Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Кеннет Кук ҡатыны Джейми менән

Етәксе кәңәшмәнең яңы ағзаһы

Етәксе кәңәшмәнең яңы ағзаһы

ШАРШАМБЫ көнө, 2018 йылдың 24 ғинуарының иртәһендә Ҡушма Штаттар һәм Канадалағы Вефиль ғаиләләре бик шатлыҡлы хәбәр ишеткән: Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһенә Кеннет Кук ҡәрҙәш ҡушылған.

Кук ҡәрҙәш Пенсильвания штатында (АҠШ) тыуып үҫкән. Ул хәҡиҡәтте мәктәпте тамамлар алдынан ғына синыфташынан ишеткән һәм 1980 йылдың 7 июнендә һыуға сумдырылған. 1982 йылдың 1 сентябрендә Кук ҡәрҙәш пионер хеҙмәтен башлаған, ә ике йылдан һуң, 1984 йылдың 12 октябрендә Уолкиллдағы (Нью-Йорк) Вефилдә хеҙмәт итә башлаған.

Киләһе 25 йыл Кук ҡәрҙәш типографияла һәм Вефиль бюроһында төрлө вазифалар башҡарған. 1996 йылда ул Джейми исемле апай-ҡәрҙәшкә өйләнгән, һәм Джейми ла уның менән бергә Уолкиллдағы Вефилдә хеҙмәт итә башлаған. 2009 йылдың декабрь айында уларҙы Паттерсондағы (Нью-Йорк) Күҙәтеү манараһының өйрәтеү үҙәгенә күсергәндәр. Унда Кук ҡәрҙәш Хаттар бүлегендә хеҙмәт итергә билдәләнгән. Шунан, Уолкиллға ҡайтып унда бер аҙ хеҙмәт итеп алғас, 2016 йылдың апрелендә Кук ғаиләһе Бруклинға (Нью-Йорк) күсерелгән. Бынан һуң биш ай үтеүгә уларҙы Уорвиктағы (Нью-Йорк) баш идаралыҡҡа ебәргәндәр. Ә 2017 йылдың ғинуарында Кук ҡәрҙәш Етәксе кәңәшмәнең Яҙыу комитетына ярҙамсы итеп билдәләнгән.