7-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
«Йыуашлыҡты эҙләгеҙ» һәм Йәһүәне шатландырығыҙ
«Ерҙәге... бар йыуаштар, Йәһүәне эҙләгеҙ. ...Йыуашлыҡты эҙләгеҙ» (САФ. 2:3).
80-СЕ ЙЫР «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ»
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1, 2. а) Муса ниндәй кеше булған, һәм Алла ярҙамы менән ул ниндәй эштәр башҡара алған? б) Йыуашлыҡ үҫтерер өсөн ниндәй көслө этәргес бар?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА яҙылғанса, Муса «ер йөҙөндәге бар кешеләрҙең иң йыуашы» булған (Һан. 12:3). Был уның көсһөҙ, икеләнеүсән, сиктән тыш йомшаҡ булыуын аңлатамы? Ҡайһы берәүҙәр йыуаш кешене тап шулай итеп күҙ алдына килтерә. Ләкин был дөрөҫ түгел. Ысынында Алланың был хеҙмәтсеһе көслө, тәүәккәл һәм ҡыйыу булған. Йәһүәнең ярҙамы менән ул Мысырҙың идарасыһына ҡаршы торорға ҡурҡмаған, күп һанлы халыҡты (күрәһең, 3 000 000 кешене) сүл аша алып барған һәм Израилгә дошмандарын еңергә ярҙам иткән.
2 Муса кисергән ауырлыҡтар менән осрашмаһаҡ та, беҙ көн һайын йыуашлыҡ сағылдырыуы ауыр булған хәлдәргә тарыйбыҙ. Әммә беҙҙең был сифатты үҫтерер өсөн көслө этәргес бар. Йәһүә «йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ» тип вәғәҙә итә (Зәб. 37:11). Һеҙ үҙегеҙҙе йыуаш кеше тип һанайһығыҙмы? Ә башҡалар һеҙҙең турала шулай уйлаймы? Был мөһим һорауҙарға яуап алыр өсөн, йыуашлыҡтың нимә икәнен белергә кәрәк.
НИМӘ УЛ ЙЫУАШЛЫҠ?
3, 4. а) Йыуашлыҡты нимә менән сағыштырып була? б) Йыуаш булырға теләһәк, беҙгә тағы ниндәй дүрт сифат кәрәк һәм ни өсөн?
3 Йыуашлыҡты * матур рәсем менән сағыштырып була. Рәсем яһар өсөн рәссам төрлө буяуҙарҙы бергә ҡуша; тап шулай уҡ йыуашлыҡ та үҙ эсенә бер нисә матур сифатты ала. Шуларҙың ҡайһы берҙәре: баҫалҡылыҡ, күндәмлек, йомшаҡлыҡ һәм рух ныҡлығы. Йәһүәне шатландырырға теләһәк, ни өсөн беҙгә был сифаттар кәрәк?
4 Баҫалҡы кеше генә Алла ихтыярын күндәм үтәй. Башҡа әмерҙәрҙән тыш, Алла шулай уҡ беҙҙән яғымлы, йәғни йомшаҡ булыуҙы ла көтә (Гал. 5:23). Беҙ Алланың ихтыярын үтәгәндә, Шайтан ярһый. Шуға күрә, беҙ баҫалҡы һәм йомшаҡ булһаҡ та, Иблис йоғонтоһо аҫтында булған күп кешеләр беҙҙе нәфрәт итә (Яхъя 15:18, 19). Шунлыҡтан, Шайтанға ҡаршы торор өсөн рух ныҡлығы кәрәк.
5, 6. а) Ни өсөн Иблис йыуаш кешеләрҙе күрә алмай? б) Беҙ ниндәй һорауҙарға яуап алырбыҙ?
5 Йыуаш кешенән айырмалы булараҡ, ғорур кеше асыуын тыймай һәм Йәһүәгә буйһонмай. Иблис үҙен тап шулай тота ла. Уның йыуаш кешеләрҙе нәфрәт итеүе һис тә ғәжәп түгел. Улар, яҡшы сифаттар сағылдырып, Иблистең ни тиклем яуыз икәнен күрһәтә. Унан да бигерәк, улар Шайтандың ялғансы икәнен иҫбатлай, сөнки ул, нимә генә әйтһә лә һәм эшләһә лә, йыуаш кешеләрҙе Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтата алмай (Әйүп 2:3—5).
6 Ниндәй осраҡтарҙа йыуаш булыуы ауыр? Һәм ни өсөн беҙгә артабан да йыуашлыҡ үҫтерергә кәрәк? Был һорауҙарға яуап алыр өсөн, беҙ Мусаның, Вавилон әсирлегендә булған өс еврейҙың һәм Ғайса Мәсихтең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ.
НИНДӘЙ ОСРАҠТАРҘА ЙЫУАШ БУЛЫУЫ АУЫР?
7, 8. Ихтирамһыҙлыҡ менән осрашҡанда, Муса үҙен нисек тотҡан?
7 Хакимлыҡҡа эйә булғанда. Хакимлыҡҡа эйә булған кешегә йыуаш булып ҡалыуы еңел булмаҫҡа мөмкин. Ә уның етәкселеге аҫтында булған кешеләр уның менән ихтирамһыҙ мөғәмәлә итһә йә уның ҡарарҙарын тәнҡитләһә, айырыуса ауыр булыуы ихтимал. Һеҙҙең шундай хәлгә эләккәнегеҙ булдымы? Берәй туғанығыҙ үҙен шулай тотһа, нимә эшләрһегеҙ? Әйҙәгеҙ, Мусаның шундай осраҡта нисек эш иткәнен ҡарап сығайыҡ.
8 Йәһүә Мусаны Израилдең етәксеһе итеп билдәләгән һәм уның аша халыҡҡа ҡанундар биргән. Йәһүәнең Мусаға ярҙам итеп торғаны ап-асыҡ булған. Шулай булһа ла, апаһы Мириәм һәм ағаһы Һарун Мусаны һайлаған Һан. 12:1—13). Ни өсөн Муса шулай эш иткән?
ҡатыны арҡаһында тәнҡитләгән. Ҡайһы берәүҙәр, Муса урынында булһалар, асыуланып үс алырға тырышыр ине, ләкин ул ундай булмаған. Муса тиҙ үпкәләп бармаған. Ул хатта, Йәһүәгә ялбарып, Мириәмде һауыҡтырыуын һораған (9, 10. а) Йәһүә Мусаға нимәне аңларға ярҙам иткән? б) Ғаилә башлыҡтары һәм өлкәндәр Мусанан нимәгә өйрәнә ала?
9 Муса Йәһүәгә үҙен өйрәтергә юл ҡуйған. Фирғәүен ғаиләһенең ағзаһы булған сағында Муса йыуаш булмаған. Бер тапҡыр ул, ҡыҙып китеп, ғәҙелһеҙ эш иткән бер кешене үлтергән. Муса, Йәһүә мине хуплар, тип уйлаған. 40 йыл дауамында Йәһүә уға шуны аңларға ярҙам иткән: Израиль халҡын етәкләр өсөн ҡыйыулыҡ ҡына әҙ, йыуашлыҡ сағылдырыу ҙа мөһим. Ә йыуаш булыр өсөн уға шулай уҡ баҫалҡы, күндәм һәм йомшаҡ булырға кәрәк булған. Муса был һабаҡты үҙләштергән һәм яҡшы етәксе булып киткән (Сығ. 2:11, 12; Ғәм. 7:21—30, 36).
