Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Хоҙай биргән бүләкте — ғүмерҙе юғары баһалағыҙ

Хоҙай биргән бүләкте — ғүмерҙе юғары баһалағыҙ

«Беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ» (ҒӘМ. 17:28).

141-СЕ ЙЫР Тормош — ғәжәп бүләк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Йәһүә ғүмеребеҙҙе ни тиклем ныҡ ҡәҙерләй?

 КҮҘ алдына килтерегеҙ, дуҫығыҙ һеҙгә бөйөк рәссамдың картинаһын бүләк иткән, ти. Бәлки, ул картина иҫкелер, төҫө уңғандыр, таптар барҙыр йә ул сатнап бөткәндер. Шуға ҡарамаҫтан, картинаның хаҡы бер нисә миллион долларға етә. Әлбиттә, һеҙ был бүләкте бик ҡәҙерләрһегеҙ һәм һаҡларһығыҙ. Шуның шикелле, күктәге дуҫыбыҙ Йәһүә лә беҙгә ҡиммәтле бүләк — ғүмер бүләк иткән. Бынан тыш, Йәһүә, үҙенең Улын беҙҙең хаҡҡа йолом итеп биреп, ғүмеребеҙҙе ни тиклем ҡәҙерләгәнен күрһәткән (Яхъя 3:16).

2. 2 Коринфтарға 7:1 буйынса, Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

2 Йәһүә — Йәшәү биреүсе (Зәб. 36:9). Илсе Павел был хаҡта былай тигән: «Беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ» (Ғәм. 17:25, 28). Шунлыҡтан, ғүмеребеҙ — Алла бүләге, тип әйтергә бөтә сәбәптәребеҙ бар. Ҡайғыртыусан Алла беҙгә йәшәр өсөн барыһын бирә (Ғәм. 14:15—17). Әммә ул ғүмеребеҙҙе мөғжизәле рәүештә һаҡламай. Ул физик һәм рухи һаулығыбыҙ хаҡында үҙебеҙ ҡайғыртырбыҙ тип көтә. (2 Коринфтарға 7:1-ҙе уҡығыҙ.) Ни өсөн беҙ һаулығыбыҙҙы һәм ғүмеребеҙҙе һаҡларға тейеш һәм нисек быны эшләргә?

ХОҘАЙ БҮЛӘК ИТКӘН ҒҮМЕРҘЕ ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

3. Ни өсөн һау булыу мөһим?

3 Ни өсөн һау булыу мөһим? Сөнки беҙ Йәһүәгә тулы рәүештә хеҙмәт итергә теләйбеҙ (Марк 12:30). Беҙ Изге Яҙмала яҙылған «үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ» тигән кәңәш буйынса эш итергә тырышабыҙ (Рим. 12:1). Шуға күрә һаулығыбыҙға зыян килтергән бөтә нәмәнән һаҡланабыҙ. Әлбиттә, нимә генә эшләһәк тә, үҙебеҙҙе бөтә ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡала алмайбыҙ. Шулай ҙа һаулығыбыҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙ. Беҙ бит күктәге Атабыҙға уның бүләген — ғүмеребеҙҙе ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтергә теләйбеҙ.

4. Дауыт батша нимә эшләргә теләгән?

4 Дауыт батша Алла бүләк иткән ғүмерен ни өсөн ҡәҙерләгәнен былай тип аңлатҡан: «Үлеүемдән, гүргә төшөүемдән ни файҙа? Тупраҡ һине маҡтармы? Тоғролоғоң тураһында һөйләрме?» (Зәб. 30:9). Дауыт был һүҙҙәрҙе, моғайын, ғүмеренең аҙағында яҙғандыр. Ләкин ул Йәһүәне маҡтар өсөн мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәргә һәм һау булырға теләгән. Һис шикһеҙ, бөтәбеҙҙә лә шундай уҡ теләк бар.

5. Йәшебеҙгә һәм һаулығыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

5 Ауырыуҙар һәм ҡартлыҡ арҡаһында беҙ элеккеләй күпте эшләй алмайбыҙҙыр. Был беҙҙе борсоторға мөмкин. Әммә бойоғорға һәм һаулығыбыҙға ҡул һелтәргә ярамай. Ни өсөн? Сөнки оло йәштә булһаҡ та, ауырыһаҡ та, беҙ Дауыт кеүек Йәһүәне данлай алабыҙ. Алла камил булмауыбыҙға ҡарамаҫтан беҙҙе бик ҡәҙерләй. Был фекер йыуата (Матф. 10:29—31). Хатта ғүмеребеҙ өҙөлһә лә, Йәһүә беҙҙе терелтәсәк көндө түҙемһеҙлек менән көтөр (Әйүп 14:14, 15). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, тере саҡта һаулығыбыҙҙы һаҡлар өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйек.

