Һеҙ белә инегеҙме?
Ни өсөн израилдәр кәләш өсөн ҡалым түләргә тейеш булған?
БОРОНҒО замандарҙа никах ваҡытында ҡыҙҙың ғаиләһенә ҡалым түләгәндәр. Был ҡиммәтле әйберҙәр, мал-тыуар йә аҡса булған. Ә ҡайһы саҡта кейәү егет кәләшен һатып алыр өсөн ниндәйҙер эш башҡарған. Мәҫәлән, Яҡуп осрағында шулай булған: Рәхилә өсөн ул ете йыл уның атаһының һарыҡтарын көтөргә әҙер булған (Баш. 29:17, 18, 20). Ни өсөн шундай йола булған?
Бер белешмәлә былай тиелә: «Боронғо Израилдә кейәү егет ҡалымды ҡыҙҙың атаһына уларҙы эшсеһеҙ ҡалдырғаны өсөн түләгән» *. Сөнки игенселек менән шөғөлләнеп йәшәгән ғаилә өсөн был ҙур юғалтыу булған. Шулай уҡ был йола егет менән ҡыҙҙың ғаиләләрен берләштергән. Туғанлашҡан ғаиләләр ауыр ваҡыттарҙа бер-береһенә ярҙам итеп торған. Өҫтәүенә, ҡалым шуны иҫбатлаған: ҡыҙ инде йәрәшелгән һәм уның хаҡында атаһы түгел, ә ире ҡайғыртырға тейеш.
Ҡалым түләү йәһүдтәрҙең ҡатындарға һатырға йә һатып алырға яраған әйбергә ҡараған һымаҡ ҡарағанын аңлатмай. Бер энциклопедияла былай тиелә: «Израилдәр ҡатындарын һатып алған, тип уйлау дөрөҫ түгел» *. Ҡыҙҙың ғаиләһенә аҡса түләү йә аҡса урынына берәй нәмә биреү сауҙа эшенә оҡшаш булһа ла, Боб Атли исемле Изге Яҙма белгесе былай ти: «Был ҡыҙҙы һатып алыу түгел, ә күберәк, ҡыҙҙың ғаиләһе ярҙамсыһыҙ ҡалғаны өсөн, компенсация булып тора» * (курсив беҙҙеке. — Ред.).
Ҡайһы бер илдәрҙә оҡшаш йола һаман да бар. Мәсихсе атай-әсәйҙәргә ҡыҙҙары өсөн ҡалым һорағанда, ниндәй принциптар буйынса эш итергә кәрәк? Әлбиттә, шундай осраҡтарҙа «аҡыллы булыуығыҙ һәр кемгә билдәле булһын» тигән принцип урынлы (Флп. 4:5, ЯДТ; 1 Кор. 10:32, 33). Эйе, аҡыллылыҡ менән эш итеү ҡыҙҙың ата-әсәһенә сиктән тыш күп аҡса һорамаҫҡа ярҙам итер. Улар бит «аҡсаға табынған» кеше булып күренергә теләмәй (2 Тим. 3:2). Бынан тыш, әгәр улар ҙур ҡалым һорамаһа, кейәү егеткә туй көнөн икенсе ваҡытҡа, етерлек аҡса йыйғансыға тиклем, күсерергә кәрәк булмаҫ. Әлбиттә, улар буласаҡ кейәүҙе тиҙерәк аҡса йыйыр өсөн, пионер хеҙмәтен ҡалдырып, тулы көн эшләргә мәжбүр итергә теләмәҫ.
Әгәр мәсихсе ата-әсәләр йәшәгән илдә ҡыҙ өсөн ҡалым түләү закон буйынса билдәләнһә, уны үтәргә кәрәк. Сөнки Изге Яҙма мәсихселәрҙең «хакимлыҡ иткән етәкселәргә» буйһоноуҙарын талап итә. Хөкүмәт ҡанундары Алла ҡанундарына ҡаршы килмәһә, мәсихселәр улар буйынса эш итергә тейеш (Рим. 13:1; Ғәм. 5:29).
^ Бокэм Р. Иисус и женщины. Роль женщин в общине Иисуса и в первоначальном христианстве. М., 2015. С. 173.
^ Ринекер Ф., Майер Г. Библейская энциклопедия Брокгауза. М.: Российское библейское общество, 1999. С. 107.
^ Атли Б. Бесплатные библейские комментарии // Серия «Комментарии для исследователя», Ветхий Завет. Маршалл, 2013. Т. 1Б. С. 289.