Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?

Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?

«Мәсих имандаштар берҙәмлегенең [«йыйылыштың», ЯДТ] Башы... Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы» (ЕФЕС. 5:23).

137-СЕ ЙЫР Йәһүәгә тоғро ҡатындар

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн рухи ғаиләбеҙҙә тыныслыҡ хөкөм һөрә?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ғаиләһендә булыу беҙгә бик ҙур шатлыҡ килтерә! Ни өсөн рухи ғаиләбеҙҙә тыныслыҡ һәм берҙәмлек хөкөм һөрә? Сәбәптәрҙең береһе — беҙ Йәһүә урынлаштырған баш булыу принцибын ҡулланыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Был принципты яҡшыраҡ аңлаған һайын, беҙҙең берҙәмлек бәйләнештәре нығый бара.

2. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙарға яуап бирелер?

2 Был мәҡәләлә беҙ баш булыу принцибының йыйылышта нисек ҡулланылғанын ҡарап сығырбыҙ. Беҙ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: апай-ҡәрҙәштәр йыйылышта ниндәй роль үтәй? Һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә баш, тип әйтеп буламы? Ғаилә башлығы үҙенең ҡатыны һәм балалары өҫтөнән хакимлыҡҡа эйә булған кеүек, өлкәндәр ҙә ҡәрҙәштәр өҫтөнән шундай уҡ хакимлыҡҡа эйәме? Әйҙәгеҙ, тәүҙә апай-ҡәрҙәштәргә нисек ҡарарға кәрәклеген беләйек.

БЕҘ АПАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРГӘ НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ?

3. Апай-ҡәрҙәштәрҙең тырышлыҡтарын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә беҙгә нимә ярҙам итер?

3 Беҙ үҙ ғаиләләре хаҡында ҡайғыртҡан, вәғәздә ҡатнашҡан һәм имандаштарына ярҙам иткән апай-ҡәрҙәштәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Әгәр Йәһүәнең һәм Ғайса Мәсихтең апай-ҡәрҙәштәргә нисек ҡарағаны тураһында уйланһаҡ, беҙ уларҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ. Шулай уҡ илсе Павелдың миҫалы ла беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә ала.

4. Йәһүәнең ҡатындарҙы ирҙәрҙән түбәнерәк тип һанамағаны Изге Яҙманан нисек күренә?

4 Изге Яҙма буйынса, Йәһүә ҡатындарҙы ла, ирҙәрҙе лә бик ярата. Беренсе быуатта Йәһүә ирҙәргә лә, ҡатындарға ла изге рух һәм мөғжизәләр ҡылыу һәләте биргән. Мәҫәлән, рух менән майланған ҡатындар мөғжизәле рәүештә төрлө телдәрҙә һөйләшкән (Ғәм. 2:1—4, 15—18). Мәсих менән бергә идара итәсәк майланғандар араһында ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа бар (Гал. 3:26—29). Йәһүә ерҙә мәңге йәшәү өмөтөн ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәргә лә биргән (Асыл. 7:9, 10, 13—15). Бынан тыш, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү вазифаһы ирҙәргә лә, ҡатындарға ла тапшырылған (Матф. 28:19, 20). Ғәмәлдәр китабында әйтелгәнсә, Прискилла үҙенең ире Акила менән Аполлос исемле уҡымышлы кешегә хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңларға ярҙам иткән (Ғәм. 18:24—26).

5. Лука 10:38, 39, 42 буйынса, Ғайса ҡатын-ҡыҙҙарға нисек ҡараған?

5 Ғайса ҡатындарҙы хөрмәт иткән. Ғайса көндәрендә фарисейҙар ҡатындарға кәмһетеп ҡараған һәм хатта башҡалар алдында улар менән һөйләшмәгән. Улар бер ҡасан да ҡатындар менән Яҙмалар нигеҙендә фекер алышмаған. Ғайса иһә бөтөнләй башҡа ҡарашта торған. Ул ирҙәргә лә, ҡатындарға ла мөһим хәҡиҡәттәрҙе аңлатҡан *. (Лука 10:38, 39, 42-не уҡығыҙ.) Бынан тыш, Ғайса ҡатындарға үҙе менән вәғәз сәйәхәттәренә барырға рөхсәт иткән (Лука 8:1—3). Шулай уҡ, үҙенең терелеүе хаҡындағы хәбәрҙе илселәргә ҡатындар аша еткереп, ул уларға хөрмәт күрһәткән.

6. Илсе Павел ҡатындарҙы хөрмәт иткәнен нисек күрһәткән?