ЗЫЯН КИЛТЕРГӘН ҒӘҘӘТТӘРҘӘН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ

6. Ашау һәм эсеү тураһында әйткәндә, Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

6 Изге Яҙма һаулыҡ һәм дөрөҫ туҡланыу тураһындағы китап түгел. Шулай ҙа унда Йәһүәнең был һорауҙарға ҡарашы күрһәтелә. Мәҫәлән, унда: «Тәнеңде зыянлы нәмәләрҙән арындыр», — тип әйтелә (Вәғ. 11:10). Шулай уҡ Изге Яҙмала күп ашау һәм эскеселек хөкөм ителә, сөнки улар ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 23:20). Нимә һәм күпме ашарға йә эсергә икәнен хәл иткәндә, Йәһүә үҙебеҙҙе ҡулда тотоуыбыҙҙы көтә (1 Кор. 6:12; 9:25).

7. Ғибрәтле һүҙҙәр 2:11-ҙәге кәңәш һаулыҡ менән бәйле һорауҙарҙа аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нисек ярҙам итә?

7 Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Аллаға ғүмеребеҙ өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтергә теләһәк, зирәклек кәрәк (Зәб. 119:99, 100; Ғибрәтле һүҙҙәр 2:11-ҙе b уҡығыҙ). Мәҫәлән, ризыҡ һайлай белеү мөһим. Әгәр ҙә берәй ризыҡ яратһаҡ, әммә ул беҙгә зыян килтерһә, беҙ уны ашамаҫбыҙ. Шулай уҡ етерлек йоҡлаһаҡ, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнһәк, гигиенаны һаҡлаһаҡ һәм өйөбөҙҙө таҙалыҡта тотһаҡ, зирәк булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК САРАЛАРЫН КҮРЕГЕҘ

8. Изге Яҙмала Йәһүәнең хәүефһеҙлек сараларына ҡарашы нисек сағыла?

8 Израиль халҡына бирелгән ҡанун өйҙә һәм эштә фажиғәле осраҡтарға эләкмәҫкә ярҙам иткән (Сығ. 21:28, 29; Ҡан. 22:8). Мәҫәлән, кешене абайламайынса үлтереү етди эҙемтәләргә килтергән (Ҡан. 19:4, 5). Ҡанун хатта тыумаған балаға яңылыш зыян килтергән кешеләрҙе лә язаға тарттырыуҙы талап иткән (Сығ. 21:22, 23). Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙең хәүефһеҙлек сараларына етди ҡарауыбыҙҙы теләй.

Ошо осраҡтарҙа ғүмерҙе ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ? (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

9. Фажиғәле осраҡҡа эләкмәҫ өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Өйҙә һәм эштә хәүефһеҙлек сараларын үтәп, Аллаға ғүмеребеҙ өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, үткер әйберҙәрҙе, ағыулы химик матдәләрҙе, иҫкергән дарыуҙарҙы хәүефһеҙ эшкәртербеҙ һәм уларҙың бәләкәй балаларҙың ҡулына эләкмәүе хаҡында ҡайғыртырбыҙ. Шулай уҡ беҙ асыҡ ут, ҡайнар шыйыҡсалар һәм электр ҡорамалдар менән ҡулланғанда һаҡ булырбыҙ һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ. Аңыбыҙға тәьҫир иткән дарыу йә иҫерткес эсемлек эсһәк йә йоҡобоҙ туймаһа, машина йөрөтмәҫбеҙ. Шулай уҡ руль артында булғанда электрон яйланмаларҙы ҡулланмаҫбыҙ.

БӘЛӘ-ҠАЗА КИЛГӘНДӘ

10. Ғүмеребеҙгә янаған бәлә-ҡаза ваҡытында йә уға тиклем нимә эшләп була?

