Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Зирәктәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һал»

«Зирәктәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һал»

«Зирәктәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һал» (ҒИБ. ҺҮҘ. 22:17).

123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә кәңәш бирелергә мөмкин һәм ни өсөн уға ҡолаҡ һалыу мөһим?

 БЕҘ барыбыҙ ҙа ваҡыт-ваҡыт кәңәшкә мохтаж. Ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙ хөрмәт иткән кешенән кәңәш һорайбыҙ, ә ҡайһы ваҡыт ҡәрҙәшебеҙ, беҙҙең хаҡта борсолоп, беҙ етди хата эшләмәһен өсөн, кәңәш бирергә мөмкин (Гал. 6:1). Бынан тыш, етди хата яһағандарға ҡаты шелтәләү кәрәк. Кәңәш нисек кенә бирелгән булһа ла, уны ҡабул итеү бик мөһим. Был яҡшы сифаттар үҫтерергә ярҙам итер һәм хатта тормошобоҙҙо һаҡлап ҡала алыр! (Ғиб. һүҙ. 6:23).

2. Ғибрәтле һүҙҙәр 12:15-тән күренеүенсә, ни өсөн кәңәшкә ҡолаҡ һалырға кәрәк?

2 Был мәҡәләнең төп аяты «зирәктәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ» һалырға өндәй (Ғиб. һүҙ. 22:17). Бер кем дә бар нәмәне лә белеп бөтә алмай. Һәр ваҡыт ниндәйҙер өлкәлә беҙҙән белемлерәк һәм тәжрибәлерәк кеше табылыр. (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:15-те * уҡығыҙ.) Тимәк, кәңәшкә ҡолаҡ һалыу кешенең баҫалҡы булғанын күрһәтә. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ белемдәребеҙ һәм мөмкинлектәребеҙ сикле икәнен таныйбыҙ һәм ярҙам ҡабул итергә әҙербеҙ. Алла Сөләймән батшаны ошондай зирәк һүҙҙәр яҙырға рухландырған: «Кәңәшһеҙ — ниәттәр тарҡала, ә кәңәшселәр күп булғанда — тормошҡа аша» (Ғиб. һүҙ. 15:22).

Ниндәй кәңәште миңә ҡабул итеүе ауырыраҡ? (3, 4-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3. Йәһүә беҙгә нисек кәңәштәр бирә?

3 Йәһүә беҙгә ике ысул менән кәңәштәр бирә. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөтә мәсихселәргә ҡағыла, ә ҡайһы берҙәре шәхсән беҙгә бирелә. Нисек итеп ул бөтә мәсихселәргә кәңәштәр бирә? Мәҫәлән, Изге Яҙма һәм баҫмаларыбыҙ аша. Уҡығанда беҙ белгәндәребеҙ өҫтөндә уйланабыҙ һәм үҙебеҙҙе үҙгәртергә тырышабыҙ (Евр. 4:12). Кәңәштәр беҙгә башҡаса ла бирелергә мөмкин. Мәҫәлән, өлкән йә рухи яҡтан етлеккән башҡа берәй ҡәрҙәш беҙгә нимәлә үҙгәрергә кәрәк икәнен әйтергә мөмкин. Шулай итеп Йәһүә шәхсән беҙгә кәңәш бирә, тип әйтеп була. Әгәр ҡәрҙәшебеҙ беҙҙең турала уйлап, Изге Яҙманан принцип табып, беҙгә кәңәш бирергә булған икән, тимәк, ул беҙҙе ярата. Шул саҡта кәңәште тыңлау һәм уны ҡулланыу уға рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтер ине.

4. Вәғәзсе 7:9-ҙан күренеүенсә, кәңәш бирелгәндә, беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейеш түгел?

4 Әлбиттә, тура кәңәштәрҙе ҡабул итеүе бигерәк тә ауыр. Уларҙан һуң хатта күңел ҡырылырға мөмкин. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙ барыбыҙ ҙа камил булмағаныбыҙҙы таныйбыҙ, әммә кемдер етешһеҙлегебеҙ тураһында әйтһә, күңелебеҙҙә шунда уҡ үпкә хисе тыуа. (Вәғәзсе 7:9-ҙы * уҡығыҙ.) Шундай осраҡтарҙа үҙебеҙҙе аҡлай башлауыбыҙ ихтимал. Беҙ хатта кәңәш биргән кешенең үҙен һәм быны нисек эшләгәнен тәнҡитләй башларға мөмкин. Беҙҙең: «Ул үҙен кемгә ҡуя? Үҙенә тәүҙә ҡараһын әле!» — тип уйлауыбыҙ ихтимал. Әгәр ҡарашыбыҙ шундай булһа, үҙебеҙгә оҡшамаған кәңәштәргә ҡолаҡ һалмаҫбыҙ, ә тик беҙҙең яҡлы булған кешеләрҙән генә кәңәш һорарбыҙ.

5. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

5 Был мәҡәләлә беҙ Изге Яҙмала килтерелгән бер нисә кешенең миҫалын иҫкә төшөрөрбөҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре кәңәште кире ҡаҡҡан, ә икенселәре — ҡабул иткән. Шулай уҡ кәңәштәргә дөрөҫ ҡарарға нимә ярҙам итә алғанын белербеҙ.

НАСАР МИҪАЛДАР

6. Ровоамдың миҫалы беҙҙе нимәнән киҫәтә?

6 Ровоам батшаны иҫебеҙгә төшөрәйек. Ул Израилдә идара итә башлағас, халыҡ уға мөрәжәғәт иткән һәм уның атаһы Сөләймән өҫтәренә һалған йөктө еңеләйтеүен һораған. Тәүҙә Ровоам, аҡыллы эш итеп, тәжрибәле өлкәндәрҙән кәңәш һораған. Улар уға былай тигән: «Әгәр ҙә һин... уларҙың үтенестәрен үтәһәң... улар ғүмергә һинең хеҙмәтселәрең булып китер» (1 Бат. 12:3—7). Күрәһең, Ровоамға был кәңәш оҡшамаған, шуға күрә ул үҙе менән бергә үҫкән дуҫтары менән кәңәшләшкән. Улар бөтөнләй тәжрибәһеҙ булған тип әйтеп булмай, сөнки уларға инде 40 йәштәр тирәһе булған (2 Йыл. 12:13). Әммә был осраҡта улар, халыҡҡа тағы ла күберәк эш ҡуш тип, Ровоамға насар кәңәш биргән (1 Бат. 12:8—11). Шундай ҡапма-ҡаршы булған кәңәштәрҙе ишеткәс, ул тәүҙә Йәһүәгә доға ҡылып, кемдең кәңәше буйынса эш итеүе яҡшыраҡ булыр, тип һорай алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул шулай эшләмәгән һәм йәштәштәренең кәңәшен ҡулланған, сөнки был кәңәш уға нығыраҡ оҡшаған. Был Ровоамға ла, Израиль халҡына ла аяныс эҙемтәләр килтергән. Беҙ был осраҡтан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Һәр кәңәш тә күңелебеҙгә ятышлы булмаҫ, ләкин ул Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булһа, уны ҡулланырға кәрәк.

7. Озия батша менән булған осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә?

