8-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ
Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһоноғоҙ
«Мин, Йәһүә... һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла» (ИШАҒ. 48:17).
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә бөгөн үҙ халҡын нисек алып бара һәм ни өсөн уның күрһәтмәләренә тыңлаусан булыу файҙалы?
1. Ни өсөн беҙгә юл Күрһәтеүсебеҙ — Йәһүәнең артынан барырға кәрәк?
КҮҘ АЛДЫНА килтерегеҙ, һеҙ ҡараңғы урманда аҙашып киткәнһегеҙ, ти. Аҙым һайын һеҙҙе ҡурҡыныс нәмәләр көтә: ҡырағай хайуандар, ағыулы бөжәктәр һәм тәрән соҡорҙар. Янығыҙҙа юлды белгән һәм иҫән-һау ҡалырға ярҙам иткән кеше булһа, һеҙ уға бик рәхмәтле булыр инегеҙ. Был донъя шул ҡараңғы урман кеүек. Унда рухи һаулығыбыҙға янаған күп ҡурҡыныстар бар. Ләкин беҙҙең камил юл Күрһәтеүсебеҙ — Йәһүә бар. Ул беҙҙе яҡлай һәм яңы донъялағы мәңгелек тормошҡа алып бара.
2. Йәһүә беҙҙе нисек алып бара?
2 Йәһүә беҙҙе нисек алып бара? Тәү сиратта үҙенең Һүҙе — Изге Яҙма аша. Ул шулай уҡ кешеләрҙе, мәҫәлән, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» ҡуллана. Был хеҙмәтсе беҙгә рухи ризыҡ биргәнгә, беҙ дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә алабыҙ (Матф. 24:45). Бынан тыш, Йәһүә башҡа һәләтле ирҙәр, район күҙәтеүселәре һәм йыйылыш өлкәндәре аша етәкселек итә. Улар беҙҙе рухландыра һәм ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән кәңәштәр бирә. Беҙ был ышаныслы күрһәтмәләр өсөн бик рәхмәтле! Улар беҙгә был һуңғы көндәрҙә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға һәм мәңгелек тормошҡа алып барған юлда ҡалырға ярҙам итә.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт беҙгә Йәһүәнең күрһәтмәләренә, айырыуса улар камил булмаған кешеләр аша бирелгәндә, буйһоноуы ауыр булырға мөмкин. Ни өсөн? Сөнки ир ҡәрҙәштәр беҙгә оҡшамаған кәңәш бирә ала. Беҙҙең, уларҙың күрһәтмәләре аҡылһыҙ, шуға күрә Йәһүәнән килә алмай, тип уйлауыбыҙ бар. Ундай ваҡыттарҙа был күрһәтмәләрҙең Йәһүәнән булыуына һәм уларҙың беҙгә файҙа килтереүенә инанған булыу мөһим. Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы нығытыр өсөн беҙ өс һорауҙы ҡарап сығырбыҙ: 1) боронғо ваҡытта Алла үҙ халҡын нисек алып барған, 2) бөгөн ул беҙҙе нисек алып бара һәм 3) ни өсөн беҙгә уның күрһәтмәләренә буйһоноу мөһим.
ЙӘҺҮӘ ИЗРАИЛЬ ХАЛҠЫН НИСЕК АЛЫП БАРҒАН?
4, 5. Йәһүә үҙ халҡы менән Муса аша етәкселек иткәнен нисек күрһәткән? (Рәсемде ҡарағыҙ.)
4 Йәһүә израилдәрҙе Мысырҙан сығарыр өсөн Мусаны һайлаған. Улар Мусаның уның исеменән эш итеүен күрһен өсөн, Йәһүә уларға билдә биргән. Мәҫәлән, көндөҙ улар — болот бағанаһын, ә төндә ут бағанаһын күргән (Сығ. 13:21). Муса шул бағана артынан барып, халыҡты Ҡыҙыл диңгеҙ янына алып килгән. Ләкин халыҡ, тоҙаҡҡа эләктек, тип уйлап, паникаға бирелгән, сөнки алда — диңгеҙ, ә артта уларҙы Мысыр ғәскәре ҡыуып килгән. Израилдәр, Муса уларҙы диңгеҙ янына алып килеп хата яһаған, тип уйлаған. Ләкин бында хата булмаған. Йәһүә Мусаның халыҡты тап шунда алып килеүен теләгән (Сығ. 14:2). Ә шунан һуң Алла израилдәрҙе мөғжизәле рәүештә ҡотҡарған (Сығ. 14:26—28).
