Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Беҙ Алланың йомарт игелеген күп тапҡырҙар татыныҡ

Беҙ Алланың йомарт игелеген күп тапҡырҙар татыныҡ

АТАЙЫМ Артур Гест йәш сағынан Алланы тәрән ихтирам иткән. Ул методист сиркәүенең руханийы булырға теләгән. Әммә, Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең әҙәбиәтен уҡып, улар менән аралаша башлағас, атайымдың пландары үҙгәргән. 1914 йылда 17 йәшендә ул һыуға сумдырылған. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында уны хәрби хеҙмәткә саҡырғандар. Ҡулына ҡорал алыуҙан баш тартҡас, атайымды 10 айға Кингстон ҡалаһындағы (Онтарио провинцияһы, Канада) төрмәгә ултыртҡандар. Төрмәнән сыҡҡас, ул китап таратыусы (ул ваҡытта пионерҙарҙы шулай атағандар) булып китеп, тулы ваҡытлы хеҙмәт башлаған.

1926 йылда атайым менән әсәйем (Хейзл Уилкинсон) өйләнешкән. Әсәйемдең әсәһе хәҡиҡәтте 1908 йылда белгән. 1931 йылдың 24 апрелендә ғаиләлә икенсе бала булып мин тыуғанмын. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Йәһүәгә хеҙмәт итеү ғаиләбеҙ тормошонда беренсе урында торҙо. Атайыбыҙҙың Изге Яҙманы тәрән хөрмәт итеүе беҙҙә лә Алла Һүҙенә һөйөү үҫтерҙе. Беҙ даими рәүештә бөтә ғаиләбеҙ менән өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй торғайныҡ (Ғәм. 20:20).

АТАЙЫМ КЕҮЕК, НЕЙТРАЛИТЕТ ҺАҠЛАЙЫМ ҺӘМ ПИОНЕР БУЛЫП ХЕҘМӘТ ИТӘМ

1939 йылда Икенсе бөтә донъя һуғышы башланды, ә киләһе йылда Канадала Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге тыйылды. Мәктәптәрҙә байраҡҡа честь биреү һәм милли гимн йырлау кеүек патриотик саралар үткәрелә башланы. Миңә һәм Дороти апайыма был ваҡытта класс бүлмәһенән сығып торорға рөхсәт итә торғайнылар. Ләкин бер көндө уҡытыусым көтмәгәндә мине кәмһетә башланы һәм ҡурҡаҡ тип атаны. Дәрестәрҙән һуң бер нисә синыфташым миңә һөжүм итте һәм ергә йыҡты. Әммә был осраҡ минең «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға» теләгемде нығытты ғына (Ғәм. 5:29).

1942 йылдың 1 июлендә 11 йәшемдә мин фермала һыу багында сумдырылыу үттем. Каникул ваҡыттарында миңә отпускылағы пионер булып (ул саҡта ярҙамсы пионерҙар шулай атала ине) хеҙмәт итеү бик оҡшай ине. Бер йылды беҙ башҡа өс ағай-ҡәрҙәш менән бергә Онтарионың төньяғында билдәләнмәгән территорияла урман ҡырҡыусыларға вәғәзләнек.

1949 йылдың 1 майында мин пионер булып хеҙмәт итә башланым. Ул ваҡытта Вефилдә төҙөлөш бара ине, һәм мине шул төҙөлөштә ҡатнашырға саҡырҙылар. Шулай итеп, 1 декабрҙә мин Канадалағы Вефиль ғаиләһенең ағзаһы булып киттем. Мине типографияға билдәләнеләр һәм китап баҫыу станогы менән ҡулланырға өйрәттеләр. Бер нисә аҙна мин төнөн эшләнем, беҙ Канадалағы Йәһүә шаһиттарын эҙәрләүгә арналған буклет баҫтырҙыҡ.

Һуңыраҡ, мин Хеҙмәт бүлегендә эшләгәндә, миңә Квебекка хеҙмәт итергә китеп барған пионерҙар менән һөйләшеп алырға ҡуштылар, унда эшмәкәрлегебеҙгә айырыуса ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтелә ине. Был пионерҙар Квебекка китеп барышлай филиалға инде. Улар араһында Эдмонтондан (Альберта провинцияһы) Мэри Зазула булды. Мэри һәм уның ағаһы Джо Изге Яҙма өйрәнеүен дауам иткәнгә, ҙур ашҡыныу менән православие динен тотҡан ата-әсәһе уларҙы өйҙән ҡыуып сығарған. 1951 йылдың июнендә Мэри менән Джо һыуға сумдырылған һәм ярты йылдан һуң пионер хеҙмәтен башлаған. Пионерҙар менән аралашҡанда, Мэриҙың Йәһүәне ни тиклем ныҡ яратыуы мине бик һоҡландырҙы. Үҙ-үҙемә былай тинем: «Етди етешһеҙлектәре булмаһа, мин уға өйләнәм». Туғыҙ ай үткәс, 1954 йылдың 30 ғинуарында беҙ өйләнештек. Ә бер аҙнанан һуң беҙҙе район күҙәтеүсеһе хеҙмәтен башҡарырға өйрәнеү өсөн саҡырҙылар, һәм киләһе ике йыл беҙ Онтарионың төньяғында район күҙәтеүсеһе хеҙмәтендә ҡатнаштыҡ.

Бөтә донъя буйынса алып барылған вәғәз эше йылдан-йыл киңәйгән һайын, миссионерҙарға ихтыяж да арта барҙы. Канаданың ҡышҡы һыуыҡтары һәм йәйге серәкәй өйөрҙәре беҙҙең өсөн бер ни түгел икән, тимәк, ҡайҙа ғына билдәләнһәк тә, теләһә ниндәй шарттарҙа ла бирешмәҫбеҙ, тип уйланыҡ беҙ. 1956 йылдың июлендә беҙ Гилеад мәктәбенең 27-се синыфын тамамланыҡ, ә ноябрҙә беҙ инде Бразилияла булдыҡ, беҙ миссионер итеп унда билдәләнгән инек.

БРАЗИЛИЯЛА ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ

Беҙ Бразилиялағы филиалға килдек һәм португал телен өйрәнә башланыҡ. Бер нисә төп һүҙбәйләнеш һәм бер минутлыҡ инеш һүҙҙәрҙе ятлап алғас, беҙ вәғәзгә сығып киттек. Кеше ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, беҙ уға Изге Яҙманан Алла Батшалығы идараһы аҫтындағы тормошто һүрәтләгән шиғырҙарҙы уҡырға һөйләштек. Вәғәзгә сыҡҡан беренсе көндө үк бер ҡатын беҙҙе бик иғтибарлы тыңланы, мин уға Асылыш 21:3, 4-те уҡыным да иҫемде юғалттым! Организмым ундай эҫе һәм дымлы климатҡа күнекмәгән ине. Был минең өсөн етди һынау булды.

Беҙ Кампус ҡалаһында миссионер булып хеҙмәт иттек. Хәҙер унда 15 йыйылыш, әммә, беҙ был ҡалаға килгән саҡта унда ни бары бер генә төркөм булғайны. Ундағы миссионерҙар йортонда дүрт апай-ҡәрҙәш йәшәй ине: Эстер Трейси, Рамона Бауэр, Луиза Шварц һәм Лоррейн Брукс (хәҙер Уоллен). Миссионерҙар йортонда мин кер йыуыу һәм аш бешереү өсөн утын әҙерләү менән бәйле эштәрҙә ярҙамлаштым. Бер ваҡыт, дүшәмбе кис «Күҙәтеү манараһы»н өйрәнгәндән һуң, беҙгә саҡырылмаған бер ҡунаҡ килде. Беҙ үткән көн хаҡында һөйләшкән арала ҡатыным диванға ятып торҙо. Ул башын күтәреү менән, мендәр аҫтынан шыуышып йылан килеп сыҡты! Бының арҡаһында ҡупҡан шау-шыу мин йыланды үлтергәс кенә баҫылды.

Португал телен бер йыл өйрәнгәндән һуң, мин район күҙәтеүсеһе итеп билдәләндем. Беҙ ауыл ерендә хеҙмәт иттек һәм бик ябай тормош алып барҙыҡ: электр тогы юҡ ине, септә түшәктә йоҡлай инек, ә йыйылыштарға ат егелгән арбала барып етә торғайныҡ. Билдәләнмәгән территорияла үткәрелгән бер вәғәз кампанияһы ваҡытында беҙ, поезға ултырып, тауҙарҙа урынлашҡан бер ҡалаға юлландыҡ һәм ундағы пансионда бер бүлмәне ҡуртымға алдыҡ. Филиал беҙгә таратыр өсөн 800 журнал ебәргән ине. Бөтә ҡаптарҙы алып килтерер өсөн, беҙгә почтаға бер нисә тапҡыр барырға тура килде.

1962 йылда бөтә Бразилия буйынса ағай-ҡәрҙәштәр һәм миссионер булып хеҙмәт иткән апай-ҡәрҙәштәр өсөн Изге хеҙмәт мәктәбе үткәрелде. Миңә ярты йыл эсендә Манаус, Белен, Форталез, Ресиф һәм Сальвадор ҡалаларында дәрестәр үткәрергә ҡуштылар. Мин шулай уҡ Манауста күренекле опера театрында өлкә конгресы ойошторҙом. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыуҙың күпселек өлөшө эсерлек түгел ине. Өҫтәүенә, конгресс делегаттары өсөн төшкө аш ашау урыны юҡ ине. (Ул ваҡытта конгрестарҙа делегаттар өсөн аш бешерелә ине.) Мин хәрбиҙәргә мөрәжәғәт иттем, һәм бер игелекле офицер конгресҡа килгән бөтә кешеләрҙе эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе хәстәрләне. Ул шулай уҡ һалдаттарға, кухня менән кафе урынлаштырыр өсөн, ике ҙур палатка ҡуйырға ҡушты.

Мин ҡаланан ҡалаға йөрөгән саҡта Мэри сауҙа итеү районында Бразилияға аҡса эшләргә килгән португалдарға вәғәзләне. Уларҙың уйында аҡса ғына булған, шуға күрә ул бер кем менән дә Изге Яҙма тураһында һөйләшеү башлай алмаған. Мэри хатта бер нисә вефилсегә: «Мин Португалияла йәшәргә бер ваҡытта ла теләмәҫ инем», — тип әйткән. Әммә тиҙҙән беҙ хат алдыҡ, унда беҙгә тап шул илгә күсергә тәҡдим ителә ине. Мэри үҙен нисек тойғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Ул ваҡытта Португалияла эшмәкәрлегебеҙ тыйылған ине, шулай ҙа беҙ унда күсергә ризалаштыҡ.

ПОРТУГАЛИЯЛА ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ

1964 йылдың авгусында беҙ Португалияның баш ҡалаһы Лиссабонға килеп төштөк. Португалияның йәшерен полицияһы (ПИДЕ) ҡәрҙәштәребеҙгә күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Шуға күрә ағай-ҡәрҙәштәр, беҙҙе бер кем дә ҡаршы алмаһа һәм беҙ бер ни тиклем ваҡыт урындағы Йәһүә шаһиттары менән аралашмай торһаҡ, яҡшыраҡ булыр, тип ҡарар иттеләр. Илдә йәшәүгә рөхсәт ҡағыҙы көткән арала беҙ пансионда йәшәнек. Ә виза бирелгәс, беҙ бер фатирҙы ҡуртымға алдыҡ. 1965 йылдың ғинуарында беҙ, ниһайәт, филиал менән бәйләнешкә индек. Биш айҙан һуң беренсе тапҡыр йыйылыш осрашыуына барыу шул тиклем шатлыҡлы ине!

Беҙ полицияның көн һайын ҡәрҙәштәрҙең өйҙәрендә тентеү яһағаны хаҡында белдек. Батшалыҡ залдары ябылғанға, йыйылыш осрашыуҙары ҡәрҙәштәрҙең өйҙәрендә үтә ине. Йөҙләгән вәғәзсене кемлеген билдәләү һәм һорау алыу өсөн полиция участкаһына алып китә торғайнылар. Полиция хеҙмәткәрҙәре, йыйылыш осрашыуҙарын үткәреүселәрҙең исемдәрен белергә тырышып, ҡәрҙәштәр менән бик ҡаты мөғәмәлә иттеләр. Шуның өсөн ҡәрҙәштәр бер-береһенә, фамилияны әйтмәйенсә, исем менән генә, мәҫәлән, Жозе йә Паулу тип кенә өндәшергә һүҙ ҡуйышҡан ине. Беҙ ҙә шулай эшләнек.

Ҡәрҙәштәребеҙҙе рухи аҙыҡ менән тьәмин итеү төп маҡсатыбыҙ булды. Мэриға, «Күҙәтеү манараһы»нан өйрәнеү мәҡәләләрен һәм башҡа баҫмаларҙы баҫтырыр өсөн, мимеографҡа трафареттар яһарға ҡуштылар.

ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ СУДТА ЯҠЛАУ

1966 йылдың июнь айында Лиссабонда бик мөһим суд ултырышы булды. «Фейжо» йыйылышының бөтә 49 ағзаһын да бер ҡәрҙәштең өйөндә законға ҡаршы үткәрелгән йыйылыш осрашыуында булғандары өсөн яуапҡа тарттырҙылар. Мин, прокурор ролен уйнап, уларҙы судҡа һәм төрлө яҡлап һорау алыуға әҙерләнем. Беҙ судта еңеләсәгебеҙҙе белә инек, шул уҡ ваҡытта яҡшы шаһитлыҡ бирәсәгебеҙҙе аңлай инек. Адвокатыбыҙ, ҡыйыулыҡ күрһәтеп, телмәрен беренсе быуатта йәшәгән Гамалиилдың һүҙҙәре менән тамамланы (Ғәм. 5:33—39). Был ваҡиға прессала бик киң яҡтыртылды. Бөтә ҡәрҙәштәр ҙә 45 тәүлектән алып биш ай ярымға тиклем төрмәгә хөкөм ителде. Беҙҙе яҡлаған ҡыйыу адвокат Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашты һәм ғүмеренең аҙағына тиклем йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнө.

1966 йылдың декабрендә мине филиалдың күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр, һәм мин күп ваҡыт юридик һорауҙар менән шөғөлләндем. Беҙ Йәһүә шаһиттары үҙ динен иркен тота алһын өсөн күп көс һалдыҡ (Флп. 1:7). Ниһайәт, 1974 йылдың 18 декабрендә беҙ рәсми рәүештә танылдыҡ. Порту ҡалаһында, шулай уҡ Лиссабонда тарихи осрашыу үтте. Унда, дөйөм алғанда, 46 870 кеше булды. Шатлығыбыҙҙы уртаҡлашыр өсөн баш идаралыҡтан Нейтан Норр һәм Фредерик Френц ҡәрҙәштәр килде.

Шулай итеп Йәһүә Азор, Кабо-Верде, Мадейра, Сан-Томе һәм Принсипи утрауҙарында йәшәгән һәм португал телендә һөйләшкән кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинселек асты. Был илдәрҙә Йәһүә шаһиттарының һаны артҡанға, филиалды киңәйтергә кәрәк булды. 1988 йылдың 23 апрелендә филиалдың яңы биналарын бағышлау осрашыуы үтте, был осрашыуҙа 45 522 кеше булды. Бағышлау телмәре менән Милтон Хеншель сығыш яһаны. Беҙ был тарихи осрашыуға элек Португалияла миссионер булып хеҙмәт иткән 20 ҡәрҙәштең килеүенә бик шатландыҡ.

АЛЛАҒА ТОҒРО ҠӘРҘӘШТӘРҘӘН ӨЙРӘНДЕК

Аллаға тоғро ҡәрҙәштәр менән аралашыу күп йылдар дауамында тормошобоҙҙо байытып торҙо. Бер ваҡыт, Теодор Ярач зональ күҙәтеүсе булараҡ бер филиалға килеп китеү яһағанда, мин уға ярҙам иттем. Шунда үҙемә бик мөһим һабаҡ алдым. Был филиал етди ауырлыҡ менән осрашҡан ине, һәм филиал комитетының ағзалары хәлде сисер өсөн көстәренән килгәндең барыһын да эшләгән ине. Уларҙың борсолоуын күреп, Ярач ҡәрҙәш былай тине: «Ә хәҙер изге рух үҙенең эшен башҡарһын». Күп йылдар элек, беҙ Мэри менән Бруклинда булғанда, бер кисте Фредерик Френц һәм башҡа ҡәрҙәштәр менән үткәрҙек. Кис тамамланып барғанда, Френц ҡәрҙәштән Йәһүәгә күп йылдар дауамында хеҙмәт иткәндә нимәгә өйрәнгәне хаҡында һөйләп биреүен һоранылар. Ул былай тине: «Иң мөһиме: ниндәй генә хәлдәр булһа ла, Йәһүәнең күҙгә күренгән ойошмаһын ҡалдырмаҫҡа. Башҡа бер ниндәй ойошма ла Ғайса үҙ шәкерттәренә биргән йөкләмәне, атап әйткәндә, Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү йөкләмәһен үтәмәй».

Беҙ ҡатыным менән тап шулай эшләнек тә. Беҙ төрлө филиалдарға килеп китеүҙәр яһаған саҡтарыбыҙ хаҡындағы иҫтәлектәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Бындай килеп китеүҙәр ваҡытында беҙ йәш һәм оло ҡәрҙәштәрҙең хеҙмәтен ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәттек һәм уларҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙәрен артабан да ҡәҙерләргә дәртләндерҙек.

Ваҡыт оса ғына, һәм бына йәшебеҙ инде 80-дән уҙып китте. Мэриҙың һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡтары күп (2 Кор. 12:9). Әммә ауырлыҡтар иманыбыҙҙы нығыта һәм Аллаға тоғро ҡалырға ынтылышыбыҙҙы көсәйтә генә. Үткән ғүмеребеҙҙе иҫкә төшөрөп, беҙ, Алланың йомарт игелеген күп тапҡырҙар татыныҡ, тип һис шикләнмәйенсә әйтә алабыҙ *.

^ 29 абз. Был мәҡәлә баҫылып сығыуға әҙерләгән саҡта Дуглас Гест ҡәрҙәш 2015 йылдың 25 октябрендә үлеп китте. Ул үлеменә тиклем Йәһүәгә тоғро булып ҡалды.