Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Һәр ирҙең Башы — Мәсих»

«Һәр ирҙең Башы — Мәсих»

«Һәр ирҙең Башы — Мәсих» (1 КОР. 11:3).

12-СЕ ЙЫР Йәһүә — бөйөк Алла

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ирҙең үҙ ҡатынына һәм балаларына ҡарата мөнәсәбәтенә нимә тәьҫир итергә мөмкин?

ҺЕҘҘЕҢСӘ, ғаилә башлығы ниндәй булырға тейеш? Тәрбиә һәм мәҙәниәт йыш ҡына ирҙең үҙ ҡатыны һәм балалары менән нисек мөғәмәлә иткәненә тәьҫир итә. Әле Европала йәшәгән Янита исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Минең тыуған илемдә ҡатындар ирҙәрҙән түбәнерәк тип һанала, һәм уларға ҡолдарға ҡараған һымаҡ ҡарайҙар». Ә Ҡушма Штаттарҙан Люк исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ҡайһы бер атайҙар үҙ улдарын, ҡатындарҙың нимә әйткәне мөһим түгел, һәм уларға әллә ни иғтибар бирергә кәрәкмәй, тип өйрәтә». Әммә Йәһүә ундай ҡараштарҙы хупламай. (Марк 7:13 менән сағыштырығыҙ.) Улайһа, иргә яҡшы ғаилә башлығы булырға нимә ярҙам итер?

2. Ғаилә башлығы нимәне аңларға тейеш һәм ни өсөн?

2 Яҡшы ғаилә башлығы булыр өсөн ир кешегә Йәһүәнең үҙенән нимә көткәнен аңларға кәрәк. Бынан тыш, ул шуны белергә тейеш: ни өсөн Йәһүә баш булыу принцибын урынлаштырған? Һәм Йәһүә менән Ғайсанан ул нимәгә өйрәнә ала? Ир кеше быны аңларға тейеш, сөнки Йәһүә ғаилә башлыҡтарына билдәле бер хакимлыҡ биргән, һәм ул уларҙан хакимлыҡты дөрөҫ ҡулланырҙар тип көтә (Лука 12:48б).

БАШ БУЛЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

3. 1 Коринфтарға 11:3-тә килтерелгән принцип баш булыу тураһында нимә аса?

3 1 Коринфтарға 11:3-тө уҡығыҙ. Был аятта Йәһүәнең үҙенең бөтә ғаиләһе өсөн урынлаштырған баш булыу принцибы килтерелгән. Баш булыу үҙ эсенә хакимлыҡты һәм яуаплылыҡты ала. Йәһүә барыһы өҫтөнән баш, йәғни иң юғары хаким. Уның бөтә балалары — фәрештәләр ҙә, кешеләр ҙә — уға хисап бирә (Рим. 14:10; Ефес. 3:14, 15). Йәһүә Ғайса Мәсихте йыйылыштың башы итеп билдәләгән, әммә Ғайса уның алдында беҙҙең менән нисек мөғәмәлә иткәне өсөн яуаплы (1 Кор. 15:27). Йәһүә шулай уҡ иргә ҡатыны һәм балалары өҫтөнән хакимлыҡ биргән, әммә ир үҙенең ғаиләһе менән нисек мөғәмәлә иткәне өсөн Йәһүә һәм Ғайса алдында яуап тота (1 Пет. 3:7).

4. Йәһүәнең һәм Ғайсаның ниндәй хакимлығы бар?

4 Ҙур ғаиләнең башы булараҡ, Йәһүә ҡағиҙәләр урынлаштырырға һәм уларҙың үтәлешен күҙәтергә хоҡуҡлы (Ишағ. 33:22). Йыйылыштың башы булараҡ, Ғайсаның да йыйылышта тәртип урынлаштырырға хаҡы бар (Гал. 6:2; Кол. 1:18—20).

5. Ғаилә башлығы ниндәй хакимлыҡҡа эйә, һәм ни өсөн уның хакимлығы сикһеҙ түгел?

5 Йәһүә ир кешегә лә үҙ ғаиләһендә ҡарарҙар ҡабул итергә хакимлыҡ биргән (Рим. 7:2; Ефес. 6:4). Әммә уның хакимлығы сикһеҙ түгел. Мәҫәлән, ул урынлаштырған ҡағиҙәләр Алла Һүҙендәге принциптарға нигеҙләнгән булырға тейеш (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Шулай уҡ ир кеше үҙ ғаиләһенең ағзалары булмаған кешеләр өсөн ҡағиҙәләр урынлаштыра алмай (Рим. 14:4). Бынан тыш, уға шуны аңларға кәрәк: үҫеп өйҙән сығып киткән балалары уны хөрмәт итергә тейеш булһа ла, ул улар өсөн инде баш түгел (Матф. 19:5).