10 Ҡайһы саҡта ғүмеребеҙгә янаған бәлә-ҡазалар булғылай. Мәҫәлән, тәбиғәт афәттәре, киҙеүҙәр һәм бәрелештәр. Әммә шундай хәл тыуғанда, комендант сәғәтенә, эвакуация тураһындағы бойороҡтарға һәм шуға оҡшаш сикләүҙәргә буйһоноп, беҙ үҙебеҙҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ яҡларбыҙ (Рим. 13:1, 5—7). Ҡайһы бер ҡурҡыныс хәлдәргә алдан әҙерләнеп була. Шуға күрә хөкүмәттәр хәүефле хәлдәр тураһында иҫкәртһә, беҙгә уларҙың күрһәтмәләренә буйһонорға кәрәк. Мәҫәлән, өйҙә етерлек һыу, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек һәм аптечка тотоу яҡшы булыр.

11. Йоғошло ауырыу таралғанда нимә эшләргә?

11 Беҙ йәшәгән ерҙә йоғошло сир таралһа, нимә эшләргә? Беҙ урындағы властарҙың ҡул йыуыу, башҡаларға яҡын килмәү, маска кейеү һәм карантинға ҡағылышлы талаптарына буйһонорбоҙ. Әгәр был күрһәтмәләр буйынса эш итһәк, Алланың бүләген — ғүмерҙе ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ.

12. Ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15-тәге принципты нисек ҡулланып була?

12 Ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында дуҫтарыбыҙ, күршеләребеҙ, киң мәғлүмәт саралары дөрөҫ булмаған хәбәрҙәр таратырға мөмкин. «Һәр һүҙгә» ышаныр урынына, беҙгә дәүләт һәм медицинаның иң ышаныслы сығанаҡтарына ҡолаҡ һалырға кәрәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15-те c уҡығыҙ.) Етәксе кәңәшмә һәм филиалдар йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәз эшенә ҡағылышлы күрһәтмәләр бирер алдынан, мәғлүмәтте ентекләп тикшерә (Евр. 13:17). Әгәр беҙ уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш итһәк, үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла зыяндан һаҡлап ҡала алырбыҙ. Шулай уҡ тыңлаусан булыуыбыҙ йыйылыштың абруйын һаҡлай (1 Пет. 2:12).

ҠАНДАН ТЫЙЫЛЫҒЫҘ

13. Ҡан ебәреү тураһында әйткәндә, беҙ ғүмеребеҙҙе ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтәбеҙ?

13 Йәһүә шаһиттары ҡандың изге булыуын хөрмәт итеүҙәре менән билдәле. Хатта ашығыс медицина ярҙамы кәрәк саҡта ла, беҙ, Йәһүәнең ҡанунына буйһоноп, ҡан ебәреүҙән баш тартабыҙ (Ғәм. 15:28, 29). Ләкин был йәшәргә теләмәйбеҙ тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, беҙ Алла бүләк иткән ғүмеребеҙҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Шуға күрә ҡан ебәрмәйенсә сифатлы ярҙам күрһәтә алған табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ.

14. Беҙ нисек итеп табиптарҙың етди ҡатнашыуы булған осраҡтарҙы кәметә алабыҙ?

14 Был мәҡәләләге кәңәштәрҙе ҡулланып һәм һаулығыбыҙ хаҡында ҡайғыртып, беҙ табиптарҙың етди ярҙамы кәрәк булған осраҡтарҙы кәметербеҙ. Һаулығыбыҙ яҡшы булһа, беҙ операциянан һуң да тиҙерәк һауығырбыҙ. Шулай уҡ өйөбөҙҙә һәм эштә һаулығыбыҙға зыян килтерә алған нәмәләр булмаһа һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә буйһонһаҡ, хирургтарҙың ашығыс ярҙамына мохтаж булмаҫбыҙ.

Беҙ ғүмеребеҙҙе ҡәҙерләгәнгә «Ихтыяр белдереү» тигән документты тултырабыҙ һәм уны һәр ваҡыт үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ (15-се абзацты ҡарағыҙ.) e

15. а) Ни өсөн беҙгә үҙебеҙ менән һәр ваҡыт «Ихтыяр белдереү» тигән документты йөрөтөргә кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.) б) Видеояҙманан күреүебеҙсә, ҡанға ҡағылышлы дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итә? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)

15 Ғүмеребеҙҙе ҡәҙерләгәнгә үҙебеҙ менән «Ихтыяр белдереү һәм дауалау тураһында ышаныс ҡағыҙы» тигән документты һәр ваҡыт йөрөтәбеҙ. Был документта ҡан ҡулланыуға һәм медицина процедураларына ҡағылышлы ихтыярыбыҙ яҙылған. Был документығыҙҙы яңыртырға кәрәкмәйме? Кәрәк булһа, уны тултырығыҙ йә ундағы мәғлүмәтте яңыртығыҙ. Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Беҙҙең ҡарашыбыҙ аныҡ итеп яҙылған булһа, табиптар беҙгә тиҙ генә ярҙам күрһәтер һәм был һорауҙы асыҡлар өсөн ваҡыт әрәм итмәҫ. Шулай уҡ был документ табиптар менән беҙҙең арала тыуа алған аңлашылмаусанлыҡтарҙан һаҡлар d.