10 Бөгөн ғаилә башлыҡтарына һәм өлкәндәргә Мусанан өлгө алырға кәрәк. Ихтирамһыҙлыҡ менән осрашҡанда үпкәләргә ашыҡмағыҙ. Баҫалҡылыҡ менән үҙ хаталарығыҙҙы танығыҙ (Вәғ. 7:9, 20). Ауырлыҡтарҙы хәл иткәндә, Йәһүәнең күрһәтмәләрен күндәм үтәгеҙ һәм һәр ваҡыт йомшаҡ итеп яуап бирегеҙ (Ғиб. һүҙ. 15:1). Шулай эш иткән ғаилә башлыҡтары һәм өлкәндәр Йәһүәне һөйөндөрә, татыулыҡҡа өлөш индерә һәм йыуашлыҡ сағылдырыуҙа яҡшы үрнәк күрһәтә.
11—13. Анания, Мисаил һәм Азария беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған?
11 Эҙәрләүҙәргә дусар булғанда. Тарих дауамында идарасылар Йәһүә халҡын эҙәрләгән. Улар беҙҙе төрлө «енәйәттәрҙә» ғәйепләргә мөмкин, әммә ысынында эҙәрләүҙәрҙең сәбәбе бер: беҙ «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ» буйһонабыҙ (Ғәм. 5:29). Беҙҙән мыҫҡыллап көлөргә, төрмәгә ултыртырға һәм хатта туҡмарға мөмкиндәр. Әммә беҙ бер кемдән дә үс алмайбыҙ, ә Йәһүәнең ярҙамы менән һынауҙар ваҡытында тыныс һәм йомшаҡ булып ҡалабыҙ.
12 Вавилон әсирлегенә эләккән өс еврейҙың — Анания, Мисаил һәм Азарияның ниндәй үрнәк ҡалдырғанын ҡарап сығайыҡ *. Вавилон батшаһы уларға ҙур алтын һынға табынырға ҡушҡан, әммә улар ихтирамлы итеп батшаға ни өсөн һынға табынмаясаҡтарын аңлатҡан. Батша уларға дөрләп янған мейескә ташлау менән янаһа ла, улар Аллаға күндәм булып ҡалған. Йәһүә уларҙы ҡотҡарған, әммә улар быға ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарамаған, ә, киреһенсә, Йәһүә нимәгә генә юл ҡуйһа ла, шуны ҡабул итергә әҙер булған (Дан. 3:1, 8—28). Уларҙың миҫалынан күренеүенсә, йыуаш кешеләр ысын мәғәнәлә ҡыйыу. Идарасылар ҙа, янауҙар ҙа, язалар ҙа беҙҙе Йәһүәгә «йән-тән менән бирелгәнлектән» баш тартырға мәжбүр итә алмай (Сығ. 20:4, 5).
13 Йәһүәгә тоғролоғобоҙ һыналғанда, нисек был өс еврейҙан үрнәк алып була? Беҙ, баҫалҡылыҡ сағылдырып, Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына ышанабыҙ (Зәб. 118:6, 7). Шулай уҡ беҙҙе енәйәттәрҙә ғәйепләгән кешеләргә «баҫалҡылыҡ һәм ихтирам» менән яуап бирергә тырышабыҙ (1 Пет. 3:15, 16). Һәм ҡайғыртыусан Атабыҙ менән дуҫлығыбыҙға зыян килтерә алған һәр нәмәнән баш тартабыҙ.
14, 15. а) Стресс беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин? б) Ғәмәлдәр 8:32 буйынса, ни өсөн Ғайса стресс кисергән ваҡытта йыуашлыҡ сағылдырыуҙа иң яҡшы өлгө күрһәткән?
14 Стресс кисергәндә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында стресс кисерәбеҙ. Мәҫәлән, ғәҙәттә, мәктәп уҡыусылары — имтихан бирер алдынан, ә өлкәнерәк кешеләр эштә берәй махсус йөкләмә үтәр алдынан тулҡынлана. Ҡайһы берәүҙәр операция яһатыу йәки дауаханала берәй тикшереү үтеү тураһында уйлауҙан ғына ла борсола башлай. Стресс кисергәндә йыуаш булыу еңел түгел. Быға тиклем иғтибар итмәгән ябай нәмәләрҙең дә йәнгә тейә башлауы ихтимал. Һүҙҙәребеҙ тупаҫ булып китергә, ә тауышыбыҙҙа һалҡынлыҡ һиҙелергә мөмкин. Стресс кисерһәгеҙ, Ғайса Мәсихтең миҫалы тураһында уйланығыҙ.
15 Ерҙәге тормошоноң һуңғы айҙарында Ғайса бик көслө стресс кисергән. Ул үҙенең ҡот осҡос ғазаптар аша үтерен һәм үлемгә дусар булырын белгән (Яхъя 3:14, 15; Гал. 3:13). Үлеренә тиклем бер нисә ай ҡалғас, ул шәкерттәренә үҙенең йән ғазаптары кисергәне хаҡында әйткән (Лука 12:50). Ә үлеменә бер нисә көн ҡалғас, ул: «Күңелем Минең хәҙер борсоулы», — тигән. Доғаһынан уның баҫалҡы һәм Аллаға күндәм булғаны асыҡ күренә. Ул былай тип доға ҡылған: «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар... Ләкин Мин ошо сәғәт өсөн килдем дә инде. Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт» (Яхъя 12:27, 28). Ваҡыт еткәс, Ғайса, ҡыйыулыҡ сағылдырып, Алланың дошмандарына үҙен кәмһетеүле һәм ғазаплы үлемгә дусар итергә рөхсәт иткән. Стресс һәм әйтеп бөткөһөҙ ғазаптар кисерһә лә, Ғайса йыуашлыҡ сағылдырған һәм Алла ихтыярын үтәгән. Һис шикһеҙ, Ғайса стресс кисергән ваҡытта йыуашлыҡ сағылдырыуҙа иң яҡшы өлгө күрһәткән! (Ғәмәлдәр 8:32-не уҡығыҙ.)
16, 17. а) Ғайсаның иң яҡын дуҫтары уның йыуашлығын нисек һынаған? б) Беҙ нисек Ғайсанан өлгө ала алабыҙ?
16 Ғайсаның ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә иң яҡын дуҫтары уның йыуашлығын һынаған. Ғайсаның шул төндө ниндәй стресс кисергәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Ул үлеменә тиклем тоғро булып ҡалырмы? Миллиардлаған кешенең ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булған (Рим. 5:18, 19). Унан да бигерәк, уның эш итеүе Атаһының абруйын йә күтәрә, йә төшөрә алған (Әйүп 2:4). Бына шул ваҡытта, Ғайса иң яҡын дуҫтары менән һуңғы тапҡыр ашап ултырғанда, илселәр араһында «ҡайһыныһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс» сыға. Ғайса уларҙың был һорауға ҡарашын инде күп тапҡыр төҙәтергә тырышҡан, ул быны хатта шул кисте эшләгән булған! Ғәжәп хәл, әммә Ғайса уларға асыуланмай. Бының урынына, ул тыныс булып ҡала һәм улар менән йомшаҡ ҡына һөйләшә. Ул тағы бер тапҡыр игелекле итеп, шул уҡ ваҡытта асыҡтан-асыҡ был һорауға нисек ҡарарға кәрәклеген аңлата. Шунан ул дуҫтарын тоғро булғандары өсөн маҡтай (Лука 22:24—28; Яхъя 13:1—5, 12—15).
17 Ә һеҙ, шуға оҡшаш хәлгә эләкһәгеҙ, нисек эш итер инегеҙ? Ғайсанан үрнәк алып, стресс кисергәндә йыуаш булып ҡалырға тырышығыҙ. Йәһүәнең «бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ» тигән әмеренә теләп буйһоноғоҙ (Кол. 3:13). Үҙебеҙ ҙә башҡаларҙың асыуын сығарған берәй нәмә әйтә йә эшләй алғаныбыҙҙы иҫтә тотһаҡ, сабырлыҡ сағылдырыуы еңелерәк булыр (Ғиб. һүҙ. 12:18; Яҡ. 3:2, 5). Шулай уҡ башҡаларҙы яҡшы сифаттары өсөн маҡтарға тырышығыҙ (Ефес. 4:29).
НИ ӨСӨН АРТАБАН ДА ЙЫУАШЛЫҠ САҒЫЛДЫРЫУ МӨҺИМ?
18. Йәһүә нисек йыуаш кешеләргә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә, әммә улар, үҙ сиратында, нимә эшләргә тейеш?
18 Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итербеҙ. Етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә Йәһүәнең ярҙамын алырға теләһәк, йыуаш булыу мөһим. Ул «йыуаштарҙың үтенесен» тыңларға вәғәҙә итә (Зәб. 10:17). Әммә ул үтенестәребеҙҙе тыңлау менән генә сикләнмәй. Изге Яҙмала былай тиелә: «Ул йыуаштарҙы дөрөҫ юлдан йөрөтөр, йыуаштарҙы үҙ юлына өйрәтер» (Зәб. 25:9). Йәһүә беҙҙе үҙенең Һүҙе аша өйрәтә, шулай уҡ «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» әҙерләгән баҫмалар *, видеояҙмалар һәм йыйылыш осрашыуҙары аша кәңәштәр бирә (Матф. 24:45—47). Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ярҙамға мохтаж булыуыбыҙҙы танырға, Йәһүәнең ойошмаһы биргән материалдарҙы тикшерергә һәм белгәндәребеҙҙе тормошта теләп ҡулланырға тейеш.
19—21. Кадешта Муса ниндәй хата яһаған, һәм беҙ уның осрағынан нимәгә өйрәнәбеҙ?
19 Әҙерәк хаталар яһарбыҙ. Мусаның миҫалына ҡайтайыҡ. Тиҫтәләгән йылдар дауамында ул йыуаш булып ҡалған һәм Йәһүәне ҡыуандырған. Әммә сүлдә яҡынса 40 йыл сәйәхәт иткәндән һуң, бер осраҡта Муса йыуашлыҡ сағылдырмаған. Күптән түгел генә уның апаһы Мириәм үлгән һәм Кадешта күмелгән. Күрәһең, тап ул Мысырҙа Мусаның ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Ошо ваҡытта израилдәр ҡабат, беҙҙең хаҡта яҡшы итеп ҡайғыртмайҙар, тип зарлана башлаған. Халыҡ, һыу етмәгәнгә, Муса менән талашҡан. Муса Йәһүәнең көсө ярҙамында күп мөғжизәләр ҡылһа ла һәм, фиҙаҡәрлек сағылдырып, оҙаҡ ваҡыт улар менән етәкселек итһә лә, израилдәр барыбер зарланған. Улар Һан. 20:1—5, 9—11).
һыу етмәгәнгә генә түгел, ә шулай уҡ Мусанан да зарланған, имеш, һыу юҡлығына Муса ғәйепле булған (20 Асыуынан ярһып китеп, Муса йыуашлыҡ сағылдырмаған. Йәһүә ҡушҡанса, иман сағылдырып ҡаяға өндәшеү урынына, Муса асыуланып халыҡҡа мөрәжәғәт иткән һәм мөғжизә өсөн данды үҙенә алған. Шунан ул ҡаяға ике тапҡыр һуҡҡан, һәм ҡаянан күп итеп һыу аға башлаған. Ғорурлыҡ һәм асыу тойғоһо арҡаһында Муса бик етди хата яһаған (Зәб. 106:32, 33). Бер ни тиклем ваҡытҡа йыуашлығын юғалтҡанға, Муса Вәғәҙә ителгән ергә инеү мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған (Һан. 20:12).
21 Был осраҡтан мөһим һабаҡтар алып була. Беренсенән, йыуашлыҡ сағылдырыр өсөн даими тырышлыҡ һалырға кәрәк. Хатта әҙ генә ваҡыт был сифат өҫтөндә эшләмәһәк, беҙ, ғорурлыҡҡа бирелеп, аҡылһыҙ һүҙ әйтергә йә аҡылһыҙ эш ҡылырға мөмкин. Икенсенән, стресс беҙҙе хәлһеҙләндерә ала, шуға күрә ауыр шарттарҙа йыуаш булып ҡалыр өсөн тағы ла күберәк көс һалырға кәрәк.
22, 23. а) Ни өсөн беҙгә артабан да йыуашлыҡ сағылдырырға кәрәк? б) Сафуния 2:3-тәге һүҙҙәр нимәне аңлата?
22 Был беҙҙең өсөн яҡлау булыр. Тиҙҙән Йәһүә бөтә яуыз кешеләрҙе юҡ итәсәк, ерҙә тик йыуаштар ғына ҡаласаҡ. Ул саҡта ерҙә тыныслыҡ хөкөм һөрөр (Зәб. 37:10, 11). Һеҙ шул йыуаш кешеләр араһында булырһығыҙмы? Йәһүәнең Сафуния пәйғәмбәрҙән яҙҙырған йылы һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, һис шикһеҙ, ул ваҡытты күрерһегеҙ. (Сафуния 2:3-тө уҡығыҙ *.)
23 Ни өсөн Сафуния 2:3-тә: «Бәлки, Йәһүәнең асыу көнөндә һаҡланып ҡалырһығыҙ», — тип яҙылған? Был һүҙҙәр, Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен ҡотҡарырға көсө етмәй, тигәнде аңлатмай. Улар шуны асыҡлай: ҡотолорға теләһәк, беҙгә лә нимәлер эшләргә кәрәк. Беҙҙең «Йәһүәнең асыу көнөндә» иҫән ҡалырға һәм мәңге йәшәргә мөмкинлегебеҙ бар, әммә бының өсөн йыуаш булырға һәм Йәһүәне шатландырырға кәрәк.
28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?
^ 5 абз. Бер кеше лә йыуаш булып тыумай. Беҙгә йыуашлыҡ үҫтерергә кәрәк. Тыныс кешеләр менән мөғәмәлә иткәндә беҙгә, бәлки, йыуаш булыуы еңелдер, ләкин ғорур кешеләр менән осрашҡанда йыуаш булып ҡалыуы ауыр. Был мәҡәләлә ошо күркәм сифатты үҫтерергә ҡамасаулаған бер нисә кәртә ҡараласаҡ.
^ 3 абз. АҢЛАТМА. Йыуаш кеше башҡалар менән игелекле итеп мөғәмәлә итә һәм, хатта уның асыуын сығарырға тырышһалар ҙа, тыныс булып ҡала. Баҫалҡы кеше ғорур һәм тәкәббер түгел, ул башҡаларҙы үҙенән өҫтөн күрә. Ә Йәһүәнең баҫалҡылығы тураһында әйткәндә, ул, иң юғары дәрәжә биләһә лә, башҡаларға ҡарата мөхәббәт һәм шәфҡәтлелек сағылдыра.
^ 12 абз. Вавилонда был өс еврейға Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх тигән исемдәр бирелгән (Дан. 1:7).
^ 18 абз. Мәҫәлән, 2017 йылдың март айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда «Иман сағылдырығыҙ һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итегеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
^ 22 абз. Сафуния 2:3: «Ерҙәге уның ғәҙел ҡанундарын үтәүсе бар йыуаштар, Йәһүәне эҙләгеҙ. Тәҡүәлекте эҙләгеҙ, йыуашлыҡты эҙләгеҙ. Бәлки, Йәһүәнең асыу көнөндә һаҡланып ҡалырһығыҙ».
^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: илселәр ҡайһыныһы иң бөйөгө тип бәхәсләшкәндә, Ғайса тыныс булып ҡала һәм йомшаҡ ҡына уларҙы төҙәтә.