7 Озия батша ҡәтғи төҙәтеүҙе ҡабул итмәгән. Ул, Йәһүәнең ғибәҙәтханаһында руханиҙарға ғына керергә рөхсәт ителгән урынға кереп, фимиам яндырырға маташҡан. Руханиҙар уға былай тигән: «Озия, һинең Йәһүәгә фимиам яндырырға хаҡың юҡ! Фимиамды руханиҙар ғына яндырырға тейеш». Әгәр ул, баҫалҡылыҡ менән хатаһын танып, шунда уҡ Изге урындан сыҡҡан булһа, Йәһүә уны, моғайын, ғәфү итер ине. Әммә Озия бөтөнләй башҡа эш иткән. Уның руханиҙарға асыуы ҡабарған. Ни өсөн ул шундай үҙ һүҙле булған? Күрәһең, ул, мин батша, миңә бер кем дә кәңәш бирә алмай, тип уйлағандыр. Әммә Йәһүә быға башҡаса ҡараған. Йәһүә күҙендә Озия, ғорурлыҡ сағылдырып, үҙенең дәрәжәһен дөрөҫ ҡулланмаған. Шуға уның маңлайына махау сыҡҡан, һәм ул «үҙенең үлеменә ҡәҙәр махаулы булып айырым йортта» йәшәгән (2 Йыл. 26:16—21). Был хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтә? Әгәр беҙгә Изге Яҙмаға нигеҙләнеп кәңәш бирһәләр, уны ҡабул итергә кәрәк. Йыйылышта ниндәй генә вазифалар башҡарһаҡ та, бирелгән кәңәшкә ҡолаҡ һалмаһаҡ, Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ ихтимал.

ЫҢҒАЙ МИҪАЛДАР

8. Әйүп төҙәтеүгә нисек ҡараған?

8 Әммә Изге Яҙмала телгә алынған кешеләрҙең миҫалдары беҙҙең өсөн киҫәтеү генә түгел, ә өлгө лә булып тора. Ул кешеләр Йәһүәнең кәңәштәрен ҡабул иткән һәм бының өсөн фатихалар алған. Әйҙәгеҙ, Әйүпте иҫкә төшөрәйек. Ул Йәһүәне яратһа ла һәм дөрөҫ эш итергә тырышһа ла, барыбер хаталар эшләгән. Тормошондағы ҡайғылар уны шул тиклем ҡаҡшатҡан, ул хатта Аллаға ҡарата дөрөҫ булмаған һүҙҙәр әйткән. Йәһүә һәм Илуй уға шулай эшләргә ярамағаны хаҡында тура әйткән. Әйүп төҙәтеүгә нисек ҡараған? Ул баҫалҡылыҡ сағылдырған һәм үҙенең хаҡ булмағанын таныған. Бына уның һүҙҙәре: «Үҙем белмәгән... нәмәләр тураһында әйттем. [...] Шуға күрә мин һүҙҙәремде кире алам, туҙан һәм көлгә ултырып тәүбә итәм». Шундай баҫалҡылыҡ Йәһүәгә бик оҡшаған, һәм ул Әйүпте мул итеп фатихалаған (Әйүп 42:3—6, 12—17).

9. Беҙ Мусанан ниндәй өлгө ала алабыҙ?

9 Мусаның да тәртибе беҙҙең иғтибарға лайыҡ. Бер ваҡыт ул етди хата яһаған. Бының өсөн Йәһүә уны ҡаты шелтәләгән. Хәтерләүебеҙсә, Муса ҡыҙып киткән һәм Йәһүәнең данын үҙенә алған. Шуға күрә Йәһүә уға Вәғәҙә ителгән ергә керергә рөхсәт итмәгән (Һан. 20:1—13). Ул бик күңелһеҙләнгән һәм Йәһүәнән был ҡарарҙы үҙгәртеүен үтенгән, әммә Алла уға: «Етәр! Был турала миңә бүтән һөйләмә», — тигән (Ҡан. 3:23—27). Шулай ҙа Муса үпкәләмәгән, шуға күрә Алла израилдәрҙе алып барыр өсөн артабан да уны ҡулланған (Ҡан. 4:1). Әйүп һәм Муса беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Әйүпкә хатаһы тураһында әйтһәләр ҙә, ул үҙен аҡларға тырышмаған һәм кәңәште ҡабул иткән. Муса ҡаты шелтәләү алһа ла һәм үҙе өсөн бик ҡиммәтле булған фатиханан мәхрүм булһа ла, Йәһүәгә тоғро булып ҡалған.

10. а) Ғибрәтле һүҙҙәр 4:10—13-тән күренеүенсә, ни өсөн киҫәтеүгә ҡолаҡ һалырға кәрәк? б) Эммануэль, Меган һәм Марконың һүҙҙәренән һеҙ үҙегеҙгә ниндәй һабаҡтар алдығыҙ?

10 Әйүп менән Мусанан үрнәк алһаҡ, был беҙгә файҙа килтерер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:10—13-тө * уҡығыҙ.) Күп ҡәрҙәштәр быға үҙҙәре инанған. Өлкәндәр Конгола йәшәгән Эммануэль * исемле ағай-ҡәрҙәште етди хатанан киҫәткән. Һуңыраҡ Эммануэль былай тип һөйләгән: «Рухи яҡтан етлеккән ағай-ҡәрҙәштәр, иманымдың емерелергә торғанын күреп, миңә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Мин уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалдым, һәм был мине күп хаталарҙан ҡотҡарҙы». Ә Канадала йәшәгән һәм пионер булып хеҙмәт иткән Меган былай ти: «Берәйһе һине төҙәтһә, был әллә ни оҡшамай, әммә бынһыҙ бер нисек тә булмай». Хорватиянан булған Марко ҡәрҙәштең дә һүҙҙәре иғтибарға лайыҡ. «Мин хөрмәтле вазифаларымды юғалттым, әммә ағай-ҡәрҙәштәр мине киҫәтмәгән булһа, мин Йәһүәнән йыраҡлашыр инем», — ти ул.

11. Карл Клейн киҫәтеүҙең файҙалы булыуы тураһында нимә әйткән?

11 Киҫәтеүҙәр ниндәй файҙа килтергәне тураһында Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән Карл Клейн ҡәрҙәш һөйләгән. Йәш саҡта ул Джозеф Рутерфорд ҡәрҙәш менән дуҫ булған, һәм бер тапҡыр Джозеф уны ҡаты шелтәләгән. Клейн ҡәрҙәш Джозефҡа тәүҙә үпкәләгән. Үҙенең биографияһында ул былай тип яҙған: «Икенсе тапҡыр Рутерфорд ҡәрҙәш менән осрашҡанда, ул дуҫтарса: „Сәләм, Карл!“ — тип минең менән иҫәнләште. Ә мин уның менән саҡ-саҡ һаулыҡ һораштым, сөнки уға үпкәләп йөрөй инем. Шул ваҡытта ул миңә: „Карл, һаҡ бул! Шайтан һине һағалап тора!“ — тине. Үпкәләгәнемде күрһәтмәҫкә тырышып, мин уға: „Барыһы ла яҡшы, Рутерфорд ҡәрҙәш“, — тинем. Әммә ул барыһы ла яҡшы түгел икәнен аңлай ине, шуға күрә тағы бер тапҡыр: „Яҡшы, шулай ҙа һаҡ бул. Шайтан һине һағалап тора“, — тине. Эйе, ул бик дөрөҫ әйтә ине. Ағай-ҡәрҙәшкә, айырыуса уның беҙгә кәңәш бирергә хоҡуғы булғанда, үпкәләп йөрөп, беҙ Иблискә үҙебеҙгә һөжүм итергә юл ҡуябыҙ» * (Ефес. 4:25—27). Клейн ҡәрҙәш Рутерфорд ҡәрҙәштең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған, һәм улар яҡын дуҫтар булып ҡалған.

КӘҢӘШТӘРҘЕ ҠАБУЛ ИТЕРГӘ БЕҘГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

12. Баҫалҡылыҡ кәңәштәрҙе ҡабул итергә нисек ярҙам итә? (Зәбур 141:5).