16. «Ихтыяр белдереү» тигән документты нисек тултырырға кәрәк икәнен белмәһәк, нимә эшләп була?

16 Һәр кешенең, ул йәш һәм көслө булһа ла, фажиғәле хәлгә осрауы йә ауырып китеүе бар (Вәғ. 9:11). Шуға күрә «Ихтыяр белдереү» тигән документты тултырыу аҡыллы булыр ине. Ә уны нисек тултырырға кәрәк икәнен белмәһәгеҙ, өлкәндәрҙән ярҙам һорағыҙ. Ләкин улар һеҙҙең өсөн ҡарарҙар ҡабул итмәҫ. Бының өсөн һеҙ яуаплы (Гал. 6:4, 5). Шулай ҙа улар һеҙгә дауалау ысулдарын аңлатыр һәм ҡараштарығыҙҙы яҙып белдерергә ярҙам итер.

АҠЫЛЛЫ БУЛЫҒЫҘ

17. Һаулыҡҡа ҡағылышлы һорауҙарҙа аҡыллы эш итеүебеҙ нимәнән күренер?

17 Һаулығыбыҙға һәм дауаланыуға ҡағылышлы күп кенә һорауҙарҙы беҙ Изге Яҙма нигеҙендә өйрәтелгән выжданыбыҙ буйынса хәл итәбеҙ (Ғәм. 24:16; 1 Тим. 3:9). Ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәм улар хаҡында башҡалар менән фекер алышҡанда, беҙгә Филиптарға 4:5-тә яҙылған һүҙҙәр буйынса эш итеү мөһим. Унда былай тип әйтелә: «Яғымлы [«аҡыллы», ЯДТ] булыуығыҙ бөтөн кешеләргә лә билдәле булһын». Аҡыллы булыу беҙгә һаулығыбыҙ хаҡында сиктән тыш борсолмаҫҡа ярҙам итер. Шулай уҡ беҙ башҡаларға үҙ ҡараштарыбыҙҙы таҡмаҫбыҙ. Ҡәрҙәштәрҙең ҡараштары беҙҙекенән айырылып торһа ла, беҙ уларҙы яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ (Рим. 14:10—12).

18. Йәһүәгә ғүмеребеҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ?

18 Ғүмеребеҙҙе юғары баһалап һәм Аллаға беҙҙә булғандың иң яҡшыһын биреп, беҙ ғүмеребеҙ өсөн уға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ (Асыл. 4:11). Бөгөн беҙгә төрлө ауырыуҙар һәм бәлә-ҡазалар менән осрашырға тура килә, әммә Барлыҡҡа килтереүсебеҙ беҙҙең өсөн башҡа төрлө тормош ниәтләгән. Тиҙҙән ул беҙгә ауырыуҙар һәм үлем булмаған мәңгелек тормош бүләк итәсәк (Асыл. 21:4). Ә әлегә, әйҙәгеҙ, тере булыуыбыҙҙы һәм беҙҙе яратҡан күктәге Атабыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итә алыуыбыҙҙы ҡәҙерләйек!

140-СЫ ЙЫР Ниһайәт, мәңгелек тормош!

a Был мәҡәлә беҙгә Алланың ҡиммәтле бүләген — ғүмеребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итер. Беҙ һаулығыбыҙҙы һәм ғүмеребеҙҙе һаҡларға һәм фәжиғәле осраҡтарға эләкмәҫкә ярҙам иткән кәңәштәрҙе ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда, нисек быға әҙер булырға кәрәклеге тураһында һөйләшербеҙ.

b Ғибрәтле һүҙҙәр 2:11: «Аң һине һаҡлап, үткер аҡыл һине яҡлап торор».

c Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15: «Бер ҡатлы кеше һәр һүҙгә ышана, ә алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай».

d jw.org сайтында «Ҡан ҡулланыу мәсьәләһендә нисек аҡыллы ҡарар ҡабул итергә» тигән видеояҙманы (тат.) ҡарағыҙ.

e ФОТОҺҮРӘТ: йәш ағай-ҡәрҙәш «Ихтыяр белдереү» тигән документты тултыра һәм һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә.