Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Мин тоғроларҙың рухи яҡтан сәскә атҡанын күрҙем

Мин тоғроларҙың рухи яҡтан сәскә атҡанын күрҙем

ҺЕҘ, моғайын, үҙегеҙ өсөн айырыуса мөһим булған аралашыуҙарҙы хәтерләйһегеҙҙер. Мин яҡынса 50 йыл элек Кенияла булған бер аралашыуҙы иҫләйем. Ул ваҡытта беҙ дуҫым менән инде күп айҙар буйы сәйәхәт итә инек. Бер кис усаҡ янында дини темаға ҡағылған фильм тураһында һөйләшеп ултырғанда, дуҫым: «Ә Изге Яҙмала барыһы ла башҡаса яҙылған», — тине.

Дуҫым Аллаға ышанған кешегә бер ҙә оҡшамаған ине, шуға күрә мин көлөп ҡуйҙым. «Изге Яҙма тураһында һин нимә беләһең?» — тип һораным мин унан. Ул яуап бирергә ашыҡманы. Әҙерәк ултырғас, ул миңә әсәһенең Йәһүә шаһиты булыуы һәм унан ҡайһы бер нәмәләргә өйрәнгәне тураһында әйтте. Был мине бик ҡыҙыҡһындырҙы һәм дуҫымдан был хаҡта күберәк һөйләүен һораным.

Беҙ төнө буйы тиерлек аралаштыҡ. Дуҫым миңә: «Изге Яҙмала, был донъя Шайтандың ҡулы аҫтында, тип әйтелгән», — тине (Яхъя 14:30). Бәлки, һеҙ был хаҡта ғүмер буйы беләһегеҙҙер, ә мин беренсе тапҡыр ишеттем, һәм был фекер мине ҡыҙыҡһындырҙы. Миңә, донъя менән игелекле һәм ғәҙел Алла идара итә тип, һәр ваҡыт әйтә торғайнылар. Әммә был минең тормошта күргәндәремә тап килмәне. Миңә ни бары 26 йәш кенә булһа ла, мине ҡайғыға һалған күп нәмәне күрҙем.

Атайым Ҡушма Штаттарҙа хәрби летчик булып хеҙмәт итә ине, шуға күрә мин бала саҡтан уҡ донъяға атом һуғышы янағанын яҡшы аңлай инем. Мин Калифорнияла колледжда уҡығанда, Вьетнамда һуғыш бара ине. Башҡа күп студенттар кеүек, мин дә протестарҙа ҡатнаша башланым. Суҡмарҙар менән ҡоралланған полицейскийҙар беҙҙе ҡыуа ине, һәм беҙ йәш ағыҙыусы газдан тонсоғоп ҡаса инек. Ошо сыуалыштар ваҡытында төрлө сәйәси үлтерештәр һәм протест акциялары була торғайны. Ҡайҙа барһаң да, ниндәйҙер идеялар, ниндәйҙер фекерҙәр яңғырай ине. Барыһы ла шул тиклем буталсыҡ һәм аңлайышһыҙ ине.

Лондондан Үҙәк Африкаға

1970 йылда Алясканың төньяғында эшкә урынлаштым һәм күп аҡса эшләнем. Шунан самолетта Лондонға остом. Унда мотоцикл һатып алдым, һәм көньяҡҡа — күҙҙәр ҡайҙа ҡарай, шунда сығып киттем. Бер нисә айҙан мин Африкаға тиклем барып еттем. Юлда минең кеүек баш һуҡҡан яҡҡа сығып киткән кешеләрҙе осраттым. Улар үҙҙәренә тыныс йәшәргә бирмәгән проблемаларынан ҡасырға теләй ине.

Эйе, мин бик күпте күрҙем. Шуға күрә Изге Яҙмала яҙылғандар менән мин тулыһынса ризамын. Унда, ерҙәге ваҡиғалар менән яуыз рухи шәхес идара итә, тип әйтелгән. Улай булғас, Алла нимә эшләй? Мин быны белергә бик теләй инем.

Киләһе бер нисә айҙа мин үҙ һорауҙарыма яуаптар таптым. Ваҡыт үтеү менән мин төрлө шарттарҙа хаҡ Аллаға тоғро ҡалған кешеләр менән таныштым һәм уларҙы ярата башланым.

ТӨНЬЯҠ ИРЛАНДИЯ: «ҺУҒЫШТАР ЕРЕ»

Лондонға ҡайтҡас, мин дуҫымдың әсәһе менән осраштым һәм ул миңә Изге Яҙма бирҙе. Һуңыраҡ, Амстердамда булғанда, бер ағай-ҡәрҙәш минең урам фонары аҫтында Изге Яҙма уҡып ултырғанымды күреп ҡалды һәм миңә Изге Яҙманы күберәк белергә ярҙам итте. Артабан мин Дублинға киттем һәм унда Йәһүә шаһиттарының филиалын таптым. Тап шунда мин Артур Маттьюз ҡәрҙәш менән таныштым. Ул бик зирәк һәм тәжрибәле ағай-ҡәрҙәш ине. Уның минең менән Изге Яҙма өйрәнеүен һораным, һәм ул ризалашты.

Мин үҙемде тулыһынса Изге Яҙманы өйрәнеүгә бағышланым һәм Йәһүә шаһиттарының бик күп журналдарын һәм китаптарын уҡыным. Әлбиттә, мин шулай уҡ Изге Яҙманы ла уҡыным. Был мине бик рухландырҙы. Йыйылыш осрашыуҙарында балаларҙың яуаптары мине хайран ҡалдырҙы. Улар уҡымышлы кешеләр быуаттар дауамында яуап таба алмаған һорауҙарға: «Яуызлыҡ ҡайҙан килгән? Алла кем ул? Үлгәндән һуң кеше менән нимә була?» — тигән һорауҙарға яуапты белә ине. Мин тик Йәһүә шаһиттары менән генә аралаштым һәм был ауыр түгел ине, сөнки был илдә мин башҡа бер кемде лә белмәй инем. Улар миңә Йәһүәне яратырға һәм уның ихтыярын үтәргә теләк үҫтерергә ярҙам итте.

Найджел, Денис һәм мин

1972 йылда мин һыуға сумдырылдым. Бер йылдан һуң даими пионер булып хеҙмәт итә башланым һәм Ньюри ҡалаһының (Төньяҡ Ирландия) бәләкәй генә йыйылышына ҡушылдым. Тау битендә ултырған бер таш өйҙө ҡуртымға алдым һәм унда йәшәй башланым. Йыраҡ түгел, яланда, һыйыр көтөүе йөрөй торғайны. Телмәр әҙерләгәндә мин улар алдында репетиция яһай торғайным. Улар көйшәй-көйшәй мине иғтибар менән тыңлай кеүек ине. Әлбиттә, улар миңә кәңәш бирә алманы, әммә күп кеше алдында тәбиғи итеп сығыш яһарға өйрәнергә ярҙам итте. 1974 йылда мине махсус пионер итеп билдәләнеләр. Ә минең хеҙмәттәшем Найджел Питт ине. Беҙ уның менән ғүмерлеккә дуҫ булып ҡалдыҡ.

Ул ваҡытта Төньяҡ Ирландияны төрлө конфликттар тарҡата ине. Был илде хатта кемдер «һуғыштар ере» тип атаған. Урамдағы бәрелештәр, снайперҙарҙың һөжүмдәре, атыштар, машиналарҙы шартлатыу ғәҙәти хәл ине. Сәйәси һәм дини ҡараштар үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә ине. Әммә протестанттар ҙа, католиктар ҙа Йәһүә шаһиттарының сәйәсәттә ҡатнашмауын белә ине. Шуға күрә беҙ бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса иркен вәғәзләй алдыҡ. Беҙ вәғәзләгән өй хужалары киләһе бәрелештең ҡайҙа буласағын белә ине һәм йыш ҡына беҙҙе киҫәтә ине.

Шулай ҙа хәүефле хәлдәр була торғайны. Бер көндө беҙ пионер булып хеҙмәт иткән Денис Карриган ҡәрҙәш менән яҡындағы бер ҡалала вәғәзләнек. Ул ҡалала Йәһүә шаһиттары юҡ ине, һәм беҙ унда бер тапҡыр ғына булдыҡ. Унда бер ҡатын: «Һеҙ кейемдәрен алмаштырған Британия һалдаттары», — тип беҙҙе ғәйепләй башланы, сөнки беҙ инглиз телендә таҙа һөйләшә инек. Был хәл беҙҙе бик ҡурҡытты, сөнки ул ваҡытта үҙҙәрен һалдаттар менән дуҫтарса тотҡан кешеләрҙе атып үлтерә алғандар йә уның тубығына ата алғандар. Беҙ туҡталышта өшөп автобус көтөп торғанда, кафе янына машина килеп туҡтаны. Теге ҡатын кафенан сыҡты ла, беҙҙең яҡҡа бармағы менән күрһәтеп, машинала ултырған ике ир кешегә ашығып-ашығып нимәлер һөйләй башланы. Шунан һуң теге ике ир беҙҙең яныбыҙға килде һәм автобустың расписаниеһы тураһында бер нисә һорау бирҙе. Автобус килгәс, улар водитель менән һөйләште. Беҙ уларҙың водитель менән нимә тураһында һөйләшкәнен ишетмәнек. Беҙҙән башҡа автобусҡа бер кем дә ултырманы. Шуға күрә ҡаланан сыҡҡас, беҙҙе үлтерерҙәр тип уйлап ҡуйҙыҡ. Әммә улай булманы. Автобустан сыҡҡанда мин водителгә: «Теге ике егет беҙҙең хаҡта һораштымы?» — тинем. Ул миңә: «Мин һеҙҙең кем икәнегеҙҙе беләм һәм уларға был хаҡта әйттем. Борсолмағыҙ, һеҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай», — тине.

Туй көнөбөҙ. Март 1977 йыл

1976 йылда Дублинда өлкә конгреста a мин Полина Ломакс исемле апай-ҡәрҙәш менән таныштым. Полина ул ваҡытта Англияла махсус пионер булып хеҙмәт итә ине. Ул рухи, тыйнаҡ һәм сибәр апай-ҡәрҙәш ине. Полина һәм уның ағаһы Рей хәҡиҡәтте бала саҡтан уҡ белгән. Бер йылдан һуң беҙ Полина менән өйләнештек һәм Төньяҡ Ирландияның Баллимин тигән ҡалаһында махсус пионер хеҙмәтен дауам иттек.

Бер ни тиклем ваҡыт беҙ район хеҙмәтендә ҡатнаштыҡ. Белфаст, Лондондерри һәм башҡа ҡалаларҙа беҙ ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек иттек. Ҡәрҙәштәрҙең иманы беҙҙе таң ҡалдыра ине. Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн, улар йөрәктәрендә тамыр йәйгән ялған дини ҡараштарҙан, хөрәфәттәрҙән һәм нәфрәт итеүҙән арынған. Алла уларҙы фатихалағаны һәм яҡлағаны асыҡ күренә ине.

Мин Ирландияла 10 йыл йәшәнем. Шунан һуң беҙҙе 1981 йылда Гилеад мәктәбенең 72-се синыфына уҡырға саҡырҙылар. Мәктәпте тамамлағас, беҙҙе Сьерра-Леонеға (Көнбайыш Африка) билдәләнеләр.

СЬЕРРА-ЛЕОНЕ: ЯРЛЫ ИЛДӘ ЙӘШӘҮГӘ ҠАРАМАҪТАН ТОҒРО БУЛЫУ

Миссионерҙар өйөндә беҙ 11 ағай- һәм апай-ҡәрҙәш менән бергә йәшәнек. Улар бик игелекле ҡәрҙәштәр ине. Беҙҙең бөтәбеҙгә бер аш бүлмәһе, өс бәҙрәф, ике душ, телефон, кер йыуыу һәм киптереү машинкаһы бар ине. Йыш ҡына һәм көтмәгәндә утты һүндерә торғайнылар. Ҡыйыҡ аҫтында кырнисалар, иҙән аҫтында йыландар була торғайны.

Гвинеяға конгресҡа барғанда йылға аша сығабыҙ

Йәшәү шарттары еңел булмаһа ла, хеҙмәт беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә ине. Кешеләр Изге Яҙманы хөрмәт иткәнгә беҙҙе иғтибар менән тыңлай торғайны. Күптәр Изге Яҙманы өйрәнде һәм хәҡиҡәтте ҡабул итте. Урындағы кешеләр мине «мистер Роберт», ә Полинаны «миссис Роберт» тип атай торғайнылар. Һуңыраҡ филиалдағы эштәр арҡаһында мин вәғәзгә һирәк йөрөгәнгә күрә, Полинаны «миссис Полина» тип, ә мине «мистер Полина» тип атай башланылар. Был Полинаға бик оҡшай торғайны!

Сьерра-Леонела вәғәзләйбеҙ

Күп кенә ҡәрҙәштәр бик ярлы йәшәне. Әммә Йәһүә уларҙың ихтыяждары хаҡында һәр ваҡыт ҡайғыртып торҙо, ә ҡайһы саҡта ул быны ғәжәйеп итеп эшләне (Матф. 6:33). Хәтерләйем, бер апай-ҡәрҙәштең аҡсаһы үҙенә һәм балаларына ризыҡ алыр өсөн генә етә ине, шулай ҙа ул бөтә аҡсаһын маляриянан ауырыған ағай-ҡәрҙәшкә дарыу алыр өсөн бирҙе. Беләһегеҙме, шул уҡ көндө апай-ҡәрҙәшебеҙгә бер ҡатын килеп сәсен киҫеүен һорай һәм һуңынан апай-ҡәрҙәшебеҙгә эше өсөн аҡса бирә. Шундай осраҡтар күп булды.

НИГЕРИЯ: ЯҢЫ МӘҘӘНИӘТ МЕНӘН ТАНЫШЫУ

Сьерра-Леонела туғыҙ йыл хеҙмәт иткәндән һуң беҙҙе Нигериялағы Вефилгә билдәләнеләр. Беҙ ҙур филиалда хеҙмәт итә башланыҡ. Минең эшем Сьерра-Леонела башҡарған эшкә оҡшаш ине, ә Полинаның билдәләнеүе ныҡ үҙгәрҙе. Уға еңел түгел ине. Ул айына 130 сәғәт хеҙмәт итеп өйрәнгән һәм уның уңышлы өйрәнеүҙәре бар ине. Ә бында уны тегеү оҫтаханаһына билдәләнеләр. Ул унда көнө буйы кейем йүнәтә ине. Әлбиттә, был үҙгәрештәргә күнегер өсөн уға ваҡыт кәрәк булды. Полина ҡәрҙәштәрҙең уның хеҙмәтен бик ҡәҙерләй икәнен аңлай башланы һәм иғтибарын башҡаларҙы дәртләндереүгә тупланы.

Нигерия мәҙәниәте беҙҙең өсөн яңы ине, шуға күрә беҙгә күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк булды. Бер тапҡыр ағай-ҡәрҙәш офисыма килде һәм Вефилгә яңы саҡырылған апай-ҡәрҙәш менән мине таныштырҙы. Апай-ҡәрҙәшкә ҡул биреп күрешәйем тип урынымдан торғайным, ул ҡапыл тубыҡланып миңә баш эйҙе. Мин аптырап киттем! Шунда уҡ Ғәмәлдәр 10:25, 26-ла һәм Асылыш 19:10-да яҙылған һүҙҙәр уйыма килде. Мин: «Бәлки, улай эшләргә ярамай, тип әйтергә кәрәктер?» — тип уйлап ҡуйҙым. Әммә уны Вефилгә саҡырғас, ул Изге Яҙманы белә икәнен аңлай инем.

Уның менән һөйләшкәндә мин үҙемде бик уңайһыҙ тойҙом. Шуға күрә һуңынан мин был һорауҙы ентекләп тикшерҙем һәм апай-ҡәрҙәштең урындағы йола буйынса эш иткәнен белдем. Ул ваҡытта был йола илдең ҡайһы бер өлөштәрендә һаман да һаҡланған булған икән. Хатта ирҙәр ҙә аяҡ аҫтына йығыла икән. Шулай итеп улар башҡаларҙы хөрмәт иткәнен күрһәтә. Оҡшаш осраҡтар Изге Яҙмала ла яҙылған (1 Сам. 24:8). Апай-ҡәрҙәшкә бер нәмә лә әйтмәгәнемә һәм уны оятҡа ҡалдырмағаныма бик шат инем.

Беҙ Нигерияла күп йылдар дауамында Аллаға тоғро хеҙмәт иткән төрлө ҡәрҙәштәр менән таныштыҡ. Айзая Адагбона ҡәрҙәш b тураһында ҡыҫҡа ғына әйтеп киткем килә. Хәҡиҡәтте ул йәш сағынан уҡ белгән, әммә һуңыраҡ махау сире менән ауырып киткән. Уны лепрозорийға ебәргәндәр. Ул унда берҙән-бер Йәһүә шаһиты булған. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ул 30-ҙан ашыу махаулы кешегә хәҡиҡәтте ҡабул итергә ярҙам иткән һәм лепрозорийҙа йыйылыш ойошторған.

КЕНИЯ: ҠӘРҘӘШТӘР МИҢӘ ҠАРАТА ТҮҘЕМЛЕ БУЛДЫ

Кенияла мөгөҙморондоң йәтим ҡалған балаһы менән танышам

1996 йылда беҙҙе Кениялағы филиалға билдәләнеләр. Мин был илгә икенсе тапҡыр килдем. Беренсе килеүем тураһында биографиямдың башында әйтеп үткән инем. Беҙ Вефилдә йәшәнек. Беҙгә йыш ҡына верветкалар тигән бәләкәй генә йәшел маймылдар килә торғайны. Әгәр берәй апай-ҡәрҙәштең ҡулында емеш-еләге булһа, маймылдар уға һөжүм итә торғайны. Бер тапҡыр Вефилдә апай-ҡәрҙәш бүлмәһенең тәҙрәһен ябырға онотҡан. Ул өйгә ҡайтҡас, бүлмәһендә верветкаларҙың уның ризығын ашап ултырғанын күргән. Апай-ҡәрҙәш ҡысҡырып бүлмәнән сығып ҡасҡан, ә маймылдар сырылдашып тәҙрәнән һикергән.

Беҙ Полина менән суахили телендәге йыйылышҡа йөрөй башланыҡ. Күп тә үтмәҫтән миңә китап өйрәнеүен тапшырҙылар (хәҙер ул осрашыу «Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү» тип атала). Әммә телде бик насар белә инем. Китап өйрәнеүенә алдан әҙерләнгәс, һорауҙы уҡып сыға ала инем. Әммә ҡәрҙәштәрҙең яуабы һорауҙарҙан айырылып торһа, мин уны аңламай торғайным. Бик уңайһыҙ хәл ине! Мин ҡәрҙәштәрҙе йәлләнем. Был осрашыуҙы миңә үткәрергә тапшырып, улар түҙемлек һәм баҫалҡылыҡ күрһәтте. Был мине таң ҡалдырҙы.

ҠУШМА ШТАТТАР: БАЙ ИЛДӘ ЙӘШӘҮГӘ ҠАРАМАҪТАН ТОҒРО БУЛЫУ

Кенияла хеҙмәт итеүебеҙгә бер йыл да тулманы беҙҙе 1997 йылда Бруклин (Нью-Йорк) Вефиленә саҡырҙылар. Был илдә кешеләр бай йәшәһә лә, уларҙың шул арҡала күп ауырлыҡтары бар ине (Ғиб. һүҙ. 30:8, 9). Шулай булһа ла, бындағы ҡәрҙәштәр көслө иман сағылдыра. Улар үҙҙәренең ваҡыттарын һәм мөлкәттәрен байыр өсөн түгел, ә Йәһүә ойошмаһының изге эшенә булышлыҡ итер өсөн ҡуллана.

Ғүмеребеҙ дауамында беҙ ҡәрҙәштәрҙең төрлө шарттарҙа тоғро ҡалғанын күрҙек: Ирландияла — һуғыштарға ҡарамаҫтан, Африкала — ярлылыҡҡа һәм йәмғиәттән айырым йәшәүгә ҡарамаҫтан, Ҡушма Штаттарҙа — бай булыуға ҡарамаҫтан... Йәһүә ҡәрҙәштәрҙең төрлө осраҡтарҙа уға ҡарата яратыу сағылдырыуын күреп бик шатлана!

Полина менән Уорвикта

Ғүмер йылдары «туҡыу һоҫаһынан да тиҙерәк йүгерә» (Әйүп 7:6). Хәҙер беҙ башҡалар менән бергә Уорвикта баш идаралыҡта хеҙмәт итәбеҙ. Бер-береһен ысынлап яратҡан ҡәрҙәштәр араһында хеҙмәт итеү шатлыҡ килтерә. Беҙ бик бәхетле һәм ҡәнәғәт, сөнки Батшабыҙ Ғайса Мәсихкә ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙ. Оҙаҡламай ул үҙенең һанап бөтөргөһөҙ тоғро хеҙмәтселәрен фатихалаясаҡ (Матф. 25:34).

a Ул ваҡытта региональ конгрестар шулай тип аталған.

b Айзая Адагбона ҡәрҙәштең биографияһын «Күҙәтеү манараһы» 1998 йылдың 1 апрель сығарылышында (урыҫ) 22—27-се биттәрендә табып була. Ул 2010 йылда үлгән.