Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Ҡатындың башы — ир»

«Ҡатындың башы — ир»

«Ҡатындың башы — ир» (1 КОР. 11:3).

13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Тормош иптәшен һайлаған саҡта апай-ҡәрҙәш ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға тейеш?

БӨТӘ мәсихселәр камил етәксегә — Ғайса Мәсихкә буйһона. Әммә кейәүгә сыҡҡан апай-ҡәрҙәш камил булмаған иренә буйһонорға тейеш, һәм был еңел булмаҫҡа мөмкин. Шуға күрә тормош иптәшен һайлағанда, апай-ҡәрҙәш үҙенә бындай һорауҙар бирергә тейеш: «Был ағай-ҡәрҙәштең яҡшы ғаилә башлығы буласағы нимәнән күренә? Рухи эштәр уның тормошонда мөһим урында торамы? Әгәр юҡ икән, улайһа, ул икебеҙгә лә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға ярҙам итер, тип өмөтләнергә нигеҙ бармы?» Әлбиттә, апай-ҡәрҙәш үҙенә ҡағылған һорауҙар өҫтөндә лә уйланырға тейеш. Мәҫәлән: «Яҡшы ҡатын булыр өсөн минең ниндәй сифаттарым бар? Мин түҙемле һәм йомартмы? Минең Йәһүә менән мөнәсәбәттәрем ныҡмы?» (Вәғ. 4:9, 12). Апай-ҡәрҙәштең никахта ни тиклем бәхетле буласағы йыш ҡына уның никахҡа керер алдынан ҡабул иткән ҡарарҙарынан тора.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Миллионлаған апай-ҡәрҙәш, ирҙәренә буйһоноп, яҡшы үрнәк күрһәтә. Улар маҡтауға лайыҡ! Беҙ шундай тоғро ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙгә бик шатбыҙ. Был мәҡәләлә беҙ бындай өс һорауға яуап алырбыҙ: ҡатындар ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? Ни өсөн уларға үҙ ирҙәренә буйһонорға кәрәк? Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа Ғайса Мәсихтән, уның әсәһе Мәрйәмдән һәм Әбиғиәнән нимәгә өйрәнә ала?

ҠАТЫНДАР НИНДӘЙ АУЫРЛЫҠТАР МЕНӘН ОСРАША?

3. Ни өсөн камил никах ҡороп булмай?

3 Никах — Йәһүәнең камил бүләге, әммә кешеләр камил түгел (1 Яхъя 1:8). Бына ни өсөн Алла Һүҙендә, никахҡа инеүселәрҙе үҙенә күрә ауырлыҡтар көтә, тип әйтелә (1 Кор. 7:28). Әйҙәгеҙ, ҡатындар кисергән ауырлыҡтарҙың бер нисәһен генә ҡарап сығайыҡ.

4. Ни өсөн ҡатын иренә буйһоноу уны кәмһетә тип уйларға мөмкин?

4 Тәрбиәһе арҡаһында ҡатын, иремә буйһоноу мине кәмһетә, тип уйларға мөмкин. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Марисоль былай ти: «Мин үҫкән ерҙә, ҡатындар бөтә өлкәләрҙә лә ирҙәргә тиң булырға тейеш, тип һанала. Мин баш булыу принцибын Йәһүә урынлаштырғанын һәм ҡатындарҙың, баҫалҡылыҡ сағылдырып, ирҙәрен хөрмәт итергә тейешлеген беләм. Әммә ҡайһы саҡ миңә иремә буйһоноуы ауыр, сөнки тирә-яҡта бөтә кеше киреһен һөйләй».

5. Ҡайһы бер ирҙәр ҡатындарға нисек ҡарай?

5 Икенсе яҡтан апай-ҡәрҙәштең ире ҡатын-ҡыҙҙарға ҡолдарға ҡарағандай ҡарарға мөмкин. Көньяҡ Америкала йәшәгән Ивон исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Беҙҙә тәүҙә ирҙәр, ә шунан һуң ғына ҡатындар ашай. Ҡыҙҙар йыш ҡына өй йыйыштыра һәм ризыҡ әҙерләй, ә малайҙарға батшаларға ҡарағандай ҡарайҙар. Уларға әсәләре лә, апай-һеңлеләре лә хеҙмәт итә». Ә Азияла йәшәгән Инлин апай-ҡәрҙәш былай тип әйтә: «Беҙҙең телебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарға аҡыл һәм һәләттәр кәрәкмәгәне хаҡында әйтем бар. Уларҙың эше — йорт ҡарау, һәм уларға үҙ фекерен әйтеү рөхсәт ителмәй». Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән бындай ҡараштар буйынса эш иткән ир ҡатынының тормошон ауырлаштыра, Ғайса Мәсихтең эҙенән бармай һәм Йәһүәне ҡыуандырмай (Ефес. 5:28, 29; 1 Пет. 3:7).

6. Ҡатындарға Йәһүә менән шәхси мөнәсәбәттәрен нығытыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

6 Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, Йәһүә ирҙәрҙән үҙ ғаиләләренең рухи, эмоциональ һәм матди ихтыяждарын ҡайғыртырҙар тип көтә (1 Тим. 5:8). Әммә кейәүҙә булған апай-ҡәрҙәштәр үҙҙәре лә, тығыҙ графикка ҡарамаҫтан, көн дә Алла Һүҙен уҡыу, уның өҫтөндә уйланыу һәм Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылыу өсөн ваҡыт табырға тейеш. Ҡайһы саҡта был еңел түгел. Ҡатындарҙың эштәре бик күп, шуға күрә улар, минең был эштәр өсөн ваҡытым һәм көсөм юҡ, тип уйларға мөмкин. Шулай ҙа бының өсөн ваҡыт табыу бик мөһим. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә һәр беребеҙҙең уның менән шәхси мөнәсәбәттәр ҡороуыбыҙҙы теләй (Ғәм. 17:27).

7. Иренә буйһоноуы еңелерәк булһын өсөн, ҡатын нимә эшләй ала?

7 Әлбиттә, ҡатынға үҙенең камил булмаған иренә буйһонор өсөн күп тырышлыҡ һалырға кәрәк. Әммә әгәр ул быға ҡағылышлы Изге Яҙмалағы принциптарҙы аңлаһа һәм улар менән риза булһа, уға еңелерәк булыр.

НИ ӨСӨН ҠАТЫН ИРЕНӘ БУЙҺОНОРҒА ТЕЙЕШ?

8. Ефестарға 5:22—24 буйынса, ни өсөн ҡатын үҙ иренә буйһона?

8 Ҡатын үҙ иренә теләп буйһона, сөнки быны унан Йәһүә көтә. (Ефестарға 5:22—24-те уҡығыҙ.) Үҙенең күктәге Атаһына тулыһынса ышанған ҡатын шуны белә: Йәһүә был әмерҙе уны яратҡанға һәм уға иң яҡшыһын теләгәнгә бирә (Ҡан. 6:24; 1 Яхъя 5:3).

9. Ҡатын үҙ иренә буйһонғанда, был ниндәй файҙа килтерә?

9 Был донъя ҡатындарҙы Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмаҫҡа һәм, буйһоноу уларҙы кәмһетә, тип уйларға этәрә. Әлбиттә, шундай идеялар таратҡан кешеләр беҙҙең ҡайғыртыусан Аллабыҙҙы белмәй. Йәһүә бер ваҡытта ла үҙенең ҡәҙерле ҡыҙҙарына уларҙы кәмһетә алған әмер бирмәҫ ине. Йәһүәнән бирелгән ролде тырышып үтәгән апай-ҡәрҙәш ғаиләһенең тыныслығына өлөш индерә (Зәб. 119:165). Был барыһына ла — иренә лә, ҡатындың үҙенә лә һәм балаларына ла файҙа килтерә.

10. Карол исемле апай-ҡәрҙәштең һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?

10 Камил булмаған иренә буйһонған ҡатын баш булыу принцибын урынлаштырған Йәһүәне яратҡанын һәм хөрмәт иткәнен күрһәтә. Көньяҡ Америкала йәшәгән Ка́рол исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин иремдең хаталар яһаясағын беләм. Әммә шуны ла аңлайым: ул хаталар яһағанда, үҙемде нисек тотоуым Йәһүә менән дуҫлығымды ни тиклем ныҡ ҡәҙерләгәнемде күрһәтә. Шуға күрә мин иремде һәр ваҡыт хөрмәт итергә тырышам, сөнки күктәге Атайымды шатландырырға теләйем».

11. Анис исемле апай-ҡәрҙәшкә ирен ғәфү итергә нимә ярҙам итә, һәм беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

11 Әгәр ир ҡатынының хистәренә һәм борсолоуҙарына иғтибарлы булмаһа, ҡатынға уны хөрмәт итеүе һәм уға буйһоноуы ауыр булырға мөмкин. Анис исемле апай-ҡәрҙәш шундай осраҡтарҙа нимә эшләгәне хаҡында былай ти: «Мин бөтәбеҙҙең дә хаталар яһағаныбыҙҙы иҫтә тотам һәм үпкәләмәҫкә тырышам. Йәһүә беҙҙе ихлас кисерә, мин дә шулай эш итергә теләйем. Ғәфү итеп, мин йән тыныслығымды ҡайтарам» (Зәб. 86:5). Ғәфү итә белгән ҡатынға иренә буйһоноуы еңелерәк.

ИЗГЕ ЯМАЛАҒЫ МИҪАЛДАРҘАН ӨЙРӘНЕГЕҘ

12. Изге Яҙмала ниндәй миҫалдар килтерелә?

12 Ҡайһы берәүҙәр, мәүеш кешеләр генә буйһона, тип уйлай. Ләкин был хаталы ҡараш. Изге Яҙмала көслө холоҡло кешеләрҙең күп миҫалдары килтерелә. Улар араһында, мәҫәлән, Ғайса Мәсих, Әбиғиә һәм Мәрйәм. Әйҙәгеҙ, уларҙан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

13. Ни өсөн Ғайса Йәһүәгә буйһона? Аңлатығыҙ.

13 Ғайса Мәсих, бик һәләтле һәм аҡыллы булһа ла, Йәһүәгә буйһона. Ғайсаның үткер аҡыллы булыуы уның ябай һәм аңлайышлы итеп өйрәткәненән күренгән (Яхъя 7:45, 46). Йәһүә Ғайсаның уникаль һәләттәрен шул тиклем ҡәҙерләгән, хатта уны Ғаләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаштырған (Ғиб. һүҙ. 8:30; Евр. 1:2—4). Ә Ғайса терелгәс, Йәһүә уға күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡты биргән (Матф. 28:18). Бик һәләтле булһа ла, Ғайса һәр ваҡыт Йәһүәнән кәңәш эҙләй, сөнки Атаһын ярата (Яхъя 14:31).

14. а) Ирҙәр Йәһүәнең үрнәгенән нимәгә өйрәнә ала? б) Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 31-се бүлегендә ирҙәр өсөн ниндәй һабаҡтар бар?

14 Ирҙәр нимәгә өйрәнә ала? Йәһүәнең ҡатындарға үҙ ирҙәренә буйһонорға ҡушҡаны уларҙы ирҙәрҙән кәм күргәнен аңлатмай. Ул үҙе ҡатындарҙы Ғайсаның хакимдаштары итеп һайлай (Гал. 3:26—29). Йәһүә үҙенең Улына ышана, шуға күрә уға хакимлыҡ ышанып тапшырған. Шуның шикелле, аҡыллы ир ҙә ҡатыны менән хакимлығын уртаҡлаша. Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, яҡшы ҡатын өй эштәрен алып барыу, ер һатыу йә һатып алыу һәм алыш-биреш итеү өсөн яуаплы була ала. (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:15, 16, 18-ҙе * уҡығыҙ.) Ҡатын үҙ фекерен әйтә алмаған ҡол түгел. Ир уға ышанырға һәм уның тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалырға тейеш. (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:11, 26, 27-не * уҡығыҙ.) Ир ҡатынына шундай хөрмәт күрһәтһә, ҡатынға уға буйһоноуы рәхәт булыр.

Ғайсаның Йәһүәгә буйһонғанынан ҡатындар нимәгә өйрәнә ала? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Ҡатындар Ғайсаның үрнәгенән нимәгә өйрәнә ала?

15 Ҡатындар нимәгә өйрәнә ала? Үҙенең бөтә ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, Ғайса Йәһүәгә буйһоноу уны кәмһетә тип уйламай (1 Кор. 15:28; Флп. 2:5, 6). Шуның шикелле, яҡшы ҡатын, Ғайсанан үрнәк алып үҙенең иренә буйһонғанда, үҙен кәмһетелгән итеп тоймай. Ул ирен яратҡанға ғына түгел, ә беренсе сиратта Йәһүәне яратҡанға һәм хөрмәт иткәнгә, иренә ярҙам итеп тора.

Дауыт менән уның кешеләренә аҙыҡ ебәргәндән һуң, Әбиғиә Дауыт ҡаршыһына бара. Уның менән осрашҡас, ул тубыҡланып баш эйә һәм Набалдан үс алмауын үтенә (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. 1 Самуил 25:3, 23—28 буйынса, Әбиғиә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

16 Әбиғиәнең ире Набал үҙ-үҙен генә яратҡан, ғорур һәм рәхмәтһеҙ кеше булған. Шулай ҙа Әбиғиә Набалдан ҡотолорға тырышмаған. Мәҫәлән, Дауыт һәм уның кешеләре Набалды үлтерергә ниәтләгәс, Әбиғиә бер нәмә лә эшләмәйенсә иренең үлтерелеүенә юл ҡуя алыр ине. Бының урынына, ул Набалды һәм өйҙәгеләрен яҡлар өсөн саралар күргән. Әбиғиәгә 400 ҡоралланған кешегә ҡаршы сығыр өсөн һәм Дауыт менән ихтирамлы итеп фекер алышыр өсөн күпме ҡыйыулыҡ кәрәк булғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ. (1 Самуил 25:3, 23—28-ҙе * уҡығыҙ.) Ул хатта Набалдың ғәйебен үҙ өҫтөнә алған. Һөҙөмтәлә Дауыт шуны таныған: Йәһүә был ҡыйыу ҡатынды уға кәңәш бирер өсөн һәм етди гонаһтан алып ҡалыр өсөн ҡулланған.

17. Ирҙәр Дауыт һәм Әбиғиә менән булған осраҡтан нимәгә өйрәнә ала?

17 Ирҙәр нимәгә өйрәнә ала? Әбиғиә зирәк ҡатын булған, һәм Дауыт, уның кәңәшенә ҡолаҡ һалып, аҡыллы эш иткән. Һөҙөмтәлә ул ҡан ҡойоуҙа ғәйепле булмаған. Шуның шикелле, аҡыллы ир, мөһим ҡарарҙар ҡабул итер алдынан, ҡатынын иғтибар менән тыңлай. Был уны аҡылһыҙ ҡарар ҡабул итеүҙән һаҡлай ала.

18. Ҡатындар Әбиғиәнең миҫалынан нимәгә өйрәнә ала?

18 Ҡатындар нимәгә өйрәнә ала? Йәһүәне яратҡан һәм хөрмәт иткән ҡатын ғаиләһенең именлегенә ҙур өлөш индерә. Хатта ире Йәһүәгә хеҙмәт итмәһә лә йә рухи яҡтан көсһөҙләнһә лә, ҡатындың яҡшы тәртибе ғаиләгә ыңғай йоғонто яһай. Ундай ҡатын айырылышыр өсөн мөмкинлек эҙләмәй. Киреһенсә, ирен хөрмәт итеп һәм уға буйһоноп, ул уны Йәһүә менән танышырға дәртләндерергә тырышыр (1 Пет. 3:1, 2). Әммә хатта ире уның тырышлыҡтарын ҡәҙерләмәһә лә, Йәһүә уның тоғролоғон һәм иренә буйһонғанын күреп бик ҡыуана.

19. Ниндәй осраҡтарҙа апай-ҡәрҙәш иренә буйһонмай?