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ БАШ БУЛЫУ ПРИНЦИБЫН УРЫНЛАШТЫРҒАН?

6. Ни өсөн Йәһүә баш булыу принцибын урынлаштырған?

6 Йәһүә баш булыу принцибын яратыуҙан сығып урынлаштырған. Был уның бүләге. Баш булыу принцибы ярҙамында Йәһүәнең ғаиләһендә татыулыҡ һәм тәртип хөкөм һөрә (1 Кор. 14:33, 40). Был принцип булмаһа, Йәһүә ғаиләһе тәртипһеҙлектә һәм бәхетһеҙлектә йәшәр ине. Мәҫәлән, ҡарарҙарҙы кем ҡабул итергә һәм уларҙы кем тормошҡа ашырырға тейеш икәне тураһында һорау һәр ваҡыт бәхәстәр тыуҙырыр ине.

7. Ефестарға 5:25, 28 буйынса, Йәһүә ирҙәрҙең үҙ ҡатындары менән нисек мөғәмәлә итеүен теләй?

7 Әгәр баш булыу принцибы барыһына ла файҙа килтерергә тейеш икән, улайһа, ни өсөн күп ҡатындар үҙ ирҙәренең хакимлығы аҫтында интегеп йәшәй? Сөнки күп кенә ирҙәр Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмай һәм урындағы йолалар буйынса йәшәргә ҡарар итә. Улар эгоистик теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн ғаиләлә үҙҙәрен ҡаты тота. Мәҫәлән, ир, үҙенең мөһим икәнен һәм үҙенең «ысын ир» икәнен күрһәтергә теләп, ҡатынын кәмһетергә мөмкин. Ул былайыраҡ уйларға мөмкин: әгәр мин ҡатынымды үҙемде яратырға мәжбүр итә алмайым икән, улайһа, минән ҡурҡһын, ә әгәр ҡурҡһа, мине тыңлар *. Һис шикһеҙ, шулай уйлау һәм эш итеү дөрөҫ түгел. Ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәткә лайыҡ, һәм Йәһүә ирҙәрҙең үҙ ҡатындарын яратыуын теләй. (Ефестарға 5:25, 28-ҙе уҡығыҙ.)

ИР КЕШЕ НИСЕК ЯҠШЫ ҒАИЛӘ БАШЫ БУЛА АЛА?

8. Ир кеше нисек яҡшы ғаилә башлығы булырға өйрәнә ала?

8 Яҡшы ғаилә башы булыр өсөн иргә Йәһүәнең һәм Ғайсаның үҙ хакимлығын нисек ҡулланғанынан үрнәк алырға кәрәк. Йәһүә менән Ғайсаның ике сифатын ғына ҡарап сығайыҡ һәм ғаилә башлығының был сифаттарҙы үҙ ғаиләһендә нисек сағылдыра алғанын беләйек.

9. Йәһүә нисек баҫалҡылыҡ сағылдыра?

9 Баҫалҡылыҡ. Бөтөн донъяла Йәһүәнән зирәгерәк бер кем юҡ. Шулай ҙа ул үҙ хеҙмәтселәрен тыңлай һәм уларҙың ҡараштарын иҫәпкә ала (Баш. 18:23, 24, 32). Бынан тыш, Йәһүә уларҙың тәҡдимдәрен ҡабул итә (1 Бат. 22:19—22). Йәһүә, үҙе камил булһа ла, беҙҙән камиллыҡ көтмәй. Бының урынына, ул камил булмаған кешеләргә үҙенә хеҙмәт итеүҙә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә (Зәб. 113:6, 7). Изге Яҙмала ул хатта «Ярҙамсы» тип атала (Зәб. 27:9; Евр. 13:6). Дауыт батша шуны таныған: әгәр Йәһүә, баҫалҡылыҡ сағылдырып, уға ярҙам итмәһә, ул үҙенә тапшырылған йөкләмәләрҙе үтәй алмаҫ ине (2 Сам. 22:36).

10. Ғайса нисек баҫалҡылыҡ сағылдырған?

10 Ә хәҙер Ғайсаның миҫалына иғтибар итәйек. Остаз һәм Хужа булһа ла, ул шәкерттәренең аяҡтарын йыуған. Ни өсөн Йәһүә был осраҡты Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан? Сәбәптәрҙең береһе: ул ғаилә башлыҡтарын һәм башҡаларҙы ошо үрнәк буйынса эш итергә дәртләндерергә теләгән. Ғайса үҙе былай тигән: «Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем» (Яхъя 13:12—17). Ҙур хакимлыҡҡа эйә булһа ла, Ғайса башҡаларҙың үҙенә хеҙмәт итеүен көтмәгән, ул үҙе башҡаларға хеҙмәт иткән (Матф. 20:28).

Ғаилә башлығы, өй эштәрендә ҡатнашып һәм ғаиләһенең рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртып, баҫалҡылыҡ һәм яратыу сағылдыра (11, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11. Ғаилә башлығы Йәһүәнең һәм Ғайсаның баҫалҡылығынан нимәгә өйрәнә ала?

11 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Ғаилә башлығы төрлөсә баҫалҡылыҡ сағылдыра ала. Мәҫәлән, ул ҡатынынан һәм балаларынан камиллыҡ көтмәй. Ғаилә ағзалары уның ҡарашы менән риза булмаһа ла, ул уларҙы иғтибар менән тыңлай. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Марли былай ти: «Ҡайһы бер һорауҙарҙа иремдең ҡарашы минекенән айырылып тора. Әммә мин уның үҙемде ҡәҙерләгәнен һәм хөрмәт иткәнен тоям, сөнки ул минең фекерем менән ҡыҙыҡһына һәм, ҡарар ҡабул иткәндә, уны иҫәпкә ала». Бынан тыш, баҫалҡы ир өй эштәрен башҡарырға әҙер. Хатта уның мәҙәниәтендә был эштәр ҡатындар эше тип һаналһа ла, ул уларҙы теләп башҡара. Шулай эш итеү еңел түгел. Ни өсөн? Рейчел исемле апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Минең тыуған яғымда ҡатынына һауыт-һаба йыуырға һәм өйҙө йыйыштырырға ярҙам иткән ирҙе күршеләре һәм туғандары мәүеш тип атай. Улар уның тураһында, үҙ ҡатынына хужа була алмай, тип уйлай». Әгәр һеҙ йәшәгән ерҙә шундай ҡараштар киң таралған булһа, шуны онотмағыҙ: аяҡ йыуыу эше ҡолдар эше тип һаналһа ла, Ғайса үҙ шәкерттәренең аяҡтарын йыуған. Яҡшы ғаилә башлығы кешеләр нимә әйтер тип борсолоу урынына ҡатынының һәм балаларының ихтыяждары тураһында уйлай. Баҫалҡылыҡтан тыш, яҡшы ғаилә башлығына тағы ниндәй сифат хас?

12. Йәһүә менән Ғайса Мәсих беҙгә нисек үҙ яратыуын күрһәтә?

12 Яратыу. Йәһүә бар нәмәне яратыуҙан сығып эшләй (1 Яхъя 4:7, 8). Ул үҙенең Һүҙе һәм ойошмаһы аша беҙҙең рухи ихтыяждарыбыҙҙы наҙлап ҡайғырта. Ул шулай уҡ, беҙҙе үҙенең яратыуына ышандырып, эмоциональ ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерә. Ә матди ихтыяждарыбыҙ тураһында нимә әйтеп була? Беҙ шатланып йәшәй алһын өсөн, Йәһүә беҙгә бөтә нәмәне мул итеп бирә (1 Тим. 6:17). Беҙ хаталар яһағанда, ул беҙҙе төҙәтә. Әммә уның беҙгә ҡарата яратыуы һүрелмәй. Яратыуҙан сығып, Йәһүә беҙҙең хаҡҡа ҡәҙерле Улын биргән. Ғайса Мәсих тә беҙҙе бик ныҡ ярата. Ул бит беҙҙең өсөн үҙенең ғүмерен йәлләмәгән (Яхъя 3:16; 15:13). Тоғро мәсихселәрҙе Йәһүәнең һәм Ғайсаның яратыуынан бер нәмә лә айыра алмай (Яхъя 13:1; Рим. 8:35, 38, 39).

13. Ни өсөн ир кешегә ғаиләһенә яратыуын күрһәтеү мөһим? (« Өйләнешкәндән һуң ир үҙ ҡатынының хөрмәтен нисек яулай ала?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

13 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Ғаилә башлығы бөтә нәмәне яратыуҙан сығып эшләргә тейеш. Ни өсөн был мөһим? Илсе Яхъя былай тигән: «Үҙе күргән имандашын [йә ғаиләһен] яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай» (1 Яхъя 4:11, 20). Әгәр ир кеше үҙ ғаиләһен яратһа һәм Йәһүә менән Ғайсанан үрнәк алырға теләһә, ул үҙ ғаиләһенең рухи, эмоциональ һәм матди ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер (1 Тим. 5:8). Ул шулай уҡ балаларын өйрәтер һәм төҙәтер. Бынан тыш, ул Йәһүәне данлаған һәм ғаиләһенә файҙа килтергән ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнер. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ғаилә башлығының Йәһүә менән Ғайсанан нисек үрнәк ала алғаны тураһында ентекләберәк һөйләшәйек.

ҒАИЛӘ БАШЛЫҒЫНЫҢ ВАЗИФАЛАРЫ

14. Ир кеше үҙ ғаиләһенең рухи ихтыяждары хаҡында нисек ҡайғырта?

14 Ғаиләнең рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыу. Ғайса Мәсих, Атаһынан үрнәк алып, үҙ шәкерттәренең иманын нығытҡан (Матф. 5:3, 6; Марк 6:34). Ғаилә башлығы ла беренсе сиратта ғаиләһенең рухи ихтыяждарын ҡайғырта (Ҡан. 6:6—9). Уның ғаиләһендә Изге Яҙманы уҡыу һәм өйрәнеү, осрашыуҙарға йөрөү һәм вәғәздә ҡатнашыу ғәҙәткә индерелгән. Шулай итеп ул ҡатынына һәм балаларына Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр ҡорорға ярҙам итә.

15. Ир кеше үҙ ғаиләһенең эмоциональ ихтыяждары хаҡында нисек ҡайғырта ала?

15 Ғаиләнең эмоциональ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү. Йәһүә Ғайсаға ҡарата яратыуын ап-асыҡ белдергән (Матф. 3:17). Ғайса ла шәкерттәренә яратыуын һүҙҙәр һәм эштәр менән күрһәткән. Ә шәкерттәр, үҙ сиратында, Ғайсаға үҙҙәренең яратыуы тураһында әйткән (Яхъя 15:9, 12, 13; 21:16). Ғаилә башлығы ҡатынына һәм балаларына ҡарата яратыуын эштәре менән күрһәтә ала. Мәҫәлән, ул быны улар менән Изге Яҙманы өйрәнеп эшләй ала. Уға шулай уҡ уларҙы ҡәҙерле булғандарына ышандырырға һәм, урынлы булғанда, кешеләр алдында маҡтарға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 31:28, 29).

Йәһүәнең хуплауын алыр өсөн ир кеше ғаиләһенең матди ихтыяждарын хәстәрләргә тейеш (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Ғаилә башлығының тағы ниндәй вазифаһы бар, һәм был өлкәлә ул нисек дөрөҫ ҡараш һаҡлай ала?

16 Ғаиләнең матди ихтыяждарын ҡайғыртыу. Йәһүә һәр ваҡыт израилдәрҙең төп ихтыяждарын ҡайғыртҡан. Йәһүә быны израилдәр уға буйһонмаған саҡтарҙа ла эшләгән (Ҡан. 2:7; 29:5). Ул беҙҙең ихтыяждарҙы ла ҡайғырта (Матф. 6:31—33; 7:11). Ғайса Мәсих тә үҙенә эйәргән кешеләрҙе ашатҡан һәм уларҙы ауырыуҙарҙан һауыҡтырған (Матф. 4:24; 14:17—20). Йәһүәне ҡыуандырырға теләгән ғаилә башлығы үҙ ҡатынының һәм балаларының матди ихтыяждарын хәстәрләй. Әммә уға был йәһәттән дөрөҫ ҡараш һаҡларға кәрәк. Донъяуи эшендә сиктән тыш күп ваҡыт үткәрһә, ул үҙ ғаиләһенең рухи һәм эмоциональ ихтыяждарын тейешенсә ҡайғырта алмаҫ.

17. Өйрәтеү һәм төҙәтеү тураһында әйткәндә, Йәһүә менән Ғайса Мәсих ниндәй үрнәк күрһәтә?

17 Ғаилә ағзаларын өйрәтеү. Ярҙам итергә теләгәнгә, Йәһүә беҙҙе өйрәтә һәм төҙәтә (Евр. 12:7—9). Атаһы кеүек, Ғайса ла яратыу менән үҙенең шәкерттәрен өйрәтә һәм, кәрәк булғанда, уларҙы игелек менән төҙәтә (Яхъя 15:14, 15; Матф. 20:24—28). Ул беҙҙең камил булмағаныбыҙҙы һәм йыш хаталар яһағаныбыҙҙы аңлай (Матф. 26:41).

18. Яҡшы ғаилә башлығы нимәне иҫәпкә ала?

18 Йәһүә менән Ғайсанан үрнәк алған ир ҡатынының һәм балаларының камил булмағанын иҫәпкә ала. Ул үҙ ғаиләһенә ҡарата ҡырыҫ түгел (Кол. 3:19). Киреһенсә, ул үҙенең дә камил булмағанын иҫтә тота һәм, Галаттарға 6:1-ҙә яҙылған принцип буйынса эш итеп, ҡатынын һәм балаларын «ипле генә итеп» төҙәтергә тырыша. Ғайса кеүек, ул шуны аңлай: өйрәтер өсөн иң яҡшы ысул — үрнәк күрһәтеү (1 Пет. 2:21).

19, 20. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ғаилә башлығы нисек Йәһүәнән һәм Ғайсанан үрнәк ала ала?

19 Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, башҡалар хаҡында уйлау. Йәһүә, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беренсе сиратта башҡаларҙың мәнфәғәтен ҡайғырта. Мәҫәлән, ул беҙгә йәшәү бүләк иткән, әммә ул быны үҙе өсөн түгел, ә беҙҙең менән йәшәү шатлығын уртаҡлашыр өсөн эшләгән. Бынан тыш, бер кем дә Йәһүәне үҙ Улын гонаһтарыбыҙ өсөн бирергә мәжбүр итә алмаған. Ул быны беҙҙең турала уйлап эшләгән. Ғайса Мәсихтең ҡарарҙарында ла башҡалар хаҡында ҡайғыртыу күренгән (Рим. 15:3). Мәҫәлән, ул йыш ҡына, ял итеү урынына, башҡаларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән (Марк 6:31—34).

20 Яҡшы ғаилә башлығы шуны белә: бөтә ғаилә өсөн аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеү — бик ауыр мәсьәлә. Шуға күрә ул үҙенең был вазифаһына бик етди ҡарай. Ул ҡарарҙарҙы уйламайынса йә хистәргә нигеҙләнеп ҡабул итмәй. Киреһенсә, ул Йәһүәгә үҙен өйрәтергә рөхсәт итә (Ғиб. һүҙ. 2:6, 7) *. Шулай итеп, ул беренсе сиратта үҙе тураһында түгел, ә башҡалар тураһында уйлап эш итә (Флп. 2:4).

21. Киләһе мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡаралыр?

21 Йәһүә ғаилә башлыҡтарына бик етди йөкләмә биргән. Улар уның алдында был йөкләмәне нисек үтәгәндәре өсөн яуап тота. Әммә әгәр ир Йәһүә менән Ғайсанан үрнәк алырға ынтылһа, ул яҡшы ғаилә башлығы буласаҡ. Һәм ҡатын да үҙ ролен үтәһә, ғаилә бәхетле буласаҡ. Ә ҡатын баш булыу принцибына нисек ҡарарға тейеш? Ни өсөн уға был принципҡа дөрөҫ ҡарауы еңел булмаҫҡа мөмкин? Киләһе мәҡәләлә был һорауҙарға яуап бирелер.

16-СЫ ЙЫР Йәһте Улын майлағаны өсөн ололағыҙ!

^ 5 абз. Өйләнгәс, ир кеше яңы ғаиләнең башы булып китә. Был мәҡәләлә беҙ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: баш булыу нимәне аңлата? ни өсөн Йәһүә ундай тәртип урынлаштырған? ирҙәр Йәһүә менән Ғайсанан нимәгә өйрәнә ала? Икенсе мәҡәләлә беҙ ирҙәр менән ҡатындарҙың Ғайса Мәсихтән һәм Изге Яҙмалағы башҡа миҫалдарҙан нимәгә өйрәнә алғанын ҡарап сығырбыҙ. Ә өсөнсө мәҡәләнән беҙ йыйылышта баш булыу принцибы нисек ҡулланылғанын белербеҙ.

^ 7 абз. Ир ҡатынын кәмһетә йә хатта туҡмай ала, тигән фекер ҡайһы бер фильмдарҙа, көләмәстәрҙә һәм юмористик телетапшырыуҙарҙа сағыла. Һөҙөмтәлә кешеләр, бының бер ниндәй насарлығы юҡ, тип уйлай башлай.

^ 20 абз. Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында күберәк мәғлүмәт табырға теләһәгеҙ, 2011 йыл 15 апрель һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 13—17-се биттәрендә «Алланы данлаған ҡарарҙар ҡабул итегеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.