Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң»

«Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң»

«Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен» (ИШАҒ. 41:10).

7-СЕ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Ишағыя 41:10-дағы һүҙҙәр Ёсико ҡәрҙәшкә нисек тәьҫир иткән? б) Был шиғыр кемдәргә файҙа килтерә ала?

ЁСИКО исемле апай-ҡәрҙәш бер насар хәбәр ишеткән. Уның табибы, һеҙгә бер нисә ай ғына йәшәргә ҡалды, тип әйткән. Ёсико был хәбәрҙе нисек ҡабул иткән? Ул Изге Яҙманан яратҡан шиғырын — Ишағыя 41:10-ды (уҡығыҙ *) иҫенә төшөргән. Шунан ул табибына тыныс ҡына, мин ҡурҡмайым, сөнки Йәһүә мине ҡулымдан тотоп тора, тигән *. Шул шиғырҙа яҙылған йыуаныслы һүҙҙәр ҡәрҙәшебеҙгә Йәһүәгә тулыһынса таянырға ярҙам иткән. Шул уҡ шиғыр беҙгә лә ҡаты һынауҙар менән осрашҡанда тыныс булып ҡалырға ярҙам итә ала. Бының нисек шулай була алғанын аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, тәүҙә Алланың ни өсөн Ишағыяға шундай һүҙҙәр яҙырға ҡушҡанын ҡарап сығайыҡ.

2 Башта Йәһүә, киләсәктә Вавилон әсирлегенә эләгәсәк йәһүдтәрҙе йыуатыр өсөн, был һүҙҙәрҙе яҙҙыртҡан. Әммә Йәһүә шуны белгән: был хәбәр әсирлеккә алынған йәһүдтәрҙе генә түгел, ә шулай уҡ уның бөтә хеҙмәтселәрен, шул иҫәптән хәҙерге ваҡытта йәшәгәндәрен дә нығытыр (Ишағ. 40:8; Рим. 15:4). «Ауыр ваҡыттар[ҙа]» йәшәгәнгә, беҙ Ишағыя китабындағы рухландырғыс һүҙҙәргә айырыуса ныҡ мохтажбыҙ (2 Тим. 3:1).

3. а) 2019 йылға һайланған йыллыҡ шиғырҙа — Ишағыя 41:10-да ниндәй вәғәҙәләр яҙылған? б) Ни өсөн беҙ был вәғәҙәләргә мохтаж?

3 Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең Ишағыя 41:10-да яҙылған һәм иманыбыҙҙы нығытҡан бындай өс вәғәҙәһен ентекләп ҡарап сығырбыҙ: 1) Йәһүә беҙҙең менән буласаҡ, 2) ул — беҙҙең Аллабыҙ һәм 3) ул беҙгә ярҙам итәсәк. Беҙ шундай ышандырыуҙарға * бик мохтаж, сөнки, Ёсико кеүек, төрлө һынауҙар менән осрашабыҙ. Беҙгә шулай уҡ донъялағы бәлә-ҡазалар ҙа тәьҫир итә. Өҫтәүенә, беҙҙең ҡайһы берҙәребеҙ хөкүмәт ойошторған эҙәрләүҙәргә дусар була. Әйҙәгеҙ, һәр вәғәҙәне бер-бер артлы ҡарап сығайыҡ.

«МИН ҺИНЕҢ МЕНӘН»

4. а) Тәүҙә беҙ ниндәй ышандырыуҙы ҡарап сығырбыҙ? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.) б) Йәһүә беҙгә ҡарата хистәрен ниндәй һүҙҙәр менән һүрәтләй? в) Алланың һүҙҙәре һеҙҙә ниндәй хистәр уята?

4 Тәүҙә Йәһүә беҙҙе былай тип ышандыра: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән» *. Был һүҙҙәр менән Йәһүә беҙҙе бик яҡын күргәнен һәм беҙгә ҡарата иғтибарлы булғанын күрһәтә. Иғтибар итегеҙ, нисек Йәһүә үҙенең тәрән наҙлы хистәрен белдерә: «Һин минең өсөн ҡиммәтле булып киттең, мин һине хөрмәткә лайыҡ тип һананым һәм яраттым» (Ишағ. 43:4). Бер ниндәй көс тә Йәһүәне үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата һыуынырға мәжбүр итә алмай; уның беҙгә ҡарата тоғролоғо ҡаҡшамаҫ (Ишағ. 54:10). Уның мөхәббәтен тойоу һәм уның менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыу беҙгә ҡыйыу булырға ярҙам итә. Ул, үҙенең дуҫы Ибрамды (Ибраһимды) яҡлаған кеүек, беҙҙе ле яҡлаясаҡ. Йәһүә уға: «Ҡурҡма, Ибрам. Мин Ҡалҡаның һинең», — тип әйткән (Баш. 15:1).

Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ташҡын йылғаларға оҡшаш ауырлыҡтар аша ла, көйҙөргән ялҡынға оҡшаш һынауҙар аша ла үтә алабыҙ (5, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5, 6. а) Йәһүәнең беҙгә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итергә теләүен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? б) Ёсиконың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

5 Йәһүә беҙгә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итергә теләй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Ул үҙ хеҙмәтселәренә бындай вәғәҙә бирә: «Һин һыуҙар аша үткәндә, мин һинең менән булырмын, йылғаларҙы кискәндә, һыу аҫтында ҡалмаҫһың. Һин ут аша үткәндә, утҡа бешмәҫһең, ялҡын һине көйҙөрөп алмаҫ» (Ишағ. 43:2). Был һүҙҙәр нимәне аңлата?

6 Йәһүә тормошобоҙҙо ауырлаштырған проблемаларҙы юҡ итергә вәғәҙә итмәй, ләкин ул ташҡын йылғаларға оҡшаш ауырлыҡтарға беҙҙе ағыҙып алып китергә бирмәйәсәк йә көйҙөргән ялҡынға оҡшаш һынауҙарға беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерергә рөхсәт итмәйәсәк. Ул беҙҙең менән булырға һәм шул ауырлыҡтар аша «үтергә» ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Ул беҙгә, хатта үлем янағанда ла тоғро булып ҡалыр өсөн, ҡурҡыуҙарҙы еңергә ярҙам итәсәк (Ишағ. 41:13). Юғарыла иҫкә алынған Ёсико быға үҙ тәжрибәһендә инанған. Уның ҡыҙы былай ти: «Әсәйемдең тыныс булыуы беҙҙе таң ҡалдырҙы. Йәһүәнең уға йән тыныслығы биргәне ап-асыҡ ине. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем әсәйем шәфҡәт туташтарына һәм бүтән пациенттарға Йәһүә һәм уның вәғәҙәләре хаҡында һөйләне». Ёсиконың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? Алланың «мин һинең менән булырмын» тигән вәғәҙәһенә ышанһаҡ, беҙ ҙә һынауҙар менән осрашҡанда ҡыйыу һәм көслө була алырбыҙ.

«МИН ҺИНЕҢ АЛЛАҢ»

7, 8. а) Йәһүәнең икенсе ышандырыуы нисек яңғырай, һәм ул нимәне аңлата? б) Ни өсөн Йәһүә йәһүдтәргә борсолмаҫҡа ҡушҡан? в) Ишағыя 46:3, 4-тә яҙылған ниндәй һүҙҙәр, күрәһең, Алла халҡын тынысландырған?

7 Икенсенән, Алла Ишағыя аша былай тип ышандыра: «Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң». Бында нимә тураһында һүҙ бара? Еврей телендә «борсолоу» тигән һүҙ «берәй кемдән йә берәй нәмәнән ҡурҡып тирә-яҡҡа ҡарау» йәки «ауыр хәлдә ҡурҡыуға бирелеп ян-яҡҡа ҡараныу» тигәнде аңлата.

8 Ни өсөн Йәһүә Вавилон әсирлегенә эләгергә тейеш булған йәһүдтәргә борсолмаҫҡа ҡушҡан? Сөнки ул Вавилон халҡының ҡурҡыуға биреләсәген белгән. Уларҙы нимә ҡурҡыта алған? Йәһүдтәрҙең 70 йыллыҡ әсирлек осоро тамамланып килгәндә, Мидо-Фарсы империяһының ҡеүәтле ғәскәрҙәре Вавилонға һөжүм итергә тейеш булған. Йәһүә был ғәскәрҙәрҙе үҙенең халҡын әсирлектән азат итер өсөн ҡулланырға йыйынған (Ишағ. 41:2—4). Ул ваҡытта йәшәгән вавилондар һәм башҡа халыҡ кешеләре, дошмандарының яҡынлашып килеүен белгәс, бер-береһенә «ныҡ бул» тиеп ҡыйыулыҡтарын юғалтмаҫҡа тырышҡан. Улар шулай уҡ, күберәк боттар яһап, уларҙың яҡлауына өмөтләнгән (Ишағ. 41:5—7). Шул ваҡытта Йәһүә әсирлектә булған йәһүдтәрҙе бындай һүҙҙәр менән тынысландырған: «Һин иһә, Израиль, [күрше халыҡтарҙан айырмалы рәүештә] минең хеҙмәтсем... Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң» (Ишағ. 41:8—10). «Мин һинең Аллаң» тиеп, Йәһүә тоғро хеҙмәтселәрен шуға ышандырған: ул уларҙы онотмаған, ул һаман да уларҙың Аллаһы, ә улар һаман да уның халҡы. Йәһүә уларға: «Мин элеккесә һеҙҙе күтәреп йөрөтөрмөн һәм ҡотҡарырмын», — тип әйткән. Һис шикһеҙ, был йыуаныслы һүҙҙәр әсирлектә булған йәһүдтәрҙе бик нығытҡан. (Ишағыя 46:3, 4-те уҡығыҙ *.)

9, 10. Ни өсөн беҙгә ҡурҡырға кәрәкмәй? Миҫал килтерегеҙ.

9 Бөгөн тирә-яғыбыҙҙағы кешеләр донъя хәленең насарлана барыуын күреп бик ныҡ борсола. Әлбиттә, беҙ ҙә уларҙыҡына оҡшаш ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Ләкин беҙгә ҡурҡыуға бирелергә кәрәкмәй. Йәһүә беҙгә: «Мин һинең Аллаң», — ти. Ни өсөн был һүҙҙәрҙе тыныс булып ҡалыр өсөн етди сәбәп тип һанарға була?

10 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Азат һәм Ирек исемле ике пассажир самолетта осоп бара. Ҡапыл самолет ныҡ итеп һелкенә башлай. Бөтә самолетҡа бындай белдереү яңғырай: «Хәүефһеҙлек ҡайыштарығыҙҙы эләктерегеҙ. Беҙҙең самолет турбулентлыҡ зонаһын үтә». Азат борсола башлай. Әммә пилот былай тип өҫтәй: «Һеҙгә экипаж командиры өндәшә. Зинһар, борсолмағыҙ». Шул ваҡытта Азат, башын һелкеп: «Әйтеүе рәхәт», — ти. Пилоттың һүҙҙәре уны тынысландырмай. Иректең һис тә борсолмауын күреп, Азат унан: «Ни өсөн һин шул тиклем тыныс?» — тип һорай. Ирек йылмая ла былай ти: «Сөнки мин пилоттың бик оҫта икәнен беләм. Ул минең атайым! Әйҙә, мин һиңә уның тураһында бер аҙ һөйләйем. Уның ни тиклем оҫта икәнен белһәң, һин дә тыныс булырһың».

11. Ике пассажир тураһындағы миҫалдан ниндәй һабаҡтар алып була?

11 Был миҫалдан ниндәй һабаҡтар алып була? Беҙ, Ирек кеүек, борсолмайбыҙ, сөнки күктәге Атабыҙ Йәһүәне бик яҡшы беләбеҙ. Беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ: Йәһүә был һуңғы көндәрҙә беҙгә дауылға оҡшаш ауырлыҡтарҙы үтеп сығырға ярҙам итәсәк (Ишағ. 35:4). Был донъя кешеләренән айырмалы рәүештә, беҙ ҡурҡыуға бирелмәйбеҙ, сөнки Йәһүәгә таянабыҙ (Ишағ. 30:15). Беҙ шулай уҡ, кешеләргә Аллаға таянып булғанына дәлилдәр килтереп, Ирек һымаҡ эш итәбеҙ. Шул саҡта улар ҙа Йәһүәнең, ниндәй генә ауырлыҡтар тыуһа ла, ярҙам итәсәгенә ышаныр.

«МИН ҺИНЕ НЫҒЫТЫРМЫН... ҺИҢӘ ЯРҘАМ ИТЕРМЕН»

12. а) Йәһүәнең өсөнсө ышандырыуы нисек яңғырай? б) «Йәһүә... ҡулы» тигән һүҙбәйләнеш нимәне иҫебеҙгә төшөрә?

12 Йәһүәнең өсөнсө ышандырыуын ҡарап сығайыҡ: «Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен». Бығаса Ишағыя Йәһүәнең үҙ халҡын нисек нығытасағын бындай һүҙҙәр менән һүрәтләгән: «Йәһүә үҙенең ҡөҙрәте менән килер, уның ҡулы идара итер» (Ишағ. 40:10). Изге Яҙмала «ҡул» тигән һүҙ йыш ҡына көстө символлаштыра. Шуға күрә «уның ҡулы идара итер» тигән һүҙбәйләнеш Йәһүәнең ҡөҙрәтле Батша икәнен иҫебеҙгә төшөрә. Боронғо ваҡытта ул ҡеүәтле көсө менән үҙенең хеҙмәтселәрен нығытҡан һәм яҡлаған, һәм бөгөн дә ул үҙенә таянғандарҙы нығыта һәм яҡлай (Ҡан. 1:30, 31; Ишағ. 43:10, төшөрмә).

Дошмандарҙың бер ҡоралы ла уңышлы булмаҫ, сөнки Йәһүәнең көслө ҡулы беҙҙе яҡлай (12—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

13. а) Айырыуса ниндәй саҡтарҙа Йәһүә беҙҙе нығыта? б) Йәһүәнең ниндәй ышандырыуы беҙгә көс һәм тәүәккәллек өҫтәй?

13 Айырыуса дошмандар беҙҙе эҙәрләгәндә, Йәһүә «мин һине нығытырмын» тигән вәғәҙәһен үтәй. Ҡайһы бер илдәрҙә дошмандар вәғәз эшен туҡтатырға һәм ойошмабыҙҙың эшмәкәрлеген тыйырға теләп күп көс һала. Шундай саҡтарҙа ла беҙ ундай һөжүмдәр арҡаһында сиктән тыш борсолмайбыҙ. Йәһүә беҙгә етерлек көс һәм тәүәккәллек бирергә вәғәҙә итә. Ул былай ти: «Һиңә ҡаршы яһалған бер ҡорал да уңышлы булмаҫ» (Ишағ. 54:17). Был һүҙҙәр өс мөһим хәҡиҡәтте иҫебеҙгә төшөрә.

14. Ни өсөн дошмандарҙың беҙгә һөжүм итеүе ғәжәп түгел?

14 Беренсенән, Мәсихтең шәкерттәре булараҡ, беҙ үҙебеҙҙе нәфрәт итәсәктәрен беләбеҙ (Матф. 10:22). Ғайса һуңғы көндәрҙә шәкерттәренең ҡаты эҙәрләүҙәргә дусар булырын алдан әйткән (Матф. 24:9; Яхъя 15:20). Икенсенән, Ишағыяның пәйғәмбәрлеге, дошмандар беҙҙе нәфрәт итеүҙән тыш, шулай уҡ беҙгә ҡаршы төрлө ҡоралдар ҡулланасаҡ, тип киҫәтә. Мәҫәлән, хәйлә ҡороу, яла яғыу һәм эҙәрләү кеүек ҡоралдар (Матф. 5:11). Йәһүә дошмандарҙы был ҡоралдарҙы беҙгә ҡаршы ҡулланыуҙан тыймаясаҡ (Ефес. 6:12; Асыл. 12:17). Әммә беҙгә ҡурҡырға кәрәкмәй. Ни өсөн?

15, 16. а) Беҙгә тағы ниндәй хәҡиҡәтте иҫтә тоторға кәрәк, һәм Ишағыя 25:4, 5-тәге һүҙҙәр был хәҡиҡәтте нисек раҫлай? б) Ишағыя 41:11, 12 буйынса, беҙгә ҡаршы көрәшкәндәрҙе нимә көтә?

15 Өсөнсөнән, Йәһүә әйткәнсә, беҙгә ҡаршы яһалған «бер ҡорал да уңышлы булмаҫ». Стена көслө дауылдан һаҡлаған кеүек, Йәһүә лә беҙҙе «залимдарҙың һулышынан» һаҡлай. (Ишағыя 25:4, 5-те уҡығыҙ *.) Дошмандар бер ҡасан да беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә алмаясаҡ (Ишағ. 65:17).

16 Йәһүә ышанысыбыҙҙы тағы нисек нығыта? Ул беҙгә «ярһығандарҙы» нимә көткәнен ентекләп тасуирлай. (Ишағыя 41:11, 12-не уҡығыҙ *.) Дошмандар беҙгә ҡаршы ни тиклем генә ҡаты көрәшмәһен, ни тиклем генә беҙҙе еңергә тырышмаһын, һөҙөмтәһе бер үк булыр: Алла халҡының бөтә дошмандары «юҡҡа сығыр, һәләк булыр».

ЙӘҺҮӘГӘ ЫШАНЫСЫБЫҘҘЫ НЫҒЫТЫР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

Изге Яҙманан Йәһүә тураһында даими уҡыу уға ҡарата ышанысыбыҙҙы нығыта (17, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

17, 18. а) Изге Яҙманы уҡыу нисек Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы нығыта? Миҫал килтерегеҙ. б) 2019 йылдың йыллыҡ шиғыры хаҡында уйланыу беҙгә нисек ярҙам итә ала?

17 Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы нығытыр өсөн, уны яҡшыраҡ белергә кәрәк. Бының өсөн берҙән-бер ысул — Изге Яҙманы иғтибар менән уҡыу һәм уҡығаныбыҙ өҫтөндә уйланыу. Изге Яҙмала Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙенең халҡын нисек яҡлағаны тураһында яҙылған. Ышанысҡа лайыҡ был хәбәрҙәр Алланың беҙҙең хаҡта ла ҡайғыртасағына инандыра.

18 Йәһүәнең беҙҙе нисек яҡлағанын һүрәтләгән бер матур сағыштырыуға иғтибар итәйек. Ишағыя Йәһүәне — көтөүсе менән, ә уның хеҙмәтселәрен һарыҡтар менән сағыштыра. Пәйғәмбәр Йәһүә хаҡында былай ти: «Ҡулы менән һарыҡ бәрәстәрен бергә йыйыр, уларҙы ҡуйынында йөрөтөр» (Ишағ. 40:11). Йәһүәнең беҙҙе көслө ҡулдары менән ныҡ итеп ҡосаҡлауы тураһында уҡығанда, беҙ үҙебеҙҙе бик тыныс хис итәбеҙ. Беҙгә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан тыныс булып ҡалырға ярҙам итер өсөн, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» 2019 йылдың йыллыҡ шиғыры итеп Ишағыя 41:10-ды һайлаған. Унда былай тиелгән: «Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң». Был һүҙҙәр өҫтөндә уйланығыҙ. Улар һеҙгә киләсәктә ауырлыҡтар менән осрашҡанда ныҡ булырға ярҙам итер.

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

^ 5 абз. 2019 йылдың йыллыҡ шиғырында донъяла йә тормошобоҙҙа насар ваҡиғалар булғанда тыныс булып ҡалыр өсөн өс сәбәп килтерелә. Ошо мәҡәләлә был өс сәбәп ентекләп ҡаралыр, шулай уҡ борсолоуҙы кәметер өсөн һәм Йәһүәгә күберәк таяныр өсөн нимә эшләргә кәрәклеге аңлатылыр. Йыллыҡ шиғыр өҫтөндә уйланығыҙ. Уны иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ. Был һеҙгә киләсәктәге ауырлыҡтарҙа ныҡ булып ҡалырға ярҙам итер.

^ 1 абз. Ишағыя 41:10: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен. Һине ғәҙеллегем буйынса уң ҡулым менән тотоп торормон».

^ 1 абз. 2016 йылдың июль айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) 18-се битте ҡарағыҙ.

^ 3 абз. АҢЛАТМА. Ышандырыу — ышанысҡа лайыҡ һүҙ әйтеү йә нимәнеңдер мотлаҡ үтәләсәге хаҡында вәғәҙә биреү. Йәһүәнең ышандырыуҙары тормоштағы ауырлыҡтарға бәйле борсолоуҙы кәметә ала.

^ 4 абз. «Ҡурҡма» тигән һүҙ Ишағыя 41:10, 13, 14-тә өс тапҡыр ҡабатлана. Был аяттарҙа шулай уҡ Йәһүәгә ҡарата «мин» тигән алмаш йыш ҡулланыла. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә бер мөһим фекергә баҫым яһарға теләгән: Йәһүәгә таянып ҡына ҡурҡыуҙы еңеп була.

^ 8 абз. Ишағыя 46:3, 4: «Яҡуб йорто, тыңла мине; Израиль йортонан иҫән ҡалғандар, һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ; мин һеҙгә тыуған сағығыҙҙан уҡ ярҙам иттем һәм һеҙҙе әсә ҡарынынан уҡ күтәреп йөрөттөм. Ҡартайған сағығыҙҙа ла мин шундай уҡ булырмын. Сәсегеҙ сал булғанда ла мин һеҙҙе күтәреп йөрөтөрмөн. Мин элеккесә һеҙҙе күтәреп йөрөтөрмөн һәм ҡотҡарырмын».

^ 15 абз. Ишағыя 25:4, 5: «Сөнки һин ябай кешеләр өсөн — нығытма, ауыр ваҡытта ярлы өсөн нығытма булдың. Ҡойоп яуған ямғырҙан ышыҡ урын, ҡояш эҫеһенән күләгә булдың. Залимдарҙың һулышы стенаға бәрелгән дауыл кеүек, кибеп бөткән ерҙәге эҫелек кеүек булғанда, һин сит кешеләрҙең шау-шыуын баҫаһың. Болоттоң күләгәһе аҫтында ҡыҙыулыҡ һүрелгән кеүек, залимдарҙың йыры тына».

^ 16 абз. Ишағыя 41:11, 12: «Бына, һиңә ярһығандарҙың барыһы оятҡа ҡалыр һәм кәмһетелер. Һиңә ҡаршы һуғышҡандар юҡҡа сығыр, һәләк булыр. Үҙең менән һуғышҡан кешеләрҙе эҙләрһең, ләкин тапмаҫһың. Һиңә ҡаршы һуғышҡандар юҡ нәмәгә әйләнер, тамам тарҡалыр».

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: ғаилә ағзалары эш урынында, дауаханала, вәғәздә һәм мәктәптә ауырлыҡтар менән осраша.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: ҡәрҙәштәр шәхси йортта осрашыу үткәргәндә, полиция килеп инә, әммә ҡәрҙәштәр ҡурҡыуға бирелмәй.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен даими үткәреү беҙгә сыҙам булып ҡалырға көс өҫтәй.