12 Кәңәштәрҙе ҡабул итергә беҙгә нимә ярҙам итер? Беренсе сиратта, беҙгә баҫалҡы булырға кәрәк. Шуны иҫебеҙгә төшөрөп тороу мөһим: беҙ камил түгел һәм ҡайһы саҡта үҙебеҙҙе аҡылһыҙ тотабыҙ. Был мәҡәләлә әйтелгәнсә, Әйүп ҡайһы ваҡыт хаталанған, әммә һуңыраҡ үҙгәргән. Ни өсөн? Сөнки ул баҫалҡы кеше булған. Мәҫәлән, ул үҙенән күпкә йәшерәк булған Илуйҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған (Әйүп 32:6, 7). Йәһүә Әйүпте баҫалҡылығы өсөн фатихалаған. Кемдер беҙгә, айырыуса йәшерәк кеше кәңәш биргәндә йә кәңәш урынһыҙ булып тойолғанда, баҫалҡылыҡ беҙгә бик ярҙам итер. Канадала йәшәгән бер өлкән былай ти: «Беҙ үҙебеҙҙе ситтән күрмәйбеҙ, шуға күрә берәйһе кәңәш бирмәһә, беҙгә рухи яҡтан үҫеүе бик ауыр». Эйе, беҙҙең һәр беребеҙгә уҡытыу һәләттәрен һәм изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы яҡшыртырға кәрәк. (Зәбур 141:5-те * уҡығыҙ.)

13. Беҙ кәңәштәргә нисек ҡарарға тейеш?

13 Кәңәштәргә Йәһүәнең яратыуына ҡарағандай ҡарағыҙ. Алла беҙгә иң яҡшыһын ғына теләй (Ғиб. һүҙ. 4:20—22). Әгәр Йәһүә үҙенең Һүҙе, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмалар йә рухи яҡтан етлеккән мәсихсе аша кәңәш бирә икән, тимәк, ул беҙҙе ярата. Еврейҙарға 12:9, 10-да әйтелгәнсә: «Алла [беҙҙе] үҙ файҙабыҙ хаҡына... тәрбиәләй».

14. Беҙгә кәңәш бирелгәндә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

14 Онотмағыҙ: нисек әйткәндәре түгел, ә нимә әйткәндәре мөһим. Ҡайһы саҡта беҙгә бирелгән кәңәш ҡаты булып күренергә мөмкин. Әлбиттә, мәсихсе, ҡәрҙәшен төҙәткәндә, дөрөҫ һүҙҙәр һайлап, «ипле генә итеп» әйтергә тейеш (Гал. 6:1) *. Ләкин кәңәштең нисек бирелгәне беҙгә оҡшамаһа ла, беренсе сиратта уның мәғәнәһенә иғтибар итергә кәрәк. Үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Кәңәш биреүсенең әйткәне оҡшамаһа ла, мин уның кәңәшен ҡуллана аламмы? Мине төҙәткән ҡәрҙәштең етешһеҙлектәре тураһында уйламайынса, кәңәштең миңә нисек ҡағылғанын аңларға тырышаммы?» Кәңәш оҡшаһа ла, оҡшамаһа ла, уның файҙалы яғын күрергә тырышыу бик аҡыллы булыр (Ғиб. һүҙ. 15:31).

КӘҢӘШТЕ ҮҘЕГЕҘ ҺОРАҒЫҘ

15. Ни өсөн беҙгә башҡаларҙан кәңәш һорарға кәрәк?

15 Изге Яҙма беҙҙе башҡаларҙан кәңәш һорарға өндәй. Ғибрәтле һүҙҙәр 13:10-да: «Кәңәш эҙләүселәргә зирәклек хас», — тиелә. Ниндәй матур һәм тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! Башҡаларҙың кәңәш биреүен көтмәгән, ә үҙе һораған кеше йыш ҡына рухи яҡтан тиҙерәк үҫә. Шуға күрә көтмәгеҙ, ә үҙегеҙ башҡаларҙан кәңәш эҙләгеҙ.

Ни өсөн йәш апай-ҡәрҙәш өлкәнерәк ҡәрҙәш менән кәңәшләшергә булған? (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Ҡайһы осраҡтарҙа беҙ ҡәрҙәштәрҙән кәңәш һорай алабыҙ?

