгән (Евр. 11:11, 12, 18). Ул Йәһүә өсөн мөмкин булмаған нәмә юҡ икәнен яҡшы аңлаған. Ибраһим, шул ауыр көндөң нимә менән бөтөрөн белмәһә лә, Йәһүәнең һөйөклө улын терелтәсәгенә һәм бөтә вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә тамсы ла шикләнмәгән. Ибраһимдың «һәр иман итеүсе[гә]... ата» тип аталыуы бер ҙә ғәжәп түгел!

14. Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә һеҙ ниндәй ауырлыҡтар менән осрашаһығыҙ, һәм Ибраһимдың миҫалы һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

14 Ә беҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Әлбиттә, бөгөн Алла беҙҙән ундай нәмәләр талап итмәй. Шулай ҙа ул, хатта әмерҙәрен аңлауы йә үтәүе ауыр булған саҡта ла, беҙҙең үҙенә буйһоноуыбыҙҙы теләй. Һеҙҙең өсөн үтәүе ауыр булған берәй әмер бармы? Ҡайһы берәүҙәр өсөн вәғәз эшендә ҡатнашыу еңел түгел. Бәлки, улар таныш булмаған кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә ҡамасаулаған оялсанлыҡ менән көрәшәлер. Кемгәлер мәктәптә йә эштә башҡаларҙан айырылып тороуы ауыр булырға мөмкин (Сығ. 23:2; 1 Фес. 2:2). Һеҙҙең ҡасан да булһа үҙегеҙҙе Ибраһим кеүек хис иткәнегеҙ булдымы? Әйтерһең дә, һеҙ саҡ-саҡ Мория ерендәге тауға менеп бараһығыҙ һәм алдығыҙҙа үтәй алмаҫлыҡ булып күренгән йөкләмә тороуын беләһегеҙ. Ундай саҡтарҙа Ибраһимдан һәм уның иманынан көс алығыҙ! Аллаға тоғро булған ир һәм ҡатындарҙың миҫалдары тураһында уйланыу беҙҙе уларҙан өлгө алырға һәм Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә дәртләндерә ала (Евр. 12:1, 2).

ФАТИХАЛАР КИЛТЕРГӘН ДУҪЛЫҠ

15. Ни өсөн, Ибраһим ғүмере буйы Йәһүәгә тыңлаусан булыуына бер ҡасан да үкенмәгән, тип әйтеп була?

15 Ибраһим ҡасан да булһа ғүмере буйы Йәһүәгә тыңлаусан булыуына үкенгәнме? Изге Яҙмала бына нимә әйтелә: «Ул оҙон ғүмер кисерҙе, тормошонан ҡәнәғәт булды һәм оло йәштә үлде» (Баш. 25:8, ЯДТ). Ибраһимға 175 йәш булғанда, уның йәшәү көсө бөтөнләй кәмегән, әммә ул, үҙенең тормош юлын барлағанда, ғүмере заяға уҙмағанын күреп, тәрән ҡәнәғәтлек кисергән. Уның тормошоноң үҙәгендә һәр ваҡыт Йәһүә Алла менән дуҫлыҡ торған. Изге Яҙмала «тормошонан ҡәнәғәт булды һәм оло йәштә үлде» тип яҙылһа ла, Ибраһим туйғансы йәшәгән һәм артабан йәшәргә теләмәгән, тигән һығымтаға килеү дөрөҫ булмаҫ ине.

16. Ожмахта Ибраһим нимәне белеп шатланасаҡ?

16 Изге Яҙмала Ибраһим тураһында «рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткән» тип әйтелә (Евр. 11:10). Ул бер көндө был ҡаланың, йәғни Алла Батшалығының, бөтөн ер өҫтөнән идара итәсәген үҙ күҙҙәре менән күреренә ышанған. Эйе, ул быны ысынлап та күрәсәк! Күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ, ерҙәге ожмахта йәшәү һәм артабан да Йәһүә менән дуҫлығын нығытыу Ибраһимға ни тиклем ҙур шатлыҡ килтерәсәк! Ә үҙенең иман үрнәге Йәһүә хеҙмәтселәренә меңләгән йылдар буйына ярҙам иткәнен белеү уның күңелен ни хәтлем тулҡынландырасаҡ! Ожмахта ул шулай уҡ Исхаҡтың нисек итеп үҙенә кире ҡайтарылыуы күпкә бөйөгөрәк нәмәнең «символик образы» булғанын да беләсәк (Евр. 11:19, ЯДТ). Ибраһим шуны ла беләсәк: уның Исхаҡты ҡорбанға килтерергә әҙерләнгәндә кисергән ауыр хистәре миллионлаған тоғро кешегә Йәһүәнең үҙ улын — Ғайса Мәсихте йолом итеп биргәндә кисергән әрнеүен күҙ алдына килтерергә ярҙам иткән (Яхъя 3:16). Ибраһимдың үрнәге беҙгә йолом ҡорбанын — яратыуҙың тарихтағы иң бөйөк сағылышын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итә.

17. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ, һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

17 Әйҙәгеҙ, тәүәккәллек менән Ибраһимдың иманынан өлгө алайыҡ. Артабан да Йәһүә тураһында күберәк белем алып, беҙ уның алдында саф булып ҡалырбыҙ һәм уға тоғро хеҙмәт итеү килтергән фатихаларҙы үҙ тәжрибәбеҙҙә йышыраҡ татырбыҙ. (Еврейҙарға 6:10—12-не уҡығыҙ.) Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ мәңге дауам итһен! Киләһе мәҡәләлә беҙ Алланың яҡын дуҫтары булып киткән тағы өс тоғро кешенең миҫалын ҡарап сығырбыҙ.

^ [1] (3-сө абзац) Тәүҙә был ир кешенең һәм уның ҡатынының исемдәре Ибрам һәм Сарай булған. Әммә был мәҡәләлә уларға һуңыраҡ Йәһүә биргән Ибраһим һәм Сара тигән исемдәр ҡулланыла.

[Төшөрмә]

^ 9 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға ҡәрҙәшеңә таянғандай таянып була».