19 Әммә ире апай-ҡәрҙәшебеҙҙе Изге Яҙмалағы берәй ҡанунды йә принципты боҙорға этәрһә, ул уны тыңламаҫ. Мәҫәлән, Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән ире апай-ҡәрҙәшкә алдарға, урларға йә Йәһүәгә оҡшамаған башҡа берәй эш ҡушырға мөмкин. Бөтә мәсихселәр, шул иҫәптән кейәүҙә булған апай-ҡәрҙәштәр ҙә беренсе сиратта Йәһүәгә буйһона. Шуға күрә, әгәр ире апай-ҡәрҙәште Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙорға ҡушһа, ул уға игелекле, әммә асыҡтан-асыҡ ни өсөн быны эшләй алмағанын аңлатырға тейеш (Ғәм. 5:29).

(20-се абзацты ҡарағыҙ.) *

20. Мәрйәмдең Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

20 Мәрйәм Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған. Ул Яҙмаларҙы бик яҡшы белгән. Сумдырыусы Яхъяның әсәһе Елизавета менән һөйләшкәндә, Мәрйәм 20-нән ашыу тапҡыр Еврей Яҙмаларынан өҙөмтәләр килтергән (Лука 1:46—55). Шул хаҡта ла уйлап алығыҙ: Йософ менән инде йәрәшелгән булһа ла, Йәһүәнең фәрештәһе тәүҙә Йософҡа түгел, ә Мәрйәмгә күренгән һәм уға Алланың Улын тыуҙырасағы хаҡында әйткән (Лука 1:26—33). Йәһүә Мәрйәмде яҡшы белгән. Ул уның Ғайсаны яратасағына һәм уның хаҡта ҡайғыртасағына һис тә шикләнмәгән. Хатта Ғайса үлеп күккә күтәрелгәндән һуң да, Мәрйәм, һис шикһеҙ, Йәһүә менән йылы мөнәсәбәттәрҙә булған (Ғәм. 1:14).

21. Ирҙәр Мәрйәмдең миҫалында нимәгә өйрәнә ала?

21 Ирҙәр нимәгә өйрәнә ала? Аҡыллы ир ҡатынының Изге Яҙманы яҡшы белгәнен күреп бик шатлана. Ул бының арҡаһында ҡайғырмай һәм, ҡатыным ғаилә башлығы булырға теләй, тип уйламай. Ул шуны аңлай: Изге Яҙманы һәм принциптарҙы яҡшы белгән ҡатын ғаилә өсөн ҙур фатиха була ала. Әммә хатта ҡатын иренән уҡымышлыраҡ булһа ла, ғаилә өйрәнеүе үткәреү һәм башҡа рухи эштәрҙә етәкселек алыу өсөн ир яуаплы булырға тейеш (Ефес. 6:4).

Изге Яҙманы өйрәнеү һәм уйланыу тураһында әйткәндә, ҡатындар Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала? (22-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

22. Ҡатындар Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала?

22 Ҡатындар нимәгә өйрәнә ала? Ғаиләлә рухи эштәр өсөн ир яуаплы булһа ла, ҡатын үҙенең рухи һаулығы тураһында үҙе ҡайғыртырға тейеш (Гал. 6:5). Бының өсөн уға шәхси өйрәнеүгә һәм уйланыуға ваҡыт бүлергә кәрәк. Һөҙөмтәлә ул Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратыр һәм хөрмәт итер. Бынан тыш, иренә буйһоноу уға шатлыҡ килтерер.

23. Ҡатын иренә буйһонһа, был уның үҙенә, ғаиләһенә һәм йыйылышҡа ниндәй файҙа килтерә?

23 Йәһүәгә ҡарата яратыуҙан сығып, ирҙәренә буйһонған ҡатындар баш булыу принцибын һанға һуҡмаған ҡатындарға ҡарағанда күберәк шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек кисерә. Улар йәштәргә — егеттәргә лә, ҡыҙҙарға ла — яҡшы үрнәк күрһәтә. Һәм үҙ ғаиләләрендә генә түгел, ә шулай уҡ йыйылышта ла йылы мөхит булдыра (Тит. 2:3—5). Бөгөн Йәһүә хеҙмәтселәренең күпселеге ҡатындар, әммә беҙ барыбыҙ ҙа — ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа — йыйылышта мөһим роль үтәйбеҙ (Зәб. 68:11). Киләһе мәҡәләлә беҙҙең һәр беребеҙ был ролде нисек үтәй алғаны ҡаралыр.