16 Ниндәй осраҡтарҙа беҙ ҡәрҙәштәр менән кәңәшләшә алабыҙ? Бына бер нисә миҫал: 1) Вәғәзсе тәжрибәле мәсихсене Изге Яҙма өйрәнеүенә саҡыра һәм өйрәнеүҙән һуң үҙенең өйрәтеү һәләттәрен ниндәй яҡтан яҡшыртырға кәрәк икәнен һорай. 2) Кейәүҙә булмаған апай-ҡәрҙәш кейем һатып алырға йыйына һәм рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәш менән кәңәшләшә. 3) Беренсе тапҡыр асыҡ телмәр менән сығыш яһарға йыйынған ағай-ҡәрҙәш тәжрибәле телмәрсенән үҙенең сығышын тыңлауын һәм нимәне яҡшыртып була икәнен һорай. Хатта күп йылдар телмәр менән сығыш яһаған ҡәрҙәштәргә лә оҫта телмәрселәрҙән кәңәш һорау яҡшы булыр ине.

17. Ни өсөн кәңәшкә ҡолаҡ һалыу һәм тәрбиәне ҡабул итеү мөһим?

17 Йәһүә үҙ халҡын да һәм һәр беребеҙҙе лә өйрәтә. Киләһе аҙналарҙа йә айҙарҙа беҙгә нисек тә булһа кәңәш бирелер. Шундай саҡтарҙа, әйҙәгеҙ, был мәҡәләнең төп фекерҙәрен ҡулланырға тырышайыҡ: баҫалҡы булайыҡ, нисек әйтелгәненә түгел, ә нимә әйтелгәненә иғтибар итәйек һәм кәңәштәрҙе ҡулланайыҡ. Бер кем дә зирәк булып тыумай, шуға күрә Йәһүә: «Кәңәшкә ҡолаҡ һал, тәрбиәне ҡабул ит, һәм киләсәктә һин зирәк булырһың», — тип әйтә (Ғиб. һүҙ. 19:20).

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

^ Изге Яҙма — аҡыллы кәңәштәрҙең сығанағы, һәм Йәһүәнең хеҙмәтселәре уларҙы тормошта ҡулланырға тырыша. Әммә ни өсөн ҡайһы ваҡытта беҙгә яңылышҡаныбыҙҙы таныуы еңел түгел? Беҙгә кәңәштәргә дөрөҫ ҡарарға нимә ярҙам итер?

^ Ғибрәтле һүҙҙәр 12:15: «Аҡылһыҙ үҙ юлын тура тип уйлар, ә зирәк кеше кәңәште ҡабул итер».

^ Вәғәзсе 7:9: «Үпкәләргә ашыҡма, сөнки үпкә тотоу аҡылһыҙҙар күңеленә оялай».

^ Ғибрәтле һүҙҙәр 4:10—13: «Тыңла, улым, һүҙҙәремде ҡабул ит, шул саҡта ғүмерең оҙон булыр. 11 Һине зирәклек юлынан алып барырмын, намыҫлылыҡ һуҡмағынан етәкләп йөрөтөрмөн. 12 Атлағанда, аяҡтарыңа тотҡарлыҡ булмаҫ, йөрөгәндә, абынмаҫһың. 13 Тәрбиәгә ныҡ тотон, уны ебәрмә. Һаҡла уны, ул һинең ғүмерең бит».

^ Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ «Күҙәтеү манараһының» (ингл.) 1984 йылдың 1 октябрь сығарылышында 21—28-се биттәрҙе ҡарағыҙ.

^ Зәбур 141:5: «Тәҡүә кеше миңә һуҡһа, был тоғро мөхәббәт күрһәтеү булыр ине, мине шелтәләһә, был — башыма һөртөлгән май кеүек булыр ине, башым уны бер ҡасан кире ҡаҡмаҫ ине. Бәлә күргән саҡтарында ла доға ҡылып торормон».

^ Киләһе мәҡәләлә ҡәрҙәштәргә кәңәшебеҙҙе ҡабул итеүе еңелерәк булһын өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығырбыҙ.