Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БЕҘҘЕҢ АРХИВТАРҘАН

Миллионлаған кешегә билдәле рупорлы автомобиль

Миллионлаған кешегә билдәле рупорлы автомобиль

«Бразилияла Хужабыҙға хеҙмәт итер өсөн бер генә рупорлы автомобиль ҡулланыла, һәм был „Күҙәтеү манараһының рупорлы автомобиле“ миллионлаған кешегә билдәле» (Натаниэль Юилл, 1938 йыл).

ЕГЕРМЕНСЕ быуаттың 30-сы йылдары башында Бразилияла Батшалыҡ эше сағыштырмаса яй барған. Әммә 1935 йылда Натаниэль менән Мод Юилл исемле пионерҙар ул ваҡытта вәғәз эше менән етәкселек иткән Джозеф Рутерфорд ҡәрҙәшкә хат яҙғандар. Улар хеҙмәттәрен киңәйтергә теләүҙәре һәм «теләһә ҡайһы ергә китергә шат» булыуҙары хаҡында әйткән.

Ул ваҡытта хаҡлы ялға сыҡҡан инженер-төҙөүсе Натаниэлгә 62 йәш булған. Ул Сан-Францискола (Калифорния штаты, АҠШ) Йәһүә Шаһиттарының бер йыйылышында хеҙмәт етәксеһе булған. Унда ул вәғәз эшен ойошторған һәм һөйөнөслө хәбәрҙе таратыуҙа тауыш аппаратураһын ҡулланған. Уны ифрат ҙур һәм күп милләтле илдә — Бразилияла филиал хеҙмәтсеһе итеп билдәләгәндәр. Уның тәжрибәһе һәм ашҡынып тороуы уға яңы билдәләнеүендә бик кәрәк булып сыҡҡан.

Натаниэль, уның ҡатыны Мод һәм Антонио Андраде исемле тағы бер пионер Бразилияға 1936 йылда килгәндәр. Антонио шулай уҡ тәржемәсе булған. Улар үҙҙәре менән ҡиммәтле йөк — 35 патефон һәм рупорлы автомобиль алып килгәндәр. Донъяла ҙурлығы буйынса бишенсе урынды биләгән илдә — Бразилияла — ул ваҡытта яҡынса 60 ҡына вәғәзсе булған! Әммә шундай алдынғы тауыш ҡорамалдары ярҙамында улар Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе миллионлаған кешегә ни бары бер нисә йыл эсендә еткерә алған.

Юилл ғаиләһе килгәндән һуң бер ай үтеүгә, филиал Сан-Паулу ҡалаһында беренсе хеҙмәт конгресы ойошторған *. Автомобилдең рупорынан асыҡ телмәргә саҡырыу яңғыраған. Руль артында, күрәһең, Мод ултырған. Һөҙөмтәлә телмәрҙе тыңлар өсөн 110 кеше килгән! Конгрестың программаһы, вәғәзселәрҙең рухын күтәреп, уларҙы вәғәз эшендә тағы ла күберәк ҡатнашырға дәртләндергән. Вәғәзселәр әҙәбиәт, шаһитлыҡ биреү өсөн карточкалар һәм патефон пластинкалары ҡулланып вәғәзләргә өйрәнгән. Патефон пластинкалары венгр, инглиз, испан, немец, поляк, ә һуңыраҡ португал телдәрендә булған.

Рупорлы автомобиль ярҙамында Бразилияла миллионлаған кеше һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткән

1937 йылда Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро һәм Куритиба ҡалаларында үткән өс хеҙмәт конгресы вәғәз эшенә яңы этәргес биргән. Конгресс делегаттары өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, рупорлы автомобиль яҡында ғына торған. Ул саҡтарҙа малай ғына булған Жозе Магловский һуңыраҡ былай тип яҙған: «Беҙ стендҡа Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте ҡуя инек һәм, рупорҙан яҙҙырылған хәбәр яңғырағансы, нимә булды икән тип ҡарар өсөн өйҙәренән сыҡҡан кешеләр менән һөйләшә инек».

Һыуға сумдырылыу йылғаларҙа үткән, ә яҡында ғына ял итеүселәр ҡояшта ҡыҙынып ятҡан. Рупорлы автомобиль ярҙамында һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн ниндәй яҡшы мөмкинлек! Рупорҙан Рутерфорд ҡәрҙәштең һыуға сумдырылыу хаҡындағы телмәре бөтә тирә-яҡҡа яңғыраған. Ҡыҙыҡһыныусан кешеләр, автомобилде һырып алып, португал теленә тәржемә ителгән телмәрҙе тыңлаған. Шунан поляк телендәге Батшалыҡ йырҙары көйөнә һыуға сумдырылыу үткән. Ҡәрҙәштәр, яңғыраған йырҙарға ҡушылып, төрлө телдәрҙә йырлаған. 1938 йылғы «Йыллыҡ баҫма»ла: «Был күренеш Илленсе көн байрамын хәтерләтте, ул ваҡытта һәр кеше һөйөнөслө хәбәрҙе үҙ телендә ишетә алған», — тип әйтелгән булған.

Шул конгрестарҙан һуң һәр йәкшәмбе, һауа торошо ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, рупорлы автомобилдән Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙәр яңғыраған. Шулай итеп Сан-Паулу һәм яҡындағы бүтән ҡалаларҙың парктарында, торлаҡ райондарында һәм фабрикаларында күп кеше хәҡиҡәтте ишетә алған. Рупорлы автомобиль ярҙамында Сан-Паулунан төньяҡ-көнбайышта 97 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан лепрозорийҙағы 3 000 ауырыу кеше рухи программаны ай һайын тыңлай алған. Ваҡыт уҙыу менән унда гөрләп сәскә атҡан йыйылыш ойошторолған. Ҡаты сирҙән интегеүҙәренә ҡарамаҫтан, ундағы вәғәзселәр Изге Яҙмалағы йыуаныслы хәбәрҙе икенсе лепрозорийҙа уртаҡлашыр өсөн рөхсәт алған.

1938 йылдың аҙағында португал телендә яҙҙырылған телмәрҙәрҙе лә тыңлап булған. Үлгәндәрҙе иҫкә алыу көнөндә рупорлы автомобиль, зыяраттан зыяратҡа йөрөп, «Үлгән кешеләр ҡайҙа?», «Йәһүә» һәм «Байлыҡтар» тигән телмәрҙәрҙе яңғыратҡан. Был телмәрҙәрҙе ҡайғы кисергән 40 000-дән ашыу кеше ишетә алған!

Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте асыҡтан-асыҡ иғлан итеү руханиҙарҙы ярһытҡан, һәм улар, рупорлы автомобилде өнһөҙ ҡалдырыр өсөн, йыш ҡына урындағы хакимиәт башлыҡтарына баҫым яһаған. Юилл апай-ҡәрҙәш иҫенә төшөргәнсә, бер саҡ урындағы бер рухани халыҡ төркөмөн рупорлы автомобилде уратып алырға ҡотортҡан. Әммә шул ваҡытта ҡаланың мэры менән полицейскийҙар килгән һәм программаны башынан аҙағына тиклем тыңлап торған. Китер алдынан мэр, уҡыр өсөн, әҙәбиәтебеҙҙе алған. Шулай итеп ул көн хәүеф-хәтәрһеҙ үткән. Ундай ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, 1940 йылғы «Йыллыҡ баҫма»ла 1939 йыл тураһында, Бразилия өсөн «был осор, Бөйөк Аллаға хеҙмәт итеп, уның исемен иғлан итер өсөн иң яҡшы ваҡыт», тип яҙылған булған.

«Күҙәтеү манараһының рупорлы автомобиле»н ҡулланыу Бразилиялағы вәғәз эшенең киң ҡолас алыуына килтергән. Был автомобиль миллионлаған кешегә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе еткереүҙә төп роль уйнаған. 1941 йылда күп кешегә билдәле был автомобиль һатылған булһа ла, Йәһүә Шаһиттарының күбеһе Бразилияның икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрендә эскерһеҙ кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүен дауам иткән. (Бразилиялағы архивыбыҙҙан.)

[Төшөрмә]

^ 7 абз. Хеҙмәт конгрестары дауамында ҡәрҙәштәр шулай уҡ вәғәзгә йөрөгән.