5 Муса Йәһүәнең үҙ халҡын 40 йыл дауамында болот бағанаһы ярҙамында сүл аша алып барғанына бер ҙә шикләнмәгән a. Күпмелер ваҡыт был болот бағанаһы Мусаның сатыры өҫтөндә торған һәм бөтә израилдәр быны күргән (Сығ. 33:7, 9, 10). Йәһүә Муса менән шул болот бағанаһы эсенән һөйләшкән, ә тегеһе Йәһүәнең күрһәтмәләрен халыҡҡа еткергән (Зәб. 99:7). Израилдәр Йәһүәнең Муса аша күрһәтмәләр биргәнен асыҡ күргән.
6. Израилдәр Йәһүәнең күрһәтмәләренә нисек ҡараған? (Һандар 14:2, 10, 11).
6 Мусаның Йәһүә вәкиле булғанына асыҡ дәлилдәр булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, израилдәрҙең күбеһе уларҙы кире ҡаҡҡан. (Һандар 14:2, 10, 11-ҙе уҡығыҙ.) Һөҙөмтәлә, Алла уларға Вәғәҙә ителгән ергә инергә рөхсәт итмәгән (Һан. 14:30).
7. Йәһүәнең күрһәтмәләренә кемдәр буйһонған? (Һандар 14:24). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
7 Ләкин ҡайһы бер израилдәр Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһонған. Мәҫәлән, Алла Ҡалип тураһында, «миңә бөтә йөрәге менән» буйһондо, тигән. (Һандар 14:24-те уҡығыҙ.) Йәһүә уны фатихалаған һәм хатта уның үҙенә Ҡынаанда ер биләмәһе һайлап алырға рөхсәт иткән (Еш. 14:12—14). Израилдәрҙең киләһе быуындары ла яҡшы үрнәк ҡалдырған. Улар Йәһүәнең күрһәтмәләрен тыңлаған. Ешуа уларҙың юлбашсыһы булып киткәс, улар уны «ғүмеренең бөтә көндәрендә, Мусаны хөрмәт иткәндәй, тәрән хөрмәт» иткән (Еш. 4:14). Шуға күрә Йәһүә уларҙы фатихалаған һәм вәғәҙә иткән ерҙе биргән (Еш. 21:43, 44).
8. Батшалар ваҡытында Йәһүә үҙ халҡына күрһәтмәләрҙе нисек биргән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
8 Йәһүә һуңыраҡ үҙ халҡы менән етәкселек итер өсөн хөкөмсөләрҙе һайлаған. Ә батшалар ваҡытында Йәһүә пәйғәмбәрҙәр аша күрһәтмәләр биргән. Тоғро булған батшалар пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған. Мәҫәлән, Натан пәйғәмбәр Дауыт батшаны төҙәткәндә, батша үҙен кесе итеп тотҡан һәм уның кәңәшен ҡабул иткән (2 Сам. 12:7, 13; 1 Йыл. 17:3, 4). Иосафат батша Йәһәзиил пәйғәмбәр биргән күрһәтмәләр буйынса эш иткән һәм Йәһүҙә халҡын Алланың пәйғәмбәрҙәренә ышанырға дәртләндергән (2 Йыл. 20:14, 15, 20). Бәләгә эләккәс, Езекия батша Ишағыя пәйғәмбәрҙән ярҙам һораған (Ишағ. 37:1—6). Батшалар Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш иткәндә, ул үҙ халҡын фатихалаған һәм яҡлаған (2 Йыл. 20:29, 30; 32:22). Йәһүәнең пәйғәмбәрҙәр аша үҙ халҡына күрһәтмәләр биргәнен бөтәһе лә аңларға тейеш булған. Шулай ҙа күп кенә батшалар һәм уларҙың идараһы аҫтында булған кешеләр уның пәйғәмбәрҙәрен кире ҡаҡҡан (Ирем. 35:12—15).
ЙӘҺҮӘ БЕРЕНСЕ БЫУАТТАҒЫ МӘСИХСЕЛӘРҘЕ НИСЕК АЛЫП БАРҒАН?
9. Йәһүә беренсе быуаттағы мәсихселәр менән нисек етәкселек иткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
9 Беренсе быуатта Йәһүә мәсихселәр йыйылышын ойошторған. Ул уның менән нисек етәкселек иткән? Йыйылыштың башы итеп ул Ғайсаны билдәләгән (Ефес. 5:23). Әммә Ғайса һәр шәкертенә айырым күрһәтмәләр бирмәгән. Ул Иерусалимдағы илселәр һәм өлкәндәр аша шәкерттәре менән етәкселек иткән (Ғәм. 15:1, 2). Шулай уҡ бөтә йыйылыштарҙа өлкәндәр билдәләнгән булған (1 Фес. 5:12; Тит. 1:5).
10. а) Беренсе быуатта мәсихселәр Йәһүәнең күрһәтмәләрен нисек ҡабул иткән? (Ғәмәлдәр 15:30, 31). б) Ни өсөн боронғо ваҡытта ҡайһы берәүҙәр Йәһүәнең вәкилдәрен кире ҡаҡҡан? ( «Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр асыҡ дәлилде кире ҡаҡҡан?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
10 Беренсе быуатта мәсихселәр күрһәтмәләрҙе нисек ҡабул иткән? Күптәре уларға теләп буйһонған. Мәҫәлән, шәкерттәр, Иерусалимдағы илселәр менән өлкәндәр ҡабул иткән ҡарар тураһында белгәс, бик ҡыуанған. (Ғәмәлдәр 15:30, 31-ҙе уҡығыҙ.) Ә бөгөн Йәһүә үҙ халҡы менән нисек етәкселек итә?
ЙӘҺҮӘ БӨГӨН БЕҘҘЕ НИСЕК АЛЫП БАРА?
11. XIX быуаттың аҙағында һәм XX быуаттың башында үҙ өҫтөнә етәкселек алғандарҙы Йәһүә нисек йүнәлткән? Миҫал килтерегеҙ.
11 Бөгөн дә Йәһүә үҙ халҡы менән етәкселек итә. Ул быны Изге Яҙма һәм йыйылыштар башлығы — Ғайса Мәсих ярҙамында эшләй. Ә Йәһүәнең үҙ халҡы менән кешеләр аша етәкселек иткәненә дәлилдәр бармы? Эйе, бар. Мәҫәлән, XIX быуаттың аҙағында нимә булғанына иғтибар итәйек. Чарлз Тейз Расселл һәм уның хеҙмәттәштәре 1914 йылдың Алла Батшалығының тарихында мөһим ваҡиға буласағын аңлай башлаған (Дан. 4:25, 26). Улар Изге Яҙманы һәм ундағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшергәнгә шундай һығымтаға килгән. Йәһүә уларға хәҡиҡәт эҙләүҙә йүнәлеш биргәнме? Әлбиттә. 1914 йылда булған донъялағы ваҡиғалар Алла Батшалығының идара итә башлағанын раҫлаған. Беренсе бөтә донъя һуғышы ҡупҡан, уның артынан киҙеүҙәр, ер тетрәүҙәр һәм аслыҡ башланған (Лука 21:10, 11). Эйе, үҙ халҡына ярҙам итер өсөн, Йәһүә был эскерһеҙ кешеләрҙе ҡулланған.
12, 13. Вәғәзләү һәм өйрәтеү эшен киңәйтер өсөн Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында нимә эшләнгән булған?
12 Шулай уҡ Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында нимә булғанын иҫкә төшөрәйек. Асылыш 17:8-ҙәге пәйғәмбәрлекте тикшереп, баш идаралыҡтағы яуаплы ҡәрҙәштәр был һуғыштың Армагеддонға түгел, ә бер аҙ тыныс ваҡыттарға килтерәсәген аңлаған. Был тыныс ваҡыттар күберәк вәғәзләргә мөмкинлектәр асҡан. Ул ваҡытта Йәһүәнең ойошмаһы Күҙәтеү манараһының Изге Яҙма Гилеад мәктәбен ойошторорға булған. Ҡайһы бер кешеләргә был ҡарар аҡылһыҙ булып күренгән. Был мәктәп бөтә донъя буйынса вәғәз эшен алып барыр өсөн миссионерҙар әҙерләгән. Миссионерҙар хатта һуғыш ваҡытында ла билдәләнгән урындарға күсенгән. Бынан тыш, аҡыллы хеҙмәтсе, бөтә мәсихселәр ҙә оҫта вәғәзселәр һәм уҡытыусылар була алһын өсөн, теократик хеҙмәт курстарын b ойошторған. Бының барыһы ла Алла халҡын киләсәк эштәргә әҙерләгән.
13 Артҡа ҡарап, беҙ Йәһүәнең шул ауыр ваҡытта үҙ халҡын етәкләгәнен асыҡ күрәбеҙ. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Йәһүәнең хеҙмәтселәре төрлө илдәрҙә иркен вәғәзләй алған һәм күптәр Йәһүә тураһында ишеткән. Һөҙөмтәлә бөгөн Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр бөтә донъяла яңғырай.
14. Ни өсөн беҙ Йәһүә ойошмаһының һәм өлкәндәрҙең күрһәтмәләренә ышана алабыҙ? (Асылыш 2:1). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
14 Бөгөн Етәксе кәңәшмәләге ҡәрҙәштәр Мәсихкә буйһоноуын дауам итә. Улар ир ҡәрҙәштәргә биргән инструкцияларҙа Йәһүәнең һәм Ғайсаның ҡарашы сағылыуын теләй. Район күҙәтеүселәре һәм урындағы өлкәндәр үҙ сиратында йыйылыштарға күрһәтмәләр бирә c. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, майланған өлкәндәр Мәсихтең «уң ҡулында». (Асылыш 2:1-ҙе уҡығыҙ.) Әлбиттә, улар камил түгел һәм ҡайһы саҡта хаталана. Муса ла, Ешуа ла, илселәр кеүек, ҡайһы саҡта хаталар яһаған (Һан. 20:12; Еш 9:14, 15; Рим. 3:23). Шулай ҙа Мәсих, аҡыллы хеҙмәтсе һәм бөтә өлкәндәр хаҡында ҡайғыртып, уларға йүнәлеш бирә. Ул быны «был замандың ахырына тиклем» көн дә эшләйәсәк (Матф. 28:20). Шуға күрә уның яуаплы ҡәрҙәштәр аша биргән күрһәтмәләренә тулыһынса ышана алабыҙ.
НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘНЕҢ КҮРҺӘТМӘЛӘРЕНӘ БУЙҺОНОУ ФАЙҘАЛЫ?
15, 16. Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһонған ҡәрҙәштәрҙең осраҡтары һеҙҙе нимәгә өйрәтә?
15 Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһонғанда, беҙ инде хәҙер файҙа алабыҙ. Мәҫәлән, Э́ндрю менән Ро́уз d ябай тормош алып барыу тураһындағы кәңәшкә ҡолаҡ һалған. («Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) Матфай 6:22-се аятҡа килтерелгән аңлатманы ҡарағыҙ.) Һөҙөмтәлә улар теократик төҙөлөштәрҙә ҡатнаша алған. Роуз былай ти: «Ҡайһы ваҡыттарҙа беҙ кухня булмаған ҡыҫынҡы бүлмәләрҙә йәшәнек. Мин фотоға төшөрөргә яратам, әммә миңә үҙемдә булған фотокамераларҙы һәм объективтарҙы һатырға тура килде. Мин уларҙы илай-илай һаттым. Әммә мин Ибраһимдың ҡатыны Сара кеүек булырға теләнем. Шуға мин артта ҡалғандарға түгел, ә алға ҡарарға тырыштым» (Евр. 11:15). Шундай ҡарар ҡабул итеп был пар нимәгә өлгәшкән? Роуз былай тип яуап бирә: «Беҙ Йәһүәгә үҙебеҙҙә булғандың барыһын бирә алғаныбыҙға бик шат! Йәһүәнең ихтыярын үтәп, беҙ үҙебеҙҙе яңы донъяла булғандай тойҙоҡ». Эндрю, ҡатыны менән ризалашып, былай ти: «Беҙ бәхетле, сөнки бөтә ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө Йәһүәгә бирәбеҙ».
16 Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһоноу тағы ниндәй файҙа килтерә? Марси́я күберәк хеҙмәт итеү тураһында кәңәш ишеткән. Мәктәпте тамамлағас, ул пионер булып хеҙмәт итергә теләгән (Матф. 6:33; Рим. 12:11). Ул былай тип бүлешә: «Миңә университетта бушлай белем алырға тәҡдим иттеләр. Ләкин мин Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә теләнем, шуға курстарға барырға булдым. Хәҙер уңайлы эш графигы миңә хеҙмәткә күберәк ваҡыт бағышларға мөмкинлек бирә. Был — тормошомда ҡабул иткән иң яҡшы ҡарарҙарымдың береһе. Хәҙер мин даими пионер булып хеҙмәт итәм. Эш графигым Вефилдә ярҙам итергә һәм Йәһүә өсөн башҡа күп эштәр башҡарырға мөмкинлек бирә».
17. Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһоноу тағы ҡайһы яҡтан файҙалы? (Ишағыя 48:17, 18).
17 Йәһүә ойошмаһы беҙҙе байлыҡ артынан ҡыуыуҙан һәм Алла ҡанундарын боҙоуҙан ваҡыт-ваҡыт киҫәтә. Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһонғанда выжданыбыҙ саф һәм беҙ үҙебеҙҙе артыҡ стрестан һаҡлайбыҙ (1 Тим. 6:9, 10). Һөҙөмтәлә беҙ Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итә алабыҙ, ә был беҙгә ҡәнәғәтлек, тыныслыҡ һәм бәхет килтерә. (Ишағыя 48:17, 18-ҙе уҡығыҙ.)
18. Ни өсөн һеҙ Йәһүәнең күрһәтмәләренә һәр ваҡытта ла буйһонорға әҙер?
18 Йәһүә бөйөк афәт ваҡытында ла, Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында ла кешеләр аша күрһәтмәләр биреп торасаҡ (Зәб. 45:16). Был күрһәтмәләр беҙгә оҡшамаһа ла, уларға буйһонорбоҙмо? Әгәр Йәһүәгә инде бөгөн тыңлаусан булһаҡ, быны эшләү еңелерәк булыр. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, уның бөтә күрһәтмәләренә, шул иҫәптән үҙе билдәләгән ирҙәр аша биргән күрһәтмәләренә һәр ваҡытта ла буйһонайыҡ (Ишағ. 32:1, 2; Евр. 13:17). Йәһүә — юл Күрһәтеүсебеҙ, беҙҙе рухи ҡурҡыныстарҙан яҡлай һәм яңы донъялағы мәңгелек тормошҡа алып бара. Беҙ уға тулыһынса ышана алабыҙ.
ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?
-
Йәһүә Израиль халҡын нисек алып барған?
-
Йәһүә беренсе быуаттағы мәсихселәрҙе нисек алып барған?
-
Ни өсөн бөгөн Йәһүәнең күрһәтмәләренә тыңлаусан булыу файҙалы?
48-СЕ ЙЫР Көн һайын Йәһүә юлында йөрөйбөҙ
a Йәһүә үҙ халҡын Вәғәҙә ителгән ергә алып килер өсөн, шулай уҡ «израилдәр алдынан барған фәрештәһен» ебәргән. Күрәһең, был фәрештә Михаил, йәғни Ғайса булған. Был Ғайсаның ергә килгәнгә тиклем булған исеме (Сығ. 14:19; 32:34).
b Һуңыраҡ улар Теократик хеҙмәт мәктәбе тип атала башлаған. Бөгөн шундай өйрәтеү аҙна уртаһында булған осрашыуҙа үтә.
c «Күҙәтеү манараһының» 2021 йылдың февраль айының сығарылышында 18-се биттә «Етәксе кәңәшмәнең вазифалары» тигән рамканы ҡарағыҙ.
d Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.