Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йылмайыу ҙур көскә эйә!

Йылмайыу ҙур көскә эйә!

ФИЛИППИН иленең Багио ҡалаһында ике ҡыҙ, урам буйлап китеп барғанда, күсмә стендыбыҙҙы күреп ҡалған. Стенд янында торған Хелен исемле апай-ҡәрҙәш уларға яғымлы итеп йылмайған. Ҡыҙҙар туҡтап тормаған, әммә Хелендың ихлас йылмайыуы уларға тәьҫир иткән.

Һуңыраҡ автобуста өйгә ҡайтып барғанда, ҡыҙҙар Батшалыҡ залында jw.org тигән ҙур логотип күреп ҡалған. Улар шул уҡ логотип стендта булғанын иҫтәренә төшөргән. Ҡыҙҙар, автобустан төшөп, Батшалыҡ залына йүнәлгән һәм ишек янында йыйылыш осрашыуҙарыбыҙҙың графигын күргән.

Күп тә үтмәҫтән, улар осрашыуҙарҙың береһенә килгән. Ә Батшалыҡ залында улар кемде күргән тип уйлайһығыҙ? Хеленды. Ҡыҙҙар шунда уҡ үҙҙәренә йылмайған апай-ҡәрҙәште танып ҡалған. «Улар минең яныма килә башлағас, мин тулҡынланып киттем, — ти Хелен, — сөнки мин уларҙың маҡсатын белмәй инем». Әммә ҡыҙҙар барыһын аңлатып биргән.

Ҡыҙҙарға осрашыуҙың программаһы ла, уларҙы йылы итеп ҡаршы алғандары ла бик оҡшаған. Улар үҙҙәрен өйҙә һымаҡ хис иткән. Ҡәрҙәштәрҙең осрашыуҙан һуң Батшалыҡ залын йыйыштырғанын күреп, улар хатта үҙ ярҙамын тәҡдим иткән. Ҡыҙҙарҙың береһе икенсе илгә күсеп киткән, ә икенсеһе йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй һәм Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Ә бит барыһы бер йылмайыуҙан ғына башланған!