Етәксе кәңәшмәнең ике яңы ағзаһы
ШАРШАМБЫ көнө, 2023 йылдың 18 ғинуарында, jw.org сайтыбыҙҙа махсус иғлан булды. Унда, Гейдж Флигл һәм Джеффри Уиндер ҡәрҙәштәр Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт итер өсөн билдәләнде, тип әйтелде. Был ҡәрҙәштәр инде күп йылдар дауамында Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә.
Флигл ҡәрҙәш Ҡушма Штаттарҙа, Пенсильвания штатының көнбайышында, Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә үҫкән. Үҫмер саҡта улар ғаиләһе менән вәғәзселәргә ихтыяж булған бер бәләкәй генә ҡалаға күсенгәндәр һәм, күп тә үтмәҫтән, 1988 йылдың 20 ноябрендә ул һыуға сумдырылған.
Флигл ҡәрҙәштең ата-әсәһе уны тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға дәртләндереп торған. Уларҙың өйҙәрендә йыш ҡына район күҙәтеүселәре, вефилселәр ҡунаҡта булған һәм Гейдж уларҙың ни тиклем бәхетле булыуҙарын күргән. Һыуға сумдырылыуынан һуң бер йыл да үтмәҫтән, 1989 йылдың 1 сентябренән алып ул даими пионер хеҙмәтен башлаған. Ике йылдан һуң, 1991 йылдың октябрь айында, ул Бруклиндағы Вефилдә хеҙмәт итә башлаған. Уның 12 йәшендә ҡуйған маҡсаты тормошҡа ашҡан.
Вефилдә Флигл ҡәрҙәш һигеҙ йыл төпләү цехында эшләй. Һуңынан уны хеҙмәт бүлегенә билдәләйҙәр. Шул ваҡытта ул урыҫ телендәге йыйылыш менән бер нисә йыл хеҙмәттәшлек итә. 2006 йылда ул Надя исемле ҡәрҙәшкә өйләнә һәм улар бергәләп Вефиль хеҙмәтен дауам итә. Улар португал телендәге йыйылышта, шунан ун йылдан күберәк испан телендәге йыйылышта хеҙмәт итә. Хеҙмәт бүлегендә күп йылдар эшләгәндән һуң ул Уҡытыу комитетының бюроһына билдәләнеү ала, ә һуңыраҡ уны Хеҙмәт комитетының бюроһына билдәләйҙәр. 2022 йылдың март айында Флигл ҡәрҙәш Етәксе кәңәшмәнең Хеҙмәт комитетының ярҙамсыһы итеп билдәләнә.
Уиндер ҡәрҙәш Маррие́та (АҠШ, Калифорния штаты) ҡалаһында Йәһүә шаһиттары ғаиләһендә үҫкән һәм 1986 йылдың 29 мартында һыуға сумдырылған. Бер айҙан уҡ ул ярҙамсы пионер булып киткән. Пионер булыу уға шул тиклем оҡшаған, ул хеҙмәтен дауам итергә ҡарар иткән. Бер нисә айҙан һуң 1986 йылдың 1 октябренән алып ул даими пионер хеҙмәтен башлаған.
Джеффри ҡәрҙәш үҫмер сағында Вефилдә хеҙмәт иткән ике ағаһына ҡунаҡҡа килгән. Ҡунаҡта булыу уға яҡшы йоғонто яһаған. Уның вефилсе булып хеҙмәт итергә теләге тыуған һәм ул, йәшем еткәс ғариза тултырырмын, тигән ҡарарға килгән. 1990 йылдың май айында уны Уолкиллға Вефилгә саҡырғандар.
Унда Уиндер ҡәрҙәш йыйыштырыу бүлегендә, фермала һәм Вефилдең бюроһында эшләгән. 1997 йылда ул А́нджела исемле ҡәрҙәшкә өйләнгән, һәм шул ваҡыттан алып улар һаман да Вефилдә хеҙмәт итә. 2014 йылда уларҙы Уорвикка күсергәндәр. Унда Уиндер ҡәрҙәш бөтә донъя баш идаралыҡтың төҙөлөш эштәрендә ярҙам иткән. 2016 йылда улар Паттерсондағы Күҙәтеү манараһының өйрәтеү үҙәгенә күсенгән. Унда Уиндер ҡәрҙәш аудио- һәм видеояҙмалар бүлегендә эшләгән. Дүрт йылдан һуң улар кире Уорвикка ҡайтҡандар, һәм Уиндер ҡәрҙәш Комитеттың кадрҙар бюроһында эшләй башлаған. 2022 йылдың март айында ул Етәксе кәңәшмәнең Кадрҙар комитетында ярҙамсы итеп билдәләнгән.
Беҙ Йәһүәгә был ҡәрҙәштәрҙе «бүләк» итеп биргәне өсөн бик рәхмәтле, һәм уларҙы мул итеп фатихалауын һорайбыҙ, сөнки улар Батшалыҡ эштәрен тырышып башҡара (Ефес. 4:8).