6 Илсе Павел ҡатындарҙы хөрмәт иткән. Мәҫәлән, ул Тимофейға ҡатындарҙы хөрмәт итергә кәрәклеге тураһында яҙған. Павел Тимофейға былай тигән: «Үҙеңдән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсәйең һымаҡ, йәшерәктәрҙе һеңлең кеүек күр» (1 Тим. 5:1, 2). Павел Тимофейға рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер өсөн күп тырышлыҡ һалған. Әммә ул шуны таныған: Яҙмалар менән танышырға Тимофейға әсәһе һәм өләсәһе ярҙам иткән (2 Тим. 1:5; 3:14, 15). Римдарға яҙған хатында Павел ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәрҙе исемдәрен әйтеп сәләмләгән. Павел шул апай-ҡәрҙәштәрҙең хеҙмәттә башҡарған эштәре тураһында әйтеп кенә китмәгән, ул шулай уҡ уларҙы бының өсөн маҡтаған (Рим. 16:1—4, 6, 12; Флп. 4:3).

7. Беҙ хәҙер ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

7 Үткән абзацтарҙан күренеүенсә, Изге Яҙма буйынса, апай-ҡәрҙәштәр ағай-ҡәрҙәштәрҙән кәм түгел. Яратыу һәм йомартлыҡ сағылдырған апай-ҡәрҙәштәребеҙ — йыйылыш өсөн ҙур фатиха. Һәм өлкәндәр шуны белә: апай-ҡәрҙәштәргә таянып була, сөнки улар йыйылыштың берҙәмлегенә һәм тыныслығына ҙур өлөш индерә. Әммә беҙгә бер нисә һорауға яуап алырға кәрәк. Мәҫәлән, ни өсөн Йәһүә ҡайһы бер осраҡтарҙа апай-ҡәрҙәштәргә баштарын ҡапларға ҡуша? Өлкән һәм хеҙмәт ярҙамсыһы вазифаларын ағай-ҡәрҙәштәр генә үтәгәне, һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә баш, тигәнде аңлатамы?

АҒАЙ-ҠӘРҘӘШ АПАЙ-ҠӘРҘӘШКӘ БАШМЫ?

8. Ефестарға 5:23-тө иҫәпкә алһаҡ, һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә баш, тип әйтеп буламы? Аңлатығыҙ.

8 Ағай-ҡәрҙәш йыйылыштағы бөтә апай-ҡәрҙәштәргә баш, тип әйтеп буламы? Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, юҡ. Сөнки апай-ҡәрҙәштәрҙең башы — Ғайса Мәсих. (Ефестарға 5:23-тө уҡығыҙ.) Ғаиләлә ирҙең ҡатыны өҫтөнән хакимлығы бар, әммә һыуға сумдырылған ир бала әсәһенең башы түгел (Ефес. 6:1, 2). Йыйылышта өлкәндәргә ҡәрҙәштәр өҫтөнән бирелгән хакимлыҡ сикле (1 Фес. 5:12; Евр. 13:17). Ә ата-әсәһенән айырым йәшәгән апай-ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була? Улар ата-әсәһен һәм өлкәндәрҙе хөрмәт итә, әммә ағай-ҡәрҙәштәр осрағындағы кеүек, уларҙың бер генә башы бар — Ғайса Мәсих.

Никахта тормаған һәм ата-әсәһе менән йәшәмәгән мәсихсенең башы — Ғайса Мәсих (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

9. Ни өсөн апай-ҡәрҙәштәргә ҡайһы бер осраҡтарҙа баштарын ҡапларға кәрәк?

9 Йыйылышта Йәһүә етәкселекте ирҙәргә биргән. Ҡатындарҙың иһә ундай хакимлығы юҡ (1 Тим. 2:12). Ни өсөн? Ә ни өсөн Йәһүә Ғайса Мәсихте ағай-ҡәрҙәштәр өҫтөнән баш итеп ҡуйған? Сөнки Йәһүә йыйылышта тәртип булыуын теләй. Әгәр апай-ҡәрҙәшкә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ағай-ҡәрҙәштәр башҡарған эш тапшырылһа, ул үҙенең башын ҡапларға тейеш (1 Кор. 11:4—7) *. Йәһүә, апай-ҡәрҙәштәрҙән быны талап итеп, уларҙы кәмһетергә теләмәй. Киреһенсә, уларға баш булыу принцибына хөрмәт күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, бындай һорауға яуап алайыҡ: ғаилә башлыҡтары һәм өлкәндәр ниндәй хакимлыҡҡа эйә?

ҒАИЛӘ БАШЛЫҠТАРЫ ҺӘМ ӨЛКӘНДӘР НИНДӘЙ ХАКИМЛЫҠҠА ЭЙӘ?

10. Ни өсөн өлкәндең йыйылышта ҡағиҙәләр урынлаштырырға теләге тыуырға мөмкин?

10 Йәһүә һәм Ғайса Мәсих үҙ «һарыҡтарын» өлкәндәргә ышанып тапшырған. Әлбиттә, өлкәндәр Ғайсаны һәм һарыҡтарҙы бик ярата (Яхъя 21:15—17). Яҡшы ниәттәрҙән сығып, ҡайһы бер өлкәндәр ҡәрҙәштәргә атай һымаҡ булырға тырыша. Улар былайыраҡ фекер йөрөтә ала: әгәр ағай-ҡәрҙәш үҙ ғаиләһен яҡлар өсөн ҡағиҙәләр урынлаштыра ала икән, тимәк, өлкән дә Йәһүәнең һарыҡтарын яҡлар өсөн ҡағиҙәләр урынлаштыра ала. Бынан тыш, ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, өлкәндән үҙҙәре өсөн ҡарар ҡабул итеүен һорап, уларҙы ундай фекер йөрөтөргә этәрә. Әммә өлкәндәр һәм ғаилә башлыҡтары бер үк хакимлыҡҡа эйеме?

Өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙең рухи һәм эмоциональ ихтыяждары хаҡында ҡайғырта. Улар Йәһүә алдында йыйылыштың әхлаҡи яҡтан таҙа булыуы өсөн яуаплы (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11. Ғаилә башлыҡтарының һәм өлкәндәрҙең ролдәре араһында ниндәй оҡшаш яҡтар бар?

11 Үҙенең бер хатында илсе Павел, ғаилә башлыҡтарының һәм өлкәндәрҙең ролдәре араһында оҡшаш яҡтар бар, тип әйткән (1 Тим. 3:4, 5). Мәҫәлән, Йәһүә ҡатындың һәм балаларҙың ғаилә башлығына, ә йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең өлкәндәргә буйһоноуын теләй (Кол. 3:20). Ул ғаилә башлыҡтарынан да, өлкәндәрҙән дә, үҙҙәренә ышанып тапшырылған кешеләрҙең рухи һаулығын һәм эмоциональ ихтыяждарын хәстәрләрҙәр, тип көтә. Өлкәндәр ҙә, ғаилә башлыҡтары ла бәләгә эләккәндәргә ярҙам итә (Яҡ. 2:15—17). Бынан тыш, Йәһүә был ағай-ҡәрҙәштәрҙең башҡаларға уның нормаларын тоторға ярҙам итеүен теләй һәм уларға Изге Яҙмала яҙылғандар буйынса ғына эш итергә ҡуша (1 Кор. 4:6).

Ир кеше ғаиләлә ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн яуаплы. Ғаиләһен яратҡан ир, ҡарарҙар ҡабул итер алдынан, ҡатыны менән кәңәшләшә (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

12, 13. Римдарға 7:2 буйынса, ғаилә башлығының хакимлығы өлкәндәрҙең хакимлығынан нимә менән айырылып тора?

12 Әммә өлкәндәр һәм ғаилә башлыҡтары араһында ҙур айырмалар ҙа бар. Мәҫәлән, Йәһүә өлкәндәрҙе йыйылышта хөкөмсөләр булараҡ эш итергә билдәләгән, һәм уларҙың тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыларҙы йыйылыштан сығарырға хоҡуғы бар (1 Кор. 5:11—13).

13 Икенсе яҡтан, Йәһүә ғаилә башлыҡтарына өлкәндәрҙә булмаған хакимлыҡ биргән. Мәҫәлән, ғаилә башлығы үҙ ғаиләһендә ҡағиҙәләр урынлаштырырға һәм уларҙың үтәлешен күҙәтергә хоҡуҡлы. (Римдарға 7:2-не уҡығыҙ.) Әйтәйек, атай кеше балаларының кискеһен өйгә нисәлә ҡайтырға тейешлеген билдәләй ала. Һәм әгәр улар тыңламаһалар, ул уларға яза бирергә мөмкин (Ефес. 6:1). Әлбиттә, ҡағиҙәләр урынлаштырыр алдынан, ғаиләһен яратҡан ир тәүҙә ҡатыны менән кәңәшләшер, сөнки ул уның менән бер тән (Матф. 19:6) *.

МӘСИХТЕ ЙЫЙЫЛЫШТЫҢ БАШЫ ИТЕП ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

Йәһүәгә буйһонған Ғайса Мәсих йыйылыштарға күрһәтмәләр бирә (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. а) Марк 10:45 буйынса, ни өсөн Ғайсаның йыйылыш башы итеп билдәләнгәне бик тә урынлы? б) Етәксе кәңәшмәгә ниндәй вазифалар тапшырылған? (« Етәксе кәңәшмәнең вазифалары» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

14 Ғайсаның ҡорбаны ярҙамында Йәһүә йыйылыштағы һәр кешенең һәм Ғайсаға иман итәсәк һәр ҡайһы кешенең ғүмерен йолоп алған (Марк 10:45-те уҡығыҙ; Ғәм. 20:28; 1 Кор. 15:21, 22). Шуға күрә уның Ғайсаны йыйылыштың башы итеп билдәләгәне бик тә урынлы. Ғайса был ролгә бик яҡшы тап килә, сөнки ул беҙҙең хаҡҡа үҙ ғүмерен йолом итеп биргән. Йыйылыштың башы булараҡ, ул айырым мәсихселәр, ғаиләләр һәм бөтә йыйылыш өсөн ҡағиҙәләр урынлаштырырға һәм уларҙың үтәлешен күҙәтергә хоҡуҡлы (Гал. 6:2). Әммә Ғайса ҡағиҙәләр урынлаштырып ҡына ултырмай, ул һәр беребеҙҙе ҡәҙерләй һәм рухи яҡтан туҡландыра (Ефес. 5:29).

15, 16. Марлиҙың һәм Бенджаминдың һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?

15 Хакимлыҡҡа эйә булған ир-аттарҙың күрһәтмәләренә буйһоноп, апай-ҡәрҙәштәр Мәсихте хөрмәт иткәнен күрһәтә. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Марлиҙың һүҙҙәре менән күп апай-ҡәрҙәштәр ризалашыр. Ул былай ти: «Йәһүә үҙемә ғаиләлә һәм йыйылышта тапшырған вазифаларҙы бик ҡәҙерләйем. Әлбиттә, баш булыу принцибына буйһонор өсөн миңә һәр ваҡыт тырышлыҡ һалырға кәрәк. Әммә ирем һәм өлкәндәр мине хөрмәт иткәнгә һәм башҡарған эштәрем өсөн рәхмәтле булғанға, миңә уларға буйһоноуы еңелерәк».

16 Баш булыу принцибын яҡшы аңлаған ағай-ҡәрҙәштәр апай-ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итә һәм ҡәҙерләй. Англияла йәшәгән Бенджамин исемле ағай-ҡәрҙәш былай тип әйтә: «Мин йыйылыш осрашыуҙарында апай-ҡәрҙәштәрҙең комментарийҙарынан, шулай уҡ вәғәздә һәм өйрәнеүҙәрҙә ҡулланған эффектив ысулдарынан күп нәмәгә өйрәнәм. Мин уларҙың бөтә эштәрен бик ҡәҙерләйем».

17. Ни өсөн беҙ баш булыу принцибына хөрмәт менән ҡарарға тейеш?

17 Әгәр һәр беребеҙ — ағай-ҡәрҙәштәр, апай-ҡәрҙәштәр, ғаилә башлыҡтары һәм өлкәндәр — баш булыу принцибын аңлаһа һәм уның буйынса эш итһә, йыйылышта тыныслыҡ хөкөм һөрөр. Ә иң мөһиме, был ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүәгә дан килтерер (Зәб. 150:6).

123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

^ 5 абз. Апай-ҡәрҙәштәрҙең йыйылышта роле ниндәй? Һәр ағай-ҡәрҙәш һәр апай-ҡәрҙәшкә баш, тип әйтеп буламы? Өлкәндәр һәм ғаилә башлыҡтары бер үк хакимлыҡҡа эйәме? Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙмала был һорауҙарға ниндәй яуап бирелгәнен ҡарап сығырбыҙ.

^ 5 абз. 2020 йылдың сентябрь айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһында» «Апай-ҡәрҙәштәр өсөн терәк һәм таяныс булығыҙ» тигән мәҡәләлә 6-сы абзацты ҡарағыҙ.

^ 13 абз. Ғаилә ниндәй йыйылышта хеҙмәт итерен кем ҡарар итергә тейеш? Был һорауға яуап 2020 йылдың август айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһында» «Йәһүәнең йыйылышында һәр кем хөрмәткә лайыҡ» тигән мәҡәләлә 17—19-сы абзацтарҙа ҡарала.

^ 64 абз. Етәксе кәңәшмәнең башҡа вазифалары тураһында белер өсөн 2013 йыл 15 июль һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 20—25-се биттәрен ҡарағыҙ.