131-СЕ ЙЫР «Икеһе бер тән булырҙар»

^ 5 абз. Йәһүәнең ниәте буйынса, ҡатын иренә буйһонорға тейеш. Әммә был үҙ эсенә нимәне ала? Был һорауға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, Ғайса Мәсихтең һәм Изге Яҙмала телгә алынған ҡайһы бер ҡатындарҙың миҫалдарын ҡарап сығайыҡ.

^ 14 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 31:15, 16, 18: «Таң атҡансы тороп, ғаиләһе өсөн ризыҡ әҙерләй, хеҙмәтсе ҡыҙҙарына ла өлөшөтәрен бирә. Баҫыу тураһында уйлап, уны һатып ала, үҙ тырышлыҡтары менән йөҙөм баҡсаһы ултырта. Ул сауҙа эшенең табыш килтергәнен күрә, яҡтыртҡысы төндә лә һүнмәй».

^ 14 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 31:11, 26, 27: «Уның ире уға ысын күңелдән ышана һәм бер нәмәгә лә мохтаж түгел. Уның ауыҙынан зирәк һүҙҙәр сыға, телендә игелек ҡануны. Ул йортондағы эштәрҙе күҙәтә, ялҡаулыҡ икмәге ашамай».

^ 16 абз. 1 Самуил 25:3, 23—28: «Уның исеме — Набал, ҡатынының исеме Әбиғиә ине. Әбиғиә бик зирәк һәм гүзәл ҡатын ине, ә ире тупаҫ һәм холоҡһоҙ кеше ине. Ул Ҡалип тоҡомонан ине. Дауытты күреү менән, Әбиғиә шунда уҡ ишәктән йәһәт кенә төшә һалды һәм Дауыт алдында ергә йөҙ түбән ҡапланды. Унан һуң ул, уның аяҡтарына йығылып, былай тине: „Әфәндем, ғәйеп миндә булһын. Хеҙмәтсеңә үҙ һүҙен әйтергә рөхсәт итсе һәм хеҙмәтсеңдең һүҙҙәренә иғтибарлы булсы. Зинһар, әфәндем был йүнһеҙ Набалға иғтибар итмәһен, сөнки уның исеме есеменә тура килә. Набал исемле ул, һәм аҡылһыҙлығы уның үҙе менән. Ә мин, һинең хеҙмәтсең, һин ебәргән кешеләрҙе күрмәнем. Әфәндем, Йәһүә менән һәм һинең йәнең менән ант итәм: ҡан ҡойоуҙан һәм үҙ ҡулың менән үс алыуҙан һине Йәһүә тыйып ҡалды. Дошмандарың һәм һиңә зыян килтерергә теләүселәр Набал кеүек булһындар. Хәҙер хеҙмәтсең әфәндемә алып килгән ошо бүләктәрҙе әфәндемдең кешеләренә тапшырырға рөхсәт итсе. Зинһар, хеҙмәтсеңдең гонаһын кисерсе. Йәһүә ярҙамында әфәндемдең йорто, һис шикһеҙ, быуаттар буйы торор, сөнки әфәндем Йәһүәнең һуғышсыларын алып бара, һәм һинең үҙ ғүмереңдә бер яманлыҡ та ҡылғаның юҡ“».

^ 71 абз. РӘСЕМДӘ: Яхъя Сумдырыусының әсәһе Елизавета менән һөйләшкәндә, Мәрйәм Еврей Яҙмаларынан ҡайһы бер өҙөмтәләрҙе яттан әйтеп биргән.

^ 73 абз. РӘСЕМДӘ: Кейәүҙә булған апай-ҡәрҙәшкә, Изге Яҙманы өйрәнеүгә ваҡыт бүлеп, үҙенең рухи һаулығы хаҡында ҡайғыртырға кәрәк.