Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һулдан уңға: Марсело, Йомара һәм Ивер. Һәр береһенең ҡулында Брайль шрифында испан телендә булған Изге Яҙманың томы

Улар ҡәрҙәштәрҙең мөхәббәтен татыған

Улар ҡәрҙәштәрҙең мөхәббәтен татыған

ЙОМАРА һәм уның ҡустылары Марсело менән Ивер Гватемалала бер бәләкәй ауылда йәшәй. Йомара беренсе булып Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлай, һәм ваҡыт үтеү менән уға ҡустылары ла ҡушыла. Ләкин уларға бер ауырлыҡ ҡамасаулай. Улар өсөһө лә һуҡыр һәм Брайль шрифында уҡый белмәй. Шуға күрә улар менән өйрәнеү үткәргән ағай-ҡәрҙәш материалды һәм аяттарҙы үҙе уҡый.

Тағы ла бер ауырлыҡ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү менән бәйле. Иң яҡында булған Батшалыҡ залына 40 минут барырға кәрәк. Шулай ҙа ҡәрҙәштәр Йомара һәм уның ҡустыларының бөтә йыйылыш осрашыуҙарында ла булыуҙары хаҡында ҡайғырта. Ә инде уларға уҡыусыларҙың йөкләмәләре тапшырыла башлағас, ҡәрҙәштәр уларға сығыш яһау өсөн материалды ятлап алырға ярҙам итә.

2019 йылдың май айынан башлап йыйылыш осрашыуҙары уларҙың ауылында үтә башлай. Шул ваҡытта уларҙың ауылына пионер булып хеҙмәт иткән бер пар күсенә. Улар үҙҙәре Брайль шрифы буйынса уҡый белмәһә лә, Йомара, Марсело һәм Иверҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәтергә кәрәк, тигән маҡсат ҡуя. Шуға күрә улар Брайль системаһына өйрәнер өсөн һәм уның уҡытыу ысулдарын үҙләштерер өсөн китапханаға бара.

Марсело йыйылышта комментарий бирә

Бер нисә айҙан һуң уларҙың өсөһө лә еңел генә Брайль шрифы буйынса уҡырға өйрәнә һәм рухи яҡтан үҫә башлай a. Хәҙер Йомара, Марсело һәм Ивер даими пионер булып хеҙмәт итә, ә Марсело — хеҙмәт ярҙамсыһы. Улар өсөһө лә рухи эштәр менән мәшғүл. Уларҙың ашҡынып тороуы башҡаларҙы дәртләндерә.

Йомара, Марсело һәм Ивер йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы өсөн бик рәхмәтле. Йомара былай ти: «Беренсе тапҡыр күрешкәндән бирле Йәһүә шаһиттары беҙгә ысын мәсихселәргә хас яратыу күрһәтте». Марсело былай тип өҫтәй: «Йыйылышта беҙҙең иҫ киткес дуҫтарыбыҙ бар, һәм беҙ — мөхәббәт берләштергән халыҡ-ара ҡәрҙәшлектең өлөшө». Йомара һәм уның ҡустылары Йәһүәнең ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк көндө күреүҙәрен түҙемһеҙлек менән көтә (Зәб. 37:10, 11; Ишағ. 35:5).

a Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн «Брайль шрифынан уҡырға өйрәнәбеҙ» тигән махсус брошюра сығарылған. Уның маҡсаты — һуҡырҙарҙы Брайль шрифы буйынса уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү.