Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Йәһүә хеҙмәтемде фатихаланы

Йәһүә хеҙмәтемде фатихаланы

Мин офицерға, һуғышта ҡатнашыуҙан баш тартҡаным өсөн төрмәлә инде ултырып сыҡтым, тинем һәм унан: «Һеҙ минең яңынан шуның аша үтеүемде теләйһегеҙме?» — тип һораным. Был һөйләшеү мин Ҡушма Штаттар армияһында хеҙмәт итергә икенсе тапҡыр саҡырылған саҡта булды.

МИН 1926 йылда Круксвиллда (Огайо штаты, АҠШ) тыуғанмын. Атайым менән әсәйем дини кешеләр булмаһа ла, беҙгә — үҙҙәренең һигеҙ балаһына сиркәүгә йөрөргә ҡуша ине. Мин методистар сиркәүенә йөрөнөм. 14 йәшемдә рухани миңә йыл буйына йәкшәмбе хеҙмәттәрен бер ҙә ҡалдырмағаным өсөн бүләк бирҙе.

Маргарет Уокер (һулдан икенсеһе) миңә хәҡиҡәтте белергә ярҙам итте

Шул ваҡыттарҙа Йәһүә Шаһиты булған Маргарет Уокер исемле күршебеҙ, әсәйем менән Изге Яҙма тураһында һөйләшер өсөн, беҙгә килеп йөрөй башланы. Бер көндө мин уларҙың һөйләшкәндәрен тыңлап ҡарарға булдым. Әммә әсәйем, уларға ҡамасаулармын тип уйлап, миңә сығып китергә ҡушты. Ләкин мин барыбер уларҙың фекер алышыуҙарын тыңларға тырыштым. Бер килгәнендә Маргарет минән: «Алланың исемен беләһеңме?» — тип һораны. Мин: «Исеме Алла икәнен барыһы ла белә инде», — тинем. Шунда ул: «Изге Яҙма китабыңды ал да Зәбур 83:18-ҙе асып уҡы», — тине. Мин шулай эшләнем һәм Алланың исеме Йәһүә икәнен белдем. Шул саҡ, дуҫтарыма йүгереп барып, уларға: «Кисен өйгә ҡайтҡас, Изге Яҙманан Зәбур 83:18-ҙе асып, Алланың исеме нисек икәнен ҡарағыҙ», — тинем. Мин шунда уҡ вәғәзләй башлағанмын, тип әйтеп була.

Мин Изге Яҙманы өйрәнә башланым һәм 1941 йылда һыуға сумдырылдым. Тиҙҙән миңә йыйылыш менән китап өйрәнеүҙе үткәрергә ҡуштылар. Мин әсәйемде һәм бер туғандарымды китап өйрәнеүгә йөрөргә өндәнем, һәм улар бөтәһе лә мин үткәргән осрашыуға йөрөй башланы. Ләкин атайымды хәҡиҡәт ҡыҙыҡһындырмай ине.

ӨЙҘӘГЕ ҠАРШЫЛЫҠТАР

Йыйылышта миңә күберәк вазифалар бирелде, һәм мин теократик китапхана йыйҙым. Бер көндө атайым, китаптарыма бармағы менән төртөп күрһәтеп: «Анау сүп-сарҙы күрәһеңме? Шуны ал да өйҙән сығып кит!» — тине. Шул саҡ мин, яҡында урынлашҡан Зейнсвилл ҡалаһында (Огайо штаты) бер бүлмә эҙләп табып, шунда күсеп сыҡтым. Әммә, ғаиләмде рухландырыр өсөн, йыш ҡына өйгә ҡайтып йөрөнөм.

Атайым әсәйемде йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән тыйырға тырышты. Ҡайһы саҡта, әсәйем йыйылышҡа барырға сыҡҡанда, атайым уны, баҫтырып ҡыуып етеп, кире өйгә һөйрәп индерә торғайны. Әммә әсәйем, икенсе ишектән ҡасып сығып, йыйылышҡа китә ине. Мин әсәйемә: «Ҡайғырма. Ул ҡасан да булһа артыңдан баҫтырып йөрөүҙән ялҡыр», — тинем. Ваҡыт уҙыу менән атайым ысынлап та әсәйемә ҡамасаулауҙан туҡтаны, һәм әсәйем йыйылышҡа ҡаршылыҡһыҙ йөрөй алды.

1943 йылда беҙҙең йыйылышта Теократик хеҙмәт мәктәбе үткәрелә башланы, һәм мин йөкләмәләр менән сығыш яһай башланым. Сығыштарымдан һуң бирелгән кәңәштәр миңә һөйләү оҫталығын үҫтерергә ярҙам итте.

НЕЙТРАЛИТЕТ ҺАҠЛАЙЫМ

Ул ваҡытта Икенсе бөтә донъя һуғышы бара ине. 1944 йылда мине хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Мин, Колумбустағы (Огайо штаты) «Форт-Хейз» тип исемләнгән хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына барып, медицина тикшеренеүе үттем һәм кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырҙым. Шулай уҡ хакимиәт вәкилдәренә үҙемдең һуғышта ҡатнашмауым хаҡында әйттем. Улар мине ҡайтарып ебәрҙе. Әммә бер нисә көндән һуң бер офицер, килеп, миңә: «Корвин Роубисон, миндә һеҙҙе ҡулға алыу тураһында ордер бар», — тине.

Ике аҙна үтеүгә, суд булды. Судья миңә: «Ихтыярым булһа, мин һине ғүмерлеккә төрмәгә тығыр инем. Берәй әйтер һүҙең бармы?» — тине. «Судья әфәнде, мин дини хеҙмәткәр булып иҫәпләнәм, — тинем мин. — Һәр йорттоң тупһаһы — минең мөнбәрем, мин Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе күп кешеләргә һөйләйем». Судья присяжныйҙарға былай тине: «Һеҙ бында был егеттең дини хеҙмәткәрме, юҡмы икәнлеген хәл итер өсөн килмәгәнһегеҙ. Һеҙгә уның армияла хеҙмәт итеүҙән баш тартамы, юҡмы икәнен асыҡларға кәрәк». Ярты сәғәт тә үтмәҫтән, присяжныйҙар «ғәйепле» тигән ҡарар сығарҙы. Судья мине биш йылға Ашленд ҡалаһындағы (Кентукки штаты) федераль төрмәгә ябырға хөкөм итте.

ТӨРМӘЛӘ ЙӘҺҮӘ МИНЕ ЯҠЛАЙ

Тәүге ике аҙнаға мине Колумбустағы төрмәгә ебәрҙеләр. Беренсе көндө мине камеранан бөтөнләй сығарманылар. Мин Йәһүәгә: «Биш йыл буйы камерала ултыра алмайым, нимә эшләргә лә белмәйем», — тип доға ҡылдым.

Икенсе көндө һаҡсылар миңә камеранан сығырға рөхсәт иттеләр. Мин оҙон буйлы, киң яурынлы бер тотҡон янына килдем, һәм беҙ бергәләп тәҙрәнән ҡарап торҙоҡ. Ул минән:

— Нимә өсөн ултырттылар, Кәтүк? — тип һораны.

— Мин Йәһүә Шаһиты, — тинем мин.

— Ысынмы? Улайһа, һин ник бында?

— Йәһүә Шаһиттары һуғышҡа бармай һәм кеше үлтермәй.

— Һине кеше үлтерергә теләмәүең өсөн төрмәгә ултыртҡандар, ә башҡаларҙы кеше үлтергән өсөн ултырталар. Был аҡылға һыйырлыҡ эшме ни?

— Әлбиттә, юҡ, — тинем мин.

Мин Ашлендта (Кентукки штаты) нейтралитет һаҡлаған өсөн төрмәлә ултырған Шаһиттар араһында булдым

Шунан һуң ул: «Мин 15 йыл буйы бүтән төрмәлә ултырҙым, унда һеҙҙең әҙәбиәтегеҙҙе уҡыштырғыланым», — тине. Шул саҡ мин: «Йәһүә, зинһар, был кеше минең яҡлы булһын ине», — тип доға ҡылдым. Ул арала Пол (уның исеме шулай ине): «Берәйһе һиңә бармағы менән генә тейһә лә, шунда уҡ һөрән һал. Мин уның кәрәген бирермен», — тине. Һөҙөмтәлә минең ошо блокта ултырған 50 тотҡондоң береһе менән дә ауырлыҡ тыуманы.

Төрмә етәкселәре мине Ашлендҡа күсергәс, мин унда рухи яҡтан етлеккән бер нисә ағай-ҡәрҙәште осраттым. Улар менән аралашыу миңә һәм башҡаларға рухи яҡтан ныҡ булып ҡалырға ярҙам итте. Һәр аҙна улар беҙгә Изге Яҙманан бер өҙөк, шулай уҡ үҙҙәре ойошторған осрашыуҙар өсөн һорауҙар һәм яуаптар әҙерләргә ҡуша ине. Ә бер ҡәрҙәш участкалар өсөн яуаплы ине. Беҙ ҙур йоҡо бүлмәһендә, стеналар буйлап теҙелгән койкаларҙа йоҡлай инек. Участкалар өсөн яуаплы ҡәрҙәш миңә былай ти торғайны: «Роубисон, һин бына был һәм ана теге койка өсөн яуаплы. Был һинең вәғәз өсөн участкаң булыр. Ошо койкаларҙа ятҡан кешеләр төрмәнән сыҡҡансы, уларға яҡшы шаһитлыҡ бирергә тырыш». Шулай итеп, беҙҙең вәғәз эшебеҙ яҡшы ойошторолған ине.

ТӨРМӘНӘН ҺУҢ КӨТКӘН ФАТИХАЛАР

1945 йылда Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланды, әммә мин һаман да төрмәлә ултыра инем. Мин ғаиләм хаҡында борсолдом, сөнки атайым: «Һинән ҡотолһам, башҡаларға көсөм етер», — тигәйне. Төрмәнән сығыуыма мине сюрприз көтә ине: атайымдың ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең ғаиләнән ете кеше йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған, ә бер һеңлем һыуға сумдырылған ине.

Йәһүәгә 1913 йылда хеҙмәт итә башлаған Димитрий Пападжордж исемле майланған ҡәрҙәш менән вәғәзләйем

1950 йылда Кореяла һуғыш башланғас, мине яңынан армияға саҡырҙылар. Миңә «Форт-Хейз»ға килергә ҡуштылар. Хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡҡа һыналғас, бер офицер: «Төркөмдә һинең күрһәткестәрең иң юғарыһы», — тине. Мин: «Рәхмәт, әммә мин армияла хеҙмәт итергә йыйынмайым», — тип яуапланым. Изге Яҙманан 2 Тимофейға 2:3-тө өҙөмтә итеп килтереп: «Мин инде Мәсихтең һуғышсыһы», — тинем. Оҙаҡ ҡына өндәшмәй торғас, ул: «Ярай, бар ҡайт», — тине.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, мин Цинциннатиҙа (Огайо штаты) үткән конгреста булдым һәм Вефилдә хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн ойошторолған осрашыуға барҙым. Был осрашыуҙа Милтон Хеншель ҡәрҙәш ағай-ҡәрҙәштәрҙең Вефилдә Батшалыҡ хаҡына тырышып эшләргә яҡшы мөмкинлеге барлығы тураһында әйтте. Мин Вефиль хеҙмәтенә ғариза тултырҙым, һәм 1954 йылдың август айында мине Вефилдә хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Шул ваҡыттан алып мин Алла йортонда хеҙмәт итәм.

Вефилдә бер ҡасан да эшкә ҡытлыҡ булманы. Бер нисә йыл мин типографияла һәм офис биналарында пар ҡаҙандарының операторы булып хеҙмәт иттем, шулай уҡ механик булып эшләнем. Тағы мин йоҙаҡтар йүнәттем һәм Нью-Йорк ҡалаһында Конгресс Залдарында эшләнем.

Бруклиндағы Вефилдә офис биналарында пар ҡаҙандарын ҡарайым

Вефилдәге рухи эштәр тәртибе, шул иҫәптән иртәнге ғибәҙәт ҡылыу, Вефиль ғаиләһе менән бергә өйрәнеү мәҡәләһен ҡарап сығыу, шулай уҡ йыйылыш менән вәғәздә ҡатнашыу күңелемә хуш килде. Уйлап ҡараһаң, бындай шөғөлдәр Йәһүә Шаһиттарының һәр бер ғаиләһендә булырға тейеш. Ата-әсәләр балалары менән көндәлек шиғырҙы ҡарап сыҡһа, даими рәүештә ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәрһә, йыйылыш осрашыуҙарында әүҙем ҡатнашһа һәм ашҡынып вәғәзләһә, ғаиләнең бөтә ағзалары, моғайын, рухи яҡтан һау булыр.

Мин Вефилдә һәм йыйылышта күп дуҫтар таптым. Уларҙың ҡайһы берҙәре майланған мәсихселәр ине, һәм әле инде улар күктәге әжерҙәрен алдылар. Әммә Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәре, шул иҫәптән вефилселәр ҙә камил түгел. Берәй ҡәрҙәш менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, мин гел уның менән татыулашырға тырышам. Матфей 5:23, 24-тәге һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөп, беҙҙең аңлашылмаусанлыҡтарҙы нисек яйға һалырға тейешлегебеҙ тураһында уйланам. Ғәфү үтенеү еңел түгел, ләкин ғәфү үтенгәндән һуң үҙ-ара килешмәүсәнлектәр ғәҙәттә сиселмәй ҡалмай.

ХЕҘМӘТЕМДЕҢ ЯҠШЫ ЕМЕШТӘРЕ

Һуңғы йылдарҙа, олоғайыу сәбәпле, миңә өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү бик ауыр, әммә мин бирешмәйем. Әҙ-мәҙ ҡытай теленең мандарин һөйләшен үҙләштерҙем. Миңә урамда осраған ҡытай кешеләренә вәғәзләү бик оҡшай. Ҡайһы берҙә бер иртә эсендә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләргә 30—40 журнал таратам.

Бруклинда (Нью-Йорк) ҡытай кешеләренә вәғәзләйем

Мин хатта Ҡытайҙың үҙендә тиерлек ҡабат килеү яһаным! Бер көндө миңә емеш кибетенең рекламкаларын таратып йөрөгән мөләйем генә бер ҡыҙ йылмайҙы. Мин дә уға йылмайҙым һәм ҡытай телендә журналдар тәҡдим иттем. Ул уларҙы алды ла, исеме Кейти икәнлеген әйтте. Бынан ары Кейти мине күргән һайын һөйләшер өсөн яныма килә ине. Мин уны йәшелсә-емеш атамалары инглиз телендә нисек була икәнлегенә өйрәттем, ә ул һүҙҙәрҙе минең арттан ҡабатлай ине. Шулай уҡ мин уға Изге Яҙма шиғырҙарын аңлаттым, һәм ул Изге Яҙманың төп тәғлимәттәрен аңлатҡан китапты алды. Әммә, бер нисә аҙна үтеүгә, ул юҡҡа сыҡты.

Бер нисә айҙан һуң рекламкалар таратҡан икенсе бер ҡыҙ минән журналдар алды. Икенсе аҙнала ул, миңә үҙенең кеҫә телефонын һуҙып: «Һеҙгә Ҡытайҙан шылтыраталар», — тине. Мин аптырап: «Ҡытайҙа минең таныштарым юҡ», — тип яуапланым. Әммә ул һаман ныҡышты, шуға мин телефонды алып: «Эйе, тыңлайым, был Роубисон», — тинем. Телефонда: «Робби, сәләм! Был Кейти. Мин Ҡытайға ҡайттым», — тигән тауыш яңғыраны. «Ҡытайға?» — тип һораным мин. «Эйе, — тине Кейти. — Робби, һиңә телефонды биргән ҡыҙыҡайҙы беләһеңме? Ул минең һеңлем. Һин мине күп яҡшы нәмәгә өйрәттең. Зинһар, һеңлемде лә шуларға өйрәтсе». «Көсөмдән килгәндең барыһын да эшләрмен, Кейти. Ҡайҙа икәнлегеңде белдергән өсөн рәхмәт», — тинем мин. Һуңыраҡ Кейтиҙың һеңлеһе менән тағы бер тапҡыр һөйләштем. Был ҡыҙҙар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Йәһүә тураһында күберәк белерҙәр, тип өмөтләнәм.

Бына инде 73 йыл мин Йәһүәгә хеҙмәт итәм. Ул миңә нейтралитет һаҡларға һәм төрмәлә тоғро булып ҡалырға ярҙам итте. Быны аңлау мине бәхетле итә. Бер туғандарым әйтеүенсә, атайыбыҙҙың ҡаршы килеүенә бирешмәйенсә ныҡ булып ҡалыуым уларға ҡыйыулыҡ өҫтәп торған. Әсәйем һәм бер туғандарымдың алтыһы ахыр сиктә һыуға сумдырылды. Хатта атайым да йомшарҙы һәм үлгәнгә тиклем бер нисә тапҡыр йыйылыш осрашыуында булды.

Алла бирһә, яңы донъяла вафат булған туғандарым һәм дуҫтарым терелтеләсәк. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: ғәзиздәребеҙ менән бергәләшеп Йәһүәгә мәңге хеҙмәт итеү ниндәй ҡыуаныс килтерәсәк! *

^ 32 абз. Был мәҡәлә баҫтырып сығарылыуға әҙерләнгәндә, Корвин Роубисон вафат булды. Ул үлеменә тиклем Йәһүәгә тоғро булып